Эстәлеккә күсергә

Тыныслыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тыныслыҡ
Логотип
Рәсем
Һештег peace һәм мир
Не обладает свойством Һуғыш
Ҡапма-ҡаршыһы Һуғыш
 Тыныслыҡ Викимилектә

Тыныслыҡ — ил, дәүләт тарихындағы төрлө хәрби хәрәкәт, һуғыш мәшәҡәттәре булмаған, тауышһыҙ, шау-шыуһыҙ осор. Тыныслыҡ халыҡтар именлеге мәнфәғәтендәге һуғышһыҙ тышҡы сәйәсәткә, солох килешеүенә һәм башҡа документтарға нигеҙләнә. Һуғыш башланғас тыныслыҡ боҙола. Ижтимағи һәм шәхси хәүефһеҙлекһеҙ тыныслыҡ булмай.

Р. Джексон билдәләүенсә[1], 1945 йылдан алып планетала барлығы 26 тыныс көн булған. Тыныс йәмғиәт булдырыу — әлеге ваҡытта дөйөм кешелек проблемаһы. Ҙур халыҡ-ара сәйәси һәм тематик ойошмалар мәсьәләне хәл итеү буйынса эш алып бара[2], мәҫәлән, Бөтә донъя тыныслыҡ советы.

Һуғыш һәм тыныслыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теләһә ниндәй һүғыш маҡсаты — тыныслыҡ булдырыу.

Һуғыш маҡсаты — һүғышҡа тиклем булған тыныслыҡтан яҡшыраҡ тыныслыҡ булдырыу. Б. Г. Лиддел Гарт

Һуғыш башланыр алдынан булған осор хәрби бәрелешкә әҙерләнеү менән һүрәтләнә. Дәүләт ҡазнаһынан хәрби ҡоралланыү өсөн аҡса бүленә. Халыҡты һуғышҡа әҙерләү башлана.

Еңеүсе яҡтың ҡуйған шарттарына күнеп, һуғышты туҡтатҡас, тыныслыҡ башлана. Һуғыштан һуң тыныс осор тыныслыҡты нығытыу, һүғыш емереклетәрен төҙәтеү, иҡтисадты үҫтереү өсөн күп сығымдар иенән һүрәтләнә.

Күп халыҡтарҙың сәләмләүе тыныслыҡ теләүҙе аңлата, мәҫәлән Әссәләмәғәләйкүм, Шалом Алейхем.

Осло тыныслыҡ ғилми-тикшеренеү институтына нигеҙ һалыусы Йохан Галтунг «негатив тыныслыҡ» һәм «позитив тыныслыҡ» тигән төшөнсәләр тәҡдим итә. Кире тыныслыҡ — көс ҡулланыуҙы ябайса туҡтатыу, ә ыңғай тыныслыҡ — низағтар бөтөнләй килеп сыҡмаһын йәки ығы-зығыны мөмкин тиклем иртәрәк хәл итеү механизмдарын һәм структураларын булдырыу[3][4].

Оливер Ричмонд тыныслыҡтың түбәндәге формаларын айырып күрһәтә:

Еңеүсе тыныслығы — тыныслыҡтың иң боронғо донъя моделе, тыныслыҡ хәрби еңеүҙең эҙемтәһе булараҡ. Еңеүсе үҙенең өҫтөнлөгөн еңеп сыҡҡандарҙы тыныслыҡҡа мәжбүр итеү һәм статус-квоны һаҡлау өсөн ҡуллана. «Еңеүсе тыныслығының» көсһөҙлөгө — еңеүсе дәүләт власы менән туранан-тура бәйле булыуы арҡаһында уның сағыштырмаса тотороҡһоҙлоғо. Был осраҡта еңеүсенең өҫтөнлөгө ризаһыҙлыҡ тыуҙыра ала, һәм уның эҙемтәһе булып ихтилалдар һәм теракттар ойошторола. Ричмонд фекеренсә, заманса сәйәси фекер йөрөтөү элеккесә башлыса «еңеүсе тыныслығы» логикаһына нигеҙләнә.

«Конституцион тыныслыҡ» — демократик системаны, ирекле сауҙа ҡағиҙәләрен урынлаштырған нормалар төҙөү һәм космополитизм һәм кеше хоҡуҡтары идеяһын алға һөрөү. Ричмонд конституцион тыныслыҡты халыҡ-ара мөнәсәбәттәр структураһы тураһындағы Мәғрифәтселек дәүере идеяларын үҫтереү һәм дәүләттәр араһында мәнфәғәттәр балансын эҙләү менән бәйләй. Хәҙерге контекста «конституцион тыныслыҡ» демократия, баҙар иҡтисады һәм тыныслыҡтың булыуы араһындағы бәйләнеште күҙ уңында тота.

Институциональ тыныслыҡ халыҡ-ара институттар һәм ойошмалар булдырыу менән бәйле (мәҫәлән, БМО), һәм дәүләттәрҙең халыҡ-ара мөнәсәбәттәр системаһында тыныслыҡты һәм тәртипте һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге. Әлеге донъяға ҡараш прогрессивыраҡ булырға тейеш, сөнки халыҡ-ара институттар көсһөҙөрәк дәүләттәргә ҡарата йоғонто яһарға мөмкинлек бирә.

Гражданлыҡ тыныслығы — ойошҡан граждандар йәмғиәтенең, хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларҙың һәм ижтимағи хәрәкәттәрҙең көс ҡулланмай көрәшен күҙ уңында тота.

Хәҙерге ваҡытта фәнни әҙәбиәттә һәм асыҡ дискурста, демократия һәм ирекле баҙар ҡушылыуы менән бәйле, «либераль тыныслыҡ» төшөнсәһе өҫтөнлөк итә. Оливер Ричмонд, үрҙә телгә алынған ҡиммәттәр менән бер рәттән, «либераль тыныслыҡҡа» гуманитар интервенция, тыныслыҡты тәьмин итеү идеялары, төп «көнбайыш» уйынсыларының консенсусы инә, тип өҫтәй. «Либераль тыныслыҡ» концепцияһының уңышлы булыуына миҫал итеп йыш ҡына Европа берләшмәһе илдәренең тыныс мөнәсәбәттәре килтерелә.

Конфликттан һуңғы йәмғиәттәрҙә донъяның тотороҡһоҙлоғо проблемаһына ҡаршы көрәш, урындағы контексты иҫәпкә алыу кәрәклеге һәм Көнбайыштың бер яҡлы йоғонтоһон кире ҡағыу тураһындағы һығымталар һөҙөмтәһендә «гибрид тыныслыҡ» төшөнсәһе барлыҡҡа килә, ул халыҡ-ара либераль институттарҙың тыныслыҡ урынлаштырыу практикаһын конфликттан һуңғы йәмғиәттәрҙә урындағы традициялар һәм нормалар менән берләштереүҙе күҙ уңында тота. Тотороҡлораҡ донъя төҙөүгә урындағы общиналарҙы йәлеп итеү һәм тотороҡло тыныслыҡ урынлаштырыуҙы урындағы традициялар менән берләштереү булышлыҡ итер, тип көтөлә[4].

Мәңгелек тыныслыҡ идеяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антиклыҡ һәм Урта быуат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәңгелек тыныслыҡ — кешелек идеалы, беҙҙең көндәргә тиклем хыял булып ҡала. Боронғо Көнсығыш халыҡтары һәр саҡ теократия йәки деспотизм күләгәһе аҫтында йәшәгән. Гректар варварҙарға ҡарата мөнәсәбәтендә һәм эске низағтар арҡаһында мәңгелек тыныслыҡты таный алмаған; Платон фекеренсә, «һуғыш — халыҡтарҙың тәбиғи хәле». Киң Рим империяһында хакимлыҡ иткән донъя күп һанлы ҡәбиләләрҙе һәм халыҡтарҙы яулап алыу менән бәйле була; рим армияһының һәм административ ойошмаһының өҫтөнлөгөнә нигеҙләнә.

Христианлыҡтың универсаль әхлаҡ урынлаштырыуы һәм милли һәм социаль айырмалыҡтарҙы кире ҡағыуы мәңгелек тыныслыҡ идеяһына ныҡлы теоретик нигеҙ булып тора. Иртә христиандар һуғышҡа һәм хәрби хеҙмәткә ризаһыҙлыҡ белдереп ҡарайҙар, кешене ғүмерҙән мәхрүм итеүҙә иң ауыр гонаһты күрәләр. Лактантиус, милләттәр араһындағы хәҡиҡәт һәм дошманлыҡ тап килмәй һәм диндарҙарҙың күңелендә йәнәш йәшәргә тейеш түгел, тип уйлаған; Августин христианлыҡ идеалын мәңгелек тыныслыҡ тип таныған. Сиркәүҙең империя менән берләшеүе лә уның тәғлимәттәренә хәрбилек килтерә, әммә тыныслыҡ идеяһы әлегә тиклем юғалып ҡалмаған була. 1182 йылда француз балта оҫтаһы Дюран тыныслыҡ туғанлығын булдыра, тиҙҙән ул бөтә ҡатламдар кешеләрен йәлеп итә. Ун өсөнсө быуатта доминиканлылар һәм францискандар Италияла тыныслыҡ тураһында вәғәз әйтәләр. Сиркәү тарафынан саҡырылған соборҙар һуңғы дипломатик конгрестар һәм конференцияларҙың хәбәрселәре булып тора; әммә шул уҡ ваҡытта Рим католик сиркәүе мөртәттәрҙе (еретик) һәм көфөнлөктө (башҡа дин тотоу) юҡ итеүҙе хуплап, тыныслыҡҡа ҡаршы сыға[5].

Тыныслыҡты сағылдырған билдә (рим папаһы Климент XI, 1701 йыл)

Урта быуат аҙағында һәм хәҙерге заман башында халыҡ-ара хоҡуҡтың барлыҡҡа килеүе тыныслыҡ файҙаһына мөһим фактор булып тора. Конгрестар һәм дөйөм эштәр буйынса конференциялар йышыраҡ барлыҡҡа килә; Гротиус үҙенең De jure balli treas pacis (1625) трактатында «бындай йыйылыштарҙың христиан державалары араһында файҙалы» тигән фекерҙе белдерә. Йыйылыштарҙа бәхәстәргә ҡағылышы булмаған дәүләттәр хәл итә һәм яҡтарҙы ғәҙел сәбәптәр буйынса тыныслыҡҡа мәжбүр итеү буйынса саралар күрә.

Таныслыҡты һаҡлау өсөн дәүләттәр төрлө ойошмалар төҙөй. Мәҫәлән, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО).

Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы тыныслыҡ, халыҡтар дуҫлығы булдырыу өсөн ҙүр өлөш индергән шәхестәргә бирелә.

Тыныслыҡ күгәрсене

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыныслыҡ күгәрсене — Икенсе бөтә донъя һуғышынан һүң Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгресынан һүң популяр булған әйтем.

Беренсе Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгрессы 1949 йылда Парижда һәм Прагала үтә. Конгресс эмблемаһын Пабло Пикассо эшләй. Эмблемала суҡышында зәйтүн ботағы тотҡан аҡ күгәрсен төшөрөлгән.

Тыныслыҡ һаҡлаусы территориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер шарында тыныслыҡ оҙаҡ һаҡланған территориялар бар.

  1. Jackson R. J. NATO and Peacekeeping
  2. Поддержание международного мира и безопасности. www.un.org (11 декабрь 2014). Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  3. Раймунд Зайдельман. ТЕОРИИ КОНФЛИКТОВ И МИРА: КОНЦЕПЦИИ, ПОДХОДЫ И МЕТОДЫ 2015 йыл 22 октябрь архивланған.
  4. 4,0 4,1 А.Смирнова. Проблемы применения концепции «либерального мира» в российских исследованиях
  5. Мир вечный // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Көнсығыш Европа Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң 60 йыл тыныслыҡта йәшәй.

Территория Тыныслыҡ оҙайлығы Комментарий
Швеция флагыШвеция 1814 — бөгөнгө көн Иң оҙайлы тыныслыҡ булған дәүләт. Швеция 1814 йылда Норвегияға баҫып ингәндән һүң хәрби конфликттарҙа ҡатнашмай.
Флаг ШвейцарииШвейцария 1848 — бөгөнгө көн Был дәүләт ҡаты нейтралитет сәйәсете менән оҙаҡ йылдар тыныслыҡ һаҡлап ҡалды.
Коста-Рика флагыКоста-Рика 1949 — бөгөнгө көн 1944 һәм 1949 йылдарҙағы 44 көнлөк Граждандар һүғышынан һуң был дәүләт армияһын тарата һәм хәрби конфликттарҙа ҡатнашмай.

Штат Пенсильвания
16821754 Штат Пенсильвания бер ниндәй армия һәм ополчениеһыҙ 72 йыл буйы тыныслыҡта йәшәй.
Аманит 1693 — бөгөнгө көн Анабаптистар сектаһы тыныс тормошта йәшәй.