Википедия:Джимми Уэйлстың Википедия нигеҙҙәре тураһында белдереүе
Википедияға башланғыс һалған Джимми Уэйлстың Википедия нигеҙҙәре тураһындағы белдереүе уның инглиз бүлегендәге битенә ҡуйылған (ҡарағыҙ: w:User:Wales Jimbo/principles of Statement).
Инеш
[сығанаҡты үҙгәртеү]Компьютер технологиялары үҫеү, шулай уҡ донъялағы социаль үҙгәрештәр менән бәйле, асыҡлыҡҡа һәм лицензиялауға ҡараштарымды аныҡ һәм аңлайышлы итеп яҙыуым кәрәк, тип уйлайым. Википедиялағы бөтә башҡа биттәр кеүек үк, был бит тә — үҙгәреп тороусан йәнле документ, нигеҙле һорауҙар килеп сыҡҡан һайын мин уны яңыртып торасаҡмын.
Шуны билдәләргә тейешмен: былар минең нигеҙҙәрем, мин — улар өсөн һуңғы инстанциялағы хөкөмдар. Был минең бер кемде лә тыңламаҫымды аңлатмай, ләкин был нигеҙҙәр беренсел, фундаменталь кимәлде хасил итә, ҡалған ҡоролма уның өҫтөндә төҙөлә.
(Ләкин бынан ҡурҡырға кәрәкмәй, уныһын артабан күрерһегеҙ.)
Нигеҙҙәр
[сығанаҡты үҙгәртеү]1. | Википедияның уңышы тулыһынса беҙҙең асыҡ берләшмәгә бәйләнгән. Унда ҡатнашыусылар бөтәһен дә дөрөҫ эшләһә генә, берләшмә йәшәйәсәк, һулыш аласаҡ һәм үҫәсәк. Уның формалары төрлө булырға мөмкин, ләкин иң мөһиме — тарафһыҙ ҡарашта тороп, айыҡ аҡыллы дипломатик әҙәп мәҙәниәтен күҙәтеп, беҙҙең дөйөм күҙаллауҙы һаҡлауҙыр ул. |
2. | Яңы килгәндәр һәр ваҡыт хуплап ҡаршы алына. Бер ниндәй мәкер-этлектәр, бер ниндәй элита, бер ниндәй иерархия йә яңы килгәндәргә ҡарата асыҡлығыбыҙ юлында торған структуралар булырға тейеш түгел. Берләшмәне ысын вандалдарҙан (ә ундай вандалдар ысынлап та бар һәм беҙгә зыян килтерә) һаҡлау саралары мөмкин тиклем теүәл һәм ҡәтғи тикшереү нигеҙендә ҡулланылырға тейеш.
Был иһә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн индерелгән бөтә сараларҙың берләшмә мәнфәғәттәрен яҡларға һәм тик ошо маҡсатта ғына ҡулланылырға тейешлеген аңлата. Мәҫәлән: кешеләргә «даимиҙарҙы» дөрөҫ билдәләүҙе ышанып тапшырыу урынына беҙ ябай һәм асыҡ алгоритм ҡулланырға тейешбеҙ, кешеләр берләшмәлә бер ни тиклем ваҡыт, хатта әҙ генә ҡатнашһалар ҙа, уларға автоматик рәүештә тулы өҫтөнлөктәр бирелһен. Был процесс яңы килгәндәргә һиҙелмәһен дә: улар берләшмәгә өлөш индереү мөмкинлеген алам тип көсәнмәһен. |
3. | «Һеҙ был битте хәҙер үк мөхәррирләй алаһығыҙ» — беҙ эшләгән бөтә нәмәне фундаменталь тикшереү. Беҙ был принциптың тейелгеһеҙлеген хөрмәт итергә тейеш. |
4. | Программа тәьминәтендәге бөтә үҙгәрештәр яйлап эшләнһен һәм кире ҡайтарыла алһын. Бөтә әһәмиәтле үҙгәрештәрҙең берләшмәгә ыңғай өлөш индереүе ышаныслы булһын. Был һуңғы сиктә Викимедиа Фонды тарафынан төрлө яҡлы консультацияларҙа берләшмә менән консенсуста асыҡлана. |
5. | GNU Free Documentation License һәм Creative Commons Attribution/Share-Alike License лицензия килешеүҙәренең асыҡ һәм вируслы тәбиғәте сайттың оҙаҡ ваҡыттар буйына уңышлы булыуының нигеҙенә әйләнә. Беҙҙең сайттың йөкмәткеһен шәхси нәмәгә әйләндерергә теләгән һәр кемдең эш-ғәмәлдәре хөкөм ителһен. Беҙ лицензияларҙың бөтә талаптарын теүәл үтәргә тейешбеҙ. |
6. | Википедия — ул энциклопедия. Википедиялағы мәҡәләләрҙең атамалары һәр ваҡыт «тышҡы» донъяға йүнәлтелһен, ә Википедияның «эске» донъяһына түгел. |
7. | Ялыуы булған һәр кемгә оло хөрмәт менән һәм уның дәрәжәһен танып ҡарау зарур. Уларҙы даими дәртләндереп тороу кәрәк, шул саҡта улар проблемалары тураһында конструктив юҫыҡта һөйләр. Нигеҙһеҙ ялыу иткән, фекер алышыуға ҡушылыуҙан баш тартҡан һәр кем сығарылһын һәм иғтибарға алынмаһын. Консенсус — ул дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн конструктив эш менән мәшғүл булған, ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың партнерлығы. Бөтәһенән шәберәк ҡысҡырыусыға ул үҙен иҫәрҙәрсә тотҡан өсөн генә үтә ҙур иғтибар биреүҙең кәрәге юҡ. |
8. | Дипломатия — ул намыҫлылыҡ һәм әҙәплелек. Был сифаттарҙың икеһе лә — объектив ҡиммәткә эйә мораль принцип. «Минең менән намыҫлы һәм ихлас бул. Үҙеңдең сәйәси мауығыуҙарың менән минең ҡараштарымды боҙма, мин дә һинең менән шулай булырмын». |