Хорватия
Хорва́тия (хорв. Hrvatska), рәсми исеме Хорват Респу́бликаһы (хорв. Republika Hrvatska [xř̩ʋaːtskaː]) — үҙаллы дәүләт. Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа сигендә, Адриатик диңгеҙ ярында урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта Словения, төньяҡ-көнсығышта Венгрия, көнсығышта Сербия, көньяҡ-көнсығышта Босния һәм Герцеговина, Черногория менән сиктәш. Италия менән диңгеҙ сиге уртаҡ. Майҙаны 56 594 км², 2011 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса 4,28 миллион кеше йәшәй.
| |||||
Рәсми дәүләт теле — хорват теле. Дәүләт теле менән бер рәттән милли аҙсылыҡ йәшәгән урындарҙа итальян, чех, венгр, серб, немец телдәре рәсми ҡулланыла.
Аҡса берәмге — куна. Баш ҡалаһы Загреб. Административ бүленеше: егерме округ (жупанлыҡ) 127 ҡаланы һәм 429 муниципалитетты берләштерә. Европа берләшмәһенең статистика системаһы өсөн округтар Континеталь Хорватия һәм Адриатик Хорватия төбәктәренә берләштерелгән.
Хорватия халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы: БМО (1992), ОБСЕ (1992), МВФ (1992), МБРР (1993), СЕ (1996), ВТО (2000), НАТО (2009), ЕС (2013).
Этимология
үҙгәртергә«Хорватия» (хорв. Hrvatska) атамаһы урта быуат латин һүҙе Croātia топонимынан килә, топоним «хорват» этнонимы менән бәйле. Этноним боронғо славян транскрипцияһында Xъrvátъ [1][2] формаһында осрай, хәҙерге заман хорват хәрефтәрендә Hrvat тип яҙыла.
Хорват һүҙенең килеп сығыуы һәм мәғәнәһе аныҡ ғына билдәле түгел, ғилми бәхәстәр тыуҙырған күп төрлө фараздар бар[3].
Тарих
үҙгәртергә- Төп мәҡәлә: Хорватия тарихы
Халҡы
үҙгәртергә- Төп мәҡәлә: Хорватия халҡы
Дин
үҙгәртергә- Төп мәҡәлә: Хорватияла дин
- Ислам
- Төп мәҡәлә: Хорватияла ислам
Административ бүленеше
үҙгәртергәТөбәк һәм жупанлыҡ (округ) | Үҙәге | Майҙаны (км2) | Халыҡ һаны (2011 йыл халыҡ иҫәбен алыу) |
---|---|---|---|
Континенталь Хорватия | |||
Бьеловар-Билогора жупанлығы, (хорв. Bjelovarsko-bilogorska županija) |
Бьеловар, (хорв. Bjelovar) |
2,652 | 119,743 |
Брод-Посавина жупанлығы, (хорв. Brodsko-posavska županija) |
Славонски Брод, (хорв. Slavonski Brod) |
2,043 | 158,559 |
Загреб жупанлығы, (хорв. Zagrebačka županija) |
Загреб, (хорв. Zagreb) |
3,078 | 317,642 |
Загреб ҡалаһы, (хорв. Grad Zagreb) |
Загреб, (хорв. Zagreb) |
641 | 792,875 |
Карловас жупанлығы, (хорв. Karlovačka županija) |
Карловас, (хорв. Karlovac) |
3,622 | 128,749 |
Копривиница-Крижевица жупанлығы, (хорв. Koprivničko-križevačka županija) |
Копривиница, (хорв. Koprivnica) |
1,746 | 115,582 |
Крапина-Загорье жупанлығы, (хорв. Krapinsko-zagorska županija) |
Крапина, (хорв. Krapina) |
1,224 | 133,064 |
Меджимурье жупанлығы, (хорв. Međimurska županija) |
Чаковец, (хорв. Čakovec) |
730 | 114,414 |
Осиек-Баранье жупанлығы, (хорв. Osječko-baranjska županija) |
Осиек, (хорв. Osijek) |
4,152 | 304,899 |
Пожега-Славония жупанлығы, (хорв. Požeško-slavonska županija) |
Пожега, (хорв. Požega) |
1,845 | 78,031 |
Сисак-Мославина жупанлығы, (хорв. Sisačko-moslavačka županija) |
Сисак, (хорв. Sisak) |
4,463 | 172,977 |
Вараждин жупанлығы, (хорв. Varaždinska županija) |
Вараждин, (хорв. Varaždin) |
1,261 | 176,046 |
Вировитица-Подравина жупаналығы, (хорв. Virovitičko-podravska županija) |
Вировитица, (хорв. Virovitica) |
2,068 | 84,586 |
Виковар-Сриемия жупанлығы, (хорв. Vukovarsko-srijemska županija) |
Виковар, (хорв. Vukovar) |
2,448 | 180,117 |
Андриатик Хорватия | |||
Дубровник-Неретва жупанлығы, (хорв. Dubrovačko-neretvanska županija) |
Дубровник, (хорв. Dubrovnik) |
1,783 | 122,783 |
Задар жупанлығы, (хорв. Zadarska županija) |
Задар, (хорв. Zadar) |
3,642 | 170,398 |
Истар жупанлығы, (хорв. Istarska županija) |
Пазин, (хорв. Pazin) |
2,820 | 208,440 |
Лика-Сенье жупанлығы, (хорв. Ličko-senjska županija) |
Госпич, (хорв. Gospić) |
5,350 | 51,022 |
Приморье-Горски жупанлығы, (хорв. Primorsko-goranska županija) |
Риека, (хорв. Rijeka) |
3,582 | 296,123 |
Сплит-Далматия жупанлығы, (хорв. Splitsko-dalmatinska županija) |
Сплит, (хорв. Split) |
4,534 | 455,242 |
Шибеник-Книн жупанлығы, (хорв. Šibensko-kninska županija) |
Шибеник, (хорв. Split) |
2,939 | 109,320 |
Мәғариф
үҙгәртергәХорватияла уҡый-яҙа белеү кимәле 99.2 процент[4]. 2010 йылда Newsweek журналында баҫтырылған, төрлө илдәрҙә йәшәү кимәлен тикшереү һөҙөмтәһе буйынса илдең белем биреү системаһы, Австрия менән берлектә, 22-се урынды биләй[5].
Башланғыс мәктәптә белем биреү алты-ете йәштән башлана һәм һигеҙ йыл дауам итә. Һигеҙ йыллыҡ башланғыс белем алыу барыһына ла мотлаҡ. 2007 йылда ҡабул ителгән ҡанун буйынса 18 йәшкә тиклем уҡытыу бушлай башҡарыла.
Урта белем биреүҙе гимназиялар һәм профессиональ училищелар дауам итә. Илдә барыһы 2049 башланғыс һәм 701 урта белем биреүсе мәктәп бар[6]. Башланғыс һәм урта белем биреү башлыса хорват телендә һәм шулай уҡ аҙ һанлы халыҡтар: итальян, чех, немец, венгр, серб телдәрендә алып барыла[7].
Тағы ла 137 башланғыс һәм урта музыка һәм сәнғәт мәктәбе, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм йәштәр өсөн 120, ололар өсөн 74 мәктәп эшләй.[6]
2009-2010 уҡыу йылынан башлап урта мәктәпте тамамлаусылар милли дөйөм сығарылыш имтихандары тапшыра. Сығарылыш имтихандары мотлаҡ фәндәр булған хорват теле, матемитика, сит ил теле һәм факультатив фәндәренән тора. Университетта артабан уҡырға теләгәндәр сығаралыш имтихандарын мотлаҡ тапшырырырға тейеш.[8]
Хорватияла һигеҙ дәүләт университеты һәм ике хосуси университет, 15 (шул иҫәптән 2 хосуси) политехникум һәм 30 (шул иҫәптән 27 хосуси) институт бар[9]. Барлығы 55 юғары уҡыу йортонда 157 мең студент белем ала[6].
- дәүләт университеттары
- Дубровник университеты
- Осиек университеты
- Пула университеты
- Риек университеты
- Сплит университеты
- Задар университеты
- Загреб университеты
- хосуси университеттар
- Хорватия католик университеты
- Дубровник халыҡ-ара университеты
-
Загреб университеты
-
Осиек университеты
-
Загреб ҡалаһындағы милли һәм университет ҡитапханаһы
-
Сплит университеты китапханаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Хорват теле
- Хорват латин әлифбаһы «Гаевица»
- Хорват Людовит Гай
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Gluhak, 1990, p. 130
- ↑ Gluhak, 1993
- ↑ Budak, 2018, pp. 98
- ↑ Population aged 10 and over by sex and illiterates by age, 2011 census . Croatian Bureau of Statistics. Дата обращения: 26 декабрь 2015.
- ↑ Newsweek study of Health, Education, Economy and Politics ranks the globe's top nations . Newsweek (15 август 2010). Дата обращения: 14 ноябрь 2010. Архивировано 1 сентябрь 2010 года. 2011 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 http://www.dzs.hr/Hrv_Eng/ljetopis/2016/sljh2016.pdf 2022 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ 2017 Statistical Yearbook of the Republic of Croatia, p. 488
- ↑ Državna matura (билдәһеҙ). Ministry of Science, Education and Sports (Croatia). Дата обращения: 12 октябрь 2011. Архивировано из оригинала 26 март 2016 года. 2016 йыл 26 март архивланған.
- ↑ Institut za razvoj obrazovanja – Pregled institucija . Iro.hr. Дата обращения: 6 март 2017. Архивировано из оригинала 6 март 2017 года. 2017 йыл 6 март архивланған.
|