Ҡурҙай
Ҡурҙай | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Acrocephalus palustris (Bechstein, 1798) | ||||||||||||||
|
Ҡурҙай (Урыҫ.Болотная камышовка, лат. Acrocephalus palustris)- килейектар ғаиләһенән булған һайраусы ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғайҙан бәләкәйерәк. Бик теремек бәләкәй генә ҡошсоҡ.Һырт яғы көрәнһыу ерән,ҡорһаҡ яғы аҡһыл ерән. Күҙҙәре өҫтөндә аҡһыл ҡаштары бар. Ҡойроғоноң осо туңәрәкләнеп тора. Башҡа ҡурҙайҙарҙанбашлыса тауышы менән айырылып тора. Тауышы көслө:"шаҡ-шаҡ". Шығырҙап һайрай. Башҡа ҡоштарҙың да тауышын сығарып һайрай ала. Күсмә ҡош. Киң таралған.
Йәшәү урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыуға яҡын урындағы таллыҡтарҙа, ҡамыш араларында йәшәй. Шуға күрә халыҡ телендә ҡамыш ҡурҙайы тип тә йөрөтөлә.Ояһын ҡамыш һабаҡтарына беркетеп яһай.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө ваҡ бөжәктәр,үрмәкселәр, молюскалар, үлән орлоҡтары менән туҡлана.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара- көрән таптар менән сыбарланған 4-5 бөртөк аҡ, йәки күкһел йәшел йомортҡа һала. Аталы — инәле алмашлап 12-14 көн баҫалар. Себештәре 12-14 көндән үҙаллы йәшәй башлай.
Ырыуҙаштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сыбар ҡурҙай
- Тал ҡурҙайы
- Йырсы ҡурҙай
- Алабаш ҡурҙай
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. 1986, Өфө.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 330. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.