Фермер — үҙ ерендә йәки арендаға алынған ерҙә ауыл хужалыға менән шөғөлләнеүсе эшҡыуар крәҫтиән[1][2]. Урман хужалыға менән шөғөлләнеүсе фермерҙар бар, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә[3].

Германияла фермер хужалығында һабан менән ер һөрөү
Орегон штатында фермер, АҠШ

Ерле халыҡтың ерен баҫып алып колонизация уткән илдәрҙә (АҠШ, Канада, Австрия, Яңы Зеландия) фермер хужалығы тулы үҫеш ала.[2]

Бөйөк Британияла фермерҙар башҡа көнбайыш илдәренән иртәрәк барлыҡҡа килә. Был хужалыҡтар ҡуртымға алынған ерҙәрҙә барлыҡҡа килә, сөнки 17 быуатта крәҫтиәндең ер милеге бөтөрөлә.

Капиталистик конкуренция нәтижәһендә фермер хужалыҡтарының эреләнеүе күҙәтелә (таблицаны ҡарағыҙ)[2]

Илдәр 1974йылда уртаса бер ферма ере Башҡа йыл менән сағыштырыу
АҠШ 180 га (1940 й. — 70 га, в 1910 й. — 55 га)
Бөйөк Британия
50 га (1973) (в 1960 й.— 32 га)
Франция 23 га (1956 й.— 14 га)
Дания, Швеция 22 га (1951 й.— 15 га һәм 1956 й.— 13 га)
ФРГ 13 га (1950 й.— 8 га)
Нидерланд 14 га (1950 й.— 10 га)

Хәҙерге заманда

үҙгәртергә

XXI быуат башында фермер хужалыҡтарының эреләнеүе күҙәтелә. Был фермерҙарға тупраҡты минималь эшкәртергә мөмкинлек бирә (ауыл хужалығы машиналары баҫыуға яҙлы-көҙлө генә сыға). Ауыл хужалығы техникаһының ҡеүәте лә арта бара: 1980—1990 йылдарҙа 150 ат көсө булһа, 2000 йылда 450 ат көсө (800 еткәне бар), 12 рәт эшкәртеү урынына 24 рәт эшкәртә торған машиналар продукция берәмегенә эш сығымын ҡыҫҡарталар.[4]

И. А. Бенедиктов ваҡ фермерҙарҙың бер берәмек майҙандан алынған килеме юғары тип баһалай.

 
Киләсәктәге фермер. 1900 йылғы француз открыткаһы

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә