Эстәлеккә күсергә

Мао Аньин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мао Аньин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡытай
Хеҙмәт итеүе Ҡытай
Тыуған көнө 24 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Чанша[d], Ҡытай Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 25 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Тончхан[d], Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы
Үлем төрө яуҙа үлгән[d]
Үлем сәбәбе авианалёт[d]
Ерләнгән урыны Хвечхан[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Мао Цзэдун[1]
Әсәһе Ян Кайхуэй[d][1]
Бер туғандары Ли Минь[d], Ли На[d], Ян Юэхуа[d], Мао Аньцин[d] һәм Мао Аньлун[d]
Хәләл ефете Liu Siqi[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Ҡытай коммунистар партияһы[d] һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Күре һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы һәм Китайские народные добровольцы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Герой КНДР
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Мао Аньин Викимилектә
Мао Аньин ҡатыны Лю Сунлинь менән

Мао Аньин (ҡыт. 毛岸英; 24 октябрь 1922 йыл — 25 ноябрь 1950 йыл) — Ҡытай Коммунистар партияһы рәйесе Мао Цзэдун менән уның икенсе ҡатыны Ян Кайхуэйҙың улы.

Чанша ҡалаһында Америка госпиталендә (Хунань провинцияһы) тыуған. Әсәһен 1930 йылда гоминьдансылар үлтерә. Бынан һуң Аньин туғандары Аньцин һәм Аньлуно менән Шанхайға ҡаса, бында улар аталары менән бергә йәшәмәй, берәҙәк тормош алып бара. 1936 йылда Аньинды Ивановолағы (СССР) сит ил коммунистары һәм революционерҙары балалары өсөн булдырылған мәктәпкә ебәрәләр (Интердом), бында ул рус телен өйрәнә[2]. СССР-ҙа уны Серёжа тип йөрөтәләр.

1942 йылда Аньин Сталинға фронтҡа ебәреүҙе һорап, өс тапҡыр хат яҙа. Уларҙың береһендә Аньин (Сережа) былай тип мөрәжәғәт итә: «„Ҡәҙерле Сталин иптәш! Мин — Ҡытай егете. Һеҙ етәкселек иткән Совет илендә 5 йыл уҡыным. СССР-ҙы мин Ҡытайҙы яратҡан кеүек үк яратам. Мин нисек итеп герман фашистары Һеҙҙең илегеҙҙе тапағанын ҡарап тора алмайым. Мин миллиондарса үлтерелгән совет кешеләре өсөн үс алырға теләйем. Мин фронтҡа китеү теләге менән янам. Минең үтенесемде кире ҡаҡмауығыҙҙы һорайым“. Авторы — Мао Аньин (Серёжа), яҙыу ваҡыты — май, 1942 йыл.» Хаттар яуапһыҙ ҡала, Аньин осраҡлы ғына сержанттар өсөн курстарға эләгә. Унан һуң Мәскәүҙә Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияла һәм Фрунзе исемендәге хәрби академияла уҡый. 1943 йылдың ғинуарында ВКП(б) сафына алына.

Лейтенант званиеһы алғандан һуң, Аньин танк ротаһына замполит итеп тәғәйенләнә һәм 2-се Белорус фронтына китә. Польша менән Чехословакияны азатлауҙа ҡатнаша. Үҙенең танк ғәскәре менән Сергей Мао Берлинға барып етә.

Һуғыштан һуң Мәскәү Көнсығыш институтына уҡырға инә (Ҡытай бүлегенә). Атаһы талабы буйынса тыуған иленә ҡайтып китерҙән алда Сталин янында була һәм Совет етәксеһе уға пистолет бүләк итә.

1946 йылдың ғинуарында Аньин Ҡытайға ҡайта һәм Ҡытай компартияһына инә. 1949 йылда Лю Сыци исемле ҡыҙға өйләнә[3].

1950 йылдың октябрендә Ҡытай Төньяҡ Корея яғында Корея һуғышына ҡушыла. Аньин (КНД) үҙ теләге менән килгән яугирҙәрҙең Ҡытай ғәскәре (КНД) командующийы Пэн Дэхуай штабында тәржемәсе булып хеҙмәт итә. 25 октябрҙә ул ике ил араһындағы Яла йылғаһын аша сыға. Теүәл бер айҙан, 1950 йылдың 25 ноябрендә, Ҡытай халыҡ азатлыҡ армияһы генерал-майоры Мао Аньин Америка авиацияһы һөжүме ваҡытында һәләк була. Мао Цзэдунға улының һәләк булыуы тураһында 1951 йылдың ғинуарында ғына хәбәр итәләр[4]. Ә уның ҡатынына өс йылдан һуң ғына иренең үлеме тураһында әйтәләр.

1950 йылдың 25 ноябрендә Америка самолеты напалм бомбаларын штаб бинаһына ташлай. Был ваҡытта унда Ҡытай халыҡ доброволецтары частары менән етәкселек иткән генерал Пэн Дэхуайҙың тәржемәсеһе Сергей була.

"Ҡытай доброволецтары Генераль штабының яңы бинаһында ҡайғы һәм нәфрәт тулы тынлыҡ һөрә, — тип яҙа Ли Минь. — Был тынлыҡтан тын алыуы ауырлаша, ҡан ойоша. Ҙур булмаған квадрат өҫтәлгә эйелеп, Пэн Дэхуай телеграмма яҙа: «Бөгөн Ҡытай халыҡ доброволецтары штабына дошман авиаһөжүме ваҡытында Мао Аньин һәләк булды».

— Рәйес, Аньинды һаҡлап ҡала алманым, был минең ғәйеп. Миңә яза бирегеҙ, — ти Пекинға ҡайтҡас, Пэн Дэхуай. Маоның яуабы Сталиндың Паулюсты әсиргә эләккән улы Яковҡа алмаштырыу тураһындағы тәҡдимгә реакцияһына оҡшаш: ул «лейтенанттарҙы фельдмаршалдарға алмаштырмай» икән.

— Ябай яугир һәләк булды, — ти Мао, — минең улым булған өсөн генә бынан әллә ниндәй ваҡиға яһамағыҙ. Ул-минең улым, партия Рәйесе улы булған өсөн, Ҡытай һәм Корея халыҡтарының дөйөм эше өсөн һәләк була алмаймы ни!

Рәйес Мао Цзэдундың улы Аньин КХДР-ында, Хвэчхан өйәҙендә башҡа Ҡытай доброволецтары менән бергә ерләнгән. Корея халҡы уның ҡәберен ҡәҙерләп һаҡлай.

Ҡытай доброволецтарының Корея һуғышында ҡатнашыуына 60 йыл тулыу айҡанлы «Мао Аньин иптәш» скульптураһы (авторы- КХДР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Ли Ир Мен) Ҡытай халыҡ революцияһы хәрби музейы коллекцияһына алына.

Скульптура аҡ мәрмәрҙән эшләнгән. Уны «Цзихуа Чуньцю» Пекин аукцион компанияһы һатып ала һәм Ҡытай халыҡ революцияһы музейына бүләк итә. Скульптураны музейға тапшырыу тантанаһында Америка агрессияһына ҡаршы һуғышҡан һәм Корея халҡына ярҙам иткән 15 ветеран да ҡатнаша[5]

  1. 1,0 1,1 Zhisui L. (unspecified title) (ингл.) — 1996. — P. 56. — ISBN 978-0-09-964881-9
  2. Сергей Мао (22 октябрь 2013). Дата обращения: 13 июль 2016.
  3. Юрий Галенович. Великий Мао. «Гений и злодейство». — Litres, 2015-01-21. — 1128 с. — ISBN 5457094936.
  4. Dostoinstvo - Личная жизнь Мао Цзэдуна в мемуарах его дочери. www.dostoinstvo.zolt.ru. Дата обращения: 13 июль 2016. 2016 йыл 16 август архивланған.
  5. F_989. Скульптура "Товарищ Мао Аньин" художника из КНДР попала в коллекцию Военного музея китайской народной революции. russian.people.com.cn. Дата обращения: 13 июль 2016. 2016 йыл 17 август архивланған.


Ҡалып:China-bio-stub