Мальта
Мальта (мальт. һәм ингл. Malta), Мальта Республикаһы (мальт. Repubblika ta' Malta, ингл. Republic of Malta) — Урта диңгеҙ буйындағы Мальта утрау дәүләте.
| |||||
Девиз: «Virtūte et constantia» Фиҙәҡерлек һәм даимилыҡ» | |||||
Гимн: «L-Innu Malti» | |||||
Мальты күрһәтелгән (ҡуйы-йәшел): — Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡуйы-һоро) — Европа союзында (асыҡ-йәшел)
| |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 21 сентябрь 1964 й. ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | |||||
Баш ҡала | Валлетта | ||||
Эре ҡалалар | Биркиркара | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы, демократия | ||||
Дәүләт дине | Католицизм | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
185 316 км² күп түгел | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
452 515 чел. (171) 1282 чел./км² | ||||
КПҮИ (2011) | ▲ [1] (36 урын) | ||||
Валюта | Евро | ||||
Интернет-домен | .mt | ||||
Код ISO | MT | ||||
МОК коды | MLT | ||||
Телефон коды | +356 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 1 |
2004 йылдың 1 майынан Мальта — Европа берлеге ағзаһы.
Этимологияһы
үҙгәртергә«Мальта» атамаһының килеп сығышы аныҡ асыҡланмаған. Иң киң таралған версияһы — «Мальта» һүҙе грек. μέλι, meli «бал» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Боронғо гректар утрауҙы Μελίτη (Melitē) тип атағандар, йәғни «татлы бал». Ысынлап та утрауҙа бал ҡорттарының эндемик төрө йәшәй һәм бында уникаль бал етештереү ойошторола[2][3]. Римляндар утрауҙы «Мелита» тип йөрөтәләр[4], әлеге Μελίτη грек һүҙен дә латинлаштырыу һөҙөмтәһе тип йәки шул уҡ Μελίτα һүҙен грекса әйтелеше тип ҡабул итеп була.
Башҡа фаразға ярашлы, «Мальта» һүҙе «Малет» финикия һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни Мальтаның күп кенә боғаҙҙарына һәм бухталарына ҡарата ҡулланған «һыйыныу урыны»[5] йәки «порт»[6] һүҙҙәренән. Хәҙерге әйтелештә «Мальта» һүҙе Антонин Итинерарияһында телгә алына[7].
Тарихы
үҙгәртергәМальта Европанан Азия һәм Африкаға илткән диңгеҙ юлдарының үҙәгендә ята һәм элек-электән баҫынсыларҙы үҙенә йәлеп итә. Б. э.т. VIII быуатта Мальтаны финикийҙар һәм улар менән бер үк ваҡытта тиерлек гректар үҙләштерә башлайҙар. Б. э. т. IV быуаттан алып XIII быуатҡа тиклем уны алмашлап, бер-бер артлы, карфагендар, римляндар, сүриәләр, ғәрәптәр, нормандар, испандар баҫып алалар.
1530 йылда император Карл V мальтаны иониттрҙың рух-рыцарь ордены ҡарамағына тапшыра, шул ваҡыттан ул Мальта ордены тип исемләнә башлай.
1798 йылда Мальтаны Мысырға юлланған Наполеон Бонапарт етәкселегендәге француз армияһы баҫып ала. Наполеон утрауҙа орден хакимлығын юҡҡа сығара. 1798 йылдың 16 (27) декабрендә Рәсәй императоры Павел I Мальта орденының бөйөк магистры итеп һайлана. Император Мальта утрауы Рәсәй яҡлауы аҫтында ҡабул итеү тураһында указ сығара. Император ҡушыуы буйынса, Фәндәр академияһы календарында Мальта утрауы «Рәсәй империяһы губернаһы» тип күрһәтелә. Павел I гроссмейстер званиеһын нәҫелдән-нәҫелгә күсерергә, ә Мальтаны Рәсәйгә ҡушырға теләй. Утрауҙа император Урта диңгеҙҙә һәм Европа көньяғында Рәсәй империяһының мәнфәғәттәрен тәьмин итеү өсөн хәрби-диңгеҙ базаһын булдырырға планлаштыра. 1800 йылдың 5 сентябрендә инглиздәр, үҙ сиратында, Мальтаның баш ҡалаһы Валлеттаны яулап алалар һәм унда британ флагын күтәрәләр. Утрауҙың хәрби губернаторы итеп Александр Болл тәғәйенләнә. Павел I үлтерелгәндән һуң уның улы утрауға дәғүә итеүҙән баш тарта. 1814 йылғы Париж солохо буйынса Мальта Бөйөк Британия ҡарамағына күсә. Инглиздәр уны үҙ колонияһынаһәм хәрби-диңгеҙ базаһына әүрелерәләр. . Инглиздәр үҙ колонияларын әйләнә һәм уның хәрби-диңгеҙ базаһы.
Үҙенең мөһим стратегик урынлашыуы арҡаһында 1940 йылдың июненән 1942 йылдың декабренә тиклемге Мальта Оборонаһы союздаг армияларының Күсәр илдәре державаларын еңеүҙә иң мөһим урындарҙың береһен ала. 1942 йылдың 15 апрелендә король Георг VI «Мальта утрау-ҡәлғәһен, уның халҡын һәм уның яҡлаусыларын» Георгий тәреһе (ҡыйыулыҡ өсөн иң юғары гражданлыҡ бүләге) менән бүләкләй.
1964 йылдың 21 сентябрендә Бөйөк Британия Британия Берләшмәһе сиктәрендә бойондороҡһоҙлоҡ бирә. Элеккесә дәүләт башлығы итеп Британия королеваһы иҫәпләнә, илдә Британия генерал-губернаторы һәм Бөйөк Британия закондары ғәмәлдә ҡала. Бөйөк Британия Мальта менән Мальта оборонаһы буйынса үҙ-ара килешеү төҙөй, уға ярашлы архипелагта 10 йыл дауамында Британия ғәскәрҙәренең урынлашыуы ҡарала. Мальтала Бөйөк Британияның хәрби-диңгеҙ һәм хәрби-һауа базалары ҡала, уларҙы НАТО командованиеһы ҡуллана. 1967 йылдың 19 июлендә СССР менән дипломатик бәйләнештәр булдырыла. 1971 йылда Мальтала власҡа лейбористар хөкүмәте килә, ул1964 йылғы инглиз-мальта килешеүен юҡҡа сығара һәм сит ил ғәскәрҙәренең ил территорияһында урынлашыуын кисектерә. 1974 йылдың 31 декабрендә Малтала президент һәм бер палаталы парламент етәкселегендәге республика иғлан ителә. 1979 йылдың мартында архипелагта Бөйөк британия һәм НАТО хәрби базаларын ҡулланыу тураһында ингли-мальта килешеүҙең срогы тамамлана. Хөкүмәт был килешеүҙе яңы срокка оҙайтыуҙан баш тарта. 1979 йылдың 31 мартында аҙаҡҡы британ хәрби-диңгеҙ базаһы бөтөрөлә һәм Бөйөк Британияның хәрби хеҙмәткәрҙәре мальтанан сығарыла[8].
2004 йылда Мальта Европа берлегенә инә.
Географик мәғлүмәттәре
үҙгәртергәМальта архипелагы — барынан элек, Мальта һәм Гозо утрауҙары. Архипелагка Изге Павел һәм Фильфла кеше йәшәмәгән утаруҙар, аҙ кеше йәшәгән Комино утрауы, шулай уҡ бик бәләкәй Коминотто һәм Филфолетта утрауҙары инә. Мальта оҙонлоғо — 27 км, киңлеге — 15 км. Гозо ике тапҡырға кәмерәк, ә Комино утрауының оҙонлоғо барыһы 2 км. Мальта — Европала даими рәүештә аҡҡан йылғалары һәм тәбиғи күлдәре булмаған берҙән-бер ил булып тора. Мальта — Европала берҙән-бер сөсө һыу сығанаҡтары булмаған ил.
Иң юғары нөктәһе — Шул-Дмейрек түбәһе (диңгеҙ кимәленән 253 метр) — мальта утрауының көньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан[9].
Климаты
үҙгәртергәМальтаның климаты — Кеппен климаттар классификацияһы буйынса Урта диңгеҙ (Csa). Ҡыш бик йомшаҡ, ямғырлы, йәйҙәр ҡоро һәм эҫе. Уртаса йыллыҡ температура көн дауамында 23 °C һәм төндәрҙә 16 °C. Иң һыуыҡ ай ғинуарҙа температура төндә — 7-12 °C , көндөҙ — 12—20 °C Иң эҫе август айында төндә — 20-24 °C, көндөҙ — 28-34 °C. Рекордлы иң һыуыҡ температура — 2,6 °C һәм иң эҫе — 43,1 °C . 2011 йылда"International Living" журналы Мальтаны донъяла иң яҡшы климатлы ил тип таный[10].
Уртаса йыллыҡ сағыштырма дымлылыҡ 75,8 % тәшкил итә: июлдә — 65 %, ҡыш айҙарында — 80 %.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 16,1 | 16,0 | 17,8 | 20,0 | 24,2 | 28,5 | 31,5 | 31,8 | 28,4 | 25,2 | 21,0 | 17,5 | 23,2 |
Уртаса температура, °C | 13,2 | 13,0 | 14,6 | 16,7 | 20,4 | 24,4 | 27,2 | 27,7 | 25,0 | 21,9 | 18,0 | 14,7 | 19,7 |
Уртаса минимум, °C | 10,3 | 9,9 | 11,3 | 13,3 | 16,6 | 20,3 | 22,8 | 23,6 | 21,6 | 18,6 | 15,0 | 11,9 | 16,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 94,7 | 63,4 | 37,0 | 26,3 | 9,2 | 5,4 | 0,2 | 6,0 | 67,4 | 77,2 | 109 | 108 | 603 |
Һыу температураһы, °C | 15,4 | 15,0 | 15,0 | 15,9 | 17,5 | 21,1 | 24,1 | 25,8 | 25,2 | 23,2 | 20,6 | 17,4 | 20,0 |
Сығанаҡ: Malta's Climate - maltaweather.com (Meteo Malta & MaltaMedia) |
Сәйәси ҡоролош
үҙгәртергәМальта — парламент республикаһы. мальта Конституцияһы 1964 йылда артабанғы үҙгәрештәр менән ҡабул ителә. Закон сығарыу власы парламентҡарамағында, ул Президенттан һәм 69 депутаттан торған Вәкилдәр палатаһынан тора. Ағзалары 5 йылға пропорциональ вәкиллек нигеҙендә дөйөм тауыш биреү аша һайлана. Дәүләт башлығы — Президент. Башҡарма властыПремьер-министр етәкселегендәге парламент башҡара. ғәмәлгә ашырыла етәкселегендә хөкүмәт Премьер-министры.
Сәйәси партиялар һәм профсоюздар
үҙгәртергә- Мальта лейбористар партияһы — хакимлыҡ иткән партия, 1920 йылда булдырылған.
- Мальта милли партияһы — 1924 йылда ойошторолған.
Лейбористар һәм Милли партиялар мальтаның иң эре партиялары итеп иҫәпләнә һәм парламент һайлауҙарында һайлаусылар тауыштары өсөн әүҙем ярышалар. Башҡа ваҡ партиялар парламентта партиялары күрһәтте һәм:
- Прогрессив- конституцион партияһы, 1953 йылда төҙөлгән;
- Мальта Үҙәк партияһы, 1961 йылда ойошторолған (1971 йылға тиклем Христиан-эшселәр партияһы тип атала);
- Мальта коммунистар партияһы, 1969 йылда ойошторолған;
- 40 профсоюз эшләп килә, шуларҙың 28-һе квалификацияһыҙ эшселәр профсоюзына инә; эре профсоюз берекмәһе — Мальта профсоюздар конфедерацияһы, 1958 йылда булдырылған.
Тышҡы сәйәсәте
үҙгәртергәБойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң (1964 йылда) бер нисә йыл дауамында мальта Бөйөк Британия һәм башҡа НАТО илдәре менән тығыҙ бәйләнеш сәйәсәтен үткәрә. Лейбористар партияһының еңеүенән һуң Мальтала НАТО офисы ябыла, шулай уҡ илгә АҠШ-тың Алтынсы флоты походтары туҡтатыла.
Ҡораллы көстәре
үҙгәртергәАрхипелагтың ҙур булмаған территорияһына һәм иғлан ителгән нейтралитетҡа ҡарамаҫтан Мальта дәүләтенең үҙ армия подразделениелары бар, уларға бер нисә ҙур булмаған ҡоро ер, һауа һәм диңгеҙ берләшмәләре инә, шулай уҡ хәрби бюджет ҡарала. Ҡораллы көстәрҙең төп бурысы — илде эске һәм тышҡы хәүефтән һаҡлау.
Административ бүленеше
үҙгәртергә1993 йылда Мальта 68 урындағы советтарға (муниципалитеттарға) бүленә. Был 68 урындағы совет урындағы үҙидараның төп формаһы булып тора һәм урындағы советтар һәм милли хөкүмәт араһында башҡа идара органы юҡ. 6 округтағы (төп утрауҙа — 5) һәм 3 региондағы (төп утрауҙа — 2) кимәлдәр статистика маҡсаттарында ҡулланыла.
Ҡалалар
үҙгәртергә-
Валлетта -
Валлеттала көҙ -
Валлетта — порт ҡалаһы -
Слима. Яр буйы -
Слимала ноябрь айы -
Слима -
Слима
Яңы йорттар төҙөлә -
Слима
Ғәҙәттәге урам
Валлетта
үҙгәртергәМальта республикаһының баш ҡалаһы, дәүләттең иҡтисади һәм сәйәси үҙәге. Ҡала рыцарь, флотоводец, ҡалаға нигеҙ һалыусы һәм уны төрөктәрҙән һаҡлаусы, Иоаниттар орден магистры Жан Паризо де ла Валлетта (франц. Jean Parisot de Valette; 1494—1568 йылдың 21 августы, Мальта) хөрмәтенә исемләнгән. Валлетта тарихы Жан де ла Валлетта рыцарҙәр отрядтары Күркәм Сөләймән етәкселегендәге төрөк ғәскәрҙәре һөжүмен кире ҡағыуҙан башлана. Еңеү өсөн Мальта халҡы йәнен аямай алыша, һәм магистр дошман һөжүменә ҡаршы торорлоҡ яҡшы нығытылған ҡала төҙөргә була. 1566 йылдың 28 мартында бөйөк магистр шәхсән үҙе яңы ҡала нигеҙенә беренсе таш һала.
Валлетта Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Нәҡ ошо ҡалала Изге Иоанн кафедраль соборы урынлашҡан, унда бихисап орден рыцарҙары һәм бөйөк магистрҙар ерләнгән. Бында Бөйөк магистрҙың Һарайы, хөкүмәт учреждениелары, эре юридик консультанттар офистарының күпселеге урынлашҡан. Валеттаны шаяртып «юристар ҡалаһы» тип йыш ҡына йөрөтәләр.
Мдина
үҙгәртергәТәүҙә Мдин һәм яҡындағы Рабат боронғо Рим ултырағының берҙәм өлөшөн тәшкил итәләр. Ғәрәп хакимлығы осоронда Мдина күләме кәметелә; ғәрәптәр юғары фортификацион нығытмалар һәм үр өҫтәйҙәр. Ул ваҡыттағы ҡала Төньяҡ Африкалағы мавритан ҡәлғәләрен хәтерләтә. Бынан тыш, «Мдина» исеме лә Мәҙинә ғәрәп һүҙенән килеп сыҡҡан. Изге Иоанн Орден рыцарҙары килгәндән һуң ҡала йөҙө ныҡ үҙгәрә, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер йорттар, мәҫәлән, Palazzo Falzon (1233) рыцарҙар килгәнгә тиклем үк төҙөлгән була. Тап ошонда рәсми церемония үткәрелә, уның барышында Бөйөк Магистр Фра Филипп Вилье (франц. Philippe de Villiers de L’Isle-Adam; 1464, Бове — 21 август 1534, Мальта) Орденға тапшырылған утрауҙарҙы һәм ундағы халыҡтарҙы яҡлауҙы үҙ өҫтөнә ала. Артабан ҡалала бик күп барокко стилендәге һарайҙар, сиркәүҙәр һәм һарайҙар төҙөлә.
Халҡы
үҙгәртергәМальта халҡы 429 344 кеше тәшкил итә (2015 йыл). Халыҡ тығыҙлығы — 1432 чел./км² . Халыҡ тығыҙлығы буйынса Мальта донъяла бишенсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта Мальта Европа берлегендә — иң аҙ кеше йәшәгән дәүләт[11].
Мальтаның төп телдәре мальта (ғәрәп теленең тунис диалектына оҡшаш) һәм инглиз теле, шулай уҡ итальян теле бик киң таралаған[12].
Күпселекте мальтиҙар (95,7 %) тәшкил итә, өҫтөнлөк дин — католицизм (97,3 %).
Африка һәм Европа араһында урынлашҡан Мальта легаль булмаған иммигранттар өсөн күпер булып тора. Һуңғы ваҡытта, башҡа иммигранттар (ливийҙар, ғәрәптәр, мароккандар) менән бер рәттән, африкан халҡы һаны ҡырҡа арта.
Мальта Бөйөк Британия һәм башҡа Европа илдәре пенсионерҙары өсөн популяр эмиграция урыны булып тора.
2001 йыл башынан алып 2006 йылдың июненә тиклемге осорҙа мальтала никахтаҙың бишенсе өлөшө мальталар һәм сит ил граждандары араһында теркәлгән. Улар араһында беренсе урында (22 %) рәсәйлеләр менән никахтар биләй: 140 мальта ир-егете рәсәй ҡатын-ҡыҙын ҡатынлыҡҡа алған, ә 36 мальта ҡаты-ҡыҙы рәсәй ирҙәренә кейәүгә сыҡҡан. Икенсе урында мароккандар менән, өсөнсө урында британ ҡатын-ҡыҙҙары менән никахтар[13]. 2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса, мальтала 89 949 иммигрант йәшәй, йәғни ил халҡының 19,3 %[14]
Иҡтисады
үҙгәртергәМальта иҡтисадының төп тармағы — туризм. Бер туҡтауһыҙ туристар ағымы йыл һайын арта бара. Мальта инглиз телен өйрәнеү буйынса иң эре донъя үҙәктәренең береһе булып тора һәм студенттарҙы бөтә донъянан ҡабул итә. Шулай уҡ мальтала юғары квалификациялы эшселәр көсөн талап иткән бер нисә эре предприятие урынлашҡан: микрочиптар етештереү (ST Electronics), аҡса билдәләрен баҫтырыу (De La Rue), самолеттарҙы хеҙмәтләндереү (Lufthansa Technics), программалау һәм башҡалар. Ҡала һәм тәбиғәт ландшафттаының төрлөлөгө арҡаһында мальта нәфис фильмдар төшөрөү өсөн популяр урын булып һанала. Мальтала «Гладиатор», «Мюнхен», «Код Да Винчи» һәм башҡа фильмдар төшөрөлