Ахыры заман
Ахыры заман | |
Ҡайҙа өйрәнелә | эсхатология[d] |
---|---|
Өлөшләтә тура килә | апокалипсис[d] |
Ахыры заман Викимилектә |
Заман ахыры, Донъя бөтөүе (рус. Конец света) — бөтә кешеләрҙең, цивилизацияларҙың, бөтә кешелектең, Ерҙең йәки хатта Ғаләмдең йәшәйеше туҡталыу ҡурҡынысын аңлатҡан киң таралған фразеологизм. Тарыраҡ мәғәнәлә — бөтә тереклектең юҡ ителеүе.
Фәнни ҡараш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кешелектең һәләк булыуына техноген йәки тәбиғи сәбәптәр сәбәпсе булыуы ихтимал.
- Тирә-яҡ мөхиткә оҙайлы хәүеф янау
Дини ҡараштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буддизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буддизмда донъя циклы Оло Кальпа (маха-кальпа) төшөнсәһендә һүрәтләнә. Цикл тамамланғас, бөтә донъя, шул иҫәптән кешеләр донъяһы тарҡала башлай. Һуңынан, ғәйәт ҙур ваҡыт арауығында, йыһан яңынан асыла башлай. Буддизмда маха-кальпалар теҙмәһе бөтмәҫ-төкәнмәҫ һәм башы ла, аҙағы ла юҡ тип иҫәпләнә.
Христианлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Христиан динендә Библияның ҡайһы бер комментаторҙары[1] ахыры заман билдәһе итеп аңлатҡан ваҡиғалар, риүәйәткә ярашлы, Ғайса Мәсихтең шәкерте Яхъя Богослов (Иоанн Богослов) яҙған китапта тасуирлана.
Ислам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам эсхатологияһында теге донъя (ахирәт) кеше өсөн берҙән-бер мәңгелек һәм мөһим тормош булып тора. Ахирәт Кесе (үлем) йәки Оло Заман ахырынан башлана, үҙ эсенә Ҡиәмәт көнөн, ожмахты (йәннәт) һәм тамуҡты (йәһәннәм) ала. Оло Заман Ахыры тип Исрафил фәрештәнең борғоһо (суры) беренсе тауыш биргәндән алып икенсе яңғырашына тиклем дауам иткән осор атала[2].
Ахирәт ерҙәге донъя тормошона ҡаршы ҡуйыла. Ахирәткә ер тормошон ҡапма-ҡаршы ҡуйыу концепцияһы Мөхәммәт Пәйғәмбәр вәғәзендә төп идеяларҙың береһе була, ул ватандаштарын бөтә ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә тура киләсәк баҡый донъя барлығына инандырырға тырыша. Мосолман дини тәғлимәтендә ахирәт концепцияһын әҙерләү мәңгелек донъяға (дар әл-баҡый) һәм ер тормошон (дар әл-фаный) ҡапма-ҡаршы ҡуйыу, шулай уҡ ахирәт тураһындағы төшөнсәләрҙе ентекле анализлау йүнәлешендә алып барыла (ожмах, тамуҡ, терелеү, Ҡиәмәт көнө һ. б.)[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В «Словаре католической теологии» данный вопрос освещается в статье «Конец света»: «Католическая церковь верит и учит, что современный мир, в том виде, в котором его создал Бог и в котором он есть сейчас, не будет существовать вечно» (Dictionnaire de Théologie Catholique).
- ↑ Судный день и вера в последующую вечную жизнь (Ахира) . Фонд Ихлас. Дата обращения: 18 июнь 2013. Архивировано 18 июнь 2013 года. 2022 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 27
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бакыргани С. Мухаммеданское учение о кончине мира = Ахыр заман китаби / Пер. Е. А. Малова. — Казань: Типо-Лит. Имп. Ун-та, 1897. — 96, IV с.
- Бостром Н. Угрозы существованию. Анализ сценариев человеческого вымирания и связанных опасностей (неопр.).
- Книга о Конце Мира / сост.: Р. Светлов, А. Рахманин. СПб.: Амфора
- Робертс, Адам. Вот и всё. Зачем мы пугаем себя концом света? Individuum, 2021. 192 с. Серия: /sub. ISBN 978-5-6046119-9-9.
- Пиотровский М. Б. ал-Ахира // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 27. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.