Бәрәғәт кисәһе
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бәрәғәт кисәһе (ғәр. ليلة منتصف شعبان, төр. Beraat Kandili) — мосолман йыл хисабы буйынса шәғбан айының 14-нән 15-се төнөнә тура килгән кисә. Бәрәғәт һүҙе ғәрәпсәнән «берәй ауырлыҡтан, бәләнән ҡотолоу» мәғәнәһендә тәржемә ителә.
Мосолмандар инаныуынса, был төндә Аллаһы тәғәлә бәндәләрҙең йыллыҡ яҙмышын, күрәсәген билдәләй. Шулай уҡ ике Бәрәғәт кисәһе араһында вафат булаһы кешеләрҙең исемдәре теркәлә. Бәрәғәт гонаһтарҙан арыныу, бәхет һәм именлек, уңыштар һәм изгелектәр иңә торган кисә дип һанала. Шуға күрә был төндә мосолмандар Аллаһы тәғәләнән үҙҙәренең һәм мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауын һорап доға ҡылалар.
Шулай ук был кисәлә Ҡөрьән Ләүхе-л — Мәхфүздән (ru) иңгән тип һанала.
Мосолмандар өсөн Ҡәҙер кисәһенән ҡала иң изге кисә — Бәрәғәт кисәһе, сөнки Ҡөрьән беренсе мәртәбә Бәрәғәт кисәһендә иңдерелгән һәм Ҡәҙер кисәһендә Мөхәммәт с.ғ.с. вәхи ала башлаған.
Бәрәғәт кисәһендә киләсәк бер йыл эсендә донъя йөҙөндәге бөтә мәхлүҡәттең яҙмышы, ризыҡтары, яңы тыуасаҡ, шулай уҡ йыл эсендә вафат буласаҡ кешеләр — барыһы ла ошо кистә билдәләнә тип һанала.
Фазиләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был кисәнең бөйөклөгөнә Ҡөрьәндең «Әд-Духан» сүрәһенең беренсе алты аяты көслө дәлил булып торалыр:
1.Ха мим.
2. Һәм асыҡ аңлайышлы китап менән ант итәмен! 3. Беҙ уны мөбәрәк төндә иңдерҙек. Хаҡиҡәттә, Беҙ — өгөтләүселәр. 4. Унда һәр бер хикмәтле әмер айырылып бирелә. 5. Беҙҙең әмеребеҙ буйынса, хаҡиҡәттә, Беҙ — ебәреүселәр! 6. Раббыңдың рәхмәтенән, Ул, хаҡиҡәттә, ишетеүсе һәм белеүсе бит!
|
Ышаныслы хәҙистәрҙә был төндә, көнсөлдәрҙән, сихырсыларҙан, эскеселәрҙән, туғандары менән аралашмаған, ата-әсәһен тыңламағандарҙан, уйнашсыларҙан, тәкәбберҙәрҙән һәм фетнәселәрҙән башҡа мосолмандарҙың барлыҡ гонаһтары ғәфү ителә, тип әйтелә[2].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡөрьән Кәрим (башҡортса) [3]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәрәғәт кисәһе намаҙы[4]
- Мосолман байрамдары [5] 2022 йыл 21 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [1]
- ↑ [2] 2018 йыл 3 май архивланған.