Вьентьян
Ҡала | |
Вьентьян лаос. ວຽງຈັນ/ວຽງຈັນທນ໌ | |
Ил | |
---|---|
Префектура | |
Координаталар | |
Мэр |
Синлавонг Кхутпхайтхун |
Нигеҙләнгән | |
Майҙаны |
3920 км² |
Халҡы |
1 003 742 кеше (2015) |
Этнохороним |
вьентьянцы |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+856 |
Һанлы танытмалар | |
Вьентья́н (лаос. ວຽງຈັນ/ວຽງຈັນທນ໌ [ʋíəŋ tɕàn] — Виангтян[1]) — Лаостың баш ҡалаһы (1563 йылдан[2]). Илдең иң ҙур ҡалаһы һәм иң эре иҡтисади үҙәге. Меконг йылғаһында, Таиланд менән сик буйында урынлашҡан. Халыҡ һаны (баһа, 2012) — 797 130 кеше[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пали теленән (тхеравада буддизмынан) тәржемә иткәндә ҡаланың атамаһы «сандал ҡалаһы ағасы» тип аңлатыла, был боронғо лаос телендәге яҙмалар менән раҫлана. Хәҙерге лаос телендә ҡаланың атамаһы уның әйтелешенә тап килтерелеп яҙыла, үҙ сиратында был ҡала атмаһының мәғәнәһен төрлөсә аңлатыуҙар барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән, лаос халҡының күбеһе ҡаланың атамаһы «ай ҡалаһы» тип аңлайҙар, ул 'ай' (ຈັນ йәғни ຈັນທຣ໌ санскр. चन्द्र — чандра) һәм 'сандал ағасы' (ຈັນ йәғни ຈັນທນ໌ санскр. चन्दन — чандана) һүҙҙәренең хәҙерге лаос телендә бер үк әйтелә һәм яҙыла ('чан'). Башҡа телдәрҙә лә тай. เวียงจันทน์, һәм кхмер វៀងចន្ទន៍, уның мәғәнәһе атамаһы «сандал ҡалаһы ағасы» тип аңлатыла. «Вьентьян» романлаштырылған әйтелеше сығышы менән француз теленән һәм был ҡаты «ч» француз телендә әйтелешенең ҡатмарлы булыуына бәйле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пхра Лак Пхра Лам лаос эпосына ярашлы, Вьентьян принц Тхаттарадтха тарафынан нмгеҙләнгән, был ваҡиға принц ҡустыһы файҙаһына тәхеттән баш тартып Муонг Интхапатха Маха Накхоне легендар короллегенән киткәс була. Башта Тхаттарадтха основал город по названием Маха Тхани Си Фан Фао на западном берегу Меконг тың көнбайыш яр буйында (хәҙерге Таиландтың Удонтхани ҡалаһы урыныда) Маха Тхани Си Фан Фао тип исемләнгән ҡалаға нигеҙ һала, әммә бер ваҡыт 7 башлы наг принцҡа йылғаның ҡаршылағы көнсығыш яр буйында яңы ҡаланы нигеҙләргә кәңәш итә. Тхаттарадтха йылғаның көнсығыш ярындағы ҡаланы Чантхабули Си Саттакханахуд тип атай.
Күпселек тарихсылар фекеренсә, башта Вьентьян аҙаҡ Пха Тхатлуанг буддист ғибәҙәтханаһы менән алыштырылған индуист ғибәҙәтханаһы тирәһендә үҫкән кхмер торамаһы була. XI һәм XII быуаттарҙа, фараз буйынса лаостар һәм тайҙар Көньяҡ Ҡытайҙан Көньяҡ-Көнсығыш Азияға күскәс, кхмерҙар лаос цивилизацияһы тарафынан ҡыҫырыҡлана, үлтерелә йәки ассимиляциялана.
1354 йылда Фа Нгум Лансанг короллегенә нигеҙ һалғас, Вьентьян мөһим административ үҙәккә әүрелә. Бирманың баҫып инеүенән хафаланып, король Сеттатират 1563 йылда баш ҡаланы Вьентьянға күсерә[4]. 1707 йылда Лансанг ҡолағас, Вьентьян бойондороҡһоҙ Вьентьян короллегенең баш ҡалаһы булып китә. 1779 йылда ул яулап алына һәм Сиамдың вассалы булып китә.
1827 йылда король Анувонг уңышһыҙлыҡҡа тарыған ихтилал күтәргәндән һуң, Сиамдың ғәскәре Вьентьянды нигеҙенә тиклем яға һәм талай. XIX быуат аҙағында француздарҙың килеүгә Вьентьян тулыһынса кешеһеҙ булып урман менән ҡаплана. 1893 йылда бында француздар үҙ власын урынлаштыра, ә 1899 йылда Вьентьян Лаос француз протекторатының баш ҡалаһы булып китә. Француздар ҡаланы һәм буддист ғибәҙәтханаларҙы (шул иҫәптән Пха Тхатлуанг ғибәҙәтханаһын) тергеҙә һәм үҙҙәренән һуң күп кенә колониаль биналарҙы ҡалдыра.
Икенсе донъя һуғышы осоронда бер аҙ ҡаршылыҡ күрһәткәндән һуң, ҡала Сако Масанори командалығындағы Япония армияһы тарафынан оккупациялана[5]. Ҡала 1945 йылдың 24 апрелендә Франция армияһы тарафынан «азат ителә»[6]. 1949 йылдан Вьентьян — бойондороҡһоҙ Лаос короллегенең баш ҡалаһы.
Лаоста Граждандар һуғышы осоронда (1960—1973), ил хөкүмәте һәм Патет Лао етәкләгән партизандар араһында барған көрәш арышында, Вьентьян бер нисә мәртәбә ҡулдан ҡулға күскән[6]. 1975 йылдың 2 декабрендә Патет Лаоның коммунистик хәрәкәтәе Вьентьян өҫтөндә контроль урынлаштыра һәм Лаос Халыҡ-Демократик Республикаһын ойошторолоуҙы иғлан итә, бының менән илдә Граждандар һуғышы тамамлана.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вьентьян климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 41,0 | 38,0 | 39,0 | 41,0 | 42,0 | 39,5 | 39,0 | 37,8 | 39,0 | 41,0 | 39,0 | 36,3 | 42,0 |
Уртаса максимум, °C | 28,5 | 30,5 | 33,0 | 34,5 | 33,0 | 32,0 | 31,5 | 31,1 | 31,1 | 31,1 | 30,0 | 28,3 | 31,2 |
Уртаса температура, °C | 22,9 | 24,8 | 27,6 | 29,4 | 28,8 | 28,5 | 28,1 | 27,8 | 27,7 | 27,3 | 25,3 | 22,9 | 26,7 |
Уртаса минимум, °C | 16,5 | 18,7 | 21,5 | 23,9 | 24,5 | 24,9 | 24,7 | 24,5 | 24,1 | 22,9 | 19,8 | 16,7 | 21,9 |
Абсолют минимум, °C | 3,9 | 8,0 | 11,7 | 16,0 | 12,0 | 15,0 | 15,0 | 16,0 | 14,5 | 11,0 | 8,3 | 6,0 | 3,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 7 | 13 | 33 | 84 | 245 | 279 | 272 | 334 | 297 | 78 | 11 | 2 | 1660 |
Сығанаҡ: Climatebase |
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Будда-парк
- Ват Пхакео
- Лаос милли музейы
- Патусай триумфаль аркаһы
- Тхат-Луанг ғибәҙәтхана комплексы
- Тхат Дам
- Ват Онг Теу Махавихан ғибәҙәтханаһы
- Ват Симыанг ғибәҙәтханаһы
- Ват Сисакет
- Ват Сок Палуанг ғибәҙәтханаһы
Вьентьянда мәсет, бер нисә сиркәү, шулай уҡ отелдәр, клубтар һәм дискотекалар бар.
Уҡыу йорттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лаос милли университеты
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланан йыраҡ булмаған урында урынлашҡан Меконг йылғаһы аша тай-лаос дуҫлыҡ күпере, Вьентьянды Таиландтың Нонгкхай ҡалаһы менән тоташтыра. Күпер буйынса автомобилдәр хәрәкәте 1994 йылда асыла. 2009 йылда Нонгкхай (Таиланд) һәм Тханаленг (Лаос) станциялары араһында тимер юл бәйләнеше асыла. Киләсәктә Вьентьянға тиклем тимер юлды дауам итеү күҙҙаллана.
Вьентьян ҡалаһы Ватай халыҡ-ара аэропорты менән хеҙмәтләндерелә, бынан самолёттар Вьетнамға, Камбоджаға, Таиландҡа, Малайзияға һәм Ҡытайға оса.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бангкок, Таиланд
- Читтагонг, Бангладеш
- Пномпень, Камбоджа
- Орландо, АҠШ
- Хошимин, Вьетнам
- Чиребон, Индонезия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь географических названий Лаоса. — М.: ЦНИИГАиК, 1988. — С. 14.
- ↑ Vientiane . Farlex Encyclopedia. Дата обращения: 25 ноябрь 2010. 2011 йыл 23 июль архивланған.
- ↑ Population and Demography . Lao Statistics Bureau. Дата обращения: 28 март 2015. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Vientiane marks 450 years anniversary 2015 йыл 11 август архивланған.
- ↑ Far East and Australasia . Дата обращения: 25 ноябрь 2010. Архивировано 21 ноябрь 2010 года. 2010 йыл 21 ноябрь архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Far East and Australasia 2003 — Google Books
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вьентьян Викимилектә | |
Вьентьян Викияңылыҡтарҙа | |
Вьентьян Викигид |