Эстәлеккә күсергә

Греми

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Греми
груз. გრემი
Нигеҙләү датаһы XV быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Кахетия[d] һәм Кварельский муниципалитет[d][1]
Мираҫ статусы культурное наследие Грузии[d][1]
Указания, как добраться სოფ. ენისელი. მიდამოები[1]
Карта
 Греми Викимилектә

Греми (груз. გრემი) — XVI быуат архитектура ҡомартҡыһы — грузин тарихи өлкәһе Кахетиялағы батша ҡәлғәһе. Архангелдар сиркәүе менән ҡәлғә — былар барыһы ла, ҡасандыр ныҡ үҫешкән Греми ҡалаһынан ҡалған нәмәләр[2]. Архитектура комплексы хәҙерге ауылдан көнсығышҡа ҡарай Кварели ҡалаһының шул уҡ исемле районында, Грузияның баш ҡалаһы Тбилисинан 175 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Греми ҡалаһы XVI—XVII быуаттарҙа Кахетия батшалығының баш ҡалаһы була. Ҡалала күп һанлы әрмәндәр йәшәй. XVII быуаттың 30-сы йылдарында ҡалала илселеге менән Федор Волконский була, ул ҡалала әрмән сиркәүенең, таш ҡойма менән әрмән ихатаһының, уның артында тағы бер сиркәү барлығын билдәләп китә. Батша ихатаһы эргәһендә унан тыш тағы ун сиркәү була[3]. Леван Кахетинский нигеҙ һалған баш ҡала батша резиденцияһы һәм Бөйөк Ебәк юлының йәнле сауҙа ҡалаһы була, 1615 йылда шаһ Ғәббәс I ғәскәрҙәре уны ер менән тигеҙләй. Шул ваҡыттан алып ҡала элекке сәскә атҡан ваҡытына ҡайта алмай һәм XVII быуатта Кахетия батшалары үҙенең баш ҡалаһын Телавиға күсерә.

Ҡала яҡынса 40 гектар майҙанды биләй һәм өс төп өлөштән — Архангелдар сиркәүенән, сауҙа районы һәм батша резиденцияһынан тора. Даими археологик тикшеренеүҙәрҙе был районда А. Мамулашвили һәм П. Закараиа 19391949 йылдарҙа һәм 19631967 йылдарҙа үткәрә.

Греми ҡәлғәһендә Михаил һәм Гавриил Архангелдарҙың сиркәүе

2007 йылда Греми ҡомартҡылары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исмелегенә индереү өсөн тәҡдим ителә.

Греми ҡәлғәһендә Михаил һәм Гавриил Архангелдар сиркәүе, интерьерҙарын биҙәлеше

Архангелдар сиркәүе комплексы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм Михаил һәм Гавриил Архангелдар сиркәүенең үҙенән, манаранан, өс ҡатлы һарайҙан һәм шарап мөгәрәптәренән (марани) тора. Комплекс стеналар, башнялар һәм амбразуралар менән уратып алынған. Йылғаға алып барыусы йәшерен ер аҫты юлының ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған.

Архангелдар сиркәүе 1565 йылда батша Леван Кахетинский бойороғо буйынса төҙөлгән һәм 1577 йылда биҙәлгән. Был таш тәре-көмбәҙле ҡорам. Традицион грузин таштан һалынған, үҙ эсенә урындағы иран архитектураһын ала[4]. Бинаның өс инеү урыны бар — төп көнбайыш һәм ике ҡабырға — төньяҡ һәм көньяҡтан. Ҡорамдың көмбәҙе алтарь апсидаһының мөйөштәрендә һәм терәк ике бағанала ята. Көмбәҙ барабанының аркатура бүлкәте һәм һигеҙ тар тәҙрәһе бар. Фасад өс аркалы секцияларға бүленгән.

Сиркәү манараһында бер нисә археологик экспонаттар һәм XVI быуат пушкаһы ҡуйылған. Стеналарын хәҙерге грузин рәссамы Леван Чогошвили эшләгән Кахети батшаларының портреттары биҙәй[5].

{refbegin}}

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=1367 — 2017.
  2. Греми // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Кавказский этнографический сборник. — Изд-во Академии наук СССР, 1976. — Т. 6. — С. 264:
  4. Каха Кхимшиашвили, Краткая история грузинской архитектуры 2004 йыл 19 август архивланған.  (инг.)
  5. Музей в Греми 2011 йыл 26 июль архивланған.. Грузинское Министерство культуры, спорта и охраны памятников  (груз.)