Эстәлеккә күсергә

Сөғд батшалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөғд батшалығы
Рәсем
Административ үҙәк Сәмәрҡәнд
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Карта
 Сөғд батшалығы Викимилектә

Сөғдиә Әһәмәниҙәр дәүләте картаһында

Сөғд батшалығы (Согдиана, шулай уҡ Соғд; бор. грек. Σογδιανή; фарс. سغد Сөғд ; таж. Суғд ; үзб. So`g`d)) — Үҙәк Азияла боронғо тарихи өлкә, көнсығышта ике йылға — Амударъя һәм Һырдаръя — араһында Зарафшан үҙәне үҙәгендә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта Үзбәкстан (унда элек Согдиананың үҙәге Сәмәрҡәнд ҡалаһы булған) һәм Тажикстан менән территориаль бүленгән.

Согд исеме беренсе тапҡыр Зороастризмдың изге китабы Авестала телгә алына. «Авеста» һүҙе «изге», «яныусы», «таҙа» тигән мәғәнәләргә эйә булған тип фаразлана. Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта бында дәүләттең баш ҡалаһы — Маракандаға (Сәмәрҡәнд) нигеҙ һалына. Һуңыраҡ Согд территорияһында башҡа ҡалалар барлыҡҡа килә, шул иҫәптән Акрополь.

Беҙҙең эраға тиклем 546—539 йылдарҙа Үҙәк Азияла кампания барышында Сөғд батшалығын Әһәмәниҙң Бөйөк хакимы Бөйөк Кир II яулай. Сөғд батшалығы топонимы Сугуда (Әһәмәниҙәр империяһы сатрапияһында) өлкәһе исеме булып ҡулланыла. Ул Бехистун ҡаяһында Бөйөк батша Дарий I тарафынан яҙып ҡалдырылған 19-сы яҙыу. Хәҙерге Тажикстан (Памирҙан тыш) һәм Үзбәкстан (Хәрәзмдән тыш) территорияларын биләгән. Сөғд батшалығы төньяҡта урынлашҡан. VI—IV быуаттар дауамында, Артаксеркс II идара иткәнгә тиклем, Сөғд боронғо фарсы Әһәмәниҙәр бойондороҡһоҙ дәүләтенә ҡараған. Парфия, Хәрәзм һәм Арейея менән бергә Сөғд уның 11-се сатрапияһына ингән. Сөғд халҡы һалымдың күбеһен көмөш менән түләгән, аҫыл таштар ташыған, фарсы батшаларын хәрби ғәскәрҙәр менән тәьмин иткән.

Эллинистик осор Беҙҙең эраға тиклем 329—327 йылдарҙа Сөғд халҡы Спитамен (беҙҙең эраға тиклем 327 йылда үлтерелә) етәкселегендә Искәндәр Зөлҡәрнәйға ҡаршылыҡ күрһәтә. Иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып Политамет (Зарафшан йылғаһы) янындағы киҫкен бәрелештәр була. Был бәрелештәрҙә ете йыллыҡ хәрби кампания тарихында грек-македония ғәскәрҙәре беренсе тапҡыр еңелә. Шуға ҡарамаҫтан,Сөғд ғәскәрҙәре ихтилалы баҫтырыла. Искәндәр Зөлҡәрнәй Сөғд батшалығы менән Бактрияны бер сатрапҡа берләштерә, уның башлығы итеп Филипп III Аристей ҡуйыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Кирополде (Худжанд) Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр) Александрия Эсхатуға (Александрия Крайняя) үҙгәртә. Искәндәр Зөлҡәрнәй вафат булғандан һуң (беҙҙең эраға тиклем 323 йыл) ике йыл үткәс, Трипарадистаға килешеү буйынса Сөғд батшалығы Бактрия менән бергә Ария сатрапына ҡала. Беҙҙең эраға тиклем 305 йылда был биләмәләрҙе Селевкид батшалығы яулап ала. Беҙҙең эраға тиклем өсөнсө быуаттың яртыһында был сатрап Диодот тарафынан Грек-бактри батшалығына әйләндерелә. Был батшалыҡ беҙҙең эраға тиклем икенсе быуатҡа тиклем көн күрә, һуңыраҡ күсмә ҡәбиләләр (скифтар һәм юэчжиҙар) уны Хәрәзмгә буйһондора. Беҙҙең эраға тиклем беренсе быуаттарҙа Сөғд батшалығы Урта Азиянан алып Һиндостанға тиклем һуҙылған Кушан батшалығына инә.

Урта быуаттар башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

IV—V быуаттар аҙағында Сөғд батшалығыны эфталиттар буйһондора, VI—VII быуаттарҙа иһә — төрки ҡағанлығы. Тоба Вэй идара иткән сорҙа ҡытай хронистары Сөғд батшалығыны һүрәтләп ҡалдырған (Сутэ 粟特). Сөғд батшалығыға хунналар баҫып инеп, кенәзде үлтереүе тураһында һөйләнелә (ҡасан һәм ниндәй хунналар икәне билдәле түгел). Дүртенсе кенәз Хуни (忽倪) була. Сөғд сауҙагәрҙәре Лянчжоуҙа һатыу иткән. Увэйҙы буйһондорғанда Тоба Вэй ғәскәрҙәре Сөғд сауҙагәрҙәрен ҡулға ала. Сөғд кенәзе уларҙы һатып алырға ризалаша, вэйҙар ҡаршы килмәй, тик сауҙагәрҙәрҙе азат иткәс, дипломатик мөнәсәбәттәр өҙөлә. Мөнәсәбәттәр власҡа 564 йылда Бэй Чжоу килгәс кенә ҡайтанан тергеҙелә. IV быуаттан VIII быуатҡа тиклем Сөғд территорияһында әллә күпме автоном кенәзлек булған (улар араһында иң дәрәжәлеһе — Сәмәрҡәнд кенәзлеге). Сөғд Көнсығыштың иҡтисади һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнаған. Сөғд сауҙагарҙәре ебәк менән һатыу итеүҙе үҙ ҡулынан ысҡындырмаған. Сөғд сауҙа һәм игенселек колониялары Монголиянан Ҡытайға һәм Мерваға тиклем төп каруан юлдарында һуҙылған булған. VII быуаттан алып VIII быуат уртаһына тиклем Сәмәрҡәнд Сөғд ында ихшид династияһы идара итә, Шишпир, Вархуман, Мастан-Навиан, Тархун, Гурек, Тургар уның билдәле хөкөмдарҙары булған.

Ғәрәп яулап алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

651 йылда ғәрәптәр Фарсыстанда Сәсәниҙәр хакимлығын ҡолата, артабан Мәүерәннаһрға (Mā warā 'l-nahr, «заречье»), Амударья аръяғындағы Сөғд ерҙәренә ынтыла. Сөғд ийлылар оҙаҡ ҡаршы тора, ләкин VIII б. башында Сөғд ғәрәп Хәлифәлеге тарафынан яулап алына.

Сөғд хакимдарының һуңғыларынан береһе, Пенжикент хөкөмдары Деваштич баҫып алыусыларға ҡаршы баш күтәрә, ләкин еңелә. Уны 722 йылда, ҡалған ғәскәре менән Калаи-муг ҡәлғәһендә йәшеренгән көйө сая ҡаршылыҡ күрһәткән сағында, хөрәсән әмире Сәид әл-Харашиҙың яугирҙары алдап саҡырып сығара[1]. Артабан да регионда ғәрәп баҫҡынсыларына ҡаршы ихтилалдар булған (728—729 йылдарҙа), ә күп Сөғдиҙәр Ҡытайҙа ырыуҙашы Ан-Лушань ихтилалында ҡатнаша.

Зеравшан йылғаһы үҙәне үҙенең Сәмәрҡәнд Сөғд тигән боронғо исемен урта быуаттарға саҡлы һаҡлай. Сөғд составына шулай уҡ Бохара оазисы һәм Ҡашҡадаръя ингән.

  1. Согдийские тексты с горы Муг. Чтение, перевод, комментарий. Выпуск II. Юридические документы и письма. Чтение, перевод и комментарии В. А. Лившица. М., 1962.