1-се Моҡас
1-се Моҡас | |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Моҡас ауыл Советы |
Халыҡ һаны |
122 кеше (2002)[1], 152 кеше (2009)[1], 114 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453643 |
1-се Моҡас (рус. Мукасово 1-е) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 152 кеше булған[3]. Почта индексы — 453643, ОКАТО коды — 80206834006.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда теркәлгән. Башта бында дисәтник Моҡас Раймановтың (1722—1812[4])утары була. 1815 йылда 2-се Этҡолдан һигеҙ ғаилә күсеп килә — Ишәли Юлъяҡшин, Һабанғол Ишбулатов, Ҡырғыҙбай Игебаев, Ғабдулла Сурин, Надир Барғутов (Урҙабай Бултерәковтың ике туған ҡустыһы), старшина писары Уҡра Ишбулдин, Әбделмән Уңғаров һәм Йәнекәй Моҡасов (1782 йылғы, уның улдары — Шахмурат, Шахмөхәмәт һәм Бикмырҙа), уның ағалары Һунарғол һәм Сәфәрғәли[4]. Улар Йәнекәйҙең атаһы Моҡас Раймановтың утары урынына ауылға нигеҙ һалалар. Киләһе йылда ауылға 2-се Этҡолдан тағы 11 ғаилә күсенә, шулай уҡ Нуғай ауылынан — 3 ғаилә. Ике Моҡас ауылы барлыҡҡа килә — 1-се Моҡас һәм 2-се Моҡас[5]. Урәдник Мөхәмәт Айрысов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, көмөш миҙалдар кавалеры[4]. 1834 йылда — 245, 1859 йылда — 174, 1920 йылда — 197 һәм 186 кеше (ике ауылда) йәшәй. Халыҡ малсылыҡ, игенселек, һунар, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Йылы айҙарҙа халыҡ йәйләүгә сыға. 1839 йылда 35 йорттағы 226 кешегә 300 йылҡы малы, 650 һыйыр, 150 һарыҡ, 20 кәзә тура килә. Йыл һайын 28 бот ужым бойҙайы һәм 552 бот ярауай иген сәскәндәр[4].
Совет осоро
1929 йылда крәҫтиәндәр — «Игенсе» колхозына, 1951 йылда өс колхоз («Ҡыҙыл партизан», «Игенсе», «Ирәндек») «Ирәндек» колхозына берләшә[5]. 1957 йылдан алып — «Сибай» совхозы, 1965 йылдан «Ирәндек» совхозы составына инә.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 184 | 93 | 91 | 50,5 | 49,5 |
1920 йыл 26 август | 197 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 166 | 86 | 80 | 51,8 | 48,2 |
2002 йыл 9 октябрь | 122 | 61 | 61 | 50,0 | 50,0 |
2010 йыл 14 октябрь | 114 | 50 | 64 | 43,9 | 56,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (99 %) йәшәй[6].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буғалығыр йылғаһы янында урынлашҡан[5].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 49 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (1-се Төрөкмән): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 8 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еникеев Зөфәр Ирғәли улы — юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының депутаты
- Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се Моҡас // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |