Эстәлеккә күсергә

Фудань университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фудань университеты
Fudan university.jpg
Исеме

复旦大学

Халыҡ-ара исеме

Fudan University

Девиз

博学而笃志,切问而近思

Асылған йылы

1905

Тип

дәүләт

Ректор

Ян Юйлян

Студенттар

44 300

Бакалавриат

15 700

Аспирантура

11 000

Уҡытыусылар

2 300

Урынлашыуы

Шанхай, Ҡытай

Сайт

http://www.fudan.edu.cn/

Фудань университеты (ҡыт. ғәҙәти 復旦大學, ябайл. 复旦大学, пиньин: Fùdàn Dàxué) — Ҡытайҙың иң престижлы һәм боронғо юғары уҡыу йорттарының береһе. Шанхайҙа урынлашҡан. Донъяның иң яҡшы университеттарының топ-100 исемлегенә даими рәүештә инә[1]. C9 лигаһы һәм Universitas 21 ағзаһы булып тора[2]. 4 кампустан тора. 1905 йылда Цин династияһы хакимлыҡ итеү осоронда нигеҙләнә.

Университетта физика-математика, гуманитар, социаль һәм медицина фәндәрен өйрәнеү һәм тикшереү алып барыла.

Университетҡа 1905 йылда нигеҙ һалына һәм ул ваҡытта Фудань асыҡ мәктәбе исемен йөрөтә. Яңы уҡыу йортоноң атамаһы тип ике иероглиф һайлап алына — «фу» (復) һәм «дань» (旦), берләшкәндә «көндән көн күк йөҙө яҡтырта» тип тәржемә ителә. XX быуат башының күренекле ҡытай фәләсәфәсеһе һәм педагогы Ма Сянбо (ҡыт. 马相伯 мәктәптең тәүге етәксеһе булып китә. Университет девизы (ҡыт. 博学而笃志,切问而近思) һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә «Учиться усердно и быть верным устремлениям, спрашивать настойчиво и отвечать с рвением» («Лунь юй» конфуциан ҡомартҡының «Цзы Чжан…» 16.6 бүлегенән һүҙҙәр: [Цзы Ся әйтте:] Углублять знания, закалять волю, пытливо расспрашивать, всесторонне обдумывать [- все это основа человеколюбия]. Пер. Л. С. Переломова).

Фудань университетының тарихи ҡапҡалары

1911 йылда Синьхай инҡилабы ваҡытында университет биләмәләрендә Гуанфу инҡилаби армияһы дислокациялана. 1917 йылда уҡыу йорто шәхси университет статусын ала һәм Фудань шәхси университеты (ҡыт. 私立復旦大學) тип атала башлай, бында шулай уҡ урта һәм әҙерләү мәктәптәре эшләй. 1927 йылда университетта журналистика, хоҡуҡ һәм педагогика факультеттары асыла, шулай итеп факультеттарҙың дөйөм һаны 17-гә барып етә.

1937 йылда университет Чунцин ҡалаһына күсә. Был Гоминьдан хөкүмәтенең илдең эске райондарына күсеү һәм Чунцин ҡалаһының ваҡытлы баш ҡала функцияларын үтәү менән бәйле. 1941 йылдың декабрендә Гоминьдан етәкселегендәге Милли хөкүмәт ҡарары буйынса, Чунцинда урынашҡан Фудань шәхси университеты дәүләт милкенә күсә һәм Фудань милли университеты (ҡыт. 國立復旦大學) атамаһын ала, уның ректоры У Наньсюань була. 1946 йылда университет кире Шанхайға ҡайта.

1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғас, университет атамаһынан «милли» тигән ҡушымта алына һәм ул хәҙерге исемен ала. Фудань университетында илдә тәүгеләрҙән булып юғары елемдең совет моделе индерелә. Университеттың структураһы тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Көнсығыш Ҡытайҙың тиҫтәгә яҡын башҡа уҡыу йорттарының бер нисә факультеты Фудань университеты составына индерелә. Юғары уҡыу йорто күпкә ҙурая, уның дөйөм майҙаны 7 тапҡырға арта[3].

1970-се йылдарҙа университет әкренләп мәғарифтың совет моделенән ситләшә һәм хәҙерге (шул иҫәптән көнбайыш) белем ысулдарын индерә.

2000 йылдың апрелендә университетҡа Шанхай медицина университеты ҡушыла.

Гуанхуа уҡыу корпусы

Фудань университеты 17 институттан һәм 69 факультеттан тора. 73 бакалавр, 156 магистр һәм 201 докторант һөнәрҙәре буйынса уҡыу алып барыла. Шулай уҡ университет составына 7 социал фәндәрҙе тикшеренеү үҙәктәре, 9 фундаменталь фәндәрҙе тикешеренеү үҙәктәре керә. Ҡытай Халыҡ Республикаһы Мәғариф министрлығының 40-ҡа яҡын дәүләт программалары университетта тормошҡа ашырыла. Хәҙерге ваҡытта университет структураһы дөйөм алғанда 77 тикшеренеү институттарын, 112 дисциплина-ара институттарын һәм 5 фәнни лабораторияларҙы үҙ эсенә ала.

Йыл һайын университетҡа 45 меңдән ашыу студенттар һәм аспиранттар, шул иҫәптән дистанцион белем алыу программалары буйынса уҡыған студенттар, уҡырға керә. Бынан башҡа университетта 1800-гә яҡын сит ил студенттары уҡый.

Ханьдань кампусының төп ҡапҡалары

Университет юғары квалификациялы уҡытыусылар составына эйә, ул 2400-ән ашыу уҡытыусыларҙан, шул иҫәптән 1350 профессорҙан һәм Ҡытай Фәндәр академияһының һәм Ҡытай инженерия академияһының 30 академигынан тора.

Бынан тыш университет составына 10 госпиталь инә, улар араһында халыҡты медицина хеҙмәте менән тәьмин иткән Чжуншань һәм Хуашань госпиталдәре бар. Госпиталдәр базаһында университеттың медицина һөнәрҙәре буйынса уҡытыу алып барыла.

Фудань университеты 4 кампустан тора — Ханьдань (ҡыт. 邯鄲), Фэнлинь (ҡыт. 楓林), Чжанцзян (ҡыт. 張江) һәм Цзянвань (ҡыт. 江灣). Бөтә дүрт кампустар ҙа Шанхайҙың үҙәгендә урынлашҡан.

Университет менән бәйле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта Фудань университетын тамамлаусылар ассоциациялары Ҡытайҙа, АҠШ-та, Японияла, Австралияла, Канадала, Тайваньдә күп кешеләрҙе берләштерә. Университетты тамамлаусылар араһында Ҡытайҙа һәм сит илдәрҙә билдәле булған күп кенә сәйәсмәндәр, ғалимдәр һәм бизнесмендар бар.

  1. QS World University Rankings. Дата обращения: 30 июнь 2016.
  2. Universitas 21 (инг.) // Wikipedia, the free encyclopedia. — 2016-06-11.
  3. Фуданьский университет // Вестник высшей школы. — Высшая школа, 1959. — Т. 17. — С. 910.