Эстәлеккә күсергә

Йома намаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йома намаҙы (ғәр.صلاة الجمعة — саләт әл-жумғә) — йома көн төштән һуң уҡыла торған йәмәғәт намаҙы. Өйлә намаҙы ваҡытында уҡыла.

Йома көнө мосолмандар өсөн изге бер көндөр. Шуның өсөн момолмандарға был көндө байрам шатлығы менән каршыларға, йыуынып, арыуланып һәм яҡшы кейемдәр кейеп, мәсеткә барырға кәрәк.

Пәйғәмбәрҙәребеҙ (Ғәләйһис саләтү үәссәләм) түбәндәгесә бойорған: «Кем дә кем яҡшы итеп тәһәрәт алғандан һуң, йома намаҙына барып, шым ғына хөтбә тыңлаһа, бер йоманан икенсе йомаға тиклем ваҡыт эсендә ҡылынған гонаһтары артығы менән ғәфү ителер»

«Эй иман килтереп ышаныусылар, әгәр йома көн йома намаҙына аҙан әйтелһә, эштәрегеҙҙе һәм сауҙаларығыҙҙы ҡуйып намаҙ уҡырға, вәғәз тыңларға ашығығыҙ. Был эш һеҙҙең өсөн хәйерлелер. Әгәр был эштең файҙаһын белһәгеҙ икән!»- тиелә Изге Ҡөрьән китабында (62:9).

Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисендә был көн тураһында былай тип әйткән: «Йома — көндәрҙең хужаһы [башлығы]! Был көн Ураҙа байрам һәм Ҡорбан байрамынан да хәйерлерәктер», һәм шулай уҡ былай тип тә әйткән: «Кем йома намаҙын өс тапҡыр рәттән ҡалдыра — уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ».

Йома намаҙы ир-аттар өсөн генә мәжбүри. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, мосафирҙар, ҡолдар һәм физик яҡтан хәлһеҙҙәргә йома намаҙы мәжбүри түгел. Әгәр ҙә килһәләр, был намаҙ улар өсөн өйлә намаҙы буларак һанала.

Биш ваҡыт намаҙ шарттарынан башҡа, йома намаҙының өҫтәмә ике шарты ла бар:

  1. Вәжиб, йәғни мосолмандарға фарыз булыуы.
  2. Сиххәт, йәғни йома намаҙының дөрөҫ булыу шарттары. '

ЙОМА НАМАҘЫНЫҢ ВӘЖИБЕ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Ир-ат булыу (йәғни ҡатын-ҡыҙ йәки хөнәсә булмау).
  2. Азат булыу (төрмәлә һәм тотҡон булмау). .
  3. Ерле кеше булыу (сәфәрҙә булмау).
  4. Сәләмәт булыу (намаҙға бара алмаҫлыҡ дәрәжәлә сирләмәү).
  5. Күҙҙәре сәләмәт булыу (һуҡыр булмау).
  6. Аяҡтары сәләмәт булыу.
  7. Намаҙға бармаҫлыҡ сәбәптәр булмау (дошмандан ҡурҡыу, бик ҡаты ямғыр яуып, аяҡ аҫты бысраҡ булған кеүек нәмәләр йома намаҙына бармаҫҡа сәбәп була ала).

ЙОМА НАМАҘЫНЫҢ СИХХӘТ (ДӨРӨҪ) БУЛЫУЫ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Йома намаҙы уҡыласаҡ ерҙең ҡала булыуы (рөхсәт бирелһә, ауылдарҙа ла уҡыла).
  2. Падишаһ йәки мөфтөй тарафынан рөхсәтле кешенең имам булыуы.
  3. Өйлә намаҙының ваҡытында уҡылыуы.
  4. Йәмәғәт алдында хөтбә уҡылыуы.
  5. Имамдан башҡа кәмендә өс кеше булыуы.
  6. Йома намаҙы уҡылған урындың һәр кемгә билдәле һәм асыҡ булыуы.

ЙОМА НАМАҘЫН НИӘТЛӘҮ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йома намаҙы, беренсе дүрт рәкәғәт сөннәт, ике рәкәғәт фарыз һәм тағы һуңғы дүрт рәкәғәт сөннәт булып, барлығы ун рәкәғәт. Йома намаҙы йома көнө өйлә вакытында кылына һәм шул көндөң өйлә намаҙына һынала. Йома намаҙының фарызы йәмәғәт менән кылына, яңғыҙ ғына кылынмай.

Иң беренсе уҡылған дүрт рәҡәғәткә: «Йома намаҙының әүәлге сөннәтенә», — тип ниәт ителә.

Шунан һуң имам менән бергә уҡылған ике рәҡәғәт йома намаҙының фарызы була.

Бынан һуң үтәлгән дүрт рәҡәғәт йома намаҙының аҙаҡҡы сөннәте була.

Йома намаҙын ҡылыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йома көнө өйлә вакытында аҙан уҡылғандан һуң, иң элек дүрт рәкәғәт сөннәт ҡылына.

Ниәт түбәндәгесә әйтелә: «Ниәт иттем Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн бөгөнгө йома намаҙының дүрт рәкәғәт беренсе сөннәтен кылырға, йөҙөмдө ҡараттым ҡибла тарафына, Халисан лилләһи Тәғәлә».

Йома намаҙының беренсе сөннәтен ҡылыу өйлә намаҙының дүрт рәкәғәт сөннәтен ҡылыу кеүек.

Сөннәт ҡылынғандан һуң мәсеттең эсендә тағын бер аҙан уҡыла һәм имам, мөнбәргә сығып, хөтбә укый. Хөтбә бөткәс, икамат килтерелә һәм йоманың ике рәкәғәт фарыҙы йәмәғәт менән ҡылына.

Имам артынан йәмәғәт түбәндәгесә ниәт әйтә: «Ниәт иттем Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн йома намаҙының ике рәкәғәт фарыҙын үтәргә, йөҙөмдө ҡараттым ҡибла тарафына һәм эйәрҙем ошо имамға, Халисан лилләһи Тәғәлә».

Фарыздан һуң йома намаҙының дүрт рәкәғәт һуңғы сөннәте ҡылына. Ул йома намаҙының беренсе сәннәте кеүек ҡылына.

«Ниәт ҡылдым Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн йома намаҙының һуңғы дүрт рәкәғәт сөннәтен үтәргә, йөҙөмдө ҡараттым ҡибла тарафына, Халисан лилләһи Тәғәлә» тип әйтелә.

Шуның менән йома намаҙы тамам була.

  • И77 Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5