Раштыуа
Раштыуа (грек. Χριστούγεννα, лат. Christi Natalis, ингл. Christmas, рус. Рождество Христово, сиркәү славян телендә тулы исеме — Е́же по пло́ти Рождество́ Го́спода Бо́га и Спа́са нашего Іисуса Христа, старообрядсылар Рожество Христово исемен ҡуллана; юнанса Η κατά σάρκα Γέννησις του Κυρίου και Θεού και Σωτήρος ημών) — донъяның күп илдәрендә бөйөк ғисабад йола билдәһе йәки атрибуты.
Раштыуа | |
---|---|
«Рождество Христово», Андрей Рублёв тәреһе | |
Төрө | Ғисабад дини байрамы |
Мәғәнәһе | ғисабадтарҙың төп байрамдарының береһе |
Раҫланған | Ғайса Мәсих тыуған көн |
Көнө | Православлыҡ:
Юлиан календары
Боронғо сиркәү календары буйынса — 6 ғинуар |
Раштыуа байрамы 25 декабрҙә байрам ителә. Юлиан календарын ҡулланған ғисабадтар (мәҫәлән, Урыҫ Православ Сиркәүе) Раштыуаны 7 ғинуарҙа байрам итә.
Урта быуаттар аҙағы Яңы заман алдынан булған дәүерҙә немец ҡала ғөрөф-ғәҙәттәрендә барлыҡҡа килгән, ә XIX быуаттан Рәсәйҙә, Көнбайышта һәм башҡа бик күп илдәрҙә билдәлелек яулай. Раштыуа шыршыһы — ылыҫлы ағас (аҡ шыршы, ҡарағай) гирляндалар, махсус шыршы уйынсыҡтары, шәмдәр йәки лампочкалар менән биҙәлә. Йорттарҙа һәм урамдарҙа байрамды үткәреү ваҡытында ҡуйыла.
Мифологияла
үҙгәртергәКүп халыҡтарҙа шыршы элек-электән тылсымлы үҫемлек символы булараҡ ҡулланыла. Боронғо Грецияла шыршы һунар алиһәһе Артемиданың изге ағасы тип һанала. Аҡ шыршы ағасынан Троян аты яһалған, тигән фекер бар. Ҡайһы бер халыҡтар өсөн шыршы элек-электән Яңы йылдың беренсе көнөндә айырыуса хөрмәтле ағас булып тора, ул ҡышҡы ҡояш торошо — көндөң артыуы менән бәйле. Шыршыға табынған удмурттар, уның янында шәм яндырып, доға ҡыла. Иҙәнгә икмәк, ит һәм эсемлек ҡуйған, ә йорт төҙөй башлағас, нигеҙ аҫтына бәләкәй генә шыршы ултыртҡан, ашъяулыҡ йәйеп, уға ҡорбан килтерергә тәҡдим ителгән. Ерләүҙән һуң зыяраттан ҡайтҡанда, рухтар арттарынан эйәрмәһен өсөн, бер-береһен шыршы ботаҡтары менән һыҙҙырған.[2]
Ҡайһы бер халыҡтарҙың мифологияһында, шулай уҡ башҡорттарҙа, шыршы үлем символикаһы итеп ҡабул ителгән. Әгәр йорт янында үҫкән шыршы ағасын йәшен һуҡһа, был уның хужаларының тиҙ арала үлеүенә, тип шомланғандар. Башҡорттарҙа, легенда буйынса, шыршы энәләрендә кеше исемдәре яҙылған. Кемдең исеме яҙылған энә төшһә, шул кеше үлә, тигән шомланыу тыуған.[3]
Европаның ҡайһы бер халыҡтары элек-электән раштыуа утыны өсөн шыршы һәм бук ағасы төптәрен ҡулланған. Раштыуаның беренсе көнөндә үк усаҡта яндырыла һәм ун ике көн дауамында әкренләп яна. Халыҡ фекеренсә, йыл дауамында раштыуа торонбаш[4] киҫәге йортто уттан һәм йәшендән һаҡлай, ғаиләгә муллыҡ, мал үрсемен күтәрергә ярҙам итә.[5]
Раштыуа ағасы риүәйәттәрҙә
үҙгәртергәШыршының Раштыуа ағасына әйләнеү тарихы ныҡлап өйрәнелмәгән, ләкин бик боронғо дәүергә ҡарай тигән фекер бар. Германия халыҡтары араһында элек-электән Яңы йылға урманға барыу йолаһы булған. Йола роле өсөн һайланған шыршы ағасын шәмдәр менән яҡтыртҡандар, төҫлө сепрәктәр менән биҙәгәндәр, һуңынан уның тирәләй тейешле йолалар башҡарғандар. Күпмелер ваҡыттан һуң шыршы ағастарын бысып йортҡа алып ҡайта башлағандар. Шыршыға тоҡандырылған шәмдәр беркеткәндәр, алма һәм тәм-томдар элгәндәр. Шыршы культының барлыҡҡа килеүенә уның мәңге йәшеллеге булышлыҡ иткән. Шыршыны хөрмәтләүгә бәйле йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр аҡрынлап христиан дине мәғәнәһенә эйә була башлай һәм уны, өйҙәрҙә Яңы йылға түгел, ә Сочельникка (Раштыуа ҡануны, 24 декабрь) ҡуйып, Раштыуа ағасы итеп ҡулланыла башлай.[2]
Раштыуа ағасының барлыҡҡа килеүе тураһында бик күп легендалар бар. Уларҙың береһенә ярашлы, Раштыуа төнөндә урмандағы бөтә ағастар ҙа сәскә атҡан һәм емеш биргән. Ошо легендаға нигеҙләнеп, мәңге йәшел ағасҡа алма, цитрус һәм башҡа емеш-еләк элеү йолаһы тамырланғандыр, тигән фекер ҙә йәшәй. Европаның ҡайһы бер урындарында, мәҫәлән, сейәне, Раштыуаға тиклем сәскә атһын өсөн, махсус шарттарҙа тоталар. Икенсе легенда буйынса, Раштыуа төнөндә бөтә үҫемлектәр Вифлеемға сабый Ғайсаға сәждә ҡылырға киткән.[2]
Өсөнсө легендала фәрештәләрҙең Раштыуа ағасын һайлар өсөн урманға барғаны хаҡында һөйләнелә. Көслө имәндән ҡәберҙәр өсөн тәреләр яһалған өсөн, көҙ көнө бук ағасы иртә япрағын ҡойоп һулығаны, ә ҡайындың ботаҡтары, ғәҙәттә, ғәйеплеләрҙе язалау өсөн ҡулланылғанына Раштыуа ағасы була алмай, тигән фекергә килеп, фәрештәләр мәңге йәшел, һомғол, хуш еҫле шыршыны һайлай. Шулай итеп, шыршы фәрештәләр һайлау һөҙөмтәһендә Донъя Раштыуа ағасына әүерелә. Донъя ағасын һайлағанда тамырҙары, олоно һәм ботаҡтарына иғтибар ителгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы билдәле бер илаһтарға йәки башҡа мифологик персонаждарға ҡарай.[6]
Боронғо Германия легендаларының береһендә Сочельникка урмансы һәм уның өйҙәгеләренең ҡапыл ишек шаҡыуын ишетеүҙәре хаҡында бәйән ителә. Ишекте асҡан хужа тупһа төбөндә ҡалтырап һәм йонсоп бөткән баланы күрә. Ул малайҙы өйгә саҡырған. Бөтә ғаилә, баланы сәләмләп, тамағын туйҙырып, йоҡларға һала. Иртәнсәк улар көн элгәре үҙҙәрендә һыйынған бәләкәй генә йортта сабый Христосты (Ғайса) таный. Ул урмансы ғаиләһе менән хушлашҡанда ботаҡты һындырып, уны ергә бәреп төшөрә лә: «Күрәһегеҙме, бүләктәрегеҙҙе ҡабул иттем, ә был — һеҙгә минең бүләгем. Киләсәктә ул ағас һәр ваҡыт Раштыуа байрамында емеш бирәсәк, шулай уҡ һеҙ һәр ваҡыт муллыҡта һәм ҡәнәғәтлектә йәшәрһегеҙ». Шыршының беренсе тапҡыр ҡасан һәм ҡайҙа Раштыуа ағасы сифатында ҡулланылыуы тураһында фекерҙәр күп.[2]
Йоланың таралыу географияһы
үҙгәртергәНемецтарҙың был йоланы тулыһынса үҙләштереүен күрһәтеүсе дәлил итеп ҙур Раштыуа йәрминкәләрендә шыршыларҙың булыуын иҫәпләргә мөмкин. 1785 йылда Лейпцигтағы йәрминкәлә шыршы һатылмаһа, 1807 йылда иһә Дрезден йәрминкәһендә улар күп булған. Шул ваҡыттан алып ҡына Раштыуа ағасы бөтә Германияға тарала башлай. Германияла киң таралыу алған, шыршыны йортҡа ҡуйыу йолаһы, быуат башында Европаның башҡа илдәренә лә тарала башлай. Тәүгеләрҙән булып биҙәлгән шыршы быуаттың уртаһына тиклем танылыу яуламаһа ла, төньяҡ Европа илдәрендә йәшәүселәр немецтарҙан Раштыуа ағасын алған. Улар йышыраҡ ылыҫлы ботаҡтар менән йорттарҙың түшәмен һәм ишектәрен генә биҙәгән. Ваҡытында шыршы урынына һигеҙ йәки ун шәм менән яҡтыртылған ҡыҙыл һәм йәшел ҡағыҙға төрөлгән таяҡ файҙаланылған [7] . Швецияла Раштыуа ағасы тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр быуат аҙағында, Финляндияла — 1800, Данияла — 1810, Норвегияла 1828 йылдарға ҡарай. Бельгияла һәм Нидерландта Раштыуа ағасы быуаттың урталарында ғына үҙләштерелә.[2]
