Нарва
Ҡала | |||||
Нарва Narva | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Өйәҙ | |||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Тармо Таммисте | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1171 | ||||
Элекке исеме |
Ругодив | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
84,54 км² | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
60 400 кеше (2016) | ||||
Тығыҙлығы |
734 кеше/км² | ||||
Милли состав |
урыҫтар – 82,21 % | ||||
Конфессиональ составы |
православие, лютерандар | ||||
Этнохороним |
нарвитя́ндар, нарвитя́н; | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+37235 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
narva.ee | ||||
Награды | |||||
На́рва (эст. Narva) — Эстонияның халыҡ һаны буйынса өсөнсө, күбеһенсә урыҫ телле халыҡлы, Ида-Вирумаа өйәҙенең иң ҙур ҡалаһы. Нарва яны үҙәге булараҡ, бай тарихлы, урыҫ-эстон бәйләнештәрендә сәйәси-иҡтисади әһәмиәте ҙур. Халыҡ һаны — 60 400 кеше (2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата).
Ҡаланың рәсми нигеҙләнеү ваҡыты 1223 йылдан, даттар Нарва һарайын төҙөгән ваҡыттан алып, һанала.
Географик торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нарва ҡалаһы Нарва (Нарова) йылғаһы тамағынан 12 км өҫтәрәк, Рәсәй сигендәге Ивангородҡа ҡаршы, Кингисепптан — 20 км , Санкт-Петербургтан — 152 км, Таллиндан көнсығышҡа ҡарай 210 км алыҫлыҡта урын алған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерлек тәү тапҡыр 1171 йылда Новгород йылъяҙмаһында Нарвия ауылы тип телгә алына. XIII быуат башында даттар, көнсығышҡа Балтик диңгеҙенә табан барып, әкренләп тәбиғи сик яғына — Нарова йылғаһы янына сыға.
Ҡәлғәне даттар 1223 йылдың 30 ноябрендә нигеҙләй. XIV б. башында Нарваға ҡала хоҡуҡтары бирелә. 1223—1346 йылдарҙа Нарва — Данияға, ә 1558 йылдан Ливон орденына ҡарай. Ошо ваҡытта Герман ҡәлғәһе төҙөлә (XIII—XVI бб.), ҡаланың стратегик әһәмиәтен күрһәтә ул.
1492 йылда, Ливония менән һуғышыу өсөн, бөйөк мәскәү кенәзе Иван III Нарваға ҡаршы Ивангород нығытмаһын төҙөй. Ливония һуғышы ваҡытында Нарваны урыҫ ғәскәрҙәре 1558 йылдың 11 майында баҫып ала. Батша Иван Грозный Нарваны Балтик диңгеҙендәге эре сауҙа һәм хәрби порт итергә планлаштыра. 23 йыллыҡ урыҫ хакимлығы ваҡытында унда байтаҡ урыҫ сауҙагәрҙәре һәм һөнәрселәре күсә, сиркәүҙәр төҙөлә. Нарва Төньяҡ Германия, Дания, Голландия, Франция һәм Англия менән бик уңышлы сауҙа иткән. Швед короллеге һәм Речь Посполитая дәүләттәренә урыҫтарҙың Балтик диңгеҙендә килеп сығыуы оҡшамай, шуға күрә ике дәүләт араһында һуғыш башлана. 1579 йылда шведтар тәү тапҡыр Нарваны баҫырға тырыша, әммә барып сыҡмай, 4000 кешеһен юғалталар. 1581 йылда шведтар Нарваны яулап алғас, 7000 урыҫ ҡала халҡын үлтерәләр.
1590 йылда Нарваға тағы бер ҡат урыҫ ғәскәрҙәре инеп маташа, 1595 йылда Рәсәй һәм Швеция араһында Тявзин килешеүе төҙөлә. Был килешеү буйынса Рәсәй Нарва һәм Ревелдән баш тарта, шуның өсөн Нарова йылғаһынан көнсығышҡа табан бөтә ерҙәрҙе үҙенә ала.
Нарваны баҫып алыуҙан Петр I Төньяҡ һуғышты башлай, урыҫ армияһы ҡаланы урата, тик швед ғәскәрҙәре еңеп сыға. Артабан барыбер урыҫ ғәскәрҙәре Нарваны яулай. Төньяҡ һуғыш һөҙөмтәһендә Эстляндия һәм Лифляндия Рәсәйгә күсә, бының турала 1721 йылда Ништад килешеүе төҙөлә. 1719 йылда Ревель губернаһы ойошторола, шул уҡ ваҡытта Нарва Петербург губернаһында ҡала. Һуңыраҡ Нарва губерна буйһоноуынан сығарыла, ә 1802 йылда яңынан Петербург губернаһы составына инә[3].
Кронштадт һәм Свеаборг ҡәлғәләре нигеҙләнгәс, Нарва үҙенең стратегик әһәмиәтен юғалта. XIX быуат уртаһында Нарва, Кренгольм мануфактураһын асҡас, ҙур текстиль сәнәғәте үҙәге була. Мануфактура ойоштороусылар араһында: Лев Герасимович Кноп (инг.)баш. (инг.)русск., Козьма Терентьевич Солдатенков, Алексей Иванович Хлудов, Ричард Васильевич Барлов, Эрнст Федорович Кольбе[4].
Ҡала яҙмышындағы етди үҙгәрештәр 1917 йылғы революция һөҙөмтәһендә үтә. Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәтенең 1917 йылдың 30 мартындағы ҡарары буйынса, Эстлянд губернаһына Лифлянд губернаһының эстон өлөштәре ҡушыла. Нарва халҡы ла ҡушылырға теләй, әммә был ниәт килеп сыҡмай.
Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатыуҙан һуң, Нарва ҡала управаһы Совет Рәсәй хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып бара. Совет хөкүмәте ниәт менән килешә, һәм 10 (23) декабрҙә үткәрелгән референдум һөҙөмтәләре буйынса, Нарва Эстлянд губернаһы составына күсә[3].
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында 1941 йылдың 17 авгусынан Нарваны герман ғәскәрҙәре оккупацияға ала. 1944 йылдың 26 июлендә ҡала Нарва операцияһы барышында азат ителә. Һуғыш ваҡытында ҡаланың боронғо өлөшө емерелә[5]. Һуғыштан һуң тулыһынса булмаһа ла, ҡайһы бер өлөштәре тергеҙелә.[6]
СССР тарҡалғанда, 1990—1991 йылдарҙа Нарва янының эстон өлөшөнә (Ида-Вирумаа) ҡарата Нарва республикаһын иғлан итеү идеялары тарала[7].
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уртаса һауа температураһы — 4,9 °C
- Уртаса ел тиҙлеге — 3,8 м/с
- Уртаса һауа дымлылығы — 80 %
Сәнәғәт һәм иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нарва иҡтисади нигеҙен бөгөн энергетика тармағы сағылдыра. Нарва электр станцияларының энергетика комплексы иң ҙур эш менән тәьмин итеүсе һанала, унда 600 яҡын кеше эшләй.
Нарвала бөгөнгө көнгә тиклем тегеү, металл эшкәртеү, контроль-үлсәү һәм медицина аппаратураһы, шулай уҡ төрлө сәнәғәт йыһаздары эшләү һәйбәт үҫеш алған.
Эре сәнәғәт предприятиелары менән бер рәттән бәләкәй һәм урта эшмәкәрлек үҫешкән, улар араһында иң ҙур өлөштө сауҙа, хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиелары хала. Нарвала теркәлгән дөйөм кәсеп ойошмалары һаны — ике меңдән артыҡ.
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың 1 ғинуарында Нарвала барлығы 62 000 кеше, шуларҙан Эстония граждандары — 46,7 % (29 000 кеше), Рәсәй граждандары — 36,3 % (22600), гражданлыҡһыҙ — 15,3 % (9500 кеше иҫәпләнгән)[8]
Герб
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1585 йылдың 22 июлендә швед короле Иоанн III Нарваға өҫтөнлөктәр һәм герб бүләк иткән. Герб ҡалҡанында ситенән фәрештә (ҡалҡан өҫтөндә) һәм муллыҡ мөгөҙҙәре (ҡалҡан ситенән уңдан һәм һулдан) төшөрөлгән[9]. Герб ҡалҡанының үҙендә күк майҙанда ике балыҡ (бәрҙе), улар өҫтөндә — ике йәҙрә араһында шпага, унан аҫтараҡ ҡылыс һәм йәҙрә урын алған.
Нарва гербы 1780 йылдың 7 майында раҫланған.
1935 йылдың 28 майында Нарва ҡала йыйылышы 1585 йылғы фәрештә менән муллыҡ мөгөҙҙәре төшөрөлгән гербты кире ҡайтара.[9]
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нарва Ида-Вирумаа өйәҙе составына инә, Нарва ҡала муниципалитетын барлыҡҡа килтерә.
Нарва өс өлөштән тора: Нарва ҡалаһы, Кудрукюла, Ольгина, шулай уҡ Юбилейный кварталы. Нарваның дөйөм майҙаны 84 583 005 м² (8458 га), 78 394 766 м² (7840 га) нарва ҡалаһына ҡарай, Кудрукюла — 5 606 739 м² (560 га), баҡса кооперативтары «Ольгинский» һәм «Берёзка» — 58,15 га. Нарва ҡалаһында 123 урам, уларҙың 23, Эстония ССР-ҙан айырылғас, исемен үҙгәртә.
Хәҙер Нарва ҡалаһы 11 райондан һәм 3 айырым райондан тора: Сутхоффи, Пяхклимяэ, Калеви, Ваналинн, Йоаору, Кересе, Солдино, Кренгольм, Паэмурру, Кулгу, Веэкулгу, Электрияма, шулай уҡ Ольгина, Кудрукюла һәм Юбилейный.
Ҡыҙыҡлы урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нарва башняһы |
Александр лютеран сиркәүе |
Нарва ратушаһы | |
Һыу башняһы | |
Нарва ир-егеттәр гимназияһы |
Пакс бастионында фонтан |
Сәнғәт галереяһы |
Һыу башнялы йорт[10] |
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эстонии тарихында Нарва менән бәйле булмаған бер һуғыш йәки алыш юҡ[11].
- Урыҫтар халыҡ һанының милли состав буйынса иң ҙур өлөшөн тәшкил итә (80,1 %), эстондар — 3,9 %[12].
- Нарва (Нарова) йылғаһындағы Кренгольм утрауы Эстонияның көнсығыш нөктәһе һәм утрауы[13].
- 15 — 59 йәштәрҙәге ҡала халҡының 9 % ВИЧ-инфекцияһын йөрөтөүселәр[14].
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Партнёр ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Форсса, Финляндия
- Лахти, Финляндия
- Пярну, Эстония
- Ивангород, Рәсәй
- Петрозаводск, Рәсәй
- Псков, Рәсәй
- Санкт-Петербургтың Киров районы, Рәсәй
- Мәскәүҙең Көньяҡ-Көнбайыш округы, Россия
- Борисов, Беларусь
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Нарва в цифрах 2013 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Ответ «Грамоты.ру» 2009 йыл 10 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Межевич Н. М. Российско-эстонская граница: история формирования и современное значение для развития Северо-Запада России // Псковский регионологический журнал. 2007. № 4. С.134-145.
- ↑ Основание Кренгольмской мануфактуры и администрация.(недоступная ссылка)
- ↑ «Гибель старой Нарвы» (стр. 5-17) — Исследовательская статья в книге "Anton Weiss-Wendt Must-Valge Linn.
- ↑ Нарвский музей, Сборник исследовательских статей, 2011 год
- ↑ Нарвская республика: новая коммунистическая утопия, Коммерсантъ (19 августа 1991). 13 май 2014 тикшерелгән.
- ↑ Репортаж: Ильвес поздравил новых граждан: в моем лексиконе нет места слову «инородец»
- ↑ 9,0 9,1 «Нарва. Культурно-исторический справочник», Нарвский музей, 2001 г.
- ↑ Двенадцатиэтажный дом — ул. Пушкина, 20
- ↑ Название Нарвы, образование города //Нарвский музей
- ↑ Основные факты из сборника «Нарва в цифрах за 2008 год» // город Нарва 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Нарвское водохранилище
- ↑ В Нарве 9 % населения в возрасте от 15 до 59 лет инфицировано ВИЧ
Топографик карталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лист карты O-35-21 Нарва. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1976 год. Издание 1978 г.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hansen Heinrich Johann. Geschichte der Stadt Narva. — Dorpat: Gedruckt bei Heinrich Laakmann, 1858. — P. 396.
- Simon Dieterich Geerkens. 'Narva literata, sive Catalogus eruditorum Narvensium; citra dignitatis aut honoris præjudicum alphabeticâ cognominum ferie enumeratorum. — Anno M. DCCIII. Calend. januar. Narvæ, literis Joh. Köhleri, reg. typogr., 1703
- Jaakko Suolahti: Eräs unohtunut henkilöhistorian lähde., Genos 21 (1950), стр. 73-79 2009 йыл 29 ноябрь архивланған. (фин.)(фин.)
- Петров А. В. Город Нарва, его прошлое и достопримечательности в связи с историей упрочения русскаго господства на Балтийском побережье. 1223—1900. — СПб.: Тип. Министерства внутренних дел, 1901
- Anton Weiss-Wendt. Must-Valge Linn. Vana-Narva Fotoajalugu. Kataloog. Schwarz-Weisse Stadt. Fotogeschichte Alt-Narvas. Katalog. — 1997 — ISBN 978-9985-60-395-6 (эст.) (нем.)(нем.)
- Широкорад А. Б. «Прибалтийский фугас Петра Великого», М., 2008, изд: АСТ, ISBN 978-5-17-050418-3, ISBN 978-5-9713-7837-2
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нарва (рус., эст., англ.) 2008 йыл 12 февраль архивланған.
- Нарвский музей
- Карты Нарвы