Эстәлеккә күсергә

Баян ҡош

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баян ҡош
Баян ҡош
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Ҡоҙғондәр
Ырыу: Баяндар
Төр: Баян ҡош
Латинса исеме
Nucifraga caryocatactes (Linnaeus, 1758)
Ареал
рәсем
ITIS 561630
NCBI 56786
Nucifraga caryocatactes caryocatactes
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 146637

Баян ҡош, сыбар һайыҫҡан, шыршы һыйыҫҡаны (рус. Кедровка, лат. Nucifraga caryocatactes) — турғайҙар төркөмөнә ҡараған ҡош. Рәсәйҙең ылыҫлы урмандарында йәшәй.

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Парлашып та, күмәкләшеп тә йөрөйҙәр. Яҙғыһын, бала сығарған осорҙа, йәшертен һәм шым була, башҡа ваҡыттарҙа ҡысҡырып, күҙгә ташланып йөрөй. Түбәһе, елкәһе, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара, ҡойроғоноң осо аҡ. Кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ төртөктәр менән сыбарланған ҡуңыр-көрән. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.

Тауышы тупаҫ: «рәәәж-рәәәж» йәки «кррәй-крәәй».

Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Башлыса шыршы һәм ҡарағай орлоҡтары менән туҡлана, йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ҡайһы бер йылдарҙа бөтөнләй күренмәй. Ағастарҙа оялай. Ҡара һипкелле 4—5 йәшкелт һоро йомортҡаһы була. Б1лыҫлы ағастарҙың орлоғон таратып, файҙа килтерә.

  • Баян ҡош тел аҫтында моҡсайы бар. Ул унда 100 кедр сәтләүеген һыйҙыра һәм бол (запас) тота.
  • Альфред Брем. Кедровка // Жизнь Животных. — М.: Эксмо, 2009. — С. 320. — 960 с. — 51 000 экз. — ISBN 978-5-699-39094-6.