Сербия милли китапханаһы
Сербия милли китапханаһы сер. Народна библиотека Србије | |
сер. Народна библиотека Србије серб-хорв. Народна библиотека Србије[1] | |
Адресы | |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Фонд | |
Фонд йыйынтығы |
китаптар, фәнни журналдар, гәзиттәр, журналдар, аудиояҙмалар, мәғлүмәт базалары, карталар, эстамптар, һүрәттәр һәм ҡулъяҙмалар |
Фонд күләме |
яҡынса 6 млн берәмек |
Хеҙмәтләндереү | |
Башҡа мәғлүмәт | |
- | |
Веб-сайт |
www.nb.rs (серб.) |
Сербия милли китапханаһы Викимилектә | |
Сербия милли китапханаһы (сер. Народна библиотека Србије) — Сербияла иң ҙур китапхана. Илдең баш ҡалаһы Белградта, Врачар общинаһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китапхананың барлыҡҡа килеүе 1832 йылдың февралендә булған тарихи ваҡиғаға бәйле, ошо ваҡытта тәүге серб гәзитен баҫтырыусы Димитрие Давидович кенәз Милош Обреновичҡа хат менән мөрәжәғәт яһай. Шул уҡ йылдың ноябрендә кенәз мотлаҡ даналарҙы Милли китапханаға ебәрергә бойора[2].
Беренсе донъя һуғышы осоронда китапхана бинаһы һәм уның фонды бомбардировкалау һөҙөмтәһендә зыян күрә, фондтың иҫән ҡалған өлөшөн һаҡлау өсөн Ниш һәм Крагуевац ҡалаларына күсерәләр. Һуғыш тамамланғандан һуң, 1919 йылғы Милли китапхана тураһындағы акт һәм Матбуғат тураһындағы законға ярашлы китапханаға үҙәк дәүләт статусы бирелә һәм ул бөтә Югославия короллегендә нәшер ителгән китаптарҙың мотлаҡ даналарын алыу хоҡуғына эйә була.
1941 йылдың апрелендә фашистик илдәр Югославияға һөжүм иткән осорҙа, Белградты бомбардировкалау һөҙөмтәһендә китапхана бинаһы тулыһынса юҡ ителә. Уның бинаһы менән бергә 500 000 дана китаптар, 1424 кириллик ҡулъяҙмалары һәм уставтар, 1500 берәмек боронғо карталар һәм гравюралар, 4000 журнал, 1800 гәзит башлыҡтары, ғосман (төрөк) документтарының архивы һ.б. юҡ ителә.
1944 йылда Белград азат ителгәс, китапхана тергеҙелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://web.archive.org/web/20221226144622/https://www.cenl.org/member-libraries/
- ↑ Tri veka burne istorije Narodne biblioteke Srbije (серб.). Дата обращения: 22 апрель 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербия милли китапханаһы Викимилектә |
- Рәсми сайт (серб.). Дата обращения: 22 апрель 2014.
- Tri veka burne istorije Narodne biblioteke Srbije (серб.). Дата обращения: 22 апрель 2014.