Атмосфера баҫымы
Атмосфера баҫымы — атмосфера тарафынан уның эсендәге предметтарға һәм Ер өҫтөнә яһалған баҫым.
Белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атмосфераның һәр бер нөктәһендә өҫтәге һауаның ауырлығы менән билдәләнә, юғарыға табан кәмей. Атмосфера баҫымы Ер өҫтөндә урындан урынға һәм ваҡыт арауығында үҙгәреүе, юғары һәм түбән баҫым өлкәләренең формалашыуы атмосфералағы йылылыҡтың таралыуына бәйле. Атмосфера баҫымы тигеҙһеҙ горизонталь таралыуы һауа ағымдары килеп сығыуын, ел режимын билдәләй. Барометр менән үлсәнә, т.б. мм йәки гектопаскалдәрҙә (гПа) күрһәтелә. Уртаса (нормаль) атмосфера баҫымы итеп диңгеҙ кимәлендәге (0° С т‑рала 45° киңлектә) баҫым алынған, ул т.б. 760 мм (1013,3 гПа) тап килә. Атмосфера баҫымы режимында ваҡытлы (йыллыҡ һәм тәүлек йөрөш) һәм ваҡытлы булмаған (антициклон һәм циклон тәьҫире һөҙөмтәһендәге үҙгәрештәр) тирбәлеүҙәр күҙәтелә.
Башҡортостанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда (Өфө—Дим метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса) уртаса йыллыҡ атмосфера баҫымы т.б. 754 мм (1005,4 гПа) тәшкил итә, ғинуарында — т.б. 756 мм (1007,7 гПа), июлдә — т.б. 748 мм (997,6 гПа). Иң юғары А.б. (т.б. 780 мм, йәғни 1050,7 гПа) 1969 йыл ғинуар, иң түбәне (т.б. 718 мм, йәғни 960,1 гПа) 1975 йылдың ғинуары теркәлгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атмосфера баҫымы: тематик медиа-файлдар
- Атмосфера давления // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- График изменения атмосферного давления при изменении высоты