Эстәлеккә күсергә

Төйөт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Төйөт (урыҫ. пеночка-весничка) (лат. Phylloscopus trochilus) — һылыуҡастар ғаиләһенән булған бәләкәй генә һайраусы ҡош.

Турғайҙан бәләкәйерәк. батаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе етеҙ генә теремек ҡош. Һырт яғы йәшел, өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө сағыу йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғыл аҡ һәм түше һап- һары. Ҡанаттарының осо ҡара, ҡалған ҡауырһындары йәшкелт һәм аҡ ситле һорғолт көрән. Төйөттәр башлыса үҙ — ара тауыштары менән генә айырылалар.

Ҡыҫҡа ғына итеп һыҙғыра: «төйөт». Һайрауы ла шул ҡысҡырыуҙы ҡабатлап тора: «төйөт-төйөт-төйөт- төйөт»

Һайрауы
Һыҙғырыуы «фюить»

Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ҡайһы ваҡыт ботаҡта йәки ҡыуаҡтарҙа оялай.

Ерән йәки күкһел ерән бөрсөклө 5-7 бөртөк йомортҡа һала.

Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.

Phylloscopus trochilus

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986/ — 91-се бит.