Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы
Вәзих Исхаҡов | |
Исеме: |
Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Иҫке Тайнаш ауылы[1] |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: | |
Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы (5 октябрь 1927 йыл — 20 ғинуар 1985 йыл) — яҙыусы, 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1984).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәзих Мөхәмәтша улы Исхаҡов 1927 йылдың 5 октябрендә БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Тайнаш ауылында[1] тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң шофер булып эшләй. 1948—1958 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, «Ҡыҙыл таң» газетаһы редакцияһында эшләй. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, филология факультетының әҙәбиәт кафедраһында эшкә ҡалдырыла.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәзих Исхаҡовтың күпселек әҫәрҙәре тарихи-революцион темаға яҙылған. Ул тәүҙәрәк күренекле революционерҙар тура-1 һында «Мулланур Вәхитов», «Революционер тураһында хикәйә», «Хөсәйен Мәүлитов», «Ватан улы» исемле китаптар яҙҙы. Күренекле хәрби эшмәкәр, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ветераны Әхтәм Бәхтизин хаҡында ике киҫәктән торған «Хындан һурылды ҡылыстар», «Имәндәр баш эймәй» романдарын ижад итте. Вәзих Исхаҡов балалар әсән яҙылған «Комиссар һеңлеһе», «Көнгөр малай», «Атайым ултыртҡан өйәңке», «Йәйге һынау», «Тәгәрмәс эҙҙәре», «Күңел моңдары», «Умырзая — яҙ сәскәһе», «Йылдар шаңдауы» китаптарының авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1984).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саҡмағош һәм Тайнаш ауылдарындағы урамдарға Исхаҡов исеме бирелгән
- Өфөлә яҙыусы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
- «Чекмагушинформцентр» редакция-нәшриәт комплексы һәм «Игенче» район гәзите әҙип исемендәге премия булдырған (2007)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә 2016 йыл 21 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Тайнаш ауылы.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Саҡмағош районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 5 октябрҙә тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- 20 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- XX быуат журналистары
- «Ҡыҙыл таң» гәзите журналистары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары
- КПСС ағзалары