Магма
Магма (һ. б.-греч. μάγμα — болғама, ҡуйы иҙмә) — ер ҡабығында йәки өҫкө мантияла барлыҡҡа килгән, һыуынғас магматик тау тоҡомдарын барлыҡҡа килтереүсе тәбиғи селикат һәм уның юғары температуралағы иретмәһе. Ағып ятыуса магма лава тип атала.
Магманың химик составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магма составында Менделеев таблицаһының барлыҡ тиәрлек химик элементтары бар, улар араһында: Si, Al, Fe, Са, Mg, К, Ti, Na, шулай уҡ осоусан компоненттар (угрерод оксиды, сероводород, водород, хлор, фтор һәм башҡалар) һәм пар хәлендәге һыу. Осоусан комроненттар магма кристаллашҡанда төрлө минералдар эсендә ҡала (амфибола, слюда һ.б.). Бик һирәк осраҡта селикат булмаған магма осрай, мәҫәлән һелтеле карбон (Көнсығыш Африка вулкандары) һәм карбонлы магма. Магма өҫкәрәк күтәрелгән һайын составында осоусан компоненттар әҙерәк була. Газдар сығап бөткән, ер өҫтөндә ағып ятҡан магма лава тип атала.
Магма төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Базальт магма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Базальт магма иң таралғаны. Улың составында 50 % кремнозем. бер ни тиклем миҡдарҙа алюминий, кальций, тимер, магний бар, аҙыраҡ миҡдарҙа натрий, калий, титан и фосфор.
Гранит магма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гранит магма составында кремнозем60—65 %, тығыҙлығы түбәнерәк, ағыусанлығы ҡуйыраҡ. Базальт магма менән сағыштырғанда газдар менән тулыландырылған.
Ер өҫтөнә сығыу һәм ҡатыу рәүешенә ҡарап магматизмды ике төргә бүләләр: интрузив һәм эффузив. Беренсе осраҡта магма тәрәндә, ер аҫтында ҡата, икенсе осраҡта ер өҫтөндә һәм ер өҫтөнә яҡын (5 км-ға тиклем) урындарҙа ҡата.
Магманың кристаллашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магма иретмәһе, үҙ-ара тигеҙлекә ынтылыусы, шыйыҡлыҡтан, газдарҙан, ҡаты кристалдарҙан тора. Температура, баҫым, газдар составы үҙгәреүгә ҡарап иретмә һәм уның составындағы минерал кристалдары үҙгәрә, берәүҙәре иреп юҡҡа сыға, берәүҙәре барлыҡҡа килә, шулай итеп магманың барлыҡ күләме бер туҡтауһыҙ эволюция хәлендә тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лава
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Всё о Геологии 2017 йыл 29 сентябрь архивланған.
- [1] 2016 йыл 21 март архивланған.