Эстәлеккә күсергә

Лувр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лувр
франц. Musée du Louvre
Нигеҙләү датаһы 10 август 1793[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Musée du Louvre[2] һәм Louvre Museum[3]
Спонсор Стивен Шварцман[d]
Кем хөрмәтенә аталған Луврский дворец[d]
Нигеҙләүсе Наполеон I Бонапарт[4]
Ойошма етәксеһенең вазифаһы director of the Museums of France[d] һәм President-Director of Musée du Louvre[d]
Менеджер/директор Жан-Люк Мартинес[d][5] һәм Де Кар, Лоранс[d]
Дәүләт  Франция[6]
Административ-территориаль берәмек Сен-Жермен-л’Оксеруа[d][6]
Урынлашҡан урамы улица Риволи[d]
Урын Луврский дворец[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Сена[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Musée du Louvre.map
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 44 метр
Хужаһы Министерство культуры Франции[d]
Төп тема сәнғәт һәм antiquities[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәтләндереүсе Service des Musées de France[d]
Архитектор Пьер Леско[d][7], Клод Перро[d][7], Шарль Лебрен[d][7] һәм Юй Мин Бэй[7]
Рәсми асылыу датаһы 10 август 1793[8]
Коллекция күләме 460 000 ± 5000 архив берәмеге[9]
Йылына инеүселәр һаны 2 825 000[10]
Плата 15 €[11], 0 €[11] һәм 0 €[12]
Допустимые виды оплаты наличные деньги[d][13], banker's draft[d][13], дебетовая карта[d][13] һәм chèque-vacances[d][13]
Дни работы Wednesday to Monday[d][14]
Закрыто Шишәмбе[14]
Оборудован гардеробная комната[d][15]
Wi-Fi бесплатно[d][15]
Доступность для кресел-каталок доступно для кресел-каталок[d][16]
Почта индексы 75001[17]
Электрон почта [email protected][18]
Рәсми сайт louvre.fr
Тасуирлау биттәре louvre.fr/en/visites-en-…
web.archive.org/web/2020…
Правила поведения в этом месте фотографировать разрешено[d][19], запрет на распитие алкогольных напитков[d][20], Запрет на курение[d][20], не трогать[d][20], don't speak loudly[d][20] һәм Q123013492?[21][22][23]
Вид из этого места
Вид с воздуха
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 579 945 һәм 112 000 ± 999[24]
URL-адрес онлайн-каталога collections.louvre.fr
collections.louvre.fr/en/
FAQ URL louvre.fr/visiter/faq
Страница учреждения на Викискладе Louvre
Карта
 Лувр Викимилектә

Лувр музейы (франц. Musée du Louvre, йышыраҡ Лувр тип кенә йөрөтөлә) — донъяла иң ҙур музейҙарҙың береһе һәм донъяның иң популяр художестволы музейы. Париждың үҙәгендә, Сена йылғаһының уң ярында, баш ҡаланың 1-се округында, Риволи урамында урынлашҡан.

2018 Луврға килеүселәр һаны 10 миллиондан арта, был рекорд булып тора. Музейҙың бинаһы — боронғо король һарайы (Palais du Louvre). Людовик XIV-нең атлы статуяһы Париждың тарихи үҙәге нөктәһенә тап килә. Лувр — Францияның Капетингтар дәүеренән башлап художество һәм тарихи реликвияларҙы туплаған бик элгәрге музейҙарҙың береһе. Луврҙа уны универсаль тип һанатырлыҡ нәмәләр тупланған.

Лувр Луврҙың Ҙур башняһы ҡәлғә-замогы нигеҙендә барлыҡҡа килгән, ҡәлғәне 1190 йылда король Филипп-Август төҙөткән. Замок ҡаланы викингтар осорондағы барымталарҙан һаҡларға тейеш булған. 1317 йылда, Тамплиерҙарҙың мөлкәтен Мальта орденына тапшырғас, король ҡаҙнаһы Луврға күсерелә. Карл V замокты король резиденцияһына әүерелдерә.

Иҫкергән Ҙур башня 1528 йылда Франциск I фарманы менән емертелә һәм 1546 йылда ҡәлғәне зиннәтле король резиденцияһына әйләндереү башлана. Был эштәр Пьер Леско тарафынан башҡарылып, Генрих II һәм Карл IX идара иткән осорҙарҙа ла дауам итә. Бинаға ике яңы ҡанат өҫтәлә. 1594 йылда Генрих IV Луврҙы Екатерина Медичи төҙөткән Тюильри һарайы менән ҡушырға була. Һарайҙың квадрат ихатаһын архитекторҙар тәүҙә Лемерсье, шунан Луи Лево Людовик XIII һәм Людовик XIV идараһы осоронда эшләй, һарай дүрт тапҡырға ҙурыраҡ булып китә. Һарайҙы биҙәү менән рәссамдар Пуссен, Романелли һәм Лебрен шөғөлләнә. 1667—1670 йылдарҙа архитектор Клод Перро һарайҙың Лувр майҙанына сыҡҡан көнсығыш фасадында Лувр Колоннадаһын ҡора.

1682 йылда эштәр ҡапыл туҡтатыла, сөнки Людовик XIV яңы король резиденцияһы итеп Версалде һайлай. XVIII быуаттан Луврҙы музейға әйләндереү тураһындағы тәҡдимдәр ишетелә башлай. Проектҡа Людовик XV заманында нигеҙ һалына һәм эш Француз Революцияһы ваҡытында туҡтатыла.

Революциянан һуң Луврҙағы эштәрҙе Наполеон I дауам иттертә. Уның архитекторҙары Персье һәм Фонтен Риволи урамы буйлап төньяҡ ҡанатты ҡора башлай. Был ҡанат 1852 йылда Наполеон III осоронда төҙөлөп бөтә, шулай итеп, Лувр төҙөлөшө тамамлана. 1871 йылда Париж Коммунаһын ҡамағанда Тюильриҙағы янғындан һәм уны емертеүҙән һуң, Лувр хәҙерге күренеште ала. 1989 йылда Наполеон ихатасығы уртаһына быяла пирамида ҡуйыла (архитектор Юй Мин Бэй).

1878 йылда Луврҙа музей асыу ҡарары ҡабул ителә, уның беренсе һаҡлаусыһы итеп Юбер Робер тәғәйенләнә, ул тиҙ арала буласаҡ экспозицияны әҙерләргә тотона[25].

Музей ишектәре тәүләп 1793 йылдың 10 авгусында, революциянан һуң, асыла. Беренсе империя осоронда Наполеон музейы тип йөрөтөлә.

Коллекцияларын төҙөү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙә Лувр фондтары король коллекцияларынан тора, улар иҫәбенә Франциск I (итальян полотнолары) һәм Людовик XIV коллекциялары инә. Музейҙы ойоштороу мәленә король коллекцияһында 2500 полотно була.

Француз скульптураһы музейынан бик күп скульптуралар тапшырыла. Революция ваҡытында конфискацияланған мөлкәт иҫәбенә лә музей фонды бик ныҡ байый.

Наполеон һуғыштары осоронда, музейҙың беренсе директоры барон Денон яҙыуынса, Лувр коллекцияһы хәрби трофейҙар менән тулыландырыла, шул уҡ осорҙа музейға Мысырҙан һәм Яҡын Көнсығыштан археологик табылдыҡтар килтерелә. XIX һәм XX быуаттарҙа музей күп экспонаттарҙы һатып йә бүләккә ала. Һуңғылары иҫәбендә — Эдмунд Ротшильдтың коллекцияһы, ул уны музейға васыят итеп ҡалдыра.

Экспонаттар Луврға төрлө юлдар менән эләгә. Луврҙың иң танылған полотнолары — Леонардо да Винчиҙың «Джоконда»һы һәм Рафаэлдең "Гүзәл баҡсасы ҡыҙ"ы — заманында Франциск I-неке була, уларҙы король Леонардоның вафатынан һуң 1519 йылда үҙенә алған була. Күп полотнолар Луврға Наполеон армияһының трофейы сифатында эләгә, мәҫәлән, 1798 йылда Венецияны талағанда. Мурильоның "Кескәй фәҡир"ен 1782 йылда Людовик XVI һатып алған. Вермерҙың «Селтәрсе»һе һәм Дюрерҙың "Шайтан таяғы менән автопортрет"ы музей тарафынан ярашлы 1870 һәм 1922 йылдарҙа һатып алына.

Музейҙың иң билдәле скульптуралары — 1820 йылда табылған һәм Франция илсеһе тарафынан Төркиә хөкүмәтенән һатып алынған Венера Милосская; 1863 йылда Самотраки утрауында Францияның Адрианополдәге вице-консулы Шарль Шампуазо тапҡан Ника Самофракийская.

Луврҙың юлдаш музейҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франция хөкүмәте 2004 йылда Нор — Па-де-Кале төньяҡ төбәгендәге Ланс ҡаласығында ташландыҡ күмер разрезы урынында Луврҙың юлдашын төҙөү тураһында ҡарар сығара. Париж Луврына халыҡтың үтә күп килеүе, шулай уҡ Францияның төньяғында иҡтисадты үҫтереү ҡарарҙың сәбәпсеһе була. Яңы музей комплексының проектын эшләүгә 2005 йылда япон архитектура бюроһы SANAA һайлана. 2012 йылдың 12 декабрендә яңы музей асыла.

Лувр Абу-Даби — Луврҙың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Абу-Дабиҙа урынлашҡан филиалы. Музейға төрлө француз музейҙары (Лувр, Помпиду Үҙәге, Орсэ музейы, Версаль һарайы) экспонаттары тапшырылған.

2012 йылда Лувр Абу-Даби фотоһүрәттәр туплай башлай һәм үҙ фондын булдыра.

  1. https://www.history.com/this-day-in-history/louvre-museum-opens
  2. https://www.louvre.fr/
  3. https://www.louvre.fr/en
  4. https://www.irishtimes.com/culture/art-and-design/napoleon-s-stolen-masterpieces-the-plunder-that-formed-the-louvre-1.4589616
  5. Décret du 5 avril 2013 portant nomination du président de l'Etablissement public du musée du Louvre - M. MARTINEZ (Jean-Luc) — 2013.
  6. 6,0 6,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Louvre // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. Национальная библиотека Франции — 1537.
  9. Rapport d’activité 2013 (фр.)
  10. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2021 // The Art Newspaper — 2022. — ISSN 0960-6556
  11. 11,0 11,1 https://www.louvre.fr/en/hours-admission-directions/admission#tabs
  12. https://www.louvre.fr/horaires-tarifs-acces/tarifs#tabs
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 http://www.louvre.fr/horaires-et-tarifs/tarifs#tabs
  14. 14,0 14,1 https://www.louvre.fr/en/visit
  15. 15,0 15,1 https://www.louvre.fr/visiter/services-sur-place
  16. http://www.louvre.fr/sites/default/files/medias/medias_fichiers/fichiers/pdf/louvre-mode-d039emploi-destination-des.pdf
  17. https://www.louvre.fr/en/visit/map-entrances-directions
  18. Contacts | Musée du Louvre | Paris — 2016.
  19. https://www.louvre.fr/en/visit/museum-rules#:~:text=Photography,or%20videos%20of%20certain%20works.
  20. 20,0 20,1 20,2 20,3 https://www.louvre.fr/visiter/reglement-de-visite
  21. https://www.radiofrance.fr/franceinter/nepas-pourquoi-y-a-t-il-tant-d-interdictions-loufoques-ou-zelees-dans-les-musees-6199860
  22. https://www.alamyimages.fr/10-octobre-1964-des-talons-aiguilles-interdits-de-louvre-visiteurs-femmes-portant-des-chaussures-avec-talon-de-stylet-de-ne-plus-etre-admis-a-l-interieur-du-musee-du-louvre-de-a-jour-photo-montre-le-changement-visiteurs-en-sandales-avant-d-entrer-dans-le-musee-image69413139.html
  23. https://www.ina.fr/ina-eclaire-actu/video/i15154752/interview-d-une-femme-portant-des-talons-aiguilles
  24. Интерфейс программирования приложения YouTube
  25. Nicole Willk-Brocard une histoire d'amour Hubert Robert et la Grande Galerie // Grande Galerie. Le Journal du Louvre. — 2008. — № 4. — С. 70—71.