Эстәлеккә күсергә

Ҡарагеоргий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Георгий Петрович Ҡарагеоргий
сер. Ђорђе Петровић Карађорђе
Георгий Петрович Ҡарагеоргий
Георгий Петрович Ҡарагеоргий
Сербияның беренсе юлбашсыһы
март 1804 — сентябрь 1813
Алдан килеүсе: юҡ
Дауамсы: Милош Обренович
 
Дине: Сербская православная церковь[d]
Тыуған: 3 (14) ноябрь 1768
Вишевац[d], Белград пашалығы[d], Ғосман империяһы
Үлгән: 14 (26) июль 1817[1] (48 йәш)
Радованский Луг[d], Белград пашалығы[d], Ғосман империяһы
Ерләнгән: Опленац[d]
Династия: Ҡарагеоргиевичтар
Атаһы: Пётр Йованович
Әсәһе: Мария Живкович
Супруг: Елена Петрович[d]
Балалары: Александр Карагеоргиевич[d]
Алексей Карагеоргиевич[d]
 
Автограф:
Монограмма: Монограмма
 
Наградалары:
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены

Георгий Петрович Ҡарагеоргий (сер. Ђорђе Петровић Карађорђе, Ҡарагеоргий тип кенә лә йөрөтәләр, сер. Карађорђе; 3 (14) ноябрь 1762 йыл[2] — 13 июль 1817 йыл) — Ғосман империяһына ҡаршы Беренсе серб ихтилалының юлбашсыһы, Ҡарагеоргиевичтар династияһына нигеҙ һалыусы.

Тыуғас та алған исеме — Георгий (Ђорђе), Ҡарагеоргий (ҡара — төрөксә «ҡара») тигән ҡушаматты ҡуңыр йөҙлө һәм ярһыу холоҡло булғанға һәм дошмандары унан ҡурҡып торғанға биргәндәр.

Бала һәм үҫмер сағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарагеоргийҙың ата-бабаһы Шумадияға күсеп килгән Васоевич тигән черногор ырыуынан була. Ҡарагеоргий үҙәк Сербиялағы (ул саҡта Ғосман империяһының бер өлөшө, хәҙер Шумадия округы) Вишевац тигән ауылда бик фәҡир ғаиләлә тыуа. Атаһының исеме — Пётр Йованович, әсәһе Мария Живкович була. Атаһы эш урынын бик йыш алмаштыра. Георгий ҙа бала саҡтан хәлле төрөктәргә һәм сербтарға ялланып эшләй.

Никахлашыу һәм Австрияға ҡасыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1785 йылда Ҡарагеоргий Елена Йовановичҡа өйләнә, әммә ҡыҙҙың бай ата-әсәһе уны ярлы егеткә кейәүгә биреүгә ҡаршы була. Өйләнешкәс, йәштәр бер аҙ Сербияла йәшәй. Ләкин туй алдынанмы, туйҙан һуңмы Георгий Еленаһына ҡул һуҙған төрөктө үлтерә һәм Сербиянан ҡасырға ҡарар итә.

Ҡасҡан саҡта Ҡарагеоргий дөрөҫлөгө тарихсылар араһында һаман бәхәстәр тыуҙырған ғәмәлде ҡыла: атаһын үлтерә (был ваҡиғаны Пушкин «Көнбайыш славяндарҙың йырҙары» тупланмаһындағы «Ҡара Георгий тураһындағы йыр»ҙа һүрәтләй; Мерименың «Гусли» тигән иллирий йырҙары йыйынтығында был йыр юҡ, бәлки, уны Пушкин Ҡарагеоргий тураһындағы телдән һөйләнгән риүәйәттәргә нигеҙләнеп яҙғандыр). Моғайын, атаһы улына өйгә ҡайтырға ҡушҡандыр. Ә Ҡарагеоргий быны атаһы ҡоллоҡҡа һәм үлемгә әйләнеп ҡайтырға саҡыра тип ҡабул иткәндер. 1796 йылда Сербияға ҡайтҡас, Ҡарагеоргий ғәйебен танып, тәүбәгә килә, халыҡтан һәм руханиҙарҙан ғәфү үтенә.

1787—1791 йылдарҙағы австрий-төрөк һуғышында Ҡарагеоргий австрийҙар яғында Серб фрайкорында подофицер чинында ҡатнаша. Белградҡа уңышһыҙ һөжүмдә һәм Көньяҡ Сербиялағы алыштарҙа һуғыша. Бында тупланған ярайһы тос хәрби тәжрибәһенең һуңынан ихтилалдарҙа файҙаһы тейә. 1791 йыл уртаһында солох төҙөлә, Ҡарагеоргий батырлыҡ өсөн миҙал менән бүләкләнә. Гайдуклыҡҡа күтәрелә, ҙур гайдук ғәскәренә етәксе итеп ҡуйыла, 1794 йылда ғәскәр таратыла. Ҡарагеоргий бер аҙ ваҡыт ғаиләһе менән Тополала йәшәй.

Беренсе серб ихтилалы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағы—XIX быуат башында даһтар тип йөрөтөлгән яңысар башлыҡтары, солтанға ҡаршы баш күтәреп, Белград пашалығында власты ҡулдарына алалар. Төрөктәрҙең серб халҡына мөнәсәбәте тағы ла аяуһыҙыраҡҡа әйләнә. Яңысарҙар башбаштаҡлана, теләһә ниндәй ҡаршылыҡ ҡанһыҙ рәүештә баҫтырыла. «Кенәздәрҙе аҫыу» (Сеча Кнезова) тигән ваҡиға Беренсе Серб ихтилалы тоҡаныуға һылтау була. Халыҡ юлбашсылары, дворяндар, руханиҙар, бай сауҙагәрҙәр, элекке ихтилалсылар аҫыла. Ҡарагеоргий үлемгә дусар буласағы тураһында хәбәр алып өлгөрә һәм, уны үлтерергә килгән төрөктәргә ҡаршы боҫҡон ҡороп, үҙҙәрен ҡырып һала.

1804 йылдың 15 февралендәге ҡырылышҡа яуап итеп, сербтар Орашацҡа йыйыла, унда Ҡарагеоргий ихтилал етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ихтилалсылар тиҙ генә бола күтәрергә йыйына. Башта был даһтарҙан ҡотолорға тырышыу өсөн эшләнә, ләкин 1805 йылда Иванковац эргәһендәге алыштан һуң ихтилалсылар ғосман солтанының хакимлығына ҡаршы асыҡтан-асыҡ һуғышҡа сыға. Шул уҡ йылдың мартында Ҡарагеоргий рәсми рәүештә Сербияның хәрби лидеры, үҙ-үҙен иғлан иткән юлбашсы тип таныла һәм епископ Анфим (Зепович) тарафынан мәсехләнә. Ҡарагеоргий халыҡ менән үҙе һөйләшә, башҡа юлбашсылар менән ихтилал планы буйынса фекер алышыр була. Ҡәтғи, эҙмә-эҙлекле, туп-тура һәм компромистарһыҙ маҡсатына барыусан был кеше халыҡтың һәм башҡа юлбашсыларҙың таныуын һәм ихтирамын яулай.

Ҡарагеоргий даһтарҙың Белградтан китеүен талап итә. Быға өлгәшкәс, ул Сербияның азат ителгән төбәктәрендә феодализмды юҡҡа сығара һәм хәрби идара урынлаштыра, үҙ юлбашсыларын ҡуя. Даһтар тотоп аҫыла. Ғосман хөкүмәте даһтарға ҡаршы ихтилалды хуплай һәм Белградҡа яңы паша ебәрергә йыйына.

Ләкин Ҡарагеоргий һәм азатлыҡ тәмен татып өлгөргән сербтар пашаны яуланған төбәктәргә индермәй, 1805 йылда Иванковац янында уның ғәскәрен тармар итә. Был алыш ваҡиғалар ағышындағы киҫкен боролошто аңлата, ихтилал даһтарға ҡаршы күтәрелгән бола булыуҙан туҡтап, Ғосман империяһына ҡаршы азатлыҡ һуғышына әйләнә. Быш күтәреүселәр бер нисә еңеү яулай, шул иҫәптән 1806 йылда Мишар, Делиград, Белград эргәһендә, 1807 йылда Шабац, Ужиц янында еңеп сығалар. 1806 йылда баш күтәргән сербтарҙың вәкиле Пётр Ичко Ғосман хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр үткәрергә Истанбулға бара. Ул унда баш күтәреүселәр өсөн отошло Ичко солохон төҙөүгә өлгәшә. Ләкин Ҡарагеоргий Ғосман империяһына ҡаршы һуғыш асҡан Рәсәй менән дуҫлыҡ файҙаһына был килешеүҙән баш тартырға була.

1812 йылда Рәсәй, Наполеон менән һуғышҡа инеп, йәһәт кенә Төркиә менән солох төҙөшә. 1813 йылда Ғосман империяһы Морава һәм Дрина үрендәге сербтар алған ерҙәргә килеп нығына. Ҡарагеоргий ихтилалсыларҙың башҡа юлбашсылары менән бергә 1813 йылдың 21 сентябрендә Австрияға ҡаса.

Бер аҙҙан Ҡарагеоргий Бессарабияға күсә, унда «Филики Этерия» (Φιλική Εταιρεία) тигән йәшерен грек йәмғиәте ағзалары менән таныша, был йәмғиәт гректарҙы, сербтарҙы һәм болгарҙарҙы ғосман хакимлығынан азат итеү маҡстатын ҡуя. Ҡарагеоргийға грек ихтилалы менән йәнәш яңы серб ихтилалын башларға тәҡдим ителә, ул шатланып риза була.

Подгорицалағы һәйкәл.

1817 йылда Ҡарагеоргий ихтилалға әҙерлекте башлар өсөн йәшерен рәүештә Сербияға килә. Ул Милош Обренович менән бергә хәрәкәт итеү тураһында һөйләшеп килешә. 1817 йылда 13 июлдән 14-енә ҡаршы төндә Смередевоға яҡын Радовань ауылы эргәһендә Ҡарагеоргий Милош Обреновичтың кешеләре тарафынан власть бүлешергә теләмәү арҡаһында мәкерле рәүештә үлтерелә. Шул осорҙан Ҡарагеоргиевичтар һәм Обреновичтар династиялары араһында власть өсөн көрәш башлана һәм ул 100 йылдан ашыу бара.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119236710 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. год его рождения точно не известен, это 50-60-е гг.