Гараж
Уҡыу көйләүҙәре
Гара́ж — автомобиль, мотоцикл һәм башҡа транспорт сараларын һаҡлау өсөн ҡоролма. Ҡайһы ваҡыт уларҙы ремонлау өсөн ҡулланыла. Гараж торлаҡ йорттоң өлөшө йәки айырым төҙөлгән ҡоролма булыуы мөмкин.
Гараж төҙөүҙә төрлө материал ҡулланыла: ағас, кирбес, бетон, металл. Гараждар, башҡа төҙөлөш объекттары кеүек, бер типтағы проект йә индивидуаль проект буйынса төҙөлә.
Ер аҫты гараждары һәм автостоянкалар — автомобилдәр һаҡлау, ремонталау һәм хеҙмәтлендереү урыны.
Парковка — автомобилдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа һаҡлау урыны.
Классификация 42.13330.2011 һ. ҠЙ ярашлы:
- төҙөү буйынса (асыҡ һәм ер аҫты ысулдары), ҡат-стена (1 һәм 2 яруслы), күп яруслы (3-ән 5-кә тиклем ярус)
- ергә күмеп урынлаштырыу буйынса: тәрән булмаған(15 метрға тиклем) һәм тәрән булған (15 метр һәм түбәнерәк) бүленә
- категория буйынса (автомобилдәр һыйҙырышлығы буйынса).
- автомобилдәрҙе ултыртыу ысулдары буйынса (водитель ҡатнашлығы менән, рамп һәм пандус буйынса, водителһеҙ (махсус күтәргестәр менән))
- автомобилдәр тороу буйынса (сығыуға табан ыңғай, сығыуға табан арҡыры, сығыуға табан боролған).
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Өйгә төкәп төҙөлгән гараж
-
Ике автомобиль өсөн гараж
-
Блокланған гараждар
-
Мәскәүҙә Яңы Рязань урамдағы гараждар
-
Алшихово ҡалаһында 1980 йылда төҙөлгән гараж
-
Эрмитаж гаражы
Был архитектура тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |