Бурунди

Үҙәк Африкала урынашҡан ҙур булмаған дәүләт, донъяның иң фәҡир илдәренең береһе

Буру́нди (Ҡалып:Lang-rn, франц. һәм ингл. Burundi), тулы рәсми формаһы — Буру́нди Респу́бликаһы[4] (Ҡалып:Lang-rn, франц. République du Burundi, ингл. Republic of Burundi) — Үҙәк Африкала урынашҡан ҙур булмаған дәүләт, донъяның иң фәҡир илдәренең береһе. Төньяҡта Руанда, көнбайышта Конго Демократик Йөмһүриәте, көнсығышта һәм көньяк-көнсығышта Танзания менән сиктәш. Диңгеҙгә сығыу урыны юҡ. Көньяк-көнбайышта Танганьика күле менән сиктәш.

Бурунди Республикаһы
Republika y'u Burundi  République du Burundi
Бурунди гербы
Флаг
Девиз: «Unité, Travail, Progrès 

Ubumwe, Ibikorwa, Iterambere  (Берҙәмлек, хеҙмәт, прогресс)»

Гимн: «Burundi bwacu (Любимая Бурунди)»
Үҙаллылыҡ датаһы 1 июль 1962Бельгиянан)
Рәсми телдәр рунди[d], Француз теле һәм инглизсә[1]
Баш ҡала Бужумбура
Эре ҡалалар Бужумбура, Гитега
Идара итеү төрө Республика
Президент

Вице-президент

{{{Етәкселәр}}}
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
145
27 830 км²
7,80%
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

8 988 091 чел. (89)
323 чел./км²
КПҮИ  0.394 (түбән) (174 урын)
Валюта Бурундия франкы [2]
Интернет-домен .bi[d]
Код ISO BI
МОК коды BDI
Телефон коды +257
Сәғәт бүлкәте 2

Этимологияһы

үҙгәртергә

Илдең исеме рунди нигеҙенән — төп этностың үҙатамаһынан һәм тейешле этнос биләгән территорияны классификациялаусы бу- префиксынан тора. Шулай итеп, рунди телендә илдең исеме "рунди халҡының ере"н аңлата[5].

 
Бурунди

Боронғо осоро

үҙгәртергә

Бурундиҙың боронғо һәм урта быуаттағы тарихы насар өйрәнелгән. Был төбәктә йәшәгән тәүге кешеләр яҡынса б. э. 1000 йылында хуту игенселәре ҡыҫырыҡлап сығарған тва пигмейҙарҙары булған. XV—XVI быуаттарҙа бында күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе тутси халҡы килә.

XVII быуатта хәҙерге Бурунди территорияһында бойондороҡһоҙ Бурунди феодаль короллеге барлыҡҡа килгән. Тәүге мвами (король) Нтаре I, тарҡау дәүләттәрҙе берләштереп, берҙәм батшалыҡ ойоштора. Мвами Нтаре II идара иткән йылдарҙа короллек сәскә ата. Күршеләре менән бик күп һуғыштар барышында Нтаре II батшалығының территорияһы хәҙерге сиктәренә тиклем киңәйә. XIX быуат аҙағынан XX быуат башына тиклем дәүләттә үҙ-ара һуғыштар барған[6].

Колониаль осор

үҙгәртергә

1858 йылда хәҙерге Бурунди биләмәһенә, Танганьика күле тирәһенә, беренсе европалы Джон Ханниг Спик Фрэнсис Ричард Бёртон менән сәйәхәт иткән. Сәйәхәтселәр Нилдың сығышын эҙләп күлдең төньяҡ осон урап үткән. 1871 йылда Генри Мортон Стенли менән Давид Ливингстон, Бужумбурға барып, Рузизи йылғаһы районын тикшергән. 1884—1885 йылдарҙағы Берлин конференцияһынан һуң Көнсығыш Африкалағы немец йоғонтоһо зонаһы хәҙерге Руанда һәм Бурунди биләмәләренә тиклем киңәйтелә. 1894 йылда немец графы фон Гётзен Кива күлен таба. Дүрт йылдан һуң хәҙерге Бурунди территорияһына беренсе миссионерҙар килә[7].

1890 йылдарҙа Бурунди немец колонияһы була, ә Беренсе донъя һуғышынан һуң Бельгияға күсә. Был төбәкте колонизаторҙар берҙәм Руанда-Урунди дәүләте итеп ҡараған. 1925 йылдан ул Бельгия Конгоһының бер өлөшө булып китә. Фәҡәт Брюссель идара иткән Конгонан айырмалы рәүештә, Руанда-Урундиҙа власть башында тутси аристократияһы торған[8]. 1950 йылдар дауамында Бельгия хөкүмәте, халыҡ — ара баҫымға ҡарамаҫтан, үҙ колонияларына бойондороҡһоҙлоҡ биреүҙән баш тарта. Ләкин колониялағы хәлдәр контролдән сыға барғанлыҡтан, 1959 йылда Конго һәм Руанда-Урундиға бойондороҡһоҙлоҡ биреүгә әҙерлек башлана.

1961 йылда Бурундиҙа үткән һайлауҙарҙа, колониаль хакимиәттең теләгенә ҡарамаҫтан, 80 % тауыш йыйып, УПРОНА партияһы еңә һәм закондар сығарыу органында 64 урындың 58-енә эйә була. Премьер-министр итеп тәғәйенләнгән принц Луи Рвагасоре 13 октябрҙә Бурунди оппозиция христиан-демократик партияһы (ХДПБ) агенттары тарафынан үлтерелә. Уның үлеме принц оҙаҡ йылдар дауамында көрәшкән хуту һәм тутсиҙың берҙәмлеген емерә[9].

Хәҙерге тарихы

үҙгәртергә

Бәйһеҙлек көнөнән һуң илдә күп конфликттар, граждандар һуғышы була. Һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара көстәрнең илдә булыу сәбәпле дәүләттә сағыштырмаса тыныслыҡ хасил итә.

1962 йылдың 1 июлендә Бурунди короллегенең бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, яңы илдә власть — тутси, йәки этник аҙсылыҡ ҡулына күсә. Мвами (король) Мвамбутса IV, Милли прогресс өсөн союз (УПРОНА) идара итеүсе партия булышлығында, илдә авторитар режим индерә. Бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге көндәрендә УПРОНА хөкүмәте хуту халҡына тутси менән тиң хоҡуҡ биреүҙән баш тарта. Бындай сәйәсәт илдә этник ҡара-ҡаршылыҡтар тыуҙырған[10].

1965 йылдың октябрендә хуту хәрби түңкәрелеш ойоштороп маташа, әммә уңышһыҙ тамамлана. Был хуту этник төркөмө вәкилдәренең ҡулға алыныуҙары һәм уларҙы язалау менән оҙатыла. Шул саҡта уҡ тутси етәкселәре араһында етди фекер айырымлыҡтары башлана. Хуту фетнәһе баҫтырылғандан һуң бер йыл үтеүгә, 1966 йылдың 8 июлендә, вариҫ принц Шарль Ндизейе, полковник Мишель Мичомберо етәкселегендәге армия ярҙамында, дәүләт түңкәрелешен ойоштора, атаһын тәхеттән ҡолата һәм Нтаре V исеме менән идара итә башлай. 28 ноябрҙә, үҙен Бурунди республикаһы президенты итеп иғлан иткән полковник Мичомберо, сираттағы хәрби түңкәрелеш ярҙамында власҡа килә. Ләкин монархист-тутсиҙар власҡа кире ҡайтырға ынтыла һәм 1972 йылда күпләп кеше үлтереүҙәр менән тамамланған Мичомберо режимын ҡолатырға маташа (ихтилалды баҫтырыу барышында элекке мвари (король) Нтаре V һәләк була)[11].

Артабан ил тағы ла бер нисә түңкәрелеш ихтималлығын кисерә, һөҙөмтәлә илдә хәрби диктатура урынлаша. 1987 йылда власҡа майор Пьер Буйоя килә, уның идара итеү йылдарында бында тутси һәм хуту араһында етди этник бәрелештәр башлана. 1993 йылдың 1 июнендә ил тарихында тәүге демократик президент һайлауҙарында Мельхиор Ндадайе, хуту вәкиле, дәүләт башлығы тип иғлан ителә, һәм тутси хәрбиҙәре тарафынан үлтерелә. Илдә ике этник төркөм араһында граждандар һуғышы башлана. Әммә оҙаҡламай бер аҙға тынлыҡ урынлаша, һәм 1994 йылда Милли йыйылыш яңы президент Сиприен Нтарьямираны һайлай. Әммә Жювеналь Хабиаримана менән Сиприена Нтарьямираның күп тә үтмәй үлтерелеүе этник-ара бәрелештәр тыуҙыра. Был сыуалыштар фонында 1996 йылдың июлендә яңы хәрби түңкәрелеш була, һәм власҡа майор Пьер Буйоя, тутси вәкиле, килә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Африка Берҙәмлеге Ойошмаһы)ОАЕ) яңы хәрби режимды хөкөм иткән һәм Бурундиға ҡаршы бер нисә иҡтисади санкциялар индергән[12].

Бер нисә йыл граждандар һуғышынан һәм этник-ара конфликттарҙан һәм илдә халыҡ-ара көстәр ҡуйылғандан һуң, Бурундиҙа сағыштырмаса тыныслыҡ урынлашты. Президент Домисьен Ндайизейе һәм «Милли азатлыҡ көстәре» хуту этник төркөмө лидеры Агатон Рваса Танзанияла һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә көс ҡулланыуҙы туҡтатыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Сәйәси ҡоролошо

үҙгәртергә

Конституцияһы

үҙгәртергә

Бурундиҙың беренсе конституцияһы 1981 йылда ҡабул ителә. Уға ярашлы, дәүләт һәм хөкүмәт башлығы булып туранан-тура дөйөм һайлауҙарҙа биш йылға һайланып ҡуйылған президент тора. Конституцияға ярашлы, тутси этник төркөмө өҫтөнлөк иткән илдең берҙән-бер законлы партияһы — Милли прогресс өсөн союзы (УПРОНА) лидеры ғына президент вазифаһына кандидат була ала[13][14]. 1992 йылда яңы Конституция ҡабул ителгәс, илдә күп партиялылыҡ рөхсәт ителде, ә президент дөйөм тауыш биреү юлы менән һайлана башланы. Хәҙерге ваҡытта илдә 2005 йылдың февралендә референдумда ҡабул ителгән конституция эшләй.

Башҡарма власть

үҙгәртергә
 
Бурунди президенты (2005—2020) Пьер Нкурунзиза

Башҡарма власть конституция буйынса дәүләт һәм хөкүмәт башлығы булып торған президент ҡулында тупланған[15]. Тура тауыш биреү юлы менән, әммә ике сроктан артыҡ түгел, 5 йылға һайлана. Ул шулай уҡ армияның баш командующийы, милли берҙәмлек гаранты булып тора. Пьер Нкурунзиза был вазифаға 2005 йылдың февралендә ҡабул ителгән Конституцияға ярашлы парламент тауыш биреүе менән һайланды[16]. 2010 йылдың 28 июнендә илдә Президент һайлауҙары башланды, унда Нкурунзиза бөтә альтернатив кандидаттарының һайлау алды көрәшенән сыҡҡанынан һуң берҙән-бер ҡатнашыусы булып ҡалды[17]. Һөҙөмтәлә Нкурунзиза 2020 йылда вафатына тиклем ошо вазифаны биләне. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы — Эварист Ндайишимие.

Президент вәкәләттәрен үтәүҙә ике вице-президент ассистентлыҡ итә, уларҙың береһе — сәйәси һәм административ, икенсеһе иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙе көйләй. Милли Ассамблея менән кәңәшмәнән һуң ике вице-президент та дәүләт башлығы итеп тәғәйенләнә. Министрҙар Советын формалаштырыуҙа, хуту (60 %) һәм тутси (40 %) өсөн квоталар билдәләнгән этник состав роль уйнай[18].

Закон сығарыу власы

үҙгәртергә

Закондар сығарыу власы Милли Ассамблея (L’Assemblée Nationale) һәм Сенаттан торған ике палаталы парламенттан ғибәрәт[19]. Милли Ассамблея составына 5 йылға һайланып ҡуйылған 100-ҙән кәм булмаған ағза инә. Уны формалаштырғанда этник (хуту — 60 % һәм тутси — 40 %) һәм енси (ир-егеттәр — 70 % һәм ҡатын-ҡыҙ — 30 %) принциптар иҫәпкә алына. Милли бойондороҡһоҙ һайлау комиссияһы шулай уҡ этник аҙсылыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн өҫтәмә ағзалар тәғәйенләй[20].

Сенат 49 ағзанан тора, уларҙың 34-е туранан-тура тауыш биреү юлы менән 5 йылға һайлана, ҡалған урындар этник аҙсылыҡ һәм дәүләттең элекке башлыҡтары араһында бүленә[21].

Парламенттың закондар сығарыу функциялары конституция менән сикләнгән. Президент, конституцион суд менән кәңәшләшкәндән һуң, закондан юғарыраҡ көскә эйә булған указ ҡабул итә ала[16].

Суд власы

үҙгәртергә

Иң түбән кимәлдәге бәхәстәр ғәҙәти хоҡуҡ нигеҙендә аҡһаҡалдарҙан (abashingantahe) һәм башҡа һайланған ағзаларҙан торған убалар (intahe yo ku mugina) судтары тарафынанн хәл ителә[22]. Коммуналар кимәлендә йәшәү урыны буйынса магистрат судтары (франц. Tribunal de Résidence), ә провинциялар кимәлендә — юғары инстанция судтары (франц.  Tribunaux de Grande Instance) эшләй, уларҙың ҡарарҙары Бужумбурҙа, Нгозиҙа һәм Гитегеҙә урынлашҡан өс апелляция судында уларҙың ҡарарҙары буйынса ялыу бирә ала.

Юғары суд граждандар һәм енәйәт эштәре буйынса юғары инстанция суды булып Юғары суд (франц. La Cour supreme) тора. Илдә шулай уҡ Конституция суды (франц.  La Cour Constitutionnelle) эшләй, ул конституцияны аңлатыуға, шулай уҡ кеше хоҡуҡтарын боҙоуға бәйле эштәрҙе ҡарай[23].

Сәйәси партиялар

үҙгәртергә

Бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем 23-тән ашыу сәйәси партия теркәлгән, уларҙың икәүһе генә ил тормошона ныҡ йоғонто яһаған — принц Луи Рвагасоре нигеҙләгән Милли прогресс һәм берҙәмлек партияһы (УПРОНА) һәм Халыҡ партияһы (НП), хуту партияһы. Ләкин Милли Ассамблеяла милли ерлеккә нигеҙләнгән 64 урындың 58-ен контролдә тотҡан УПРОНА эске конфликттарға дусар ителде. Шуға күрә Халыҡ партияһы парламентта, УПРОНА партияһының хуту ҡанаты менән ҡушылып, «Монровия төркөмөн» ойоштороп, ә тутси ҡанаты "Касабланка төркөмө"н барлыҡҡа килтерә[24].

1966 йылда президент Мичомберо УПРОНА-нан башҡа бөтә партияларҙы ла тыйҙы. 1979 йылдың 1 ноябрендә, түңкәрелешш һөҙөмтәһендә Мичомберо ҡолатылғандан һуң, УПРОНА-ны таратыу тураһында иғлан ителә. Әммә 1979 йылда уҡ партия ҡабаттан дәүләт идаралығында ҡатнаша, ә 1981 йылғы Конституция буйынса илдең берҙән-бер легаль сәйәси ойошмаһы була.

1993 йылда үткән Президент һәм парламент һайлауҙары УПРОНА партияһының еңелеүенә килтерҙе, ул саҡта тауыштарҙың 72%-ын президент Ндадайе Бурунди Демократик фронты (ФРОДЕБУ) партияһы яулағайны. 1990-сы йылдарҙа Бурунди Африка ҡотҡарыу альянсы, Демократия һәм иҡтисади, социаль үҫеш берекмәһе (РАДДЕС), Халыҡтар татыулығы партияһы кеүек яңы партиялар барлыҡҡа килә. Шулай уҡ сәйәси йоғонтоло ҙур булмаған баш күтәреүселәр ойошмалары, мәҫәлән, Палипехуту — Милли азатлыҡ көстәре, һәм Демократияны яҡлау милли советы — Демократияны һаҡлау көстәре эшләй[24].

Әлеге ваҡытта иң мөһим партиялар булып ФРОДЕБУ, Демократияны яҡлау милли советы — Демократияны яҡлау фронты, УПРОНА тора[20].

Ҡораллы көстәре

үҙгәртергә

Ҡораллы көстәргә сығымдар ил эске тулайым продуктынан 5,9 % тәшкил итә (2006)[20]. Ҡораллы көстәрҙең дөйөм һаны (2006 йылдың марты) — 50 500 кеше, шуларҙың 89,1 % — армияла, 10,9 % — жандармерияла хеҙмәт итә[25].

Тышҡы сәйәсәте

үҙгәртергә

1962 йылдың 18 сентябрендә Бурунди Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ҡабул ителә[26]. Африка өсөн иҡтисади комиссия һәм бөтә тиерлек төбәккә ҡарамаған махсус агентлыҡтар өсөн иҡтисади комиссия ағзаһы, Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан төбәге ойошмаһы (АКТ) илдәренең халыҡ-ара ойошмаһына инә. Африка үҫеш банкы, Африка союзы, Төркөмө-77 һәм башҡа халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы.

Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәре бар (1962 йылдың 1 октябрендә СССР менән булдырыла).

Географияһы

үҙгәртергә

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Төп мәҡәлә: Бурунди географияһы

 
Бурунди картаһы
 
Бурундиҙың йыһан спутнигынан төшөрөлгән фотоһы
 
Бурунди рельефы

Бурунди — диңгеҙгә сығыу юлы булмаған дәүләт. Сигенең дөйөм оҙонлоғо — 974 км. Көнбайышта — Конго Демократик Республикаһы (233 км), төньяҡта — Руанда (290 км), көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта Танзания (451 км) менән сиктәш[20]. Илдең майҙаны 27 830 км² тәшкил итә, шуларҙың 25 650 км² ҡоро ергә тура килә[20]. Дәүләт көньяҡ-көнбайышта Танганьика күленә төшкән яйлала урынлашҡан.

Биләмә башлыса яйланан тора. Көнбайышта меридиональ йүнәлештәге тау сылбыры урынлашҡан, ул Руандала дауам итә. Үҙәк яйланың уртаса бейеклеге — 1525-тән 2 000 метрға тиклем. Бүжумбурҙан көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан Хека тауы (илдең иң бейек түбәһе) 2 760 метрға етә[27]. Илдең көньяҡ-көнсығышында һәм көньяғында ҡалҡыулыҡ яҡынса 1370 метрға етә. Көнсығыш Африка мәрйен үҙәнендә Танганьика күленән төньяҡҡа табан Рузизи йылғаһы буйындағы ер һыҙаты — илдең 915 метрҙан түбәнерәк берҙән-бер өлкәһе. Танганьика күле янында илдең иң түбән нөктәһе — 772 метр бар[28]. Танганьика күле һәм уға ҡойған сик буйы Рузизи йылғаһы төньяҡҡа табан киңәйгән уңдырышлы тупраҡлы тигеҙлектә ята. Ил үҙәгендә һәм көнсығышта тауҙар һәм һаҙлыҡтар менән уратып алынған тигеҙлектәр урынлашҡан.

Геологияһы һәм тупрағы

үҙгәртергә

Бурундиҙың күпселек өлөшө мезопротерозой Кибаран бүлкәтенең йыйырсыҡлы һәм бер аҙ трансформацияланған һыныҡ тоҡомдарынан ғибәрәт, ул Конго Демократик Республикаһынан Танзанияға һәм Угандаға тиклем Бурунди һәм Руанда аша һуҙыла. Кибаран ҡаялары гранит тоҡомдар менән ҡушылған һәм 350 саҡрым дауамында бында мафик һәм ультрамафик интрузияларҙың тар зонаһы бар. Илдең көнсығыш өлөшөндә Кибаран бүлкәте базаль ҡатнашмаһы, аспид һәүерташы, доломит эзбизташы һәм лава, Маларагази неопротерозой һыу ултырма тоҡомдары менән сикләнгән. Танганьика күленән төньяҡҡа табан ил өсөнсө һәм дүртенсе осор ултырмаларынан тора[29].

Илдә башлыса латерит (тимергә бай) субтупраҡ өҫтөндә серетмәнең (гумус) йоҡа ҡатламын барлыҡҡа килтереүсе асыҡ төҫтәге урман етештереүсе тупраҡ өҫтөнлөк итә. Иң яҡшы тупраҡ аллювий ярҙамында барлыҡҡа килгән, әммә улар ҙур йылға үҙәндәре менән сикләнгән. Тупраҡ эрозияһы етди проблема булып тора, ул ер өҫтө ауышлығы һәм яуым-төшөм, шулай уҡ ауыл хужалығы үҫеше менән бәйле[30].

Файҙалы ҡаҙылмалары

үҙгәртергә

Бурундиҙа ялан шпаты, каолин, фосфор, платина төркөмө металдары, кварцит, ерҙә һирәк осраған металдар, ванадий, эзбизташ ятҡылыҡтары бар. Мабайҙа, Чанкузола, Тора-Рузибазиҙа, Муйингела алтын ятҡылыҡтары бар. Каянза һәм Кирундо провинцияларында касситерит, колумбитотанталит һәм вольфрам ятҡылыҡтары үҙләштерелә. 1974 йылда табылған никель запастары 370 миллион тонна менән баһалана (донъя запастарының 3-5 %)[31].

Бурунди климаты башлыса көндөҙгө күләмле температура[32][33] амплитудалары менән ҡылыҡһырлана. Һауа температураһы илдең төрлө төбәктәрендәге бейеклеккә ҡарап һиҙелерлек үҙгәрә. Үҙәк яйлала уртаса һауа температураһы 20 °C градус тәшкил итә, Танганьика күле тирәләй — 23 °C 23, иң бейек тауҙар биләмәләрендә — 16 °C тәшкил итә.

Бужумбурҙа уртаса йыллыҡ температура 23 °С градус тәшкил итә[32].

Яуым-төшөм даими түгел, илдең төньяҡ-көнбайышында бигерәк күп. Бурундиҙың күпселек өлөшөндә яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 1300—1600 мм, Рузизи тигеҙлегендә һәм илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә 750—1000 мм тәшкил итә[32]. Яуым-төшөмгә ҡарап дүрт миҙгелде: оҙон ҡоро миҙгел (июнь — август), ҡыҫҡа дымлы миҙгел (сентябрь — ноябрь), ҡыҫҡа ҡоро миҙгел (декабрь — ғинуар) һәм оҙон дымлы миҙгел (февраль — май) айыралар.

Һыу ресурстары

үҙгәртергә
 
Танганьика күлендә пляж

Төп йылғалары: Рузизи, Марагарази һәм Рувубу. Уларҙың береһендә лә судносылыҡ булмай. Марагарази һәм Рузизи йылғалары һыуы илдең көнсығыш һәм көнбайыш өлөшөндә ер һуғарыу өсөн ҡулланыла.

Йылғалар ил сигенең күпселек өлөшөн тәшкил итә. Мәҫәлән, Каньяру менән Кагера дөйөм сиктең күп кенә участкаларында Бурундиҙы Руанданан айыра, ә Марагарази йылғаһы илдең көньяҡ сигенең күп өлөшөн тәшкил итә[27].

Бурундиҙа Нилдың тамағынан иң йыраҡта уның сығанағы урынлашҡан. Формаль яҡтан Нил Виктория күленән башланһа ла, Нил ағымына был күлгә ҡойған Кагера йылғаһы ҡарай, уның үрге ҡушылдығының сығанағы — Рувьиронза йылғаһы Кикизи тауында, дәүләт территорияһында урынлашҡан.

Илдең көньяғында һәм көнбайышында урынлашҡан Танганьика күле Бурунди, Танзания һәм Конго Демократик Республикаһы араһында бүленгән. Илдең төньяҡ-көнсығышында Кохохо һәм Ругверо күлдәре урынлашҡан.

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә
 
Каянза тәбиғәте

Бурунди башлыса ауыл хужалығы мал көтөүлеге иле, шул сәбәпле урман ҡырҡыла, ул тупраҡ эрозияһына һәм традицион йәшәү мөхитенең емерелеүенә килтерә. Бурундиҙа халыҡ күп йәшәгәнлеге арҡаһында, урмандар, 600 км² тәшкил иткән майҙандан тыш, илдең бөтә территорияһында тиерлек ҡырҡылған. Урмандар майҙаны йыл һайын дөйөм майҙандың 9%-ына кәмей. Башҡа урмандарҙа эвкалипт, акация, инжир һәм майлы пальма өҫтөнлөк итә. Илдең күпселек өлөшө саванна менән ҡапланған.

Бурунди фаунаһы ауыл хужалығы үҫешә башлауға тиклем бай була. Әлеге ваҡытта илдә филдар, гиппопотамдар, крокодилдар, ҡырағай ҡабан, арыҫландар, антилопалар осрай[34].

Илдең бай орнитофаунаһы араһында (венценосный) тажлы торналар, мысыр тауыҡтары (цесарки), ағуналар, өйрәктәр, ҡаҙҙар, бүҙәнәләр, күк тәкәһе (бекасы) киң таралған. Ил территорияһында 451 төр ҡош оя ҡора һәм бала сығара.

Халыҡтың артыуы күп төр йәнлектәр популяцияһының кәмеүенә йәки юҡҡа сығыуына килтерә.

Танганьика күлендә бик күп балыҡ, шул иҫәптән Нил алабуғаһы, сөсө һыу сардиналары үрсетелә. Танганьикала тереклек итеүсе 130-ҙан ашыу балыҡ төрө эндемиктар булып тора[34].

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының таможня хеҙмәте тәҡдим итә: Танганьикала һыу ингәндә һаҡ булырға кәрәк, сөнки уның һыуында йәшәгән гиппопотамдарҙың һәм крокодилдарҙың кешеләргә ташланыу осраҡтары билдәле. Бынан тыш, Бурундиҙа бик күп йыландар, шул иҫәптән ағыулылары йәшәй, шуға күрә дипломаттар туристарға тәбиғәткә сыҡҡанда үҙҙәре менән йыланға ҡаршы сыворотка һәм бейек ҡуныслы итек алырға кәңәш итә[35].

Һаҡланыусы территорияһы

үҙгәртергә

Бурундиҙа ике милли парк бар:

  • Кибир милли паркы (майҙаны 37 870 га) илдең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, Руандала Ньюнгве Урман милли паркы эргәһендә урынлашҡан. Рәсми рәүештә 1933 йылдан һаҡлана, таулы тропик урмандарҙың парк майҙанының 96%-ын биләүсе ҙур булмаған төбәге һаҡлана. Symphonia globulifera, Newtonia buchananii, Albizia gummifera һәм Entandrophragma excelsum өҫтөнлөклө үҫемлек төрҙәре булы тора. Асыҡ һауалағы таулы һаҙлыҡтар һәм Arundinaria alpine бамбугы биләгән территориялар ҙа бар[36].
  • Рувубу милли паркы (майҙаны 43 630 га) 1980 йылда Гитегиҙан 20 км алыҫлыҡта Бурундиҙың төньяҡ-көнсығышында шул уҡ исемле йылға буйында урынлашҡан. Ул пейзаждарының төрлөлөгө менән дан тота. Рувубу йылғаһы үҙәне һаҙлыҡ үҫемлектәре, урман һәм саванналар менән уратып алынған бер нисә меандр барлыҡҡа килтерә[37]. Паркта ҡанатлыларҙың ике йөҙҙән ашыу төрө, шул иҫәптән мадагаскар һары селәне, дала көйгәнәге (лунь), дала торомтайы (пустельга) һәм һаҙ ҙырҡыуыты (дупель) теркәлгән. Бында бик күп һыу ҡоштары йәшәй, улар араһында иң күп популяциялар — бөтә донъяла һанытиҙ кәмей барған аҡ африка баба ҡошо (пеликандар, меңдән ашыу баш иҫәпләнә), суҡышлы ҡауҙы (аист-клювач) һәм туғаҙаҡ тереклек иткән. Паркта осраған ҡоштар араһынан турачты, алтынһыу щурканы һ. б. айырып күрһәтергә мөмкин. Эре йәнлектәрҙән бында арыҫлан, гиппопотам, бородавочник, антилопаларҙың бушбок, ситатунга, импала, бурыл ат антилопалар төсәләре бар[38].

Административ бүленеше

үҙгәртергә
 
Бурунди провинциялары

Административ яҡтан дәүләт 18 провинцияға бүленә[39], Улар, үҙ сиратында, 2 638 холмдарҙан торған 117 коммунаға бүленә:

  • Бубанза (провинция)
  • Бужумбура-Мери
  • Бужумбура-Рураль
  • Бурури (провинция)
  • Гитега (провинция)
  • Карузи (провинция)
  • Каянза (провинция)
  • Кирундо (провинция)
  • Макамба (провинция)
  • Мваро (провинция)
  • Муйинга (провинция)
  • Мурамвья (провинция)
  • Нгози (провинция)
  • Руйиги (провинция)
  • Румонге (провинция)
  • Рутана (провинция)
  • Чанкузо (провинция)
  • Чибитоке (провинция)

Демография буйынса мәғлүмәт

үҙгәртергә
 
2020 йылға Бурунди халҡының йәш-енес пирамидаһы

Халыҡ һаны — 8 856 000 кеше (2008)[25], шуларҙан 80,9 % — хуту милләтенән, 15,6 % — тутси, 1,6 % — лингала, 1,0 % — пигмейҙар (тва). Халыҡ тығыҙлығы — 1 квадрат километрға (км²) 323,4 кеше. Ҡалаларҙа халыҡтың 10,0%-ы (2005) йәшәй.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны ир-егеттәрҙән күберәк (51,18 % һәм 48,82 %) (2005). Халыҡтың 45,1 % — 15 йәшкә тиклемгеләр, 29,0 % — 15-29 йәштәгеләр, 13,7 % — 30-44 йәштәгеләр, 8,2 % — 45-59 йәштәгеләр, 3,2 % — 60-74 йәштәгеләр, 0,7 % — 75-84 йәштәгеләр, 0,1 % 85 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәк (2005). Уртаса ғүмер оҙонлоғо (2005): ир-егеттәрҙә 47,0 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 49,8 йәш[25].

Тыуым 1000 кешегә 46 бала (2008), үлем — 1000 кешегә 16 бала (2008). Тәбиғи үҫеш — 1000 кешегә 30 кеше (2008)[25]. Сабыйҙар үлеме — 1000 яңы тыуған балаға 60,77 бала (2008)[20]. Иҡтисади әүҙем халыҡ (2003) 3 464 000 кеше (49,2 %) тәшкил итә.

Миграция кимәле минус 12,9 промилле (йәки абсолют дәүмәлдә 80 001 кәмеүсене иҫәпкә алып) тәшкил итә (2000)[40].

 
Гитегалағы сиркәү

Жан-Батист Багаза (1976—1987) хөкүмәте католик сиркәүен тотороҡһоҙландырыусы элемент тип һанай һәм шуға ла литургияны сикләй, рөхсәтһеҙ дини йыйылыштарҙы тыя, католик мәктәптәрҙе национализациялай, католик йәштәр хәрәкәтен тыя һәм католик радиоһын, гәзитен яба. 1986 йылда Йәһүә шаһиттары һәм етенсе көн адвентсылары закондан тыш тип иғлан ителә. 1987 йылдың сентябрендә Бурундиҙың яңы президенты Пьер Буйоя католик сиркәүенең эҙәрләүҙәрен туҡтата. Әлеге ваҡытта рәсми дини байрамдарҙың күбеһе — католик байрамдары. 2002 йылда Йәһүә шаһиттары һәм етенсе көн адвентсылары яңынан легаль миссионер төркөмдәре тип танылды. Илдә дин тотоу иреклеге конституцион нығытылған, күпселек дини ойошмалар башлыҡтарына дипломатик статус бирелгән[41].

Христиан динен халыҡтың 92,9%-ы тота (2010)[42]. Христиандарҙың иң ҙур конфессиялары — католиктар (5,85 миллион) һәм пятидесятниктар (1 миллион). Урындағы халыҡтың 5,5%-ы традицион дини инаныуҙар яҡлы, 130 мең мосолман иҫәпләнә[42].

Традицион ышаныуҙар тормоштоң һәм изгелектең сығанағы булып торған Иманы йөҙөндә яҙмышҡа ышаныуға нигеҙләнгән. Традицион дин анимизм формаһы булып тора. Физик объекттарҙың үҙ рухы бар, тип иҫәпләнә. Мәрхүм ата-бабаларға айырым хөрмәт бар. Хутуларҙың рухтары яуыз ниәттәр менән килә, тутси халҡы инаныуҙарында ата-бабаларҙың йоғонтоһо йомшағыраҡ. Традицион инаныуҙар буйынса, мал да рухи көскә эйә[43].

Илдәге рәсми телдәр — рунди һәм француз телдәре. Бужумбурҙа сауҙа теле сифатында суахили таралған, ул телдә 6400-гә яҡын кеше һөйләшә.[44]. Шуныһы ҡыҙыҡ: рундиҙа хутулар ҙа, тутсиҙар ҙа һөйләшәләр[45].

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Бужумбур баҙары

Бурунди - насар үҫешкән аграр дәүләт[46]. Донъялағы иң ярлы илдәрҙең береһе, унда халыҡтың яртыһынан күберәге хәйерселек сигендә йәшәй. Территорияның яҡынса 50 %-ы һөрөнтө ер итеп файҙаланыла, 36 %-ы - көтөүлек итеп, ҡалған майҙанды башлыса урмандар һәм һөрөүгә яраҡһыҙ ерҙәр биләй. Ауыл хужалығында илдең эшкә һәләтле халҡының 90 %-тан ашыуы мәшғүл. Үҫтерелгән культураларҙың күп өлөшө Бурундиҙың эске баҙарында ҡала. Экспорттың 54 %-ын кофе тәшкил итә. Шулай уҡ сәй, мамыҡ һәм тире экспортҡа оҙатыла. Танганьика күлендә сәнәғәт балыҡ тотоу менән шөғөлләнәләр[47].

Сәнәғәт аҙ үҫешкән. Аҙыҡ-түлек һәм текстиль предприятиелары, шулай уҡ төҙөлөш материалдары һәм пальма майы етештереү күбеһенсә европалылар ҡулында[47]. Аҡ ҡурғаш мәғдәне, бастнезит, вольфрам, колумбитотанталит, алтын һәм торф бик аҙ күләмдә сығарыла[14]. Аҙ күләмдә никель һәм уран ятҡылыҡтары сығарыла; булған платина запастары әле һаман файҙаланылмай[48]. Даими ҡәбилә-ара конфликттар һәм граждандар һуғышы хәүефе иҡтисадҡа етди зыян килтергән. Ил халыҡ-ара иҡтисади ярҙамға бәйле һәм шуға күрә тышҡы бурысҡа батҡан[48]. 2007 йылда инфляция - 8,3 %, 2008 йылда 24,5 % тәшкил итте[49]. 2009 йылда эске тулайым продукт үҫеше 3,5 % тәшкил итте[49].

Ауыл хужалығы

үҙгәртергә
 
Каянзала уңыш йыйыу

Ауыл хужалығы илдең эске тулайым продуктының 33,5 %-ын етештерә (2005)[25]. Был тармаҡҡа ил халҡының 90 %-тан ашыуы йәлеп ителгән[25]. Һөрөнтө ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 1 100 000 гектар (дөйөм майҙандың 43 %-ы) тәшкил итә, шуларҙың 74 000 гектары (һөрөнтө ерҙәрҙең 6,7 %-ы) һуғарыулы булып тора[50].

Ҡәһүә һәм сәй төп экспорт продукттары булып тора. 2001 йылда кофе экспорты дөйөм экспорттың - 54 %-ын алып тора[50], 2006 йылда —67,7 %-ын тәшкил иткән[25]. Кофенан һуң экспортта әһәмиәте буйынса икенсе урында сәй тора, ул африка дәүләтенең көнсығышында 300 мең самаһы ваҡ фермер өсөн йәшәү сығанағы булып тора. Бурунди Дәүләт сәй советы хәбәр итеүенсә, 2013 йылдың тәүге ярты йыллығында экспорттан алынған килем бер йыл элекке 13,9 миллион АҠШ доллары менән сағыштырғанда 11,9 миллион долларға тиклем кәмегән. Ил 2012 йылда 4 882 512 килограмм сәй, 2013 йылда 4 613 262 килограмм сәй экспортҡа оҙатҡан[51]. Бурундия сәйенең 90 %-ы сит илгә китә. Рәсәйгә 2013 йылға поставкалар булманы[52]. Ил хөкүмәте ҡәһүә буйынса хаҡ һәм сауҙа сәйәсәтен көйләй: ҡәһүә экспорты контракттарының барыһы ла раҫлауға мохтаж. Экспортты диверсификациялау өсөн дәүләт сәй һәм мамыҡ етештереүҙә ярҙам күрһәтә.

Эске туҡланыуҙа ҡулланылған төп продукттар: маниок, фасоль, банандар, татлы картуф, иген культуралары һәм сорго. Танганьика күле буйында урынлашҡан плантацияларҙа пальма майы алына. Таулы райондарҙа тәмәке һәм бойҙай үҫтерелә.

 
Бурундиҙа кәзәләрҙең иҫәбе 750 000 баш тәшкил итә

2005 йылда игенселек продукттарын етештереү күләме түбәндәгесә билдәләнгән: банан - 1 600 000 т, татлы картуф - 835 000 т, маниок - 710 000 т, фасоль - 220 218 т, кукуруз - 123 000 т, сорго - 67 947 т, дөгө - 67 947 т, таро - 62 000 т, борсаҡ - 33 500 т, ҡәһүә - 7800 т, 754 т, сәй - 7500 т, мамыҡ — 4 654 т[25].

Ғәҙәттәгесә, Бурундиҙағы социаль хәл мал һанына бәйле булған. Ошо һәм насар санитар шарттар менән бәйле, илдә етештереүсәнлек күрһәткестәре түбән булған күп һанлы мал йыйылған. Мәҫәлән, һәр һыйыр йылына уртаса 350 литр ғына һөт килтерә (донъя буйынса уртаса кимәлдән 17 %)[53].

Кәзә - 750 000 баш, һыйыр малы - 396 000, һарыҡ - 243 000 (2005)[25], сусҡа - 61 000 баш, тауыҡ — 4 миллион (1999) тәшкил итә[53]. 23 000 тонна һөт етештерелә (1999). Итте ҡулланыу тәүлегенә бер кешегә ни бары 48 калория менән баһалана (донъя буйынса уртаса күрһәткестәрҙән 10 %)[53].

Сәнәғәте

үҙгәртергә

Ил сәнәғәте оҙаҡ ваҡыт граждандар һуғышы тәьҫирендә бөлгөнлөккә төшә. 1998 йылда шәкәр, һөт, буяу, һабын, шешә, фармацевтика һәм текстиль етештереү күләме күтәрелгәс, илдең бер нисә төп фабрикаһы реконструкцияланғандан һуң, предприятиелар, шулай уҡ никель һәм алтын сығарыу буйынса проекттар тергеҙелгән.

Сәнәғәт предприятиеларының күбеһе Бужумбурҙа урынлашҡан һәм мамыҡ, ҡәһүә, сәй, үҫемлек майы, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ эсемлектәр, һабын, аяҡ кейеме, инсектицидтар, төҙөлөш материалдары, мебель һ. б. ҙур булмаған производстволар бар[54].

Илдә эске ихтыяждар өсөн колумбитотанталит мәғдәне, никель, алтын, каолин, аҡ ҡурғаш һәм вольфрам сығарыла[31].

Транспорты һәм коммуникацияһы

үҙгәртергә
 
Бужумбур аэропорты

Илдең диңгеҙгә сығыу юлы, шулай уҡ тимер юлдары юҡ. Автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 12 322 км тәшкил итә (2004), шуларҙың тик 7 %-ы ғына асфальтланған. Еңел автомобилдәр һаны 19 800 тәшкил итә, йөк машиналары һәм автобустар - 14 40[25].

Һауа транспорты ил эсендә, шулай уҡ Руандаға, Танзанияға һәм Конго Демократик Республикаһына осоштар яһаған [Air Burundi компанияһы бик уңайлы. Халыҡ-ара авиаосоштарҙы Air Zaïre, Sabena һ. б. компаниялар башҡара[55]. Бужумбур аэропорты халыҡ-ара һәм йылына (2005) 73 072 пассажирҙы ҡабул итә, 63 908 пассажирҙы оҙата; бушатылған йөк - 3 093 т, йөк тейәү 188 т тәшкил итә[25]. Шулай уҡ вағыраҡ 7 аэропорт һәм вертолеттар ултыртыу өсөн бер аэродром эшләй[20].

Илдең 1000 кешеһенә 20 кәрәҙле һәм 4,1 стационар телефон (2005), 4,8 шәхси компьютер (2004), Интернет селтәре менән ҡулланыусы 7,7 кеше (2006) тура килә[25].

Энергетикаһы

үҙгәртергә

2005 йылда Бурундиҙа 137 миллион кВт/сәғәт(киловатт-час) электр энергияһы етештерелә (99% - гидроэлектростанциялар иҫәбенә), электр энергияһын ҡулланыу сәғәтенә 161,4 миллион кВт/сәғәт (кВт·ч) тәшкил итә[20]. Ил бөтә нефть продукттарын Кениянан һәм Танзаниянан индерә. Энергия ҡулланыуҙың төп өлөшөн (94%) үҙағас һәм торф тәьмин итә[56].

Валютаһы

үҙгәртергә

1964 йылдың 19 майында әйләнешкә индереллгән бурундий франкы милли валюта (BIF) булып тора[57], ул саҡта Руанда һәм Бурунди Эмиссия банкы 5, 10, 20, 50, 100, 500 һәм 1000 франк номиналдарындағы банкноталарын илдә әйләнеш өсөн Бурунди Короллегенең Банкы тарафынан яңынан баҫылға.

1966 йылда 20 франктан алып һәм унан юғарыраҡ номиналдағы аҡсаларҙы, «Короллек» һүҙен «Республика»ға алмаштырыу өсөн, Бурунди Республикаһы банкы ҡайтанан баҫтыра. 1968 йылда 10 франк номиналындағы аҡсалар тәңкәләр менән алмаштырыла. 2001 йылда 2000 франк, 2004 йылда — 10 000 франк банкноталары индерелә.

Тышҡы иҡтисад бәйләнештәре

үҙгәртергә

Экспорт (2017):[58]: 163 миллион АҠШ доллары: ҡәһүә — 23 % (38 миллион $), алтын - 23 % (36,9 миллион $), сәй - 16 % (25,7 миллион $), ниобий, тантал, ванадий һәм цирконий мәғдәндәре - 7,2 % (11,8 миллион $).

Төп һатып алыусылар: Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре - 24 % (38,4 миллион $), Конго Демократик Республикаһы - 15 % (24,1 миллион $), Пакистан - 8,1 % (13,2 миллион $) һәм Һиндостан - 6,6 % (10,8 миллион $)[58].

Импорт (2017): 774 миллион АҠШ доллары: нефть продукттары - 17%.(131 миллион $), төрөлгән медикаменттар - 6,2 % (48,1 миллион $), дөгө - 4% (31,2 миллион $), таҙартылмаған (нерафинированный) шәкәр - 3,8% (29,5 миллион $), автомобилдәр - 3,1 % (24,2 миллион $), шулай уҡ илгә башҡа сәнәғәт продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек индерелә[58].

Сеймал менән төп тәьмин итеүселәр: Ҡытай — 14 % (111 миллион $), Һиндостан - 13 % (103 миллион $), Сәғүд Ғәрәбстаны - 8,1 % (62,4 миллион $), Танзания - 7,3 % (56,2 миллион $) һәм Кения - 6,5 % (50,4 миллион $)[58].

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Әҙәбиәте

үҙгәртергә

Халыҡтың наҙанлығы һәм ярлылығы юғары булыу сәбәпле, илдә әҙәбиәт юҡ кимәлдә тиерлек. Әммә илдә халыҡтың ауыҙ-тел ижады үҫешкән, шул иҫәптән легендалар, мәҫәлдәр, шиғырҙар, мәҡәлдәр, йомаҡтар һәм йырҙар, уларҙың ҡайһы берҙәре фольклорсыларҙың иғтибарын йәлеп итеп, француз теленә тәржемә ителгән. Хайуандар тураһында бер нисә эпик поэма бар. Хикәйәләр һәм тарихтар яңылыҡтар тапшырыу ысулы булып тора. Бурундиҙа, тапшырылған факттарҙың дөрөҫлөгө түгел, ә телмәр нығыраҡ баһалана[43][59].

Музейҙары һәм китапханалары

үҙгәртергә

Ил идарасыларының күп һанлы һарайҙарының береһе - мвами һаҡланып ҡалған. Гитегала Милли музей (1955 йылда ойошторолған) урынлашҡан, унда халыҡ сәнғәте экспонаттары, тарихи документтар һәм предметтар һаҡлана, унда шулай уҡ китапхана эшләй. Көнсығыш Африкала ҡала көршәк изделиелары менән билдәле[60]. 1977 йылда Бужумбурҙа нигеҙ һалынған Musée Vivant музейында ил тормошоноң бөтә аспекттарын яҡтыртҡан экспонаттар һаҡлана.

Бурунди ҡалаһында 60 китапхана иҫәпләнә, уларҙың иң ҙурҙары баш ҡалала һәм уның тирә-яғында урынлашҡан: Халыҡ китапханаһы (27 000 том), Бурунди университеты китапханаһы (192 000 том), Франция мәҙәни үҙәге китапханаһы (33 000 том)[61].

Музыкаһы һәм бейеүҙәре

үҙгәртергә

Бурунди менән Руанданың музыкаһы бик оҡшаш, сөнки ике илдә лә хуту һәм тутси халҡы йәшәй. Ғаиләләр бергә йыйылғанда ҡыҫҡа ҡушымталы һәм көслө барабан тауышы менән оҙатылған имвийно (imvyino) йырҙары йырлана. Яңғыҙ йырсылар йәки ҙур булмаған төркөмдәр индиримбо (indirimbo) йырҙарын башҡара. Ир-егеттәр - ҡысҡырыу менән оҙатылған ритмлы йырҙар — квишонгора (kwishongora), ә ҡатын-ҡыҙҙар — сентименталь билито (bilito) йырҙарын башҡара. Шулай уҡ типик бурунди музыкаһы — бышылдап йырлау бар[43].

Төп музыка ҡоралдары - инанга (inanga), идоно (idono}), икихусехама (ikihusehama), икембе (ikimbe) һәм башҡалар. Барабандар тормошта музыкаль ҡоралдар ғына түгел, шулай уҡ власть һәм статус символдары булараҡ та роль уйнай. The Royal Drummers of Burundi — илдең быуындан быуынға барабанда уйнау күнекмәләренә эйә булған 20 кешенән торған иң билдәле барабан ансамбле[62]. 1960 йылдарҙан алып ансамбль концерттар менән донъяның башҡа илдәренә сыға башлай; Batimbo (Musiques Et Chants) (1991), Live at Real World (1993) һәм The Master Drummers of Burundi (1994) альбомдары сығарылған[63].

Барабанда уйнау йыш ҡына бейеүҙәр менән оҙатыла. Бурундияның билдәле бейеүҙәренең береһе - будемера буранера (Budemera). Бейеүселәр будемераны түңәрәктә башҡарған, юлбашсының ҡулында һыйыр ҡойроғо булған. Бейеү барышында йырсылар туйҙы, кеше мөнәсәбәттәрен, ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һ. б. данлай[64]

Байрамдары

үҙгәртергә
Дата Атамаһы[65]
1 ғинуар Яңы йыл
5 февраль Берҙәмлек көнө
1 май Хеҙмәт көнө
Пасханың[66] Иисус Христостың (Аллаһы тәғәләнең) күккә ашыуы
1 июль Бойондороҡһоҙлоҡ көнө
15 август Изге Марияның (Алла анаһының) күккә ашыуы
13 октябрь Рвагасоре көнө
21 октябрь Ндадайе көнө
1 ноябрь Бөтә изгеләр көнө
28 ноябрь Республика көнө
25 декабрь Раштыуа

Социаль өлкә

үҙгәртергә

Мәғарифы

үҙгәртергә
 
Бурунди университеты

7 йәштән 13 йәшкәсә балалар өсөн белем алыу мотлаҡ һанала. Башланғыс белем биреү 6 йыл дауам итә һәм рунди, француз телдәрендә алып барыла. Урта мәктәптәрҙә уҡыу 7 йыл, урта һөнәри белем биреү йорттарында — 5 йыл дауам итә. 1960 йылда нигеҙ һалынған Бурунди университеты берҙән-бер юғары уҡыу йорто булып тора[67].

Әҙерлекле уҡытыусы һәм административ персоналдың етешмәүе мәғариф өлкәһендәге киҫкен проблема булып тора. Икенсе проблема — этник билдә буйынса дискриминация, ул урта уҡыу йорттарында һәм университетта тутси вәкилдәренең күп булыуында сағылыш таба[68].

2003 йылда халыҡтың грамоталылығы (15 йәштән алып һәм унан юғарыраҡ) 51,6 % (ир-егеттәр — 58,5 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 45,2 %) тәшкил иткән[25]).

Образовательные заведения Бурунди (2003—2004)[25]
Уҡыу йорттары Уҡыу йорттары һаны Преподавателдәр һаны Уҡыусылар һаны Бер преподавателгә тура килгән уҡыусылар һаны
Башланғыс мәктәптәр (7—13 йәш) 1 5121 18 889 968 488 51,2
Урта мәктәптәр (14—20 йәш) 40051 8 047 140 735 17,5
Юғары белем 1 669 15 706 23,5

1 1998 йылға ҡарата мәғлүмәт

Һаулыҡ һаҡлау

үҙгәртергә
 
Руйиги дауаханаһы

Ил квалификациялы медицина персоналында һәм медикаменттарҙа ҙур ҡытлыҡ кисерә, шул арҡала күп һанлы үлем осраҡтары менән менингит һәм ваба ауырыуҙары тарала. Медицина хеҙмәтләндереүенә мөрәжәғәт итеү халыҡтың түләй мөмкинлеге булмауы менән ҡатмарлаша[69].

Илдә 37 581 кешегә — 1 табип (бөтәһе 200 табип), 1657 кешегә — 1 дауахана койкаһы (бөтәһе 3380 койка) тура килә (2004)[25]. На конец 2001 года число людей, живущих с ВИЧ, оценивалось в 390 тысяч человек (8,3 % от взрослого населения)[70]. 2005 йылға ВИЧ сире менән йәшәүсе кешеләрҙең һаны 390 мең кешегә баһаланған (өлкән халыҡтың 8,3 проценты). 1990-сы йылдар аҙағында Бурундиҙа күҙәтелгән ВИЧ эпидемияһының кәмеү тенденцияһы 2005 йылға ВИЧ-инфекциялы өлкәндәрҙән 3,3 % билдәһенә еткән[25], һуңынан яңынан үҫә башлаған.

Киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә

Илдә рәсми рәүештә һүҙ иркенә сикләүҙәр булмаһа ла, хөкүмәт көн һайын сыҡҡан Le Renouveau du Burundi атамалы берҙән-бер гәзитте, ике төп радиостанцияны һәм телевидениены контролдә тота.

Ваҡытлы матбуғат баҫмалары: Le Renouveau du Burundi (Бурундиҙың яңырыуы), Ubumwe (Берҙәмлек) — хөкүмәт гәзиттәре, Ndongozi (Лидер) — католик сиркәүе тарафынан нигеҙләнгән, Arc-en-ciel (Йәйғор) — француз телендәге шәхси аҙналыҡ гәзит[71].

Хөкүмәт контролдә тотҡан берҙән-бер La Radiodiffusion et Télévision Nationale de Burundi (RTNB) телевизион каналы; рунди, суахили, француз һәм инглиз телдәрендә трансляция алып бара[71]. 1984 йылда нигеҙ һалына, 1985 йылдан төҫлө тапшырыуҙарҙы күрһәтә[72]. 1000 кешегә 37 телевизор тура килә (2004)[25].

Радио ил халҡы өсөн төп мәғлүмәт сығанағы булып тора. Бурундиҙа ғәмәлдә:

  • Radio Burundi (RTNB) — 1960 йылда эшләй башлай, Хөкүмәт контролдә тота, рунди, суахили, француз һәм инглиз телдәрендә трансляция алып бара,
  • Bonesha FM — халыҡ-ара ойошмалар тарафынан финанслана,
  • Radio Publique Africaine — шәхси, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан һәм башҡа сит ил сығанаҡтарынан финанслана,
  • Radio CCIB+ — Бурунди Сауҙа палатаһы финанслай,
  • Radio Culture — өлөшләтә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан финанслана, Radio Isanganiro 2009 йыл 28 апрель архивланған. — шәхси[71].

Agence Burundaise de Presse (ABP) — Яңылыҡтар агентлығы хәбәр итә. Azania, Net Press — шәхси[71].

2006 йылда илдә Интернет селтәре менән ҡулланыусы 60 000 кеше теркәлгән[20], әммә 2009 йылда уҡ Интернет селтәре менән ҡулланыусылар иҫәбе 157,800-гә тиклем артҡан.[20]

Бурунди 1996 йылдан Йәйге олимпия уйындарында ҡатнаша, спортсыларҙы — еңел атлеттарҙы һәм йөҙөүселәрҙе ебәрә. 1996 йылда Атлантта 5000 метрға йүгереүҙә сенсация кимәлендә алтын яулаған Венусте Нийонгабо Бурундиҙың иҫәбенә берҙән-бер алтын миҙал килтерә. Ошо уҡ еңел атлет 1995 йылғы донъя чемпионатында 1500 метр арауыҡта «бронза» яулай.

2016 йылда Рио-де-Жанейрола еңел атлетикала Франсина Нийонсаба (Niyonsaba Francine) 800 метрға йүгереүҙә көмөш миҙал яуланы.

Бурунди футбол ассоциацияһы (Fédération de Football du Burundi) 1948 йылда ойошторола һәм 1972 йылдан бирле ФИФА ағзаһы була[73]. Футбол буйынса йәштәр йыйылма командаһы 1995 йылда Катарҙа 20 йәшкәсә уйынсылар өсөн ФИФА донъя чемпионатына квалификация алды һәм төркөм турниры стадияһынан һуң сығарылды.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Илдең иҡтисади яҡтан артта ҡалыуына ҡарамаҫтан, Бурундиҙа туристарҙы йәлеп иткән күп объекттар бар. Уларға парламент бинаһы һәм элекке колониаль хакимиәт менән Бужумбура, король һарайы булған илдең баш ҡалаһы Гитега ҡарай. Тәбиғи туристик объекттар араһында Кагера шарлауыҡтары, Кибаби эҫе сығанаҡтары, Рузизи һәм Рувубу милли парктары, Макамба һәм Бурури тәбиғәт резерваттары, Танганьика күле айырыуса популяр булып ҡала[74].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Руанда-Урунди

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 http://www.iwacu-burundi.org/blogs/english/english-is-now-official-language-of-burundi/
  2. (BIF, код 108)
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
  4. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; АМ2010 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. Поспелов, 2002, с. 85
  6. БСЭ. Бурунди (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  7. Nationsencyclopedia.com. Burundi History (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 27 октябрь 2008 года.
  8. Historyworld.net. Ruanda-Urundi: AD 1887—1914 (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  9. Iss.co.za. Burundi — History and Politics (ингл.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 7 август архивланған.
  10. Geo-world.ru. Новейшая история Бурунди. Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано из оригинала 4 декабрь 2010 года.
  11. Uadream.com. История Бурунди. Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано из оригинала 16 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 16 сентябрь архивланған.
  12. Worldstory.ru. Новейшая история Бурунди. Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано из оригинала 14 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.
  13. Geogid.ru. Страны мира — Бурунди. Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано из оригинала 14 ноябрь 2007 года. 2007 йыл 14 ноябрь архивланған.
  14. 14,0 14,1 Кругосвет. Бурунди. Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  15. Конституция Бурунди, ст.ст. 95, 109
  16. 16,0 16,1 Syldie Bizimana. The Burundi Legal System and Research (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  17. Burundi set for one-name vote, Al-Jazeera (28 июнь 2010). 28 июнь 2010 тикшерелгән.
  18. Конституция Бурунди, ст. 129
  19. Конституция Бурунди, ст. 147
  20. 20,00 20,01 20,02 20,03 20,04 20,05 20,06 20,07 20,08 20,09 CIA. Burundi on CIA Factbook (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 24 декабрь 2018 года. 2018 йыл 28 ғинуар архивланған.
  21. Senate of Burundi. The Senate composition (ингл.). Дата обращения: 6 февраль 2009. Архивировано из оригинала 6 февраль 2009 года. 2007 йыл 25 июнь архивланған.
  22. The Law No1/ 016 of 20th April 2005 on the Organisation of Municipal Administration
  23. Конституция Бурунди, ст. 228
  24. 24,0 24,1 Nationsencyclopedia.com. Political Parties of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 11 октябрь 2008 года.
  25. 25,00 25,01 25,02 25,03 25,04 25,05 25,06 25,07 25,08 25,09 25,10 25,11 25,12 25,13 25,14 25,15 25,16 Britannica. World Data. Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  26. Официальный сайт ООН. Список государств-членов ООН (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
  27. 27,0 27,1 Nationsencyclopedia.com. Topography of Burundi (ингл.). Дата обращения: 29 июнь 2008. Архивировано 6 октябрь 2008 года.
  28. Countriesquest.com. Burundian land and resources (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 17 сентябрь архивланған.
  29. Uoguelph.ca. Geology of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 6 август архивланған.
  30. Britannica. Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  31. 31,0 31,1 Nationsencyclopedia.com. Mining of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 13 октябрь 2008 года.
  32. 32,0 32,1 32,2 Nationsencyclopedia.com. Climate of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 26 октябрь 2008 года.
  33. Britannica. Climate of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  34. 34,0 34,1 Nationsencyclopedia.com. Flora and Fauna of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 29 август 2008 года.
  35. Консульский Департамент МИД России. www.kdmid.ru. Дата обращения: 2 февраль 2020. Архивировано 29 октябрь 2020 года. 2020 йыл 29 октябрь архивланған.
  36. Nationsencyclopedia.com. Kibira National Park (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  37. BirdLife IBA Factsheet. Ruvubu National Park (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  38. Рувубу - национальный парк Бурунди | Статьи о Бурунди. restinworld.ru. Дата обращения: 2 февраль 2020. Архивировано 2 февраль 2020 года.
  39. Statoids. Burundi Provinces (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  40. Nationsencyclopedia.com. Migration in Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 27 октябрь 2008 года.
  41. Nationsencyclopedia.com. Religions in Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 29 август 2008 года.
  42. 42,0 42,1 J. Gordon Melton. Burundi // Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices / J. Gordon Melton, Martin Baumann. — Oxford, England: ABC CLIO, 2010. — С. 458. — 3200 с. — ISBN 1-57607-223-1.
  43. 43,0 43,1 43,2 Everyculture.com. Culture of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 6 июль 2008 года.
  44. Ethnologue.com. Languages of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  45. Britannica. Languages of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  46. Бурунди  // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 116. — (Словари нового века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  47. 47,0 47,1 Страны мира. Современный справочник. — М.: ООО "ТД «Издательство Мир книги», 2005. — 416 с.
  48. 48,0 48,1 Infoplease.com. History, Geography, Government, and Culture of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  49. 49,0 49,1 FACTBOX-Burundi holds elections, Reuters (24 июнь 2010). 29 октябрь 2017 тикшерелгән.
  50. 50,0 50,1 Nationsencyclopedia.com. Agriculture of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 27 октябрь 2008 года.
  51. Доходы Бурунди от экспорта чая сократились в первом полугодии на 14%. www.unitrade.su (14 август 2013). Дата обращения: 5 октябрь 2018. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2018 года.
  52. Чай по-бурундийски. www.tea-terra.ru. Чайный портал TeaTerra "Все о чае" (10 ғинуар 2013). Дата обращения: 5 октябрь 2018. Архивировано 26 сентябрь 2018 года.
  53. 53,0 53,1 53,2 Nationsencyclopedia.com. Animal Husbandry of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 8 сентябрь 2008 года.
  54. Nationsencyclopedia.com. Industry of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 15 октябрь 2008 года.
  55. Nationsencyclopedia.com. Transport in Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 27 октябрь 2008 года.
  56. Nationsencyclopedia.com. Energy and Power in Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 7 сентябрь 2008 года.
  57. Global Financial Data. The Global History of Currencies (GHOC). Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  58. 58,0 58,1 58,2 58,3 Бурунди. The Observatory of economic Complexity. Дата обращения: 4 июнь 2019. Архивировано из оригинала 3 июнь 2019 года.
  59. Travel Document Systems. Burundi Culture (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  60. Библиотека энциклопедий для юношества. Африка/Сост. В. Б. Новичков. — М.: Издательский дом «Современная педагогика», 2001. — 148 с.
  61. Nationsencyclopedia.com. Libraries and Museums of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 2 октябрь 2013 года.
  62. Wisegeek.com. The Royal Drummers of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  63. Maps Of World. The Royal Drummers of Burundi (ингл.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 12 август архивланған.
  64. Voyage.e-monsite.com. Les Danses (фр.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 29 ғинуар архивланған.
  65. Worldtravelguide.net. Burundi Travel Guide - Public Holidays (ингл.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 28 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  66. хәрәкәтле 40-сы көнө (2009 йыл — 21 май)
  67. Nationsencyclopedia.com. Education of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 22 сентябрь 2008 года.
  68. Britannica. Education of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  69. WHO. Burundi Profile. May 2007 (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  70. Nationsencyclopedia.com. Health in Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 27 октябрь 2008 года.
  71. 71,0 71,1 71,2 71,3 BBC. Country Profile of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  72. Nationsencyclopedia.org. Media of Burundi (ингл.). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 7 сентябрь 2008 года.
  73. FIFA. Burundi (ингл.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 26 июль архивланған.
  74. Maps Of World. Burundi Tourist Attractions (ингл.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 июль 2008. Архивировано 23 август 2011 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Бурунди в темах

Ҡалып:Восточноафриканское сообщество Ҡалып:Франкоязычные страны Ҡалып:Бывшие мандатные территории Ҡалып:Движение неприсоединения Ҡалып:Хорошая статья