Геноцид
Геноцид (грек. γένος — нәҫел-ырыу, ҡәбилә һәм лат. caedo — үлтерәм) — ниндәй ҙә булһа милли, этник, раса, дини йә башҡа тарихи үҫеш барышында барлыҡҡа килгән милли-этник төркөмдө бөтөнләй йәиһә өлөшләтә юҡ итергә ынтылыу ғәмәлдәре түбәндәгесә атҡарыла:
- был төркөм ағзаларын үлтереү;
- уларҙың сәләмәтлегенә төҙәлмәҫлек зыян килтереү;
- бындай төркөмдә бала тыуыуҙы булдырмаҫлыҡ саралар күреү;
- балаларҙы ғаиләнән тартып алыу;
- был төркөмдө бөтөнләй йәиһә өлөшләтә физик яҡтан юҡ итеү маҡсатында сыҙап тормаҫлыҡ тормош шарттарын барлыҡҡа килтереү.
1948 йылдан БМО геноцидты халыҡ-ара енәйәт тип таный.[1]
Кешелек тарихында боронғо замандарҙан башлап бөгөнгө көнгәсә геноцид осраҡтарын бик күп атарға була. Был бигерәк тә Европа державалары тарафынан колониаль империялар барлыҡҡа килтереү өсөн ойошторолған ҡыйралыш һуғыштарына, талау маҡсатында ойошторолған һөжүмдәренә, илбаҫар походтарына, эске этник һәм дини бәрелештәргә хас.
Төшөнсә тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тапҡыр «геноцид» термины ҡулланылышҡа 1943 йылда йәһүд сығышлы Польша юрисы Рафаэль Лемкин тарафынан индерелә, ә халыҡ-ара хоҡуҡи статусын ул Икенсе бөтөн донъя һуғышынан һуң 1948 йылдың декабрында («Геноцид енәйәтен иҫкәртеү һәм уның өсөн язалау Конвенцияһы») кешелеккә ҡаршы иң ауыр енәйәт тип билдәләнгән төшөнсә булараҡ алды.
Юридик һәм логик аңлашылмаусанлыҡтар (коллизиялар) булдырмау маҡсатында терминды ҡулланыу ҡайһы бер юристар тарафынан тик 1948 йылдан һуңғы ваҡиғаларға ғына яраҡлы тип иҫәпләнә. Юрисконсульттар, был Конвенция уны ретроактив ҡулланыу положениеларын үҙ эсенә алмай, тип раҫлай. Киреһенсә, ти улар, Конвенция маҡсаты — йөкләмәләрҙе тик ул конвенцияла ҡатнашҡан дәүләттәргә һәм киләсәк йылдарҙағы ваҡиғаларға ғына яуаплылыҡ һала, ти "[2] Икенсе яҡтан, "Килешеүҙәр хоҡуғы тураһында Вена конвенцияһы"ның 28 -се статьяһына һылтаныуҙары буйынса үҙ һүҙҙәрен раҫлап, тезис «халыҡ-ара хоҡуҡ, ғөмүмән, Килешеүҙәрҙе ретроактив ҡулланыуҙы тыя», тиһәләр ҙә, Килешеүҙәрҙең киреһенсә тәьҫирен дә кире ҡаҡмайҙар, ә тик яҡтарҙың теләктәре булыуы менән аңлата. Килешеүҙәр хоҡуғы буйына Вена конвенцияһы 1980 йылдың 27 ғинуарында, йәғни Геноцид тураһындағы Конвенция үҙ көсөнә ингәндән һуң, эшләй башланы. Шуға күрә, әгәр юрисконсульттарҙың логикаһына эйәрһәң, ул элекке «Геноцид тураһындағы Конвенция»ға ҡулланыу мөмкин түгел.[2]
«Конвенция…» ның беренсе редакцияһы шулай уҡ сәйәси юҡ итеүҙе лә енәйәт, тип атауҙы тәҡдим итә, ләкин СССР һәм ҡайһы бер башҡа илдәр айырым төркөмдәргә сәйәси һәм социаль билдәләр идентификацияһы буйынса йүнәлтелгән хәрәкәтте геноцид тип күрһәтеү менән риза булмай. Шуның өсөн сәйәси һәм дипломатик яҡты күҙ уңында тотоп, был төркөмдәр «Конвенция…» нан сығарылды.[3][4]
Танылыу һәм яуаплылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геноцид халыҡ-ара енәйәт тип танылған. Айырым алғанда, Рәсәй Федерацияһында кешелектең тыныслығына һәм именлегенә янаған геноцид өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡаралган (кодекс Российской Федерации/Глава 34#Статья 357. Геноцид ст Енәйәт кодексының 357-се ст.).
Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара дәрәжәлә геноцид фактын таныу үҙе лә йыш ҡына проблемалы булып тора. Күп кенә осраҡтарҙа геноцид актын уҙғарған тип танылған (инкриминирланған) хакимиәт уны танырға теләмәй; һирәк осраҡтарҙа ошоноң киреһе күҙәтелә, йәғни йыш ҡына геноцид акты был хакимиәттең алмашсылары тарафынан һуңлап таныла.[5]. Геноцидты бары тик айырым өсөнсө дәүләттәрҙең таныу осраҡтары ла һирәк түгел.
Миҫалдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың иң билдәле геноцид факттары булып түбәндәгеләр тора (хронологик):
- 1904—1907 йылдарҙағы герреро һәм нама ҡәбиләләренә йүнәлтелгән геноцид.
- Ғосман империяһының 1915—1923 йылдарҙағы христиандарҙы юҡ итеүе һәм көсләп күсереүе (депортацияһы) (ҡара: Әрмәндәрҙе геноцидҡа дусар итеү; Понтий гректарҙы геноцидҡа дусар итеү; Ассириялыларҙы геноцидҡа дусар итеү).
- Совет хакимиәтенең казактарға ҡарата геноциды[5]. Иң интенсив сағылышы — 1919, 1932—1933 йылдарҙа[6][7][8].
- Нацист Германияһының Икенсе бөтә донъя һуғышы барышында йәһүдтәрҙе (ҡара: Холокост), сиғандарҙы ҡырыуы (ҡара: Сиғандарҙы геноцидҡа дусар итеү).
- Икенсе бөтөн донъя һуғышы барышында Павеличтың профашист хорват режимының сербтарҙы ҡырыуы (ҡара: Серб халҡына ҡарата геноцид (1941—1945)).
- 1960 йылдың авгусында Юристарҙың халыҡ-ара комиссияһы юристары үҙ докладында «Тибетта тибеттарға геноцид уларҙы дини төркөм булараҡ юҡҡа сығарырға ынтылыш», -тине.
- "1975—1979 йылдарҙа " Камбоджала Пол Пот һәм Иенг Сари режимы өс миллионға тиклем камбоджалыны (ҡайһы бер айырым аҙ һанлы милләттәрҙе иҫәпкә алмаһаҡ, ҡорбандарҙың милләте билдәләүсе әһәмиәткә эйә булмаһа ла, ул йыш ҡына геноцид тип атала). (ҡара: Ҡыҙыл кхмерҙар, Үлем яландары).
- Ираҡ ғәскәренең төньяҡ Ираҡтағы ҡорд халҡын ҡырыуы — 1987— атап әйткәндә, 1989 йылдарҙағы Анфаль операцияһы барышында.
- 1994 йылдағы Руандалағы геноциды — Руандалағы күпләп ҡырыуҙың һөҙөмтәһе булып, хуту ҡәбиләһе вәкилдәре тутси ҡәбиләһенең 800 мең кешеһен ҡырҙы.
- Сребреница һуйылышы (1995) — Босния сербтары үҙ илендәге мосолмандарҙы күпләп юҡ итте.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Книга памяти жертв партизанского террора» Литва, 2011 г.
- ↑ 2,0 2,1 К вопросу о применимости конвенции к геноциду армян
- ↑ Robert Gellately, Ben Kiernan. The Specter of Genocide: Mass Murder in Historical Perspective. — Cambridge, UK: Cambridge University Press, 2003. — P. 267, 406. — ISBN 0521527503.
- ↑ Ervin Staub. The Roots of Evil: The Origins of Genocide and Other Group Violence. — Cambridge, UK: Cambridge University Press. — P. 8. — ISBN 0-521-42214-0.
- ↑ 5,0 5,1 Закон РСФСР «О реабилитации репрессированных народов» № 1107-1 от 26 апреля 1991 (по состоянию на 1 января 2008). Ст. 2.
- ↑ Шамбаров В. Е. Казачий геноцид / Казачество: История вольной Руси. ― М.: Алгоритм, 2007. ― 688 с.
- ↑ Октябрьская революция 1917 г. 2015 йыл 2 апрель архивланған. // Большая актуальная политическая энциклопедия / Под общ. ред. А. Белякова и О. Матвейчева. — М.: Эксмо, 2009.
- ↑ Анкудинов К., Карасёв А. Казаки: народ или социальная структура? 2016 йыл 4 март архивланған. // Русский журнал. — 20.10.2011.