Һары диңгеҙ
Һары диңгеҙ | |
---|---|
Майҙаны | 416 мең км² |
Күләме | 17 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 106 м |
Уртаса тәрәнлек | 40 м |
Һары диңгеҙ Викимилектә |
Һары диңгеҙ (ҡыт. ябайл. 黄海, пиньин: Huanghai «хуан-хай», кор. 황해 «хван-хэ») — Азияның көнсығыш яр буйынан алып Корея ярымутрауының көнбайыш ярына тиклем Тымыҡ океандың ярым ябыҡ диңгеҙе. Атамаһы Ҡытай йылғаларының килтерелгәненән һәм аҙыраҡ дәрәжәлә саңлы ҡойондар йоғонтоһонда үҙгәргән диңгеҙ һыуының төҫө буйынса бирелгән. Яҙын саңлы ҡойондар бик көслө була, был диңгеҙҙәге судноларға хәрәкәтен туҡтатырға мәжбүр итә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары диңгеҙ Азияның ҡоро еренә инеп тора һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы һәм Корея Республикаһы ярҙарын йыуа.
Майҙаны — 416 мең км². Һыуҙың уртаса күләме — 17 мең км³.
Уртаса тәрәнлеге — 40 м, максималь тәрәнлеге — 106 м. Тәрәнлеге төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 84—92 метрға тиклем арта, ә иң көньяҡ-көнсығышында — 105 метрға тиклем. Грунт — ләм һәм ҡом.
Һары диңгеҙ Корея, Ляодун һәм Шаньдун ярымутрауҙары менән уратып алынған.
Төп порттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡытай Халыҡ Республикаһы — Тяньцзинь, Яньтай, Циндао, Далянь (Дальний).
- Корея Халыҡ Демократик Республикаһы — Нампхо.
- Корея Республикаһы — Инчхон (Чемульпо).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оценка проектов и условий для рыболовства на Жёлтом море (анг.) 2016 йыл 4 март архивланған.
- Подводный мир: полная энциклопедия. Жёлтое море 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
- Тематическая страница о северной части Тихого океана: жёлтое море (анг.) 2010 йыл 1 март архивланған.
- Фотография из космоса: туман над Жёлтым морем 2012 йыл 4 март архивланған.
- Желтое море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)