Ахун (Учалы районы)
Ауыл | |
Ахун рус. Ахуново | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453733 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ахун — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 22449 кеше[2]. Почта индексы — 453733, ОКАТО коды — 80253815001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 25 км һәм Учалы тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта Ҡыйҙыш йылғаһы (Уй йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1780 йылда Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Силәбе өйәҙе Иҫәт провинцияһының Мөслим, Ҡорманай ауылдарынан сыҡҡан хеҙмәтле мишәрҙәре Ахун ауылына нигеҙ һала. Ауыл Ахун тип аталған, сөнки бында Иҫәт провинцияһының билдәле ахуны Абдулла Дәүешев йәшәгән.
V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 55 йортта 444 кеше иҫәпләнгән. 1859 йылда 280 хужалыҡта — 1623 кеше, 1920 йылда 725 йортта 4087 мишәр һәм татар йәшәгән. Ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡтың ҡырҡа артыуы (V—X рәүиздәр араһында) тәбиғи артыуы иҫәбенә генә түгел, ә күскенселәр иҫәбенә мөмкин булған (1823 йылда).
XVIII быуат аҙағына Троицк өйәҙенең Әмин, Сафакүл һ. б. ауылдарынан яһаҡлы татарҙар, XIX быуат башында — Ҡазан губернаһының Мамадыш өйәҙе татарҙары килеп урынлашҡан. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. 1900 йылда 3 мәсет, 2 мәктәп, 6 һыу һәм 8 ел тирмәне теркәлгән[4].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ахун урта мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто («Аҡ шишмә» халыҡ театры), китапхана, тарих тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиев Ғәлиб Барый улы (20.01.1947) — ғалим-инженер, физика-математика фәндәре докторы, профессор. Фән ойошмалары федераль агентлығының Электроника институты лабораторияһы мөдире.
- Нәзифә Ҡадырова — Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- Әмиров Алмас Хәдис улы (6.05.1968)— театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).
- Вилданов Салауат Ғәли улы — "Уфаоргсинтез" ААЙ генераль директоры [5] .
- Ғәлиев Вил Барый улы (20.01.1947) — ғалим-инженер, физика-математика фәндәре докторы, профессор. Фән ойошмалары федераль агентлығының Электроника институты лабораторияһы мөдире
- А.И.Дәүешев
- Рәсүлев Мөждәбә Муса улы (1897—1946) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.
- Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы (25.12.1928—24.09.2016) — партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—1983 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез, 1983—1986 йылдарҙа — Ишембай ҡала комитеттарының 1‑се секретары. Техник фәндәр кандидаты (1972). Башҡорт АССР-ының 8—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР‑ҙың ауыл хужалығы (1969) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1982) отличнигы. Ленин (1973), Октябрь Революцияһы (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры[6].
- Даушев Әхмәт Ғәләүетдин улы ([[7.01.1929—15.11.1992)— хирург һәм уролог, юғары категориялы табип, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
- Баҙаҡшанов Рәмил Мөхәмәт улы (9.01.1947) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-химик-аналитик. Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Химия фәндәре кандидаты. Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы (1997). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997), Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1997).
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 4087 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2660 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 2653 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 2334 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 2610 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 2449 | 1187 | 1262 | 48,5 | 51,5 |
Халҡы: 1900 йылда — 2784 кеше; 1920 йылда — 4087 кеше.
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, күпселек милләттәр — татарҙар (59%), башҡорттар (39%).
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1811 йылда[7] һәм 1816 йылда [8] Ахун ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 8 Март урамы рус. 8 Марта (переулок)
- Аҡбейек урамы рус. Акбиек (улица)
- Ахун тыҡрығы рус. Ахуновский (переулок)
- Барый Ғәлиев тыҡрығы рус. Бари Галиева (переулок)
- Барый Яриев урамы рус. Бари Яриева (улица)
- Башҡорт тыҡрығы рус. Башкирский (переулок)
- Вәли Солтан урамы рус. Вали Султана (улица)
- Көнсығыш урамы рус. Восточная (улица)
- Ғабдулла Туҡай тыҡрығы рус. Габдуллы Тукая (переулок)
- Ғәлиәскәр Камал тыҡрығы рус. Галиаскара Камала (переулок)
- Депутат тыҡрығы рус. Депутатский (переулок)
- Есенин тыҡрығы рус. Есенина (переулок)
- Көнбайыш урам рус. Западная (улица)
- Йылға аръяғы урамы рус. Заречная (улица)
- Ибраһимов тыҡрығы рус. Ибрагимова (переулок)
- Ирәмәл тыҡрығы рус. Иремелевский (переулок)
- Калинин тыҡрығы рус. Калинина (переулок)
- Кашириндар тыҡрығы рус. Кашириных (переулок)
- Киров тыҡрығы рус. Кирова (переулок)
- Колхоз урамы рус. Колхозная (улица)
- Коммунарҙар тыҡрығы рус. Коммунаров (переулок)
- Коммунистик тыҡрыҡ рус. Коммунистический (переулок)
- Комсомол тыҡрығы рус. Комсомольский (переулок)
- Крупская тыҡрығы рус. Крупской (переулок)
- Урман урамы рус. Лесная (улица)
- Мәжит Ғафури тыҡрығы рус. Мажита Гафури (переулок)
- Матросов тыҡрығы рус. Матросова (переулок)
- Йәштәр урамы рус. Молодежная (улица)
- Мостай Кәрим тыҡрығы рус. Мустая Карима (переулок)
- Муса Йәлил тыҡрығы рус. Мусы Джалиля (переулок)
- Муса Мортазин тыҡрығы рус. Мусы Муртазина (переулок)
- Таулы урамы рус. Нагорная (улица)
- Некрасов тыҡрығы рус. Некрасова (переулок)
- Ниғмәт Зөлҡәрнәйев урамы рус. Нигмата Зулькарнаева (улица)
- Октябрь урамы рус. Октябрьская (улица)
- Ерекле тыҡрығы рус. Ольховый (переулок)
- Партизан урамы рус. Партизанская (улица)
- Беренсе Май урамы рус. Первомайский (переулок)
- Пионер тыҡрығы рус. Пионерский (переулок)
- Пугачев тыҡрығы рус. Пугачева (переулок)
- Пушкин тыҡрығы рус. Пушкина (переулок)
- Революция тыҡрығы рус. Революционный (переулок)
- Салауат Юлаев тыҡрығы рус. Салавата Юлаева (переулок)
- Совет тыҡрығы рус. Советский (переулок)
- Социалистик тыҡрығы рус. Социалистический ( переулок )
- Спартак тыҡрығы рус. Спартака (переулок)
- Степан Разин тыҡрығы Степана Разина (переулок)
- Урал тыҡрығы рус. Уральский (переулок)
- Һаҙый Таҡташ тыҡрығы рус. Хади Такташа (переулок)
- Үҙәк урам рус. Центральная (улица)
- Чапаев тыҡрығы рус. Чапаева (переулок)
- Шайморатов тыҡрығы рус. Шаймуратова (переулок)
- Мәктәп урамы рус. Школьная (улица)
- Шоссе урамы рус. Шоссейная (улица)
- Юрий Гагарин тыҡрығы рус. Юрия Гагарина (переулок)[9]
Тәбиғәт ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахун меңгерҙәре комплексы[10]
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- с.Ахуново, Учалинский р-н.
- В Учалинском районе возле села Ахуново вновь наблюдались аномальные явления
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1811 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1816 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Ахун (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2018)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 25. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ауыл тураһында Юлдаш радиоһында тапшырыу
- Ауыл тураһында "Уфаген" сайтында
- В. Солтанов, М. Әхмәтҗанов. Ахун авылының нәсел тарихы. Ҡазан: Gumanitarуа, 2004.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 25. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Вильданов Салават Галиевич
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2018)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Ургун, Калкан и Ахун
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |