Эстәлеккә күсергә

Покровка (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Покровка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°33′37″ с. ш. 58°49′05″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 813 005

ОКТМО коды

80 606 413 121

Покровка (Рәсәй)
Покровка
Покровка
Покровка (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Покровка

Покровка (рус. Покровка) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 200 кеше[1]. Почта индексы — 453654, ОКАТО коды — 80206813005.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Покров көнө» православие байрамы хөрмәтенә ҡушылған[2]. Шулай уҡ тораҡ пунктының исеме БАССР-ҙыңЙылайыр кантоны Яңы Покровка ауыл Советы исеменән алыныуы ихтимал, сөнки 1931 йылға тиклем ауыл ошо ауыл Советы составында булған, 1926 йылда әлеге ауыл Советы Ырымбур губернаһы составына (хәҙер Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы) индерелгән. 2008 йылдың 9 февраленән Рәсәй федерацияһының 60-сы ҡарары менән Покровка бүлексәһе Покровка ауылы тип үҙгәртелә[3].

Ялан тигеҙлегендә урынлашҡан[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 64 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 35 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 28 км

Ауыл эргәһенән Сибай-Аҡъяр маршруты юлы үтә[3].

Яңы Покровка утарына 1913 йылда алпауыт Губарьков нигеҙ һалған[2]. Тарихсы-тикшеренеүсе М. М. Маннаповтың мәғлүмәттәренән: утар урынында 1931 йылда БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Йылайыр игенселек совхозының бүлексәһе булараҡ барлыҡҡа килә. 1931 йылдан алып 1933 йылдың 20 сентябренә тиклем бүлексә Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составына инә, артабан 1941 йылға тиклем — Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы, 1941 йылдан алып 1993 йылға тиклем Йылайыр ауыл Советы составында була. 1993 йылдың 12 июленән хәҙерге көнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы йылайыр ауыл Совееты составына инә. Покровка ауылы 1931 йылдан ауыл Советы үҙәге булып тора. 1993—2009 йылдарҙа — «Йылайыр» совхоз-техникумы, 2009—2011 йылдарҙа — Баймаҡ районы «Ялан» ААЙ-нең үҙәге, 2011—2012 йылдарҙа — «Йылайыр» ААЙ Покровка бүлексәһе үҙәге, 2012—2015 йылдарҙа МУП «Күлтабан» МУП-тың үҙәге[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 93
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 259
2002 йыл 9 октябрь 224
2010 йыл 14 октябрь 167 78 89 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

1999 йылда — 275, 2007 йылда — 228, 2008 йылда — 232, 2009 йылда — 199, 2011 йылда — 194, 2012 йылда — 59 хужалыҡта 208 кеше, 2013 йылда — 211, 2014 йылда — 55 йортта 200, 2015 йылда — 55 йортта 197 кеше, 2016 йылда — 187, 2017 йылда — 184, 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 180 кеше теркәлгән[3].

Милли составы: 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (73 %) йәшәй[4].

— Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәдис ҡыҙы Раҡаева
— Ауыл старостаһы Ришат Мәснәүи улы Рәшитов
— «Архипов» КФХ-ы етәксеһе Павел Николаевич Архипов
— Башланғыс кластары уҡытыусыһы (2015 йылдың 16 мартынан, Урғаҙа ауылы урта мәктәбенең филиалы) Зөлфирә Тәүрис ҡыҙы Архипова
— Ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Светлана Роберт ҡыҙы Ишҡабулова[3]

  • Валиев Марс Мирас улы — «Ауыл хужалығының аҙыҡ-түлеген автомобилдәрҙә ташыу алдынғыһы» (1985, 1986), «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» (1996), I, II дәрәжә «Аварияһыҙ эше өсөн» билдәһе кавалеры (1991, 1996);
  • Ғәлиева Миңзәлә Рәшит ҡыҙы — Йылайыр совхозы Покровка бүлексәһе фельдшер-акушер пунктының мөдире (1977—1979), «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау атҡаҙанған хеҙмәткәре» (1998);
  • Дәүләтҡолов Сәрүәр Батыр улы — Октябрь революцияһы ордены (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971);
  • Мансуров Юнир Нурғәли улы — А. Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры артисы;
  • Платонова Нәйлә Хәким ҡыҙы — «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» (2009)[6].
  • Ветерандар урамы (рус.  Ветеранов улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная улица)

[7]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Деревня Покровка (Покровка ауылы)
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  5. Портал «Ургаза.ru». Деревня Покровка (Покровка ауылы). Известные земляки (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
  6. Урғаҙа
  7. Улицы
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)