Эстәлеккә күсергә

Төшкө аш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Төшкө аш — ҡағиҙә булараҡ, бер көн эсендә икенсе йәки өсөнсө тапҡыр мул ғына итеп ашау (ғәҙәттә беренсе йә икенсе иртәнге аштан һуң). Төшкө ашҡа эҫе ашамлыҡ бирелә. Илдәрҙең күпселегендә төшкө аш ваҡыты 12 сәғәттән 15 сәғәткә тиклемге арауыҡҡа (офистарҙа) тура килә, ябай халыҡ араһында төшкө аш, рәсми регламентланмаһа ла, нигеҙҙә 13 сәғәттән 14 сәғәткә саҡлы, һәм, ҡайһы берҙә төшкө аш киске ашты ла алмаштырыуы мөмкин.

Ҡунаҡханаларҙа төшкө аш тулы пансиондың бер өлөшө лә булыуы мөмкин.

Меню һәм ашамлыҡтарҙың бер-бер артлы тәҡдим ителеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төшкө аш менюһы 2-се, 3-сө йәки 4-се ашамлыҡтарҙан тора. 4 блюдонан: ҡабымлыҡтан (закуска), аштан, төп (икенсе) блюдонан (ашамлыҡ) һәм десерттан торған төшкө аш рационы иң тулы сифатлы һәм күп төрлө һанала. Ашты шул тәртиптә биреү осраҡлы түгел, ул элек-электән шулай ҡабул ителгән:

  • инеш өлөш: иң алда өҫтәлгә күләме буйынса күп булмаған үткер һәм тоҙло тәме менән айырылып торған ҡабымлыҡ (закуска) бирәләр. Был ашамлыҡ ашау теләген (аппетит) уята һәм төшкө ашты ыңғай ҡабул итеүгә булышлыҡ итә һәм төшкө ашҡа тәҡдим ителгән аҙыҡты һеңдереүҙе яҡшырта (төшкө ашҡа ишара). Аштар ҙа аппетитты яҡшырта (төшкө ашҡа тулы сифатлы саҡырыу йәки күнекмә).
  • үҫеше: икенсе блюдолар иң туҡлыҡлыһы. Улар аҙыҡ-түлек йыйылмаһы (набор) яғынан улар калориялы һәм күп төрлө, шунан сығып туҡлыҡлы матдәләр яғынан да күпкә йөкмәткеле (ысын төшкө аш ашамлығы).
  • тамамлау: төшкө аш татлы ашамлыҡ менән тамамлана. Улар организмды кәрәкле шәкәр менән байыҡтыра, тәме һәм ароматы менән айырылып тора (хуш итеү).

Төшкө аш шулай уҡ 2 блюдонан йәки ашамлыҡтан тороуы ла мөмкин (ҡабымлыҡ (закуска) һәм татлы ашамлыҡты тәҡдим итмәйсә). Был саҡта тәртип бер аҙ үҙгәрә, һәм аш ысын төшкө аштың беренсе ашамлығына (блюдоһына) әүерелә.

  • Күп ҡатлы бейек йортта төшкө аш (фотография, 1932)
  • Яланғас көйө төшкө аш (нәфис фильм, кинола 1992 йыл|1992)