Парижда Раштыуа ағасы тәүге тапҡыр 1840 йылда король Луи Филипп һарайында барлыҡҡа килә, тип фаразлана. Был ваҡиғаның инициаторы — немец принцессаһы Мекленбургскаянан тыуған лютеранка короле Елена Орлеанскаяның килене. Ләкин Раштыуа шыршы йолаһы Францияла яй тарала. Англияла тәүге Раштыуа ағасы 1841 йылда, Виктория королеваһы немец Альберт Саксен-Кобургскийға кейәүгә сыҡҡандан һуң ҡуйыла, тип иҫәпләнә. Шунан һуң Британияла Раштыуа аштары — ҡыҙҙырылған ҡаҙ һәм плум-пудинг киң таралған.[2]
Америкаға Раштыуа ағасы яҡынса Англияға килтерелгән ваҡытта килгән. Тәүге шыршы Техаста ҡуйыла. Оҙаҡламай шыршы Урта Көнбайыштың башҡа ҡалаларында ла киң билдәлелек яулай. 1851 йылдан алып Америкала сиркәүҙәрҙә лә Раштыуа ағасы ҡуйыла башлай. 1848 йылғы Раштыуа алдынан Нью-Йорк урамдарында шыршылар һатҡан тәүге фермер барлыҡҡа килә. Шул рәүешле «шыршы» коммерцияһына нигеҙ һалына. Йөҙләгән плантацияла Раштыуа байрамдары өсөн шыршылар үҫтерә башлайҙар. 1852 йылда тәүге Раштыуа шыршыһы Аҡ йортта ҡуйыла. Рәсәйҙә Яңы йыл йолаһы Бөйөк Петр дәүеренә ҡарай. Яңы йыл символы булараҡ шыршы XVII быуат уртаһында «Мәскәүҙә немец биҫтәһендә ҡуйыла» тигән фекер билдәле.[2]
Раштыуа ағасына әүрелеү сәбәптәре
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта бөтә донъяла Раштыуа байрамына ҙур әһәмиәт бирелә һәм раштыуа ағасы һәр йортта тиерлек ҡуйыла. Бындай киң таралыу йәһәтен һәм шыршының шундай популярлыҡ яулауын, ни өсөн ул Яңы йыл йәки Раштыуа менән бәйле булғанын дини күҙлектән һәм тәбиғәт шарттарынан аңлатыла. Төньяҡ ярымшарҙа Раштыуа байрамдары ҡышҡа тура килә, ул ваҡытта япраҡлы ағастар яланғас тора һәм ҡышҡы байрамдың символы һәм мөһим атрибуты сифатында файҙалана алмай. Шуға күрә шыршы ғына түгел, ҡарағай, эрбет, аҡ шыршы, артыш кеүек мәңге йәшел ылыҫлы ағастың ошондай символға әүерелеүе тәбиғи. Яңы йыл йәки Раштыуа биҙәүесе сифатында ҡарағай ағастарын йәки ботаҡтарын да ҡулланалар. Ләкин шыршы ағасы, ҡарағайҙан айырмалы рәүештә, камил пирамида формаһына эйә; уның өҫкә үрелгән тура олоно, шулай уҡ ботаҡтарҙың симметриялы урынлашыуы уға католик һәм лютеран ҡорамдарының һыҙаттарын бирә.[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Часть поместных православных церквей, включая Русскую, для литургических целей продолжают использовать юлианский календарь; в XX—XXI веках 25 декабря по юлианскому календарю соответствует 7 января по григорианскому.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Душечкина Е.В., гл. Ель в мировой мифологии
- ↑ Хисаметдинова Ф. Ғ, 357-се б.
- ↑ тыштан янып күмерләнгән ағас киҫәге
- ↑ Толстой Н.И, 127-131-се б.б.
- ↑ Топоров В. Н. , 398-се б.
- ↑ Токарев С.А., И. Н. Гроздова, Т. Д. Златковская, 109-сы б.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хисаметдинова Ф. Ғ. / Мифологический словарь башкирского языка. — Москва: Наука, 2010. — 452 с. — ISBN 978-506-037580-2.
- Душечкина Е.В. Русская ёлка:История, мифология, литература. — Москва: Новое литературное обозрение, 2023. — ISBN 978-5-44-481919-7.
- Топоров В. Н. Мировое дерево:Универсальные знаковые комплексы. — Москва: Рукописные памятники Древней Руси, 2010. — 496 с. — ISBN 978-5-9551-0434-8.
- Толстой Н.И. Славянские древности: Этно-лингвистический словарь. — Москва: Институт слововедения. — 527 с.
- Терещенко А. В. Быт русского народа. — СПб, 1848. — Т. 7.
- Токарев С.А., И. Н. Гроздова, Т. Д. Златковская. Календарные обычаи и обряды в странах зарубежной Европы XIX - начала XX века. Зимние праздники. — Москва: Наука, 1977. — 351 с.