Эстәлеккә күсергә

Чунцин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чунцин
ҡыт. 重庆
Нигеҙләү датаһы 1929
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы 重庆市
ХФА-лағы транскрицияһы t͡ʃɑŋ.ˈkiŋ
Кем хөрмәтенә аталған Гуан-цзун[d]
Этнохороним Chongqinger
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Ҡытай
Административ үҙәк Юйчжун[d]
Административ-территориаль берәмек Ҡытай
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Янцзы, Цзялинцзян[d] һәм Уцзян[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Юго-запад Китая[d]
Геомәғлүмәттәр Data:China/Chongqing.map
Иң юғары нөктә Yintiaoling[d]
Партия секретары Чэнь Миньэр[d] һәм Юань Цзяцзюнь[d]
Хөкүмәт башлығы Хуан Цифань[d] һәм Ху Хэнхуа[d]
Башҡарма власть People's Government of Chongqing Municipality[d]
Закондар сығарыу органы Chongqing Municipal People's Congress[d][1]
Ойошма ағзаһы Всемирная федерация туристических городов[d][2]
Халыҡ һаны 28 846 170 кеше (2010)[3],
28 488 200 кеше (2000)[4],
30 170 000 кеше (2015),
27 980 000 кеше (2005),
32 054 159 кеше (2020)[5]
Административ рәүештә бүленә Ваньчжоу[d], Фулин[d], Юйчжун[d], Дадукоу[d], Цзянбэй[d], Шапинба[d], Цзюлунпо[d], Наньань[d], Бэйбэй[d], Цицзян[d], Дацзу[d], Юйбэй[d], Банань[d], Цяньцзян[d], Чаншоу[d], Цзянцзинь[d], Хэчуань[d], Юнчуань[d], Наньчуань[d], Туннань[d], Тунлян[d], Жунчан[d], Бишань[d], Лянпин[d], Чэнкоу[d], Фэнду[d], Дяньцзян[d], Улун[d], Чжунсянь[d], Кайчжоу[d], Юньян[d], Фэнцзе[d], Ушань[d], Уси[d], Шичжу-Туцзяский автономный уезд[d], Сюшань-Туцзя-Мяоский автономный уезд[d], Юян-Туцзя-Мяоский автономный уезд[d] һәм Пэншуй-Мяо-Туцзяский автономный уезд[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 237 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Ономити[d], Аддис-Абеба, Хиросима[d], Инчхон, Бангкок, Пеканбару[d], Шираз[d], Тулуза, Лестер[d], Дюссельдорф[d], Воронеж[6], Запорожье өлкәһе, Сиэтл, Детройт, Торонто[7], Брисбен[d], Кордова[d], Бисау, Ченнаи, Чиангмай[d], Мпумаланга[d], Асуан[d], Сёр-Трёнделаг[d], Будапешт, Антверпен, Салвадор[d], Цюрих[d], Нуэво-Леон[d], Пномпень, Владимир[8][9][10], Кордова[d] һәм Нахчиван[11]
Сиктәш Сычуань[d], Шэньси[d], Хубэй[d], Хунань[d] һәм Гуйчжоу[d]
Нигеҙендәге текст Q18866949?
Ҡулланылған тел Western Xiangxi Miao[d], Northern Tujia[d] һәм Eastern Xiangxi Miao[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Hitman 3[d][12]
Майҙан 82 403 км²
Почта индексы 400000–409900
Рәсми сайт cq.gov.cn
Һештег Chongqing
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Подробная карта
Вид в ночное время
Панорамный вид
Коллаж
Тема географияһы geography of Chongqing[d]
Тема иҡтисады economy of Chongqing[d]
Вид с воздуха
Урындағы телефон коды 23
Номер тамғаһы коды 渝 A, B, C, F, G, H
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Chongqing[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Chongqing[d]
Карта
 Чунцин Викимилектә

Чунци́н (ҡыт. ғәҙәти 重慶, ябайл. 重庆, пиньин: Chóngqìng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының үҙәк өлөшөндә үҙәк әһәмиәтендәге ҡала. Был категориялағы дүрт административ берәмектән иң ҙуры. 2009 йылда ҡала биләмәләрендә 32,75 миллион кеше теркәлгән; шул уҡ ваҡытта уның төп өлөшө урбанлаштырылған зонанан ситтәрәк йәшәй.

Чунцин тулы һыулы Янцзы йылғаһына Цзялинцзян ҡойған урында нигеҙләнгән. 2006 йылда Санься быуаһы төҙөлөшө тамамланғандан һуң, барлыҡҡа килгән һыуһаҡлағыс Чунцинға тиклем барып еткән, был эре караптарға ҡала портына килергә мөмкинлек биргән. Уңдырышлы Ҡыҙыл Бассейндың көнсығыш ситендә урынлашыуы ҡаланың үҫеүен тиҙләткән. Ҡала өс тау һырттары менән уратылған: төньяҡта Дабашань, көнсығышта Ушань һәм көньяҡта Далушань. Убалы ландшафт арҡаһында Чунцинды «таулы ҡала» (Шаньчэн) тип атайҙар. Ул диңгеҙ кимәленән 243 метр бейеклектә урынлашҡан.

Чунцин көнсығышта Хубэй һәм Хунань, көньяҡта Гуйчжоу, көнбайышта Сычуань һәм төньяҡта Шэньси провинциялары менән сиктәш. Ҡала, ҡала яны һәм өлкә районы аша 80 йылға аға, уларҙың араһында иң ҙурҙары Янцзы, Цзялинцзян, Уцзян, Фуцзян, Чицзян һәм Даниньхэ.

Үҙәк буйһоноуындағы ҡаланың сиктәре көнсығыштан көнбайышҡа табан 470 километрға һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан 450 километрға һуҙылған. Уның дөйөм 82 403 км², шуларҙың 1473 км² (1,79 %) урбанлаштырылған зона биләй, ә 80 930 км² (98,21 %) ҡала яны һәм ауыл райондары тура килә. Шул уҡ ваҡытта илдә ҡабул ителгән территориаль бүленештең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк: Ҡытайҙа «тораҡ пункт» тигән рәсми төшөнсә юҡ, ә «үҙәк буйһоноуындағы ҡала» — шул уҡ «провинция» кеүек административ берәмек булып тора. Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡалаға 31 район, 8 өйәҙ һәм 4 автономлы өйәҙ ҡарай. Шул уҡ ваҡытта Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала тотошлай йорттар һәм юлдарҙан тормай.

Чунциндың Статистика департаменты мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда урбанлаштырылған халҡының иҫәбе 19 706 800 кеше, ә ауыл халҡыныҡы — 11 044 800 кеше[13].

Ҡыҫҡа һәм сағыштырмаса йомшаҡ ҡыш һәм эҫе, һауаның юғары дымлыҡлы йәй. Октябрҙән апрелгә ҡәҙәр һауаның юғары дымлылығы арҡаһында йыш ҡына ҡуйы томандар күҙәтелә. Шунлыҡтан ҡалаға «Томандарҙың баш ҡалаһы» (ҡыт. ябайл. 雾都, палл.: Уду) тигән ҡушамат биргәндәр.

Чунцин субтропик зонала урынлашҡан. Йыллыҡ уртаса температура 18,2 °C тәшкил итә. Ҡышын 6-8 °C тиклем төшә, ә йәйен 27 һәм 38 °C араһында тирбәлә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1000—1100 мм тәшкил итә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 9,5 11,6 16,8 22,2 25,9 28,1 32,2 32,8 26,5 21,3 15,7 10,9 21,1
Уртаса температура, °C 7,6 9,3 13,9 18,7 22,5 24,8 28,4 28,7 23,5 18,8 13,6 9,1 18,2
Уртаса минимум, °C 5,6 6,9 10,9 15,1 19 21,5 24,5 24,5 20,4 16,2 11,5 7,2 15,3
Яуым-төшөм нормаһы, мм 20 21 37 102 159 166 171 138 149 96 53 26 1138
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория

3 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Борон Ба батшалығының баш ҡалаһы булған һәм Цзянчжоу атамаһын йөрөткән. «Чунцин» («икеләтә тантана») атамаһы 1189 йылда барлыҡҡа килгән, был ваҡытта Сун империяһы императоры Сяо-цзундың өсөнсө улы Гунчжоу өлкәһенең начальнигы булып китә һәм «Гун кенәзе» (恭王) титулын ала, һәм шул уҡ йылда атаһы властан киткәс Гуан-цзун исеме аҫтында император булып китә. Ваҡиға хөрмәтенә Гунчжоу өлкә(чжоу) статусынан идаралыҡ (фу) статусына тиклем күтәрелгән; ә был йылда Гуан-цзунға ике тапҡыр статусының күтәрелеүен билдәләргә тура килгәс, ул Гунчжоуҙы Чунцинфу («Ике тантаналы идаралыҡ») тип үҙгәртергә бойорған.

1891 йылда унцин асыҡ порт булып китә, бында таможня булдырыла, караптар йөрөшөндә, сауҙала, финанс эштәрҙә һәм эшкәртеү сәнәғәтендә сәскә атыу күҙәтелә. Әкренләп ул Көньяҡ-Көнбайыш Ҡытайҙы һәм Янцзының үрге ағымын тышҡы донъя менән бәйләүсе ролен уйнай башлаған.

1929 йылда Чунцинға рәсми рәүештә ҡала статусы бирелгән. Япония ғәскәрҙәре баҫып алмағанға тиклем, 1937 йылда Нанкиндан бында Ҡытай Республикаһы хөкүмәте күскән. 1937—1945 йылдарҙағы япон-ҡытай һуғышы осоронда Чунцин дәүләттең баш ҡалаһы ролен үтәгән. 1946 йылдан һәм 1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы иғлан ителгәндән һуң Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала булған. 1954 йылда Чунцин провинция (Сычуань) буйһоноуындағы ҡала булып китә.

1997 йылдан Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала булып китә. Хакимиәт органдары төбәктең урбанлаштырыуы буйынса әүҙем саралар күргән, дәүләт аҡсаларына магистралдәр төҙөлә, муниципаль берәмектең бөтә территорияһында ҡала инфраструктураһы булдырыла.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Чунциндың административ бүленеше картаһы

Чунцин административ рәүештә 26 район, 8 өйәҙ һәм 4 автономлы өйәҙгә бүленгән.

Райондар
Атамаһы Иероглифтар Пиньинь
1 Юйчжун 渝中区 Yúzhōng qū
2 Дадукоу 大渡口区 Dàdùkǒu qū
3 Цзянбэй 江北区 Jiāngběi qū
4 Шапинба 沙坪坝区 Shāpíngbà qū
5 Цзюлунпо 九龙坡区 Jiǔlóngpō qū
6 Наньань 南岸区 Nán'àn qū
7 Бэйбэй 北碚区 Běibèi qū
8 Цицзян 綦江区 Qíjiāng qū
9 Дацзу 大足区 Dàzú qū
10 Юйбэй 渝北区 Yúběi qū
11 Банань 巴南区 Bānán qū
12 Ваньчжоу 万州区 Wànzhōu qū
13 Фулин 涪陵区 Fúlíng qū
14 Цяньцзян 黔江区 Qiánjiāng qū
15 Чаншоу 长寿区 Chángshòu qū
16 Хэчуань 合川区 Héchuān qū
17 Юнчуань 永川区 Yǒngchuān qū
18 Цзянцзинь 江津区 Jiāngjīn qū
19 Наньчуань 南川区 Nánchuān qū
21 Туннань 潼南区 Tóngnán qū
22 Тунлян 铜梁区 Tóngliáng qū
24 Жунчан 荣昌区 Róngchāng qū
25 Бишань 璧山区 Bìshān qū
27 Улун 武隆区 Wǔlóng qū
30 Лянпин 梁平区 Liángpíng qū
31 Кайчжоу 开州区 Kāizhōu qū
Өйәҙҙәр
Атамаһы Иероглифтар Пиньинь
26 Дяньцзян 垫江县 Diànjiāng xiàn
28 Фэнду 丰都县 Fēngdū xiàn
29 Чэнкоу 城口县 Chéngkǒu xiàn
32 Уси 巫溪县 Wūxī xiàn
33 Ушань 巫山县 Wūshān xiàn
34 Фэнцзе 奉节县 Fèngjié xiàn
35 Юньян 云阳县 Yúnyáng xiàn
36 Чжунсянь 忠县 Zhōng xiàn
Автономлы өйәҙҙәр
Атамаһы Иероглифтар Пиньинь
20 Юян-Туцзя-Мяо автономлы өйәҙе 酉阳土家族苗族自治县 YǒuYáng Tǔjiāzú Miáozú zìzhìxiàn
23 Сюшань-Туцзя-Мяо автономлы өйәҙе 秀山土家族苗族自治县 XiùShān Tǔjiāzú Miáozú zìzhìxiàn
37 Шичжу-Туцзя автономлы өйәҙе 石柱土家族自治县 Shízhù Tǔjiāzú zìzhìxiàn
38 Пэншуй-Мяо-Туцзя автономлы өйәҙе 彭水苗族土家族自治县 Péngshuǐ Miáozú Tǔjiāzú zìzhìxiàn
Ҡала панорамаһы
Ҡала панорамаһы