Эстәлеккә күсергә

Эрнан Кортес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фернандо Кортéс Монрой Писáрро Альтамирано
исп. Fernando Cortés Monroy Pizarro Altamirano
Тыуған көнө

1485({{padleft:1485|4|0}})

Тыуған урыны

Медельин, Кастилия

Вафат булған көнө

2 декабрь 1547({{padleft:1547|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Вафат булған урыны

Кастильеха-де-ла-Куэста, Испания

Подданлығы

Испания

Эшмәкәрлеге

Испан конкистадоры

Тормош иптәше

1) Каталина Суáрес Марсайда, 2) Һуана Рами́рес де Орельяно де Суньига, 3) Малинче (кәнизәк)

Балалары

10 тирәһе

Наградалары һәм премиялары

Маркиз дель Валье де Оахака

Автограф

 Эрнан Кортес Викимилектә
Чолулда һуйыш. Индейҙар һүрәтенән

Ферна́ндо Корте́с де Монрóй һәм Писа́рро Альтамира́но (исп. Fernando Cortés de Monroy y Pizarro Altamirano), Ферна́ндо, Эрна́ндо, Ферна́н йәки Эрна́н Корте́с (исп. Hernán Cortés, 14851547) — Мексиканы яулаған һәм ацтектар дәүләтен юҡҡа сығарған испан конкистадоры. Король Карл V уға Marqués del Valle de Oaxaca (Маркиз Оахака штаты маркизы, русса транслитерация — Маркиз дель Валье-де-Оахáка) тигән титул биргән. Ул Европаға ваниль һәм шоколад[1] алып ҡайта, 1520 йылдан был тәмләткестәрҙе бөтә Европа илдәрендә ҡулланыла башлай.

Сығышы менән бай булмаған, ләкин затлы идальго нәҫеленән. Ике йыл Саламанка университетында уҡый, әммә хәрбиҙәр карьераһын өҫтөн күрә. 1504 йылда Эспаньолаға күсенә, 1510—1514 йылдарҙа Диего де Веласкес етәкселегендә Кубаны буйһондороу экспедицияһында ҡатнаша. 1519—1521 йылдарҙа үҙ теләге менән Мексиканы яулауҙа ҡатнаша. 1522—1526 йылдарҙа яңы барлыҡҡа килгән Яңы Испания колонияһында, бойондороҡһоҙ сәйәсәт үткәреп, генерал-капитан посын биләй, ләкин власть өсөн көсөргәнешле көрәш барғанлыҡтан, 1528 йылда Европаға ҡайта. 1529 йылда король Карл V уға маркиз Оахаки титулын бирә (исп. Marqués del Valle de Oaxaca). 1530 йылда Кортес Мексикаға хәрби губернатор званиеһында ҡайта, ләкин уның ҡулында реаль власть булмай. 1540 йылда бөтөнләйгә Европаға ҡайта, 1541 йылда уңышһыҙ тамамланған Алжир походында ҡатнаша. Испанияла вафат була һәм шунда ерләнә, 1566 йылда кәүҙәһе Мексикаға алып барып ерләнә. 1560-сы йылдарҙа уның вариҫтары Мексикала власты баҫып алырға тырышып ҡарай, ләкин түңкәрелеш үҙ маҡсатына өлгәшмәй.

Яулаусының ғүмер юлы тураһында сығанаҡтар бик аҙ, булғандары ла йыш ҡына бер-береһенә ҡаршы килә, шуға ла тарихсылар уның шәхесенә һәм мираҫына баһаны төрлөсә бирә. Бартоломе де лас Касасатың хеҙмәттәре уны «Ҡара риүәйәттең» төп персонаждарының береһенә әйләндерә.

Кортес кәмендә ике быуында идальго нәҫеленә ҡарай. Кортестың үҙе тере саҡтағы биографы — уның духовнигы Франсиско Лопес де Гомара билдәләүенсә, Кортес, Монро, Писарро һәм Альтамиранолар ғаиләләре — боронғо Эстремадура нәҫелдәре, «иҫке христиандарҙан». Сервантес де Салазар 1546 йылда Кортесҡа бағышлауында уның генеалогияһын хатта Испанияға күсеп килгән Ломбардия королдәренә тоташтыра[2]. Ә бына Кортесты яратмауын бер ҡасан да йәшермәгән доминиканлы Бартоломе де лас Касас түбәндәгеләрҙе яҙа: конкистадор «ваҡ дворянчик улы булды, мин уны шәхсән белә инем, бик ярлы һәм бик баҫалҡы булды, ләкин киң күңелле христиан һәм, башҡаларҙың әйтеүе буйынса, идальго ине».

Әсәһенең нәҫеле буйынса олатаһы Диего Альтамирано Леоноре Санчес Писарроға өйләнә һәм Беатриса Пачеконың, графиня Медельинскаяның дворецкийы булып хеҙмәт итә. Ул ҡала кәңәшселәре иҫәбенә инә һәм алькальд була. Эрнандың атаһы Мартин Кортес де Монрой (1449—1528) ғүмере буйына төрлө дәүләт вазифаларын биләй, атап әйткәндә, рехидор, шунан Медельин ҡала советының генераль прокуроры була. Урта быуатта Испанияла был вазифаларҙы тик идальго[3] ғына биләй ала. Мартин Кортес 1475—1479 йылдарҙағы граждандар һуғышында королева Изабелланың дошмандары яғында кавалерия капитаны чинында ҡатнаша[4].

Атаһының нәҫеле буйынса Кортес — Эспаньоланың тәүге губернаторы Николас де Овандоның алыҫ ҡына туғаны. Әсәһе нәҫеле буйынса Кортес Перуны яулап алған Франсиско Писарроның өс туған ҡустыһы; икенсе бер туғаны, ул да Франсиско Писарро, Кортес менән бергә Мексиканы яулауҙа ҡатнаша.

Кортес үҙе Гомараға ғаиләһенең әллә ни бай булмауы тураһында һөйләй. Медельинда врач-офтальмолог булып эшләнгән Селестино Вега, 1948 йылда Мартин Кортестың милкенең рентабеллеген баһалап, ғаиләнең килеме әллә ни ҙур булмай, тип белдерә. 2008 йылда Мексика ғалимы Эстебан Мира Кабайос үҙенең яңы хеҙмәтендә, Кортестар ғаиләһе әллә ни бай булмаһа ла килемдәре уларҙың социаль статусына тап килә, тип яҙа[5].

Бала сағы. Испания

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Медельин ҡалаһы замогы

Кортес үҙе тыуыу тураһындағы датаһын һәр саҡ ниндәйҙер сәбәптәр буйынса йәшерергә тырышҡанға күрә, был мәғлүмәт һәр саҡ бәхәсле. Гомара, Кортестың һүҙҙәренә таянып, уның тыуған йылын 1485 йыл тип билдәләй. Францискан тарихсылары Херонимо де Мендета менән Хуан де Торкемада 1483 йылда туҡтала, ә был дата — Лютерҙың тыуған йылы. Бына шулай итеп Мексиканы яулауҙы идеология яғынан нығытып ҡуйыу, тип аңларға була быны. Кортес Яңы Испания еренә индеецтарҙы ысын дингә ылыҡтырыу һәм Реформациянан һуң һирәгәйгән католиктар сафын тулыландырыу маҡсатында килгән булып сыға[6].

Документтар буйынса Эрнан Кортес де Монрой — Мартин Кортес де Монрой һәм Каталина Писарро Альтамираноның берҙән бер улы. Медельинда Изге Мартин сиркәүендә суҡындырғанда уға атаһы буйынса олатаһының исеме бирелә[7].

Әсәһе менән йылы мөнәсәбәттә булмай, Гомара уны «уҫал һәм талаш тыуҙырыусан ҡатын» тип билдәләй. 1530 йылда әсәһен Мексикаға алып килә, бер нисә айҙан һуң ул шунда вафат бул. Ата менән ул араһында яҡын, йылы мөнәсәбәттәр урынлаша[8]. Ата-әсәһенең берҙән-бер законлы улы булғанға күрә, Эрнан тәрбиәсе ҡарауында үҫә, ә үҫмер йәшенә еткәс, гувернёр һәм фехтование буйынса уҡытыусы ҡарамағына тапшырыла. Гомара әйтеүенсә, ул бик сирле сибек бала була. Был факт Кортесты Аллаһ Тәғәләнең ҡурсыуы аҫтында булыуы өсөн ҡулланыла, тип фаразлайҙар[4].

Саламанка университеты күренеше

Кортес 14 йәшкә тиклем тыуған ҡалаһы Медельиндә тәрбиәләнә, артабан уны Саламанка университетына тапшыралар. Ҡалала ул Мартин Кортестың инәйе Эрнанға өйләнгән юрист-профессор Франсиско Нуньеса де Валера йортонда йәшәй. Артабан Франсиско Нуньес Испанияла Кортестың рәсми юрисы вазифаһын башҡара. Университетта уҡыу ике йыл ғына дауам итә: 1501 йылдың ҡышында ул Медельинға ҡайта[9]. Гомара түбәндәгеләрҙе яҙа: «Берҙән-бер улдарына ҙур өмөт бағлағанға күрә, ата-әсәһе уның ҡайтыуын өнәмәй. Уларҙың фекеренсә, ул тормош юлын йәмғиәттә хөрмөт менән файҙаланған хоҡуҡ фәнен өйрәнеүҙән башларға тейеш була.»[9].

Кортес был XVI быуат үлсәмдәре буйынса яҡшы белемле була, быны хатта лас Касас танырға мәжбүр була. Ул латин телен белә, шуға ла уның докладтарында һәм хаттарында бик күп латин цитаталары осрай; уның тәүге биографы Маринео Сикуло әйтеүенсә, Кортес шиғыр һәм ритмик проза яҙырға һәләтле була. Берналь Диас дель Кастильо һәм лас Касас уны «хоҡуҡ бакалавры» тип атай[10]. XIX быуаттың Америка тарихсыһы Уильям Прескотт был дәрәжәне университет Кортесҡа аҙаҡ биргәндер, тип фаразлай[11].

Эспаньола һәм Куба

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кортес йәш сағында. XVII быуат һүрәте. Мексиканы яулаусының тере сағында төшөрөлгән бер генә һүрәте лә юҡ[12]

1503 йыл аҙағында Кортес ата-әсәһенән уға Яңы донъяға барыу юлын түләүҙәрен үтенә һәм, Санто-Домингоға китеүен көтөп, Севильела бер нисә айын үткәрә. 1504 йылдың 6 апрелендә — Пасханан бер көн алда Санто-Домингоға килеп төшә[13]. Ул мәлдә колония ауыр көрсөк хәлендә була, һәм тәүҙәрәк Эрнан Ынйы ярына (хәҙерге Венесуэла) экспедиция менән барырға ла уйлап ҡуя. Әммә тиҙҙән губернатор де Овандо инспекциянан ҡайтып төшә һәм туғанын бик ихлас ҡабул итә, һәм уны vecino — тулы хоҡуҡлы колонист тип теркәп тә ҡуя. Колонист булараҡ, Кортес ерҙе эшкәртәсәк индеецтар (репартимьенто) менән бергә бушлай ер һәм ҡалала йорт төҙөү хоҡуғын ала; ә Кортес Эспаньолала кәмендә 5 йыл хеҙмәт итергә вәғәҙә бирә[14].

20 йәшлек Кортес утрауҙың төпкөл райондарына яһалған каратель походтарында ҡатнашҡандан һуң колонияла билдәле фигураға әйләнә. 1506 йылдың административ реформаһынан һуң Кортес Санто-Домингонан көнбайыштараҡ урынлашҡан индеецтар биләмәһе Асуаға нотариус (исп. escribano, наместник) итеп тәғәйенләнә һәм үҙенең матди хәлен бер ни тиклем яҡшыртып ала. Ерендә эшләйәсәк индеецтарҙы-репартимьентоны Дайяго провинцияһынан ала; бәлки ул Канар утрауҙарынан килтерелгән шәкәр ҡамышын үҫтерергә ниәтләгәндер, әммә помещик тормошо уға оҡшамай, һәм ул Санто-Домингоға ҡайта. 1507 йылда Эль-Конде һәм Лас-Дамас урамдары киҫешкән урында, губернатор резиденцияһы ҡаршыһында тәүгеләрҙән булып йорт төҙөй — Яңы донъяла беҙҙең көндәргәсә һаҡланған берҙән-бер йорт. 2001 йылдан реставрацияланған был йортта Франция илселеге урынлаша[15].

Кортестың Санто-Доминголағы йорто. 2005 йыл фотоһы

1509 йылда губернатор Овандо Алькантара Орденының бөйөк командоры итеп һайлана, һәм уның урынына губернатор итеп Американы беренсе булып асыусының улы дон Диего Колумб тәғәйенләнә. Колумб, диңгеҙ экспедицияларына өҫтөнлөк биреп, колонияны үҫтереү стратегияһын үҙгәртә. Кортес яңы губернатор даирәһенә инмәй, ә Овандо менән төҙөлгән биш йыллыҡ килешеүҙең срогы үтеү сәбәпле, ул баҫып алыу менән шөғөлләнгән экспедицияларҙың береһенә генә эшкә урынлаша ала. Шуға ҡарамаҫтан Кортес Эспаньолала ҡала, Сервантес де Салазар раҫлауынса, ул һөйәркәһенән сифилис йоҡторған була[16].

1510 йылда губернатор Колумб Кубаны баҫып алыуҙы планлаштыра, һәм Американы беренсе булып асыусының ҡустыһы Бартоломео Колумб экспедицияһында 1493 йылда Яңы донъяға килгән дон Диего Веласкес де Куэльяр походтың етәксеһе итеп ҡуйыла. Кортес Веласкестың яҡынса 300 кешенән торған армияһында рәсми казначей (исп. contador del rey) вазифаһын алыуға өлгәшә[17].

1511 йылдың ноябрендә Веласкес Эспаньоланың көнбайыш ярында урынлашҡан Сальватьерра-де-ла-Сабана портынан сыға. Экспедиция ентекле әҙерләнгән була: Овандо ҡушыуы буйынса капитан Себастьян де Окампо 1509 йылда уҡ, карапта Куба тирәләй йөрөп, картаға уңайлы бухталарҙы һәм якорҙа тороу урындарын билдәләй. Баракоа ҡултығында ярға сығалар, әммә Веласкес бик һаҡ эш итә. 1512 йылдың 4 декабрендә Асунсьон-де-Баракоа ҡалаһына нигеҙ һалына. Веласкес Диегоның Колумбҡа буйһонмаған сәйәсәт алып барырға тырышыуы арҡаһында был яңы ҡала заговорҙар һәм талаш-тартыш аренаһына әйләнә[17]. Тиҙҙән Веласкесҡа ҡаршы заговор әҙерләнеүе беленә, боласылар Санто-Домингоға началниктың уларҙы ҡыҫырыҡлауҙары хаҡында йәшерен рәүештә хәбәр итергә була, ә Кортесты үҙҙәренең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп ебәрергә ниәтләй. Йәшерен рәүештә донос тексы менән Эспаньолаға китергә йыйынғанында Кортес ҡулға алына. Әммә уға губернатор менән осрашып һөйләшеү мөмкинлеге бирелә, һәм ул иреккә сыға. Казначей вазифаһын Амадору де Ларесҡа тапшырып, Кортес ул саҡта баш ҡала булған Сантьяго-де-Кубаның алькальды булып ҡала һәм Веласкестың балдыҙы (исп. cuñada) — Каталина Хуарес Маркайдаға (исп. Catalina Xuarez Marcaida) өйләнергә вәғәҙә бирә[17]. Кортес өйләнергә теләмәй, сөнки ул мәлдә идеец һөйәркәһе менән йәшәй, ә үҙенең метис ҡыҙына әсәһенең исеме менән фамилияһын бирә; губернатор Веласкес баланың дини атаһы була[17].

Сантьяго-де-Кубалағы Морро крепосы

1518 йылдың көҙөндә Кортес Мексиканы яулау походында етәкселекте үҙ ҡулына алыу өсөн көрәш башлай. Тәүҙә ул Санто-Доминго хөкүмәтенән экспедиция ойоштороуға рөхсәт ала. 1518 йылдың 23 октябрендә Веласкес Кортес өсөн контракт һәм инструкцияға ҡул ҡуя, документтарҙа Юкатан да, Мексика ла «утрауҙар» тип атала. Контракт буйынса Куба губернаторы 3 карапты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейеш, башҡа төрлө сығымдарға аҡсаны Кортес һәм колония казначейы Амадор де Ларес бүлергә бурыслы. Армияны тотоу һәм уны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү — Кортес елкәһендә. Кортес экспедиция кәрәк-яраҡтары өсөн үҙенең бөтә мөлкәтен тотона, имениеһын залогҡа һала һәм ҡолдарын һата, шулай уҡ бурысҡа бата.[18][19].

Кортестың 1519 йылғы походының дөйөм схемаһы. Диңгеҙ өлөшө ҡыҙыл төҫкә буялған. Мексиканың — хәҙерге ваҡыттағы

Мексикаға килеп инеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1518 йылдың ноябренә Кортес менән Веласкестың аралары ҡырҡыулаша, өҫтәүенә баш командующий посына икенсе дәғүселәр ҙә хасил була. Грихальва экспедицияһы килгәндән һуң Кортес уның эскадраһына Педро де Альварадоны кешеләрҙе походта ҡатнашырға өгөтләү өсөн ебәрә. Һөҙөмтәлә Веласкес Кортес менән контрактты ваҡытлыса өҙмәҫкә ҡарар итә. 1518 йылдың 17 нноябрҙән 18 ноябргә ҡарай төндә Кортес эскадраһы Кубаның баш ҡалаһын ташлап китә[20].

Кортес армияһында ни бары 350 кеше була[21], шуға ла ул үҙенең эскадраһын Грихальва урынлашҡан Вилья-де-ла-Сантисима-Тринидадҡа күсерә. Грихальваның командаһы — яҡынса 200 кеше — Кортес командаһына ҡушыла. Походҡа сығыу һаман да тотҡаплана, сөнки Кортес аҙыҡ-түлек запасын күп итеп тупларға тырыша. Биограф К. Дюверже фекеренсә — Кортес тәүҙән үк баҫып алып талауҙы түгел, ә колонизация экспедицияһын ойоштороуҙы күҙҙә тотҡан була. Кортестың флагында император Константиндың[22][23] лабарумынан алынған латинса девиз in hoc signo vinces («Ошо байраҡ аҫтында еңеү яула») яҙылған була, .

Кортес армияһына 508 пехота һалдаты, 16 атлы рыцарь, 13 аркебуз, 32 арбалетсы, 100 матрос һәм 200 ҡол — кубин индеецтары, хеҙмәтсе һәм йөк ташыусылар булараҡ Кортес энкомьендаһынан негрҙар инә. Эскадрала 16 ат (Берналь Диас тарафынан исемдәре менән аталған 11 айғыр һәм 5 бейә), 10 пушка һәм 4 фальконет иҫәпләнә[24]. Кортес отрядында киләсәктә Үҙәк Американы яулаясаҡ офицерҙар: Алонсо Эрнандес Портокарреро (тәүҙә уға Малинче бүлеп бирелә), Алонсо Давила, Франсиско де Монтехо, Франсиско де Сальседо, Хуан Веласкес де Леон (Куба губернаторының туғаны), Кристобаль де Олид, Гонсало де Сандоваль һәм Педро де Альварадо хеҙмәт итә. Уларҙың күбеһе — Италияла һәм Антиль үтрауҙарында тәжрибә туплаған һалдаттар. Команда менән армия 11 карапҡа тейәлә. Антон де Аламинос (Колумбтың өсөнсө экспедицияһында һәм Понсе де Леона, Франсиско де Кордовы һәм Хуана де Грихальваның экспедицияларында ҡатнашҡан)[24] ишеүсе була. Юғарыла атап үтелгәндәрҙән тыш экспедицияла өс нотариус һәм ике рухани ҡатнаша[25].

1519 йылдың 10 февралендә экспедиция Юкатан ярҙарына табан юл тота. Кортес армияһы ул мәлдә майя Экабтың кенәзлеге, уңдырышлылыҡ аллаһы Иш-Челде хөрмәт итеү үҙәге урынлашҡан Косумель утрауында Американың юғары цивилизацияһы менән күҙмә-күҙ осраша. Испандар, ҡот осҡос ҡорбан килтереү йолаһын күреп, ғибәҙәтхананы емерергә тырыша. 1519 йылдың мартында Кортес формаль рәүештә Юкатанды испан биләмәләренә индерә (ғәмәлдә иһә Юкатан тик 1535 йылда ғына испан биләмәләре составына инә). Экспедиция яр буйлап китә, 14 мартта Табаско йылғаһы тамағына барып етә, уны испандар Грихальва тип атай. Конкистадорҙар индеецтар биләмәһенә баҫып инә, әммә унда алтын табылмай. Табаскола Кортес 19 мартта урындағы идаранан бүләк итеп бик күп алтын һәм 20 ҡатын-ҡыҙ ала. Аҙаҡ Кортестың рәсми тәржемәсеһе һәм һөйәркәһе булған Малинче улар араһында була. Уны шунда уҡ суҡындыралар, испандар уны "донья Марина"тип йөрөтә[26].

Веракрусҡа нигеҙ һалыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1519—1521 йылдарҙағы поход картаһы. Хәҙерге Мексика штаттарының сиктә!ре лә күрһәтелгән

В 1519 йылда Бөйөк кесаҙнала Кортес экспедицияһы Грихальва асҡан Сан-Хуан-де-Улуа гаваненә килеп туҡтай. Пасхаға ошо өлкәнең наместнигы (кальпишки) — Тендиль килә. Испандар уның алдында тантаналы мессаны уҡығандан һуң Кортес ацтектарҙың башлығы Монтесума менән осрашырға теләүен белдерә. Үтенес хәрби парад менән нығытыла, уның барышында лейтенант Альварадо вольтижировка сәнғәтен (атта акробатик номерҙар башҡарыу) күрһәтә, шулай уҡ артиллерия салюты бирелә[27]. Испандар Монтесумаға ебәргән бүләктәр араһында алтын менән ҡаплатылған испан шлемы ла була. Берналь Диас һәм башҡа испан хроникасылары, индеецтар был шлемды һуғыш аллаһы Уицилопочтлиныңу баш кейеменә оҡшаталар, тип раҫлай. Испан хәбәрҙәре буйынса, Монтесума, шлемды күргәс, испандарҙың аллаһы Кецалькоатлдең (Ҡанатлы йылан), диңгеҙҙән килеп, илде яулап аласаҡ илселәре тип ҡабул итә[27]. Хәҙерге заман тикшеренеүселәре, был мифты испандар үҙҙәре Месиканы яулап алғандан һуң, яулап алыуҙы идеологик йәһәттән нигеҙләү өсөн, уйлап сығарған, тип фаразлай[28][29].

Тендиль яуап итеп бик күп бүләктәр менән бер аҙнанан һуң килә. Башлыҡ ҡырҡа рәүештә европалыларҙан бер ниндәй бүләк тә алырға теләмәй. Походтың маҡсатына ирештек, хәҙер инде Кубаға ҡайтырға ла була, тип иҫәпләгән һалдаттар саҡ бола күтәрмәй: испандар эҫенән, москиттарҙан һәм насар аҙыҡтан ыҙалай. Берналь Диас буйынса, ул ваҡытҡа аслыҡтан һәм сирҙәрҙән 35 кеше үлгән була[30].

Семпоалы харабалары. 1993 йыл фотоһы

Тендиль китеп ике көн үткәс, Кортесҡа ацтектарға ҡаршы союз төҙөргә тәҡдиме менән Семпоаланан тотонактар илселәре килә. Был хәл Кортесҡа, Мексикала ҡалып, Монтесуманың баш ҡалаһына поход башлау өсөн законлы нигеҙ булдыра. Иң тәүге сиратта тыл базаһын нығыта — хәҙерге заман ҡалаһынан 70 километрға төньяҡтараҡ урынлашҡан Вилья-Рика-де-ла-Веракрус портына нигеҙ һалына. Муниципаль советҡа һайлау үткәрелә, сығышы менән Медельиндан булған нотариус Диего де Годой башлыҡ, ә Кортестың дуҫы Портокарреро һәм оппозиционер Франсиско де Монтехо алькальдтар була[31]. Кортес үҙе дөйөм тауыш биреү юлы менән баш командующий һәм юғары судья итеп һайлана, шунан һуң кисекмәҫтән Кубаға ҡайтыу яҡлы булған оппозиция лидерҙарын ҡулға ала[32].

Семпоалуға Кортес бер ниндәй һуғышһыҙ инә. Халыҡ юлбашсылары йыйылышында ацтектарға һуғыш иғлан ителә. Кортес армияһының ҙур өлөшөн хәҙер союздаш тотонак ҡәбиләһе кешеләре тәшкил итә. Касик испандарға бик күп алтын һәм һигеҙ ҡыҙ бүләк итә, уларҙың бөтәһе лә — тотанактар юлбашсыларының туғандары, ә башлыҡтың һеңлеһенең ҡыҙын Кортес үҙенә ала[33].

Тиҙҙән Кубанан килгән каравелла (уға күҙәтеүсе итеп ҡалдырылған Франсиско де Сауседо командалыҡ итә), борсоулы хәбәр алып килә: король Карл V Веласкесҡа яуланғанға ерҙәргә аделантадо хоҡуғын һәм ғүмеренең ахырынаса генерал-капитан чинын бирә, хәҙер Веласкес ул ерҙәрҙә ҡалалар төҙөй, шулай уҡ алынған килемдең 1/70 өлөшөн хәрби сығымдарға тотона ала. Өҫтәүенә капитуляция 1518 йылдың 13 ноябре менән билдәләнелә, ә был үҙ сиратында Кортес менән 18 ноябрҙә төҙөгән килешеүҙе юҡҡа сығара. Каравелла үҙе менән өҫтәмә көс тә килтерә: 70 пехота һалдаты, ат һәм бейә[34][35]. Кортес бер аҙнаға үҙ каютаһына бикләнә, ә 10 июлдә Веракрустың муниципаль советын саҡыра һәм алькальдтар һәм рехидорҙарҙың туранан-тура король адресына Мексиканы яулауҙары тураһындағы беренсе белдереүенә ҡул ҡуйырға ҡуша. Кортес үҙенең хатында «урындағы халыҡты изге католик сиркәүенә ылыҡтырыуҙы» үҙенең төп маҡсаты итеп күрһәтә. Муниципаль совет исеменән королдән Кортесты губернатор итеп тәғәйенләүе һорала. Һәм "ниндәй генә титул алыуына ҡарамаҫтан, был ерҙәрҙе Диего Веласкесҡа ышанып тапшырмаҫҡа,.. "[36]. Был хат менән бергә испандар Табаскола һәм тотонактар ерендә талап алынған алтын биҙәүестәр тотош тип әйтерлек королгә ебәрелә. Бүләкте оҙатып барыу оппозиция лидеры Франсиско де Монтехоға йөкмәтелә[37].

1519 йылдың 26 июлендә королгә бүләк ебәрелә, шул уҡ төндә Кортес, шкипирҙар менән килешеп, Веракрус гаванендәге караптарҙы батырырға ҡуша. Шул төндә үк ҡалған оппозиция ағзалары хөкөм ителә; икәүһе аҫыла, ҡайһы берҙәренә ҡарата яза сараһы ҡулланыла, ҡалғандары ғәфү ителә. Веракруста 150 һалдат, 2 рыцарь, 2 орудие һәм 50 кубин индеецын ҡалдырып, Кортес илдең уртаһына инеү өсөн походҡа әҙерләнә башлай. Әҙерлек Семпоалела бара, унан испандар 1519 йылдың 16 авгусында сығып китә[38].

Теночтитланға беренсе поход

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Чолулелағы үлтереш. Тласкалан һүрәте, XVI быуат

Кортестың иң беренсе маҡсаты — Өс дәүләт берләшмәһенә ҡараған дәүләттәр (үҙҙәре кеүек үк ацтектар) менән даими дошманлашып торған тауҙа урынлашҡан Тласкала кенәзлеге. Кортестың армияһында 300 һалдат, 15 рыцарь һәм яҡынса 1300 тотонак яугиры һәм йөк ташыусылары — испандар үҙҙәре йөк күтәрмәй генә йөрөр була[39]. Тласкала ерендә урындағы халыҡ менән һуғышырға тура килә, өҫтәүенә ике аты үлтерелә. Тиҙҙән кенәзлектең юлбашсылары, үҙ-ара һөйәлшеп, бер ҡарарға килә, һәм 3 октябрҙә Кортес ҡалала тантаналы рәүештә ҡабул ителә. Походтың 24-се көнө бара[40]. Тласкала кенәзлегенең Баш юлбашсыһы Шикотенкатль һәм башҡа юлбашсылар испандарға үҙҙәренең ҡыҙҙарын бүләк итә[41]. Кортес был хәлде христианлаштырыу файҙаһына хәл итергә тырыша: Тласкалалағы пирамидаларҙың береһен «идолдарҙан» таҙарттыра, һәм урындағы халыҡ суҡындырыла. Шикотенкатлдең ҡыҙы Луис де Тласкала менән йәрәшкән була, ә Кортес уны Педро де Альварадоға бирә. Шулай уҡ Хуан Веласкес де Леонға, Гонсало де Сандовалға һәм башҡаларға ла урындағы ҡыҙҙар таратып бирелә[42]. Хроникасылар, Кортес Тласкаланың дүрт юлбашсыһын да суҡынлырыуға өлгәшә, тип раҫлай, әммә уның үҙенең хаттарында был турала бер нимә лә әйтелмәй[43].

Һуғыш барған ваҡытта уҡ Тласкалаға Кортестың боласыл кенәзлектәр менән берләшеүе менән борсолған Монтесуманың илселәре килә. Испандар Үҙәк Мексикалағы ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән һәм ҡала-дәүләт булараҡ танылыу алған һәм урындағы диндең изге үҙәге булған Чолулаға барырға йыйына. Был Кортестың планына тап килә, а Тласкала кенәзлеге уға 10 000 яугирле ғәсҡәр бирә[44].

12 октябрҙә Кортес Чолулаға инә, ҡала халҡы, ҡорбан салып, ҙур байрам ойоштора. Хроникасылар һәм Кортес үҙе лә, испандарға ҡаршы заговор ойошторола, тип яҙа: Монтесуманың илселәре йөк ташыусылар бирергә вәғәҙә итә, ә улары йөк ташыусы булып кейенгән яугирҙар булып сыға, Чолула халҡы шул яугирҙар артынан испандарға ҡаршы һуғыш башларға тейеш була. һөҙөмтәлә 18 октябрҙә Кортес ҡалала биш сәғәт буйы ҡанлы һуйыш ойоштора, өҫтәүенә йәмәғәт биналарын һәм ғибәҙәтханаларҙы яндырырға ҡуша. Гомара 6000 тирәһе кешенең үлтереүен билдәләй. Шунан һуң Кортес Чолуланың хакимы менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй, был документты испан нотариусы раҫлай [45].

Ацтектарҙың баш ҡалаһына барған юлда испандар Попокатепетль вулканнын күрә. Кортестың офицеры Диего де Ордас ҡорал йөрөтөүсе ике һалдаты менән тауға менергә ҡарар итә. Аҙағыраҡ король Карл V Ордастың гербына вулкан һүрәтен төшөрөргә рөхсәт бирә[46].

Кортес менән Монтесуманың осрашыуы. Кортес артында уның тәржемәсеһе Малинче. Тласкалан һүрәте. XVI быуат

Испандар Теночтитланға 1519 йылдың 8 ноябрендә барып инә, һәм Истапалапана һәм Кулуакан вассал ҡалалары хакимдары уларҙы ихлас ҡабул итә. Ҡаланың төп майҙанында Кортестың ацтектарҙың тлатоаниһы — Монтесума Икенсе менән осраша. Был ваҡиға хаҡында урындағы пиктографик кодекста яҙылып ҡуйыла:

Кортес менән Монтесуманың осрашыуы. Билдәһеҙ рәссам, XVII быуаттың икенсе яртыһы

Монтесума Кортесҡа бик күп алтын биҙәүестәр бүләк итә, һөҙөмтәлә испандарҙа был илде яулап алыу теләге тағы ла көсәйә төшә.

Теночтитландағы тәүге аҙна тыныс үтә; әммә Кортес һалдаттарға һәм офицерҙарға көндөҙ ҙә, төнөн дә ҡорал менән йөрөргә күрһәтмә бирә[47]. Теночтитландың үҙәк ғибәҙәтханаһын христиан дине өсөн файҙаланырға Монтесума рөхсәт итмәгәс, Кортес испан резиденцияһында христиан часовняһын төҙөргә рөхсәт һорай. Ремонт эштәре барышында ер аҫтынан бик ҙур алтын табыла[48]. Тиҙҙән Тласкаланан килгән сапҡын Веракрусан ацтек гарнизонының ҡалаға баҫып инеүе, ҡала коменданты һәм өлкән альгвасилдың, шулай уҡ уларға союздан байтаҡ тотонактарҙың үлтерелеүе тураһындағы хәбәрҙе еткерә[49]. Кортес ошо шарттарҙа ацтектарҙың хакимы Монтесуманы аманат итеп ала. Ситтән ҡарағанда хаким өсөн бер нимә лә үҙгәрмәй: испандар резиденцияһында ул почет менән уртып алына, ғәҙәти церемонияларҙа ла үҙгәрештәр күҙәтелмәй[50].

Ярты йыллыҡ билдәһеҙлектән һуң Куба аделантадоһы Веласкес тарафынан, Месиканы яулап алыу һәм Кортесты буйһондороу маҡсатында, Панфило де Нарваэстың армияһының Веракрус ярҙарына килеп төшөүе тураһындағы хәбәр килә. Уның армадаһына 18 судно, 900 һалдат, 80 һыбай рыцарь, 90 арбалетсы, 70 аркебуз һәм 20 пушка инә[51]. Нарваэстың төп хатаһы — ул Кортес кешеләренә һәм союздаш индеецтарға ҡарата үҙен яулап алыусы кеүек тота. Һөҙөмтәлә уның кешеләре хөкүмәтенә ялыу яҙып ебәрә. Кортес Веракрусҡа индеец шпиондарҙы ебәрә, Нарваэс экспедицияһы кешеләренең күбеһен белгәнлектән, уларҙы үҙенең походына ҡушылырға саҡыра. Нарваэстың үҙенә лә рухани Бартоломео де Ольмедо аша шундай тәҡдим яһай. Мехиконы (испандар атағанса, Теночтитлан) ҡалдырырға булғас, Кортес баш ҡаланың коменданты итеп Альварадоны тәғәйенләй, уның янында 80 испан һалдатын һәм тотонактарҙың күбеһен ҡалдыра. Кортестың янында 70-ләп испан һалдаты ҡала[52].

Семпоалаға килгәс, Кортес Нарваэс отряды ағзаларын үҙ хужаһын тоторға яллай, ә 1520 йылдың 28 майында Нарваэсты тотоу операцияһы үткәрелә, уны Гонсало де Сандовал ҡулға ала. Веласкес уполномоченныйы һәм уның бер нисә арҡалашы Веракрус төрмәһенә ташлана, ә тотош армияһы Кортес ҡулына эләгә. Мексиканы яулап алыусы был юлы флотты һыуға батырмай, Кортес Мехико-Теночтитландан ситтә лә үҙ йоғонтоһон урынлаштырыу эшенә тотона. Мәҫәлән, Хуан Веласкес де Леон төньяҡ өлкәләрҙе, ә Диего де Ордасты — көньяҡты өйрәнергә ебәрә, һәр береһенә икешәр йөҙ һалдат бүлеп бирә. Бынан тыш баш командующий Мексикаға яҡшы нәҫел малдарын килтереү өсөн ике карапты Ямайкаға ебәрә[53]. Ошо пландарҙы тормошҡа ашырырға торған мәлдә Мехиконан сапҡын килә һәм ацтектарҙың баш ҡалаһында бола башланыуы һәм Альварадо гарнизонында 7 кешенең үлтерелеүе тураһындағы хәбәр итә[54].

Испан резиденцияһын штурмлау һәм Монтесуманың үлеме. Билдәһеҙ рәссам картинаһы, .XVII быуаттың икенсе яртыһывека

Альварадо кешеләре менән бергә Семпоалуға ацтек илселәре Мехико комендантына ялыу менән килә. Бернало Диас яҙыуынса, Альварадо Уицилопочтли һәм Тескатлипокала ҡорбан салыу байрамы барышында бик күп жрецтарҙы һәм идеец аҡһөйәктәрен ҡыра[55]. Бөтә хроникасылар, шул иҫәптән Гомара ла, Альварадо индеецтарҙы талау теләге менән генә яна, тип билдәләй; лас Касасу билдәләүенсә, был байрам мәлендә 2000-гә яҡын кеше үлтерелә[56]. Ҡоралһыҙ кешеләргә һөжүм итеү месикандарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, испандар һәм тласкалалылар үҙ резиденцияларында ҡамап алына, улар аманат итеп алынған Монтесуманы «ҡалҡан» итеп ҡуя. Кортес Тласкаланан үҙ ғәсккәрен килтерә. 1520 йылдың 24 июнендә испандар Теночтитланға икенсе тапҡыр баҫып инә[57].

Индеецтар әүҙем рәүештә һуғышҡа әҙерләнә башлай, яңы тлатоани итеп Куитлауаканы һайлап ҡуялар. Аманат булған Монтесума 25 июндә үҙен Ашаякатля һарайы башына сығарыуҙарын һорай, ул боласыларҙы тынысландырырға тырыша. Әммә баш күтәргән халыҡ Монтесуманы тыңламай, уға таш бәргесләй. Ошонда ул ҡаты яралана һәм 28 июндә баҡыйлыҡҡа күсә[58]. Индеец хрониикасылары Монтесуманы испандар үҙҙәре үлтергән, тип раҫлай[59].

«Ҡайғы төнө». Билдәһеҙ рәссам картинаһы, XVII быуаттың икенсе яртыһы

Испандарҙың хәле XVI быуатта Теночтитландың утрауҙа урынлашыуы менән дә ҡатмарлаша: утрау ҡоро ер менән дамбалар ярҙамында ғына тоташҡан була. Өҫтәүенә ацтектар каналдарҙы берләштергән күперҙәрҙе алып ташлай. Кортес 3 километр оҙонлооҡтағы Тлакопан дамбаһы аша ҡоро ергә сығырға ҡарар итә. Испандарҙың 1 июль төнөндә ҡанлы сигенеүе «Ҡайғы төнө» тип атала[60]. Бөтә артиллерия, Теночтитланда таланған барлыҡ алтын юғалтыла; араларында бер генә яраланмаған кеше лә булмай. Юғалтыуҙарҙың теүәл генән һанын иҫәпләп сығарыу ҙа мөмкин булмай: Берналь Диас буйынса — был төндә 1000 испан һалдаты, ә Кортес буйынса — ни бары 150 һәләк була. Кортес үҙенең отчетында «Ҡайғы төнө» тураһында бик аҙ яҙа. Был төндә арьергардтың командиры лейтенант Альварадо үҙен батыр һуғышсы итеп күрһәтә[61][62].

Хәлдән тайған испандар 1520 йылдың 7 июлендә, ацтектар Кортесты Тласкалаға табан юлда тотоп юҡ итергә тырышҡанда, Отумб янындағы һуғышта еңә. Испандар тлатоаниҙарҙың сиуакоатляһын (командующийҙың урынбаҫары) үлтерә, шунан һуң ғына индеецтар, төрлөһө төрлө яҡҡа һибелеп, ҡаса.[63]. Тласкалаға 440 йәйәүле һалдат, 20 рыцарь, 12 арбалетсы һәм 7 аркебузсы, улар менән Кортес менән Альварадоның индиянка һөйәркәләре Малинче менән Луиса де Тласкала килеп инә[64]. Тласкалалылар һәм тотонактар испан баҫҡынсыларына тоғро булып ҡала, шулай итеп, ацтек дәүләтен яулап алыу өсөн Кортестың ресурстары етерлек була. Ошо еңеүҙең символы итеп, Кортес индеецтарҙың Тепейак ҡалаһы урынына Сегу́ра-де-ла-Фро́нтера (исп. — «Сик буйындағы ышаныслы ҡала») крепосын төҙөй[65].

Кортестың «Реляций» латин баҫмаһынан Мехико-Теночтитландың карта-схемаһы (Нюрнберг, 1524). Ҡулдан буялған

Теночтитландың ҡолауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теночтитланды ҡамауға алыр алдынан ҡала халҡы сәсәк эпидемияһынан ҡырыла, Мексикаға уны Семпоалала вафат булған ҡара тәнле ҡол Нарваэса алып килгән була. Эпидемия осоронда ни бары 80 көн идара итеп ҡалған ацтек императоры Куитлауак вафат була, һәм яңы тлатоани итеп Куаутемок һайлана[17][27].

Кортес Мехико-Теночтитланаға штурмды һыуҙан башларға ҡарар итә һәм Тласкалала флот төҙөй башлай. Төҙөлөшкә караптар төҙөүсе балта оҫтаһы Мартин Лопес тотона, шулай итеп, 13 десант бригантинаһы һыуға төшөрөлә, улар ишкәктар менән тәьмин ителә һәм карап моронона бәләкәй орудие ҡуйыла. Был караптар Веракрустан килтерелгән материалдарҙан (ҡаҙаҡ менән канаттарҙы ла индереп) төҙөлә, шунан һуң караптарҙы һүтеп алып индеец ҡолдарҙың елкәләрендә Мехико үҙәненә күсерәләр; 1521 йылдың март, апрелендә был эш тамамлана[66]. Тласкала халҡы 10 000 һалдаттан торған армия бирә, уға касик Чичимекатекутли командалыҡ итә[67], бынант тыш 8 000 ҡол һүтелгән караптарҙы, 2 000 ҡол аҙыҡ-түлекте ташый һәм 8 000 кеше уларҙы ҡорал тотоп һаҡлап бара[68].Мехико үҙәнендәге ҡала-дәүләт Тескоко ла, испандарға теләктәшлек белдереп, союздаш була. Был ҡалала ҡоро док һәм испан бригантиналары өсөн гавань төҙөлә. Төҙөлөш барған мәлдә Кортес ғәскәре Мехико үҙәненең тотош көнсығыш өлөшөн биләй. Әммә Аскапоцалько һәм Тлакопан ҡалалары өсөн бик ҡаты һуғыштар бара[69].

Теночтитлан өсөн барған һуғыш. Билдәһеҙ рәссам картинаһы, XVII быуаттың икенсе яртыһы
Куаутемокты әсирлеккә алыу. Билдәһеҙ рәссам картинаһы, XVII быуаттың икенсе яртыһы

1521 йылдың 28 апрелендә Кортес армияһын ныҡлап тикшереп сыға. Ғәскәренең күпселеген индеецтар тәшкил итә. Күлдәр янындағы ҡала-дәүләттәр уның армияһына 150 000 кеше һәм уларҙы ташыу өсөн 6000 ҡайыҡ (пирога)[70] бирә. Ошо ваҡытта Кортес испан һәи индеец лагерҙарында ике заговорҙы аса. Антонио де Вильяфанья судтан һуң Тескокола аҫып үлтерелә. Шулай уҡ Тласкаланың юлбашсыһы Шикотенкатлдең улы, Куаутемок аҫып үлтерелә[71]. Шун һуң Кортес кеше алдына йән һаҡсыларынан тыш сыға башлай[72]. Апрель уртаһында ацтектар хакимы менән ҡаланы[73] испандарпға тапшырыу тураһындда һөйләшеүҙәр башлана, әммә ул уңыш килтермәй.

1521 йылдың 30 майында ҡаланы штурмлау башлана. Бер ай эсендә Кортес өс тапҡыр Теночтитланға инә һәм төп ғибәҙәтхананың үҙәк майҙанына барып етә, әммә кире сигенергә мәжбүр була. 30 июндә Тлателольконы штурмлағанда испандар бик күп юғалтыуҙарға дусар ителә: 60 конкистадор үлтерелә, ә баш командующий ауыр йәрәхәт ала[74]. Кортес Мехиконы аслыҡ менән еңергә уйлай — июль аҙағында ҡала дамбаларҙан кәртәләнә. 13 августа[60] Куаутемок ҡайыҡҡа ултырып ҡасырға маташа, ләкин әсир итеп алына[75].

Куаутемокты язалау. Леандро Исагирре картинаһы, 1893 йыл

Куаутемокты Кортес тейешле хөрмөт менән ҡабул итә, әммә, риүәйәттәр буйынса, ул, испан командирының хәнйәрен тартып алып, уға сәнсергә маташа[76]. Кортес унан ҡаланы үлектәрҙән таҙартыуҙы, ике ай эсендә һыу үткәргесте, дамбаларҙы һәм йорттарҙы төҙәтеүҙе талап итә[77]. Тиҙҙән «Ҡайғы төнөндә» юғалған алтындарҙың һаман ла табылмауы асыҡлана. Кристобаль де Охеда түбәндәгеләрҙе раҫлап яҙа: баш күтәреүселәрҙе язалауҙарҙа Кортес үҙе шәхсән ҡатнаша; ә бына яулап алыусының яҙмаларында был хаҡта бер ни ҙә әйтелмәй[78].

1522 йылдың ғинуарында — яулаусының атаһы дон Мартин Кортес, өс туғаны менән бергә , Испанияла Карл Бишенсенең наместнигы — кардинал-архиепископ Адриан Утрехтский тарафынан ҡабул ителә. Әңгәмәнән Испания хакимы тулыһынса Эрнан Кортес яҡлы булыуы күренә. 1522 йылдың авгусында Карл V Испанияға ҡайта, унан биләмәләре араһында Мексикаға биләйәсәк статусты билдәләү талап ителә. Король Кортес менән Веласкесты үҙ-ара килештереү өсөн комиссия төҙөргә ҡуша. Шул мәлдә Испанияға Кортестың өсөнсө реляцияһы (1522 йыл, 15 май) килеп төшә, унда «Ҡайғы төнө» һәм Теночтитланды алыу ентекле тасуирлана. Хатҡа король пятинаһы (ерҙәре) һәм Кастилия монастырҙарына һәм короллектең аҡһөйәктәренә мул ғына бүләк тә ҡушып ебәрелгән була[79].

1522 йылдың 15 октябрендә Карл V Эрнан Кортесты «Яңы Испанияның губернаторы, генерал-капитаны һәм бөтә территорияһында һәм бөтә провинцияларында гражданлыҡ һәм енәйәт эштәре буйынса юғары суд башҡарыусыһы» итеп тәғәйенләй[80].

Кортес менән Малинче Шалтелолько ҡалаһында. Тласкала һүрәте, XVI быуат

Карла Бишенсе Кортесҡа Яңы Испанияны буйһондоған өсөн башҡа гербтарҙан айырылып торған герб булдырыу хоҡуғын бирә[17]. Эрнан гербтың йөкмәткеһенә үҙе теләгән мәғлүмәтте индереү хоҡуғын ала. 1525 года 7 мартында король секретары Франсиско де лос Кобос геральдик композицияны тасуирлап яҙып ебәрә.

Энкомьенда. Индеецтарға ҡарата сәйәсәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мексиканы яулап алғандан һуң Кортес үҙен бойондороҡһоҙ хаким кеүек тота[81]. Шул уҡ ваҡытта Кортес, Эспаньолала һәм Кубалағы демографик катастрофаның шаһиты булараҡ, ерле халыҡтың социаль структураларын тулыһынса һаҡларға тырыша. Энкомьендалар системыһы ошо прнциптарҙы ғәмәлгә ашыра ла инде.[17].

Мексиканы христианлаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ацтек аристократтарын суҡындырыу. Билдәһеҙ рәссам картинаһы, XVI йәки XVII быуат

Кортестың төп маҡсаттарының береһе — индеецтарҙы христианлаштырыу.

Кортестың Куэрнавакелағы засогы. Үҙәк ишек 2006 йыл фотоһы
Кортестың Саламанканың төп майҙанындағы Сан-Мартин часовняһындағы портреты
Кортестың Койоакандағы һарайы. 880 һәм 1897 йылдарҙағы фото
Сығанаҡтар
  1. The Herb Society of Nashville. The Life of Spice. The Herb Society of Nashville (21 май 2008). Дата обращения: 23 июль 2008. Архивировано 15 июль 2013 года.
  2. Daniel Cortés González. Ascendientes y descendientes del abuelo paterno de Hernán Cortés (исп.). Дата обращения: 5 июль 2013. Архивировано 7 июль 2013 года.
  3. Дюверже, 2005, с. 17
  4. 4,0 4,1 Дюверже, 2005, с. 20
  5. Esteban Mira Caballos. La hacienda de Martín Cortés, padre del conquistador de México (исп.). Дата обращения: 5 июль 2013. Архивировано 7 июль 2013 года.
  6. Дюверже, 2005, с. 15
  7. Дюверже, 2005, с. 16
  8. Дюверже, 2005, с. 19
  9. 9,0 9,1 Дюверже, 2005, с. 43
  10. Дюверже, 2005, с. 44
  11. Дюверже, 2005, с. 262
  12. Дюверже, 2005, с. 275
  13. Дюверже, 2005, с. 50—51
  14. Дюверже, 2005, с. 57
  15. Дюверже, 2005, с. 58—59
  16. Дюверже, 2005, с. 62—63
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 17,6 Дюверже, 2005
  18. Дюверже, 2005, с. 81—82
  19. Захарьян, 2000, с. 40
  20. Дюверже, 2005, с. 87
  21. Захарьян, 2000, с. 41
  22. Дюверже, 2005, с. 88—89
  23. Захарьян, 2000, с. 336
  24. 24,0 24,1 Захарьян, 2000, с. 43—51
  25. Дюверже, 2005, с. 86
  26. Захарьян, 2000, с. 59—60
  27. 27,0 27,1 27,2 Захарьян, 2000
  28. Гуляев, 1976
  29. Clendinnen, 1991
  30. Захарьян, 2000, с. 67
  31. Дюверже, 2005, с. 98—99
  32. Дюверже, 2005, с. 99—100
  33. Захарьян, 2000, с. 73
  34. Дюверже, 2005, с. 104—105
  35. Захарьян, 2000, с. 75
  36. Дюверже, 2005, с. 105—106
  37. Захарьян, 2000, с. 76
  38. Захарьян, 2000, с. 77—79
  39. Дюверже, 2005, с. 108
  40. Захарьян, 2000, с. 93
  41. Захарьян, 2000, с. 93—94
  42. Захарьян, 2000, с. 95
  43. Дюверже, 2005, с. 111
  44. Захарьян, 2000, с. 98
  45. Дюверже, 2005, с. 112—113
  46. Захарьян, 2000, с. 96
  47. Захарьян, 2000, с. 122
  48. Захарьян, 2000, с. 141
  49. Захарьян, 2000, с. 142
  50. Захарьян, 2000, с. 144—146
  51. Дюверже, 2005, с. 117
  52. Дюверже, 2005, с. 118
  53. Дюверже, 2005, с. 119—120
  54. Захарьян, 2000, с. 188
  55. Захарьян, 2000, с. 189
  56. Захарьян, 2000, с. 370—371
  57. Захарьян, 2000, с. 190
  58. Дюверже, 2005, с. 123
  59. Захарьян, 2000, с. 372
  60. 60,0 60,1 Теллериано-Ременсис, 2013, с. 10
  61. Дюверже, 2005, с. 124—126
  62. Захарьян, 2000, с. 372—373
  63. Дюверже, 2005, с. 127—128
  64. Захарьян, 2000, с. 208
  65. Дюверже, 2005, с. 130
  66. Дюверже, 2005, с. 136
  67. Захарьян, 2000, с. 216
  68. Захарьян, 2000, с. 220
  69. Дюверже, 2005, с. 137
  70. Дюверже, 2005, с. 138
  71. Захарьян, 2000, с. 378—379
  72. Захарьян, 2000, с. 228
  73. Дюверже, 2005, с. 138—139
  74. Дюверже, 2005, с. 140—141
  75. Захарьян, 2000, с. 254—255
  76. Захарьян, 2000, с. 255
  77. Захарьян, 2000, с. 259
  78. Захарьян, 2000, с. 387
  79. Documentos cortesianos I, 1993, p. 232—241
  80. Documentos cortesianos I, 1993
  81. Felix Hinz. La Constitución y Organización del Reino Colonial Español: Ejemplarizados en el Caso de la Nueva España bajo Hernán Cortés (исп.). Дата обращения: 5 июль 2013. Архивировано 7 июль 2013 года.





Был хәрби эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.