Сорбонна
Сорбонна | |
Нигеҙләү датаһы | 1257 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Коллеж Сорбонна[d] |
Дәүләт | Франция[1][2] |
Административ-территориаль берәмек | Сорбонна[d][2] |
Урынлашҡан урамы | rue des Écoles[d], rue Saint-Jacques[d], rue de la Sorbonne[d], rue Victor-Cousin[d] һәм rue Cujas[d] |
Хужаһы | Париж муниципалитеты[d][1] |
Мираҫ статусы | теркәлгән тарихи һәйкәл[d][1], исторический памятник классифицированный[d][1] һәм исторический памятник классифицированный[d][1] |
Рәсми сайт | sorbonne.fr |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 2899 |
Сорбонна Викимилектә |
Сорбонна (франц. la Sorbonne) — архитектура-тарихи ҡомартҡыһы, Францияның баш ҡалаһында Париж университеты үҙәге; Париждың Латин кварталында урынлашҡан; ҡала милке булып тора.
Сорбонна атамаһы XIII быуатта ҡалала дин өйрәнеү коллежын — Сорбонна коллежына нигеҙ һалған Изге Людовик Туғыҙынсының руханийы, дин белгесе Робер де Сорбон исемнән алынған. Юғарыла атап үтелгән коллеж һуңыраҡ Париж университеты составына инә. Йәнәшәлек термины университет менән бәйләп әйтелә башлай, аҙаҡ шул килеш һаҡланып ҡала.
Урыҫ телендәге киң мәғлүмәт саралары Сорбоннаға ҡарата йыш ҡына «Сорбонна университеты» һүҙбәйләнешен ҡуллана, әммә был семантик (мәғәнәүи) яҡтан дөрөҫ түгел.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бинаның Барокко стилендәге фасады Сорбонна сиркәүе — Изге Урсула Сорбоннская часовняһыныҡы; уны төҙөү 1642 йылда тамамлана. Ваҡыт үтеү менән, 1905 йылда динде дәүләттән айырыу тураһындағы закон ҡабул ителгәндән һуң, бина рәсми ҡабул итеүҙәр һәм күргәҙмәләр өсөн яраҡлаштырыла.
Сорбонна часовняһы милли тарихи ҡомартҡы булып тора һәм 1887 йылдың февраленән дәүләт яҡлауы аҫтына алына. Ҙур амфитеатр (башҡа залдар менән бергә) — 1975 йылдың сентябренән тарихи ҡомартҡы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сорбонна тарихы XII быуаттан алда уҡ башлана, ләкин тап 1215 йылдаПариж университеты формалаша. Бер нисә сиркәү мәктәбе берләшә һәм Европалағы тәүге университетты ойоштора. Башта ирекле сәнғәт, ҡануни хоҡуҡтар, медицина һәм теология факультеттары ғына була. XIII быуатта bylt Европалағы иң ҙур университетҡа әйләнә. 1229—1231 йылдарҙзабастовка а урындағы университеттың автономия хоҡуғына эйә, туранан-тура буйһона папа.
1257 йылда теолог Робер де Сорбон, король Изге Людовик Парижда ярлы ғаиләләрҙән булған балалар өсөн дини коллеж аса; 50 йылдан һуң коллеж билдәлелеге буйынса Европаның күп кенә динде өйрәнеүсе уҡыу йорттарынан өҫтөн булып сыға.
XIV быуат Сорбонна мәктәбенең ҡеүәтен һәм абруйын арттырыу өсөн бик уңайлы мәл була: көнбайыш сиркәүенең Ватикандан айырылып сығыуы Римдең әһәмиәтен юҡҡа сығара, тип әйтерлек, абруйлы юғары белем биреү учреждениеһына ихтыяж тыуа: Собронна тап шундай уҡыу йорто булып тора ла инде. 1393 йылда Собоннаның 54 докторы сиркәү даирәһендәге низағ-бүленеште бөтөрөү буйынса үҙ фекерҙәрен еткереү өсөн королгә ебәрелә. Улар тәҡдим иткән саралар тиҙ арала ғәмәлгә ашырыла, йәғни руханиҙарҙан һәм донъуи кешеләрҙән торған юғары собор үҙ-ара дошманлашҡан авиньон һәм рим папалары өсөн судья ролен үтәй башлай.
1554 йылда кллежға Сорбонна исеме бирелә һәм әкренләп Париж университетының теология факультеты менән берләшә
XVII быуатта Сорбонна исеме менән бөтә Париж университеты атала башлай.
XVIII быуатта Сорбонна коллежы «провизор» уның эштәренә идара иткән составына бөтә ағзалар тарафынан үҙ даирәһенән һайлап ҡуйылған дүрт доктор ингән бай учреждениеға әйләнә. Провизорҙар тәғәйенләгән махсус чиновниктар финанстар менән идара итә.
1790 йылда Сорбонна коллежды дини мәктәп булыуҙан туҡтай. 1808 йылда Наполеондың декреты менән уның бинаһы Париж ҡалаһыуниверситеты ҡарамағына тапшырыла.
Бөгөнгө Сорбонна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1968 йылда «Ҡыҙыл май» булараҡ билдәле булған «яңы һулдар» идеялары аҫтында сығыш яһаған төп студент үҙәктәренең береһенә әйләнә.
1970 йылда Сорбонна, йәки Париж университеты белем биреү йүнәлештәре буйынса айырылыған һәм өс Париж академияһына һәм Париж төбәгенә ҡараған 13 университетҡа бүленә. Был университеттарҙың дүртеһе, нигеҙҙә, Сорбоннаның тарихи биналарында урынлаша, ҡалғандары — Париждың башҡа кварталдарында һәм Париж ситендә.
Париж академияһы ректораты һәм Париж университетттары канцелярияһы Сорбоннала урынлаша. Шулай уҡ хартияларҙың милли мәктәбе, Юғары тикшеренеүҙәр тәжрибә мәктәбе (франц. École pratique des hautes études) һәм өлөшләтә Париж I, Париж III , Париж IV һәм Париж V университеттары. Шулай уҡ Сорбоннаның университет-ара китапханаһы ла Сорбоннала урынлаша[3].
Хәҙерге замандағы ун өс университет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]I | Париж I университеты — Пантеон-Сорбонна | сайты | Париж академияһы |
II | Париж II университеты — Пантеон-Ассас | сайты | Париж академияһы |
III | III Париж III университеты — Яңы Сорбонна | сайты | Париж академияһы |
IV | Париж IV университеты — Париж-Сорбонна | сайты 2011 йыл 28 февраль архивланған. | Париж академияһы |
V | Париж Декарт университеты (Париж V университеты) | сайты | Париж академияһы |
VI | Пьер һәм Мария Кюри исемендәге университет (Париж VI университеты) | сайты | Париж академияһы |
VII | Париж VII университеты — Дени Дидро | сайты | Париж академияһы |
VIII | Париж VIII университеты — Винсент-Сен-Дени | сайты 2011 йыл 4 февраль архивланған. | Кретей академияһы |
IX | Париж-Дофин университеты (Париж IX университеты) | сайты | Париж академияһы |
X | Париж X университеты — Нантер (Көнбайыш Париж университеты — Нантер-ля-Дефанс) | сайты | Версаль академияһы |
XI | Париж XI университеты — Көньяҡ Париж | сайты 2007 йыл 12 июль архивланған. | Версаль академияһы |
XII | Париж университеты XII Валь-де-Марн — Париж-Валь-де-Марн | сайты 2010 йыл 18 ғинуар архивланған. | Кретей академияһы |
XIII | Париж XIII университеты — Төньяҡ Париж | сайты | Кретей академияһы |
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Францияла мәғариф
- Оло университеттар исемлеге
- Болон университеты
- Оксфорд университеты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 base Mérimée (фр.) — ministère de la Culture, 1978.
- ↑ 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ La Sorbonne aujourd’hui et ses affectataires (фр.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тарле Е. В. Сорбонна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Цзе. Franklin, «La Sorbonne» (1875);
- Méric, «et fondateur Sorbonne La son» (1888);
- Rashdall, «in the middle of A the history universities ages» (Л., 1895, 2 том: «Paris»).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми сайт (фр.)
- Google Maps спутник һүрәте
- Академик В. И. Арнольд Париж университетындағы уҡытыу тураһында: Арифметиканың биш ҡағиҙәһе