Бирҙеғол
Ауыл | |
Бирҙеғол башҡ. Бирдагулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453560 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бирҙеғол (рус. Бердагулово) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 240 кеше булған[2]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820012.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[3] | 2009[3] | 2010[1] |
188 | ↗274 | ↘240 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[4].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 75 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 22 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Юша): 15 км[5]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда V рәүиз ваҡытында Бирҙеғол ауылында 10 йортта 34 ир-ат һәм 22 ҡатын-ҡыҙ асыҡлана. ХlХ быуат уртаһында 27 йортта 214 кеше иҫәпләнә. 1920 йылда 49 йортта 264 кеше йәшәгән. Ауылға нигеҙ һалыусы Һөйәрғол Бирҙеғоловтың 1771—1836 йылдарҙа йәшәгән улы билдәле. Малсылыҡ — башҡорттарҙың төп шөғөлө. 10 майҙан алып 1 сентябргә тиклем Һары Байтал, Инйәр, Ҡуҙы Йылға, Кесе Инйәр йылғалары буйлап йәйләүҙә булғандар. 1834 йылда 167 кешенең 80 аты, 50 һыйыры, 100 һарығы, 60 кәзәһе булған. Уларҙың шулай 10 умартаһы, 12 солоғо теркәлгән[6].
1996 йылдың 1 ғинуарына тиклем бөтөрөлгән Татлы ауыл советына ҡараған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл атамаһы антропономик. Атамаһы шәхси башҡорт исеме Бирҙеғол исеме менән бәйле[7]. Ауылға нигеҙ һалыусы Илмәш старшина тоҡомо Бирҙеғол тип һанайҙар[8].
2016 йылда ауыл үҙенең 240 йыллығын билдәләй[9]. Ауылда бер нисә йыл «Ҡатай ырыуы йәштәре» байрамы үткәрелә. Был күркәм йолаға башланғысты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һала.
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылда ауылда «Шәһиҙә» мәсете төҙөлә. Мәсет төҙөтөүҙе ошо ауылда тыуып үҫкән Планета (Йыһаниә) Козлова юллап сыҡҡайны, ул ауылдаштарҙан аҡса йыйыу, мәсетте төҙөтөү эшендә әүҙем ҡатнашты. Хәҙер бында дини байрамдар, йома намаҙҙары, никахтар үткәрелеп тора[9].
2016 йылда ауыл үҙенең 240 йыллығын билдәләне[9]. Ауылда бер нисә йыл «Ҡатай ырыуы йәштәре» байрамы үткәрелә. Был күркәм йолаға башланғысты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һала.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөн 240 йорт һаналған, әллә ни ҙур булмаған ауылдан республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, юристар ҙа, иҡтисадсылар ҙа, төҙөүселәр ҙә, металлургтар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бихисап. Тәү сиратта ауыл халҡын иман юлына әйҙәгән дин әһелдәре: Биғастан Оморҙаҡов, Сәйетгәрәй Ғәлиастанов, Йомаҙил Яҡшыдәүләтов, Исмәғил Хажин, Сәлимгәрәй Ғәлиастанов, Заһир Шәңгәрәев, Яҡуп Бирғәлин.
Фән кандидаттары: Вәкил Хажин, Планета Козлова, Рәнис Алтынбаев, Айбулат Хажин, Сулпан Сәлимова. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр: Линар Ғәлиастанов, Ризат Оморҙаҡов, Азамат Килдин, Гөлнара Оморҙаҡова, Раушания Таһирова, Ғайсар Бирғәлин. Ә бына Булат Йомаҙилов оҙаҡ йылдар Башҡортостан Адвокаттар коллегияһы етәксеһе булып эшләй, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы. Сәнғәт юлын Рәмил Ғәйзуллин, Рәнис Алтынбаев, Вилмир Әбүбәкиров, Әмир Әбүбәкиров, Ринат Ғайсин, Айтуған Ғәйзуллин, Шамил Ғәйзуллин, Ихсан Ғәйзуллин, Аслан Алтынбаев, Радим Муллағәләмов, Нурзиә Сабитова, Азамат Моратов, Руслан Фаршатов, Рәил Өмөтбаев һайлаған. «Рәсәйҙең почетлы тимер юлсыһы» тигән маҡтаулы исемгә Алтынбай Яҡшыдәүләтов, Сәлимйән Шәңгәрәев, Әҡсән Исрафилов лайыҡ була[9] |
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Таулы урамы (рус. Нагорная улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)[10]
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙратау тауы[11]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хажин Вәкил Исмәғил улы (11 июль 1946 йыл) — педагог-методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. (2006)[12].
- Хажин Исмәғил Хажи улы (19 сентябрь 1901 йыл—1996 йыл) — 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугире.
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Праздник Катайской молодежи в Бердагулово
- YouTube сайтында Видео Затопило деревню Бердагулово
- YouTube сайтында Видео Гиззатуллины (Белорецкий район, д. Бердагулово)
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 112. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 74. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, «Китап», 2009. — 10 с.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Ил-йортҡа ҡот биргән Бирҙеғол. «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 5 февраль 2016 йыл 9 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хажин Вәкил Исмәғил улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 110. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |