Эстәлеккә күсергә

Дацин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дацин
Нигеҙләү датаһы 1959
Рәсем
Рәсми атамаһы 大庆市
Дәүләт  Ҡытай
Административ-территориаль берәмек Хэйлунцзян[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Закондар сығарыу органы Q106811111?[1]
Халыҡ һаны 2 904 532 кеше (2010)[2],
2 781 562 кеше (2020)[3]
Административ рәүештә бүленә Сарту[d], Лунфэн[d], Жанхулу[d], Хунган[d], Датун[d], Чжаочжоу[d], Чжаоюань[d], Линьдянь[d] һәм Дурбэд-Монгольский автономный уезд[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 149 ± 0 метр
Туғандаш ҡала Калгари[4], Луганск[4][5], Красноярск, Төмән[4][6], Чхунджу[d][4], Чартерс-Тауэрс[d][4], Катре-Борне[d][4][7] һәм Буффало-Сити[d][4]
Майҙан 21 204,82 км²
Почта индексы 163000
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 0459
Номер тамғаһы коды 黑E
Карта
 Дацин Викимилектә

Дацин (ҡыт.ябай. 大庆, пиньинь: Dàqìng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэйлунцзян провинцияһында ҡала округы. Исеме Дацин һүҙмә-һүҙ «бөйөк байрам» тип тәржемәләнә[8]

Быуаттар дауамында хәҙерге ҡала окургы биләмәһендә даими ултыраҡ булмаған, тәүге күскенселәр тик XX быуат башында Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы станцияһы төҙөлгәс кенә барлыҡҡа килгән. 1913 йылда Аньда (安达县) өйәҙенә нигеҙ һалына

1959 йылдан Дацин газ ятҡылыҡтары эшкәртелә башлай, һәм 1960 йылда Аньда өйәҙе бөтөрөлә, ә уның урынына Аньда ҡала округы ойошторола, ул илдең мөһим нефть химияһы базаһы була. Дацин барлыҡҡа килеү ваҡытынан алып илдең бөтә эшселәре өсөн өлгө булып һанала, Мәҙәни инҡилап йылдарында бөтә Ҡытай буйынса «Индустрияла Дациндан өйрәнергә!» тигән лозунгтар яңғырай.

1964 йылда Аньда ҡала округы бөтөрөлә, ә уның урынына Айырым Аньда районы (安达特区) төҙөлә. 1965 йылда Айырым Аньда районының көнсығыш өлөшө яңынан Аньда өйәҙе була, ә ҡалған өлөшөндә Аньда ҡалаһы ойошторола, ул туранан-тура провинцияның хөкүмәтенә буйһона (ҡаланың үҙендә уны йыш ҡына рәсми булмаған рәүештә «Аньда» тип түгел, ә «Дацин» тип атайҙар). 1979 йылдың декабрендә Аньда ҡалаһы Дацин тип үҙгәртелә.

1992 йылда Аньда ҡала округы составына Цицикар ҡала округы составынан Линьдянь һәм Дурбэд-Монгольский автономиялы өйәҙҙәре, шулай уҡ Суйхуа округынан Чжаочжоу һәм Чжаоюань өйәҙҙәре тапшырыла.

Ҡаланың көнсығыш районы — сәнәғәт районы, бында Дацин нефть эшкәртеү химия заводы, Лунфун электр станцияһы, ашламалар етештереү буйынса Дацин заводы һәм этилен етештереү буйынса химия комбинаты урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта ике һыуһаҡлағыс һәм мәҙәни район урынлашҡан. Дациндың көнбайышында юғары уҡыу йорттары эшләй. Көньяҡ-көнбайыш районда «Линьюань» нефть эшкәртеү комбинаты, «Синьхуа» энергия менән тәьмин итеү предприятиеһы һәм нефть продукцияларын һатыу буйынса төп станция эшләй[9].

Ҡаланың коммерция авиаташыуҙарын Саэрту аэропорты хеҙмәтләндерә.

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ-территориаль планда Дацин ҡала округы 5 ҡала районына, 3 өйәҙгә, 1 автономиялы өйәҙгә бүленә.

Карта
# Статусы Исеме Иероглифтар Пиньинь Халҡы (2003) Майҙаны (км²) Халыҡ тығыҙлығы (/км²)
1 Район Сарту 萨尔图区 Sà'ěrtú qū 260,000 549 474
2 Район Лунфэн 龙凤区 Lóngfèng qū 160,000 510 314
3 Район Жанхул 让胡路区 Rànghúlù qū 380,000 1,394 273
4 Район Датун 大同区 Dàtóng qū 250,000 2,235 112
5 Район Хунган 红岗区 Hónggǎng qū 130,000 812 160
6 Өйәҙ Чжаочжоу 肇州县 Zhàozhōu xiàn 440,000 2,445 180
7 Өйәҙ Чжаоюань 肇源县 Zhàoyuán xiàn 450,000 4,198 107
8 Өйәҙ Линьдянь 林甸县 Líndiàn xiàn 270,000 3,591 75
9 Дурбэд-Монгол автономиялы өйәҙ 杜尔伯特蒙古族自治县 Dù'zìzhìxiàn ěrbótè Měnggǔzú 250,000 6,427 39

Халыҡтың милли составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Дацин ҡалаһы округы биләмәһендә киләһе милләт вәкилдәре йәшәй:

Милләте Һаны Өлөшө
Ҡытайҙар 2.474.304 95,98 %
Монголдар 63.025 2,44 %
Манжурҙар 25.588 0,99 %
Корейҙар 6.156 0,24 %
Хуэй 5.157 0,2 %
Даур 1.008 0,04 %
Сибо 659 0,03 %
Мяо 470 0,02 %
Туцзя 440 0,02 %
Чжуан 178 0,01 %
Башҡалар 1.066 0,04 %

Дацин аша Биньчжоу тимер юлы үтә. Торба үткәргес транспорты Сковородино-Дацин торба үткәргесенән ғибәрәт, ул 2011 йылда эшен башлай.[10]

  • Дацин — информация о территории, населении и истории изменений административно-территориального деления на сайте 行政区划网 (кит.)
  • Дацин — город нефтяников. 30-07-2008 // Китайский Информационный интернет-центр.