Аллар мәмерйәһе
Аллар мәмерйәһе | |
Дәүләт | Әзербайжан |
---|---|
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1,993 метр |
Аллар мәмерйәһе (әзерб. Allar mağarası) — Таш быуатта кеше йәшәгән мәмерйә (урта палеолитта). Мәмерйә Әзербайжанда, Вилеш йылғаһының һул яғында, Аллар ауылы янында урынлашҡан (Ярдымлы районы). Диңгеҙ кимәленән 1500 м бейеклектә.
Мәмерйә Әзербайжан Республикаһы Милли Фәндәр академияһының Археология һәм этнография институты ойошторған археологик экспедиция (етәксеһе — А. Г. Джафаров) барышында 1993 йылда табылған. Мәмерйәлә үткәрелгән ҡаҙыныу эштәрендә 9 таш әйбер табылған, улар типологик һәм техник үҙенсәлектәре буйынса урта палеолит осорона ҡарай тип билдәләгәндәр.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйә табылған Ярдымлы (башҡ. Ярҙамлы) районы Иранға яҡын. Был төбәктә ер аҫтынан сығып торған уттар бар, шуның өсөн мәмерйәлә йәшәүселәргә был бик уңайлы булған. Ут ярҙам итә тигәндән «Ярҙам» атамаһы килеп сыҡҡан, ваҡыт уҙыу менән ул «Ярҙамлы»ға әйләнгән.
Мәмерйә янынан райондың иң оҙон, иң ҙур йылғаһы Виляш аға. Уның оҙонлоғо 111 км. Районда Талыш тауҙары (иң бейек түбәһе — Шаһнишин — 2490 м), Пештасар һырттары тауҙары (иң ҙур түбәһе — 2244м), Буровар һырттары тауҙары бар[1].
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйә табылған ер тауҙар, урмандар араһында. Бында бүре, шакал, ҡабан, айыу һәм башҡа йәнлектәр осрай. Боҙланыу күренеше булмағанлыҡтан, был төбәктә өсөнсө осор реликт ағастары — сәрүи (нил ағасы), тимер ағас, каштан япраҡлы имән, бергүҙ, шулай уҡ зергин тигән ҡыуаҡлыҡтар үҫә[2].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Национальная Академия Наук Азербайджана. Институт Археологии и Этнографии. Археология Азербайджана. Каменный век (в 6 томах). — Баку: Şərq-Qərb, 2008. — Т. 1. — 448 с. — ISBN 979-9952-448-38-2.