Шүлкә
Утар | |
Шүлкә Шүлкә | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Шүлкә (рус. Шулька) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы утар. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 234 кеше[1]. Почта индексы — 453673, ОКАТО коды — 80206816003.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме Йылайыр йылғаһы ҡушылдығы Шүлкә йылғаһы буйында урынлашҡанға күрә Шүлкә ойконимынан алынған. Шулай уҡ ауылды Коммунар, Шүлкәбаш, Шүлкәтамаҡ тип йөрөткәндәр[2].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылайыр йылғаһының ҡушылдығы Шүлкә йылғаһы янында урынлашҡан[3]
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 46 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (1-се Эткол): 20 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 91 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утар ХХ быуат башында Столыпин аграр реформаһы дәүерендә барлыҡҡа килгән. Халҡы малсылыҡ, урман кәсептәре, һунар, дегет эшләү, күмер әҙерләү өсөн ағас яндырыу, баҙар итеү менән шөғөлләнә[3].
Коллективлашыу осоронда 1931 йылда бында «Пионер» колхозының бригадаһы ойошторола, үҙәге Ямашта була. 1939 йылда исеме «Коммунар» тип үҙгәртелә[3]. 1947 йылда әлеге колхоз ғәмәлдән сығарыла, уның урынына халыҡ ҡулланыу тауарҙары етештергән сәнәғәт артеле (промартель) төҙөлә. 1954 йылда яңы ойошторолған эрәлетелгән С. Юлаев исемендәге промартель составына инә, үҙәге Крепостной Йылайырҙа һәм Ишбирҙелә була. Промартелдең төп йүнәлештәре — ағас әҙерләү, пиломатериалдар етештереү, буралар эшләү һәм башҡалар[3].
1960 йылда промартель ҡабаттан Баймаҡ райпромкомбинаты менән берләштерелә. Халыҡ ҡулланыу тауарҙарының ассортименты киңәйә. 1967 йылда промкомбинат базаһында Баймаҡ леспромхозы ойошторола һәм Шүлкә ауылы уның участкаларының береһе булып ҡала. 1983 йылдан алып бында пиломатериалдар етештереү, ағас эше изделиелары эшләү буйынса «Коммунар» үҙаллы кесе предприятиеһы төҙөлә[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 235 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 181 | 97 | 84 | 53,6 | 46,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[4].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ телендә дүрт урам: Мамыҡ, Балғалаҡ, Кәкере һәм Аръяҡ.
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбесҡан (Әбей осҡан) шишмәһе ауылды икегә бүлеп тора
- Мамыҡ урамы (магазинға килгән мамыҡты бер урам кешеләре үҙ-ара бүлешеп алған)
- Кәкере урам
- Әптерҙаҡүлгән урын
- Ямаш утары
- Тайышбатҡан һаҙлығы (айыу батҡан һаҙлыҡ)
- Табыр (табор һүҙенән, Йылайыр туғайы)
- Ҡылғантүш (ҡылған үҫкән урын)
- Алтынбай аҡланы
- Сәбилә тауы
- Ынйы тауы (Ынйыбикә исемле ҡыҙ ошо тауҙа уйнарға яратҡан)
- Күрәнбесән аҡланы
- Атйөҙгөс (тәрән ятыу урыны)
- Боецтал (Байстал халыҡ телендә, граждандар һуғышы осоронда шишмә эргәһендә ике боецты үлтергәндәр)
- Ҡасҡын яланы
- Туғыҙбай утары[6] (информанттар Моталлапова Рәйсә Ғоссам ҡыҙы, Сәғәҙәтова Мөғлифә Мөхөтдин ҡыҙы)
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы (24 февраль 1961 йыл) — уҡытыусы, шағир. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 229 бит
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 68 бит.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Мостаева Т. БАЙМАҠ районы ШҮЛКӘ ауылының ер-һыу атамалары
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |