Эстәлеккә күсергә

Ева Экеблад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ева Экеблад
швед. Eva Ekeblad
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 10 июль 1724({{padleft:1724|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция[1]
Вафат булған көнө 15 май 1786({{padleft:1786|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3] (61 йәш)
Вафат булған урыны Лидчёпинг[d], Скараборг[d], Швеция[1]
Атаһы Магнус Юлиус Делагарди[d][1]
Әсәһе Хедвиг Катарина Лилли[d][1]
Бер туғандары Хедвиг Катарина Делагарди[d], Брита София Делагарди[d], Понтус Фредрик Делагарди[d], Карл Юлиус Делагарди[d] һәм Ульрик Густав Делагарди[d]
Хәләл ефете Клас Экеблад младший[d][1]
Балалары Клас Юлиус Экеблад[d] һәм Хедвиг Катарина Пипер[d][4]
Нәҫеле Делагарди[d]
Һөнәр төрө хозяйка литературного салона, землевладелец, ботаник, химик, агроном
Эшмәкәрлек төрө агрономия
Ойошма ағзаһы Швеция король фәндәр академияһы[d][5] һәм Швеция король фәндәр академияһы[d][5]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Ева Экеблад Викимилектә

Графиня Ева Экеблад (швед. Eva Ekeblad, тыумыштан Делагарди; 10 июль 1724 — 15 май 1786) — швед ғалимы, агроном, уйлап табыусы; Швед Король фәндәр академияһына һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ була.

Ева Экеблад Коммерц-коллегия президенты Магнус Юлиус Делагарди ғаиләһендә тыуған. 1740 йылда граф Клас Экебладҡа кейәүгә сыға һәм артабан ете бала әсәһе булып китә[6].

1746 йылда Ева үҙенең иң танылған уйлап табыуын — бәрәңгенән он һәм алкоголь етештереү технологияһын булдыра. Уның асышы киләһе йылдарҙа аслыҡты кәметеүгә ярҙам итә. 1748 йылда ул Швед Король фәндәр академияһына һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Шул уҡ хөрмәткә эйә булған киләһе ҡатын-ҡыҙ тик 203 йылдан һуң ғына лайыҡ була.[7].

1751 йылда Ева шулай уҡ кизе-мамыҡтан туҡыманы һәм иләнгән епте һабын менән ағартыу ысулын уйлап таба. Бер йылдан һуң шул ваҡытта косметикала ҡулланылған хәүефле ингредиенттарҙы бәрәңге бүлбеһенән яһалған он менән алмаштырыу ысулын эшләй. Имеш-мимештәр буйынса, Экеблад үҫемлектең сәскәләрен сәсте биҙәү өсөн ҡулланып, бәрәңгене рекламалай[8].

Туғанлыҡ бәйләнештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның ҡустыһы Понтус Фредрик Делагарди фаворитка Хедвига Ульрика Таубеның ҡайнағаһы була.

Кесе һеңлеһенең (Хедвига Катарина Делагарди) (1732—1800) — улы Ханс Аксель фон Ферзен, эре дипломат һәм хәрби начальник була[9].

Ева Экебладтың улы — Клаес Юлиус Экеблад хәрби була һәм королева Луиза Ульрике Прусскаяның фрейлинаһы Брита Хорнға өйләнә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Eva Ekeblad f. De la Gardie (швед.) — 1917.
  2. 2,0 2,1 Tikkanen A. Eva Ekeblad // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 Eva Ekeblad // GeneaStar
  4. Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  5. 5,0 5,1 Елина О. Ю. Дамы на полях: образование и карьера первых женщин-агрономов, конец XIX — начало XX в., Ladies in the Fields: Education and Career Development of Women Agronomists, late XIX — early XX century (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2018. — Т. 10, вып. 2. — С. 67—99. — ISSN 2076-8176; 2500-1221doi:10.24411/2076-8176-2018-11957
  6. Ekeblad | Historiska personer - Historiesajten. www.historiesajten.se. Дата обращения: 10 июль 2017.
  7. Eva Ekeblad’s 293rd Birthday (ингл.). www.google.com. Дата обращения: 10 июль 2017.
  8. Eva Ekeblad f. De la Gardie - Svenskt Biografiskt Lexikon. sok.riksarkivet.se. Дата обращения: 10 июль 2017.
  9. I:234 (Svenskt biografiskt handlexikon) (швед.). runeberg.org (1906). Дата обращения: 10 июль 2017.