Эстәлеккә күсергә

Тямпа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тямпа
вьетн. Chăm Pa, Chiêm Thành

192 — 1832
 Тямпа Викимилектә

Тямпа, йәки Чампа (вьетн. Chăm Pa, Chiêm Thành) — VII—XVII быуаттарҙа бөгөнгө үҙәк һәм көньяҡ Вьетнам территорияһында урынлашҡан дәүләт (кенәзлектәр берләшмәһе), II быуаттан Линьи (Lin-yi йәки Lâm Ấp) кенәзлегенең билдәле нәҫеле. X—XI быуаттарҙа Тямпа төньяҡтан вьеттарҙың (Дайвьет) һөжүменә дусар була; яҡынса 1470 йылдарҙа Тямпаның төп ҡалаһы, Виджайя ҡолай, ә XVII быуат аҙағында — Тямпаның һуңғы кенәзлеге, Пандуранга вьет императорҙарының вассалына әйләнә. 1832 йылда Дайвьет Тямпаның һуңғы биләмәләрен йота. Тямпа мәҙәниәтенең һаҡланып ҡалған мөһим ҡомартҡылары — Мишонда «Тям башнялары» (бөтә донъя мираҫы исемлегендә) һәм Нячангта Понагар башнялары.

Элекке Тямпа биләмәһенең үҙәге — заманса үҙәк Вьетнамдың яр буйы провинциялары: Биньдинь, Биньтхуан, Куангнам, Куангнгай, Кханьхоа, Ниньтхуан һәм Фуйен. Тямпа яр буйынан һәм хәҙерге Лаос биләмәһенән көнбайышҡа табан тау провинцияларын контролдә тота, әммә Тямпаның төп халҡы, тямдар, диңгеҙ буйындағы, сауҙа итеүсе халыҡ булып ҡала һәм ярҙан алыҫта бик һирәк төпләнә. Тямпу, исеме һинд телендәге тям халҡы мәҙәниәте сығанаҡтары менән бәйле биш яр буйы кенәзлеге төҙөй:

  • Индрапура — хәҙерге Данангта үҙәге менән. Линьи кенәзлегенең боронғо үҙәге Хюэны индерә.
  • Амаравати — хәҙерге Хойанда үҙәге менән (Куангнам провинцияһы).
  • Виджайя — Куинёндан 27 км төньяҡ-көнбайыштараҡ (Биньдинь провинцияһы) Тябан археология ҡомартҡыһы (вьетн. Chà Bàn)
  • Каутхара — хәҙер Нячанг ҡалаһы (Кханьхоа провинцияһы).
  • Пандуранга — хәҙер Фанранг-Тхаптям (Ниньтхуан провинцияһы).

Кенәзлектәрҙең төп ҡалалары һәр ваҡыт йылға тамағында урынлашҡан[1].

Тямпа тарихсылары тикшеренеүҙәрҙә сығанаҡтарҙың өс төрөнә: һаҡланып ҡалған матди мәҙәниәт предметтарына, ҡомартҡыларҙа һәм ҡоролмаларҙағы яҙыуҙарға, ҡытай һәм вьетнам сығышлы яҙма сығанаҡтарға таяна. Һәр кенәзлектең тарихы буйынса сығанаҡтар тулы түгел; мәҫәлән, Индрапурала X быуат, Виджайяла — XII быуат, Вьетнам дәүләтенән алыҫ урынлашҡан һәм XV быуат төньяғынан баҫып алыусыларға бик оҙак ҡаршылыҡ күрһәткән Пандурангала XV быуат сығанаҡтары яҡшы һаҡланған. Бөтә тикшеренеүселәр биш кенәзлектең тарҡалыу һәм үҫеш осорон сиратлап кисереү фактын таный, әммә Тямпаға ҡарата ике поляр теория бар: бер полюста берҙәм дәүләт яҡлылар урынлашҡан, уның сәйәси үҙәге төньяҡ ҡалаларҙан көньяҡҡа күсә, икенсеһендә — берҙәм үҙәге булмаған үҙ аллы кенәзлектәрҙең конфедерацияһы тураһында теория яҡлылар.

Тарихҡаса мәҙәниәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1909 йылда археологтар Са-Хюинь ауылында беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың ҡәберҙәрен таба; артабанғы йылдарҙа ошоға оҡшаш иллеләп ҡәберлек табыла. Са-Хюинь мәҙәниәте бронза, быяла, көршәк әйберҙәре етештерә; был культура изделиелары шулай уҡ Тайвандә һәм Филиппинда табылған, был диңгеҙ сауҙаһының үҫешкән булыуын раҫлай. Беҙҙең эраның I—II быуаттарында яр буйында тямдар— Малайя сығышлы халыҡ асыҡланған, моғайын, Борнеонан күсеп килгәндәр.

Княжество Линьи кенәзлеге (Lam Ap Kingdom)
и его окружение около 200 года
Тямдың һаҡланып ҡалған боронғо ҡаралтылары — Фантхьет ҡалаһы янындағы Линьи осорондағы Посахин башнялары

Линьи кенәзлегенә б.э. 192 йылында Хань династияһынан бүленеп сыҡҡан һәм империянан үҙенең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған ҡытайлылар тарафынан Хюэла нигеҙ һалына. III—IV быуаттарҙа Һиндостандан Хюэға күсеп килеүселәр ағымы һөҙөмтәһендә, яр буйында һинд мәҙәниәте йоғонтоһонда яңы мәҙәниәт — Тямпа яралғыһы барлыҡҡа килә, был санскрит яҙыуында күп һанлы табылдыҡтар һәм тям телендә яҙыуҙар барлыҡҡа килеү менән раҫлана. Был яҙмаларға ярашлы, Хюэ территорияһында беренсе индуис кенәзе Бхадраварман I, 349-361 йылдарҙа идара итә; Бхадресвар аллаһы исеме аҫтында ул урта быуаттарҙағы Тямпала хөрмәт ителә.

Ҡытай хронисы раҫлауынса, Линьи халҡы «бер үк ваҡытта һуғышсан һәм музыкаль, күҙҙәре тәрән, тура танаулы һәм бөҙрә ҡара сәсле» була. VI быуаттың икенсе сирегендә Линьи кенәзе Сабхуварман вьеттар территорияһына уңышһыҙ поход ойоштора; 605 йылда Линьи Суй династияһы ғәскәрҙәре тарафынан ҡыйратыла, улар Линьи ғәскәрен ҡыра, уның баш ҡалаһын баҫып ала. 620 йылда Линьиҙан ҡалған халыҡ үҙҙәрен Тан династияһының Ҡытай подданныйҙары тип таный. Линьиҙың һуңғы кенәзе 756 йылда һәләк була, ә «Тямпа» атамаһы тәүге тапҡыр ҡытай сығанаҡтарында 877 йылдан бирле барлыҡҡа килә.

VII—X быуаттарҙа үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мишон һәйкәлдәре. Уң яҡта-Вьетнам һуғышы ваҡыты бомбаһынан кратер
Индрапуранан һын

VII—X быуаттарҙағы тямдарҙың үҫеше уларҙың Хәлифәт, Ҡытай, Һиндостан һәм Индонезия утрауҙары менән диңгеҙ сауҙаһына контроллек итеүенә бәйле була. Тямдар үҙҙәре лә сауҙа итә, юлбаҫарлыҡтан да тартынмайҙар; күрше халыҡтар — кхмерҙар һәм төньяҡ вьетнамдар был ваҡытта әле хәүефте күҙ алдына ла килтерә алмайҙар. Тям космологияһына ярашлы, бөтә тямдар тям йәмғиәтенең үҙ-ара тулыландырыусы ике өлөшөнөң береһенә ҡарай: тау, индуист, «ирҙәр», яр буйы, ислам, «ҡатын-ҡыҙҙар»[2]. Был бүленеште бөгөн дә күҙәтергә мөмкин: ике династияның ике ғибәҙәтхана комплекстарының береһе, Мишон — тау тарлауығында, икенсеһе, Понагар,  диңгеҙҙә тора[1].

Иртә тям дәүләтенең үҙәге иҫәпләнгән Мишонда беренсе ғибәҙәтханалар VII быуатта төҙөлгән; был ваҡытта Шиваның индуистар культы хакимлыҡ иткән. Был мәҙәниәтте E1 ғибәҙәтханаһы исеменән «Мишон Е1» тип тә атайҙар. VIII быуатта Тямпаның сәйәси үҙәге Мишондан көньяҡҡа, Пандурангаға һәм Каутхарға күсә; был ваҡытта По Нагар алиһә-әсә хөрмәтенә аталған Понагар ҡорамы барлыҡҡа килә. 774 йылда Понагар беренсе тапҡыр Индонезия пираттары тарафынан тар-мар ителә һәм тиҙҙән тям батшаһы Сатьварман тарафынан тергеҙелә; 787 йылда Пандуранга ғибәҙәтханаларына икенсе һөжүм башлана.

875 йылда батша Индраварман II үҙенең Тямпу власы аҫтында кхмерҙарҙы берләштерә һәм Индрапурҙа яңы династияға («төньяҡ») нигеҙ һала[3]. Ул буддизм ҡабул иткән һәм Донгзыонгта будда ғибәҙәтханалары төҙөлөшөн йәйелдергән беренсе тям хакимы була. Артабанғы ярты быуатта будда скульптураһының айырым мәҙәниәте ныҡ үҫешә, әммә 925 йылдан башлап тарихи индуист культтары өҫтөнлөк ала, тямдар һәм кхмерҙар юлдары тағы айырыла; иҫке Мишонда яңы ғибәҙәтханалар төҙөлә башлай («Мишон А1» мәҙәниәте).

Сауҙа итеүсе тямдар Хәлифәлек башында уҡ ислам менән танышырға тейеш була, тик ул X быуатта илгә үтеп инә, һәм XVI быуатта ғына киң таралыу ала.

X—XII быуаттарҙа кхмерҙар менән һуғыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кхмерҙарҙың Тямпаға походы. Ангкор-Ваттан рельеф

X—XV быуаттарҙағы Тямпа тарихы күп йәһәттән кхмерҙар дәүләте Камбуджадеша менән параллель: улар 875 һәм 877 йылдарҙа нигеҙләнгән династиялар ваҡытында үҫешкә өлгәшә, һәм һуғыштар серияһынан һуң (тышҡы илбаҫарҙар менән дә, үҙ-ара ла) XV быуат дауамында тарҡала. Әммә башта ике мәҙәниәт 944-945 йылдарҙа, кхмерҙар Каутар кенәзлегенә баҫып ингәс, һуғыш яланында бәрелешә. 960—965 йылдарҙа Тямпа һәм кхмер хакимдары килешеүгә килә, һәм кхмерҙар Каутхарға урланған изге әйберҙәрҙе кире ҡайтара.

X быуаттың икенсе яртыһында Индрапура батшалары 968 йылда ғына Динь династияһы менән берләшкән Дайвьет менән һуғыша. 979 йылда Тямпаның хәрби флоты шторм ваҡытында һәләк була, 982 йылда вьет хакимы Ле Хоан Индрапураны талай, һәм ул мәңгелеккә бөлгөнлөккә төшә; Тямпаның мәҙәни һәм сәйәси тормошо үҙәге көньяҡҡа, Виджайяға күсә.

Дайвьет (Dai Viet), Камбуджадеша (Khmer Empire) һәм Тямпа (Champa) 1200й.й. тирәһе

1021 һәм 1026 йылдарҙағы бәрелештәрҙән һуң вьеттар Виджайяны ла баҫып ала; Тямпа батшалары Дайвьетҡа яһаҡ түләргә ризалаша. 1065 йылда Тямпа батшаһы Рудраварман III баш күтәрә һәм ҡаланы бөлгөнлөккә төшөргән вьеттар тарафынан ҡыйратыла. Батша әсирлеккә эләгә һәм әсирлекә эләгеүен үҙ ерҙәре менән түләй. Шунан һуң Хариварман IV батшаһы ваҡытында 1074 йылда яңынан берләштерелгән Тямпаның көньяҡ кенәзлектәрендә ун биш йыллыҡ фетнә килә. Был хаким Дайвьет менән тыныслыҡ урынлаштыра, әммә кхмерҙарҙың һөжүменә сәбәп була. Ике тапҡыр, 1080 һәм 1140 йылдарҙа, кхмерҙарҙың баҫып инеүҙәре Тямпаны юҡҡа сығыу сигенә ҡуя; 1177 Йылда Һуғышсан Тямпа батшаһы Джайя Индраварман IV вьеттар менән солох тураһында һөйләшеп килешкәс, Меконгта йылға флоты төҙөй һәм кхмерҙарҙың баш ҡалаһын ҡыйрата. 1181 йылда кхмерҙар баҫҡынсыларҙы ҡыуып сығара, ә 1190 йылда үҙҙәре Виджайяны баҫып ала, ә Джайя Индраварман IV Ангкор-Ватта әсирлеккә эләгә. Кхмерҙар Тямпа менән идара итеүгә марионеткалы батшаны ултырталар, ул граждандар һуғышын баҫтыра һәм һөҙөмтәлә үҙен Сурьяварман исеме аҫтында бойондороҡһоҙ хаким тип иғлан итә; ул 1203 йылға тиклем тора, кхмерҙар, ҡаршылыҡты баҫтырып, Виджайяны үҙ дәүләтенә ҡуша.

XIII-XV быуаттарҙағы ябырылыуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Көньяҡ-Көнсығыш Азия 1400 йылда
Ҡараһыу йәшел: Лансанг
Ҡуйы ҡыҙыл: Ланна
Ҡыҙғылт һары: Сукхотаи
Шәмәхә төҫө: Айыута
Ҡыҙыл: Кхмер империяһы
Һары: Тямпа
Зәңгәр: Дай-Вьет

1282—1283 йылдарҙа Виджайяны Пекинда хакимлыҡ иткән Хубилай монголдары ҡыйрата; Тямпаға юл тотҡан монголдарға һәм уларға әүҙем ҡаршылыҡ күрһәткән Дайвьет арҡаһында эш бер диңгеҙ һөжүме менән генә сикләнә. Сагатуның монгол-ҡытай армияһы Дайвьетты урап үтеп, Тямпаға диңгеҙ аша сыға. Виджайя оҙайлы ҡамауҙан һуң ҡолай, әммә ҡорал йөрөтә алырлыҡ тямдар тауҙарға китә. Уларға ҡаршы ебәрелгән монгол отряды засадала юҡ ителә; 1284 йылда монгол хәрби етәксеһе Хутухту Индраварман V менән килешеү яһарға мәжбүр була һәм илде ташлап китә[4].

Тямпаның һуңғы көслө батшаһы Те Бонг Нга була, ул 1360—1390 йылдарҙа идара итә, Вьетнам легендаларының «Ҡыҙыл батшаһы». Тям ерҙәрен берләштереп, ул Дайвьетҡа уңышлы походтар ойоштора, әммә 1388 йылда вьетнамдар уны Хо Кюи Ли етәкслегендә тар-мар итә.

1446 йылда вьетнамдар, Виджайяны ҡабаттан баҫып алып, сираттағы һөжүм ойоштора. Бер йылдан һуң тямдар уларҙы ҡаланан ҡыуып сығара, әммә 1470—1471 йылдарҙа вьетнамдар, көслө армия йыйып, тямдарҙың ҡаршылығын баҫтыра Һәм Виджайяны юҡ итә[5]. Тар-мар итеү һөҙөмтәһендә тямдар күпләп Филиппинға, Индонезия утрауҙарына һәм Хайнангә ҡаса (унда «уцул» этник төркөмөнә әүерелә).

Вьетнам яҡынса 1650 йылда Пандуранга автономиялы кенәзлеге йәшел төҫ менән билдәләнгән

XV быуат аҙағында Тямпанан тик көньяҡ кенәзлек, Пандуранга — Вьетнам вассалы ғына ҡала. Пандуранга кенәздәре династияһы билдәле бойондороҡһоҙлоҡ өлөшөн файҙалана. 1594 йылда Пандуранга отрядтары Малаккала Джохор солтанына һөжүмдә ҡатнаша. 1692 йылда Пандуранга кенәзе Вьетнамдан айырылып сыға; уңышһыҙ башланғыстан һуң, 1695 йылда көньяҡтар вьетнамдарҙы еңә һәм Дайвьет власы аҫтында Пандуранга автономияһын нығытҡан солох килешеүенә килә, ул формаль рәүештә 1832 йылға тиклем ғәмәлдә булған 1712 йылғы килешеү менән раҫлана.

XVIII быуат Һинд-Ҡытай картаһы, 1760 йылдар тирәһендә Амстердамда баҫылып сыға

1786 йылда Вьетнамдағы граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә еңелгән яҡҡа ярҙам иткән Пандуранга хакимы Камбоджаға ҡаса. Вьетнамдар кенәзлекте контролдә тота, кенәздәрҙе провинцияның наместниктары рангына тиклем түбәнәйтә. 1832 йылда Вьетнам императоры Пандуранганың үҙаллылыҡ ҡалдыҡтарын тулыһынса юҡ итә, уны Вьетнамға ҡуша.

Тямпа иҡтисады ауыл хужалығына һәм диңгеҙ сауҙаһына нигеҙләнә. Дайвьетҡа ҡарағанда йомшағыраҡ климат юғары уңышҡа ыңғай йоғонто яһай, әммә илдә уңайлы ерҙәрҙе файҙаланыуҙа дефицит була, шуға күрә дөгө үҫтереү эске баҙарға ориентирлана. Бынан тыш, минераль ресурстар сығарыу, ағас әҙерләү һәм экзотик хайуандарға һунар итеү ҙур әһәмиәткә эйә була[6]. Боронғо тямдар башҡа австронезия халыҡтары кеүек башлыса диңгеҙселәр, сауҙагәрҙәр һәм пираттар була. Улар изоляцияланған диңгеҙ буйы үҙәндәрендә йәшәй, был уларҙы берләштереүҙе ҡатмарлаштыра[7][8]. Аҡса системаһы Тямпала булмағанлыҡтан, тауар алмашыу һәм һалым йыйыу тәбиғи рәүештә башҡарыла[9].

Тямпа иҡтисады тураһында мәғлүмәттәрҙең төп сығанағы булып археологик табылдыҡтар һәм күп һанлы яҙмалар тора, әммә тям эпиграфикаһында социаль-иҡтисади мәғлүмәттәр бик аҙ. Ҡаҙнанан күп аҡса ғибәҙәтхана төҙөүгә, хәрби походтарға, шулай уҡ еңелгән осраҡта кхмерҙарға һәм вьеттарға яһаҡ түләүгә китә. Шул уҡ ваҡытта күршеләргә ҡаршы уңышлы походтарҙан Һуң Тямпа ҡаҙнаһына бай табыш инә, ә батша ерҙәре күп һанлы ҡолдар менән тулылана[10][11][12][13][14].

Хакимлыҡ иткән династиялар алмашыныу менән Тямпаның баш ҡалалары ла үҙгәрә, уларҙы төҙөкләндереүгә күп аҡса тотонола. Иң билдәле батша резиденциялары Симхапура (Куангнам провинцияһында хәҙерге Чакиеу ҡаласығы), Индрапура (Дананг янында хәҙерге Донгзыонг ҡаласығы), Виджайя (хәҙерге Куинен ҡалаһының тирә-яғы) Һәм Каутхара (хәҙерге Нячанг ҡалаһының тирә-яғы), йылға тамағында урынлашҡан. Шулай итеп, гегемонияның бер диңгеҙ яны өлкәһе элитаһынан икенсеһенә күсеүе баш ҡала төбәге алмашыныуы менән оҙатыла. Үҙенең социаль-иҡтисади хәле буйынса тям яр буйы батшалыҡтары күрше кхмер һәм вьет тигеҙлекле дөгө дәүләттәренә ҡарағанда Малайя диңгеҙ державаларына күберәк оҡшай[8][15].

Тхапмам стилендә Шиваның XII быуат скульптураһы

Тямпа сәнғәте башлыса дини була, ул аллаларҙы һәм ҡорбан итеүселәрҙе данлай. Тямпала ҡул ҡуйылған нәфис әҫәрҙәр осрамай, һөнәрселек әйберҙәре заказ буйынса башҡарыла һәм дини ҡанундарға буйһона. Шулай итеп, бөтә интеллектуаль милек һәм социаль абруй заказсы (бүләкләүсе) ҡулында була. Тямпа сәнғәтенең йоғонтоһо аҫтында Һиндостан, Камбуджадеша һәм Шривиджая формалаша, дөйөм алғанда, үҙ аллы характерға эйә була[16]. Бынан тыш, Тямпа сәнғәте Ли династияһы дәүеренең Вьетнам сәнғәтенә йоғонто яһай[17].

Күп һанлы һуғыштар Һәм тәбиғәт факторҙары Тямпа скульптураһын һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлауға булышлыҡ итмәй. Тям керамикаһы, ағас скульптура, стена биҙәктәре, йола һауыттары һәм металл әйберҙәр тураһында бик аҙ билдәле, туҡыусылыҡ һәм сигеү сәнғәте насар өйрәнелгән. Тям сәнғәте, шул иҫәптән ғибәҙәтхана комплекстары эволюцияһы эҙмә-эҙлелеген күҙәтеүе ауыр. Йыш ҡына илбаҫарҙар ғибәҙәтханаларҙы үҙ зауығына ҡарап реконструкциялауҙан тыш, төҙөү ваҡыттарын һәм иғәнәселәрҙең исемдәрен телгә алынған элекке яҙыуҙарҙы юҡҡа сығара.

Хоалай храмы

Бөтә яҙмалар ҙа тиерлек батшалар һәм уларҙың әйләнә-тирәһе төҙөгән дини ҡомартҡыларҙа урынлашҡан. Был ҡоролмаларҙы төҙөү батша власының ҡеүәтен символлаштыра һәм шиваизм, буддизм һәм власҡа яҡын булған урындағы культтар һәм инаныуҙар (вишнуизм Тямпала икенсе дәрәжәлә була һәм оҙайлы булмаған роль уйнай) менән бәйле була. Тям сәнғәтенең үҙенсәлеге ҡоролмаларҙың үҙ тарихының бөтә дауамында темаларын һәм төрҙәрен һайлауҙа сағыла. Декор һәм скульптура һинд сәнғәтенән үҙләштерелһә лә, уларҙы оҡшатып эшләнгән тип һанарға ярамай. Бөтә скульптура әҫәрҙәре тям эстетикаһына хас персональ һыҙаттарға һәм деталдәргә эйә була (мәҫәлән, статуяларҙың биҙәүестәре һәм кейемдәре, һүрәттәрҙә фантастик элементтарҙың күплеге)[18].

Тям сәнғәтенә Һинд-ҡытай, бигерәк тә Вьетнам һуғышы ҙур зыян килтерә. Бик күп ғибәҙәтханалар һәм скульптура әҫәрҙәре емерелә, улар беҙҙең көндәргә тиклем фотоларҙа, һүрәттәрҙә һәм тикшеренеүселәрҙең һүрәттәрендә генә килеп етә. Хәҙерге Вьетнамда ла мәҙәни мираҫтың һаҡланыуын контролдә тотоу етерлек кимәлдә түгел, был күп артефакттарҙың, бигерәк тә боронғо яҙыуҙар менән таш стелаларҙың тәбиғи емерелеүенә, уларҙы урлауға йәки аңлы рәүештә боҙоуға килтерә.

Тямпа сәнғәтен тикшереү буйынса ҙур эштәрҙе Алыҫ Көнсығыштың француз институты, Париж Гиме музейы, Сингапур Милли университеты, Ханойҙағы Вьетнам тарихы милли музейы, Данангтағы Тям скульптураһы музейы, Вьетнам археология институты, Милан техник университеты, Милан Бикокк университеты, Берклиҙағы Калифорния университеты, Йель университеты, Лондон университетының Көнсығыш һәм Африка тикшеренеүҙәре мәктәбе, Лондон Университет колледжының Археология институты, Васэдтың Токио университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Мәскәү Көнсығышты өйрәнеү институты башҡара[19][20].

  • Список правителей Тямпы
  • Государственный строй Тямпы
  • Население Тямпы
  1. 1,0 1,1 Trần Kỳ Phương Cultural Resource and Heritage Issues of Historic Champa States: Champa Origins, Reconfirmed Nomenclatures and Preservation of Sites (инг.) // Asia Research Institute Working Paper Series. — 2006. — № 75. Архивировано из первоисточника 21 сентябрь 2012.
  2. Andrew Hardy, Mauro Cucarzi and Patricia Zolese. Champa and the Archaeology of My Son. — 2-е изд.. — NUS Press, 2012. — С. 103.
  3. История Востока (Восток в средние века)., М.: «Восточная литература», 1997, гл. II
  4. История Востока (Восток в средние века — с XIII в. х. э.)., М.: «Восточная литература», 1997, гл. IV
  5. История Востока (Восток в средние века — с XIII в. х. э.)., М.: «Восточная литература», 1997, гл. V
  6. Швейер, 2014, с. 154
  7. Швейер, 2014, с. 57, 60
  8. 8,0 8,1 Tarling, 1999, с. 253
  9. Швейер, 2014, с. 141
  10. Швейер, 2014, с. 163
  11. Алаев, Ашрафян, 2002, с. 204, 211-214, 350, 571
  12. Берзин, 1995, с. 76, 159
  13. Hall, 2010, с. 99—100
  14. Tarling, 1999, с. 252—253
  15. Glover, 2004, с. 209, 211
  16. Швейер, 2014, с. 289
  17. Мхитарян, 1983, с. 114
  18. Швейер, 2014, с. 291—292
  19. Hardy, Cucarzi & Zolese, 2009
  20. Sharrock, Glover & Bacus, 2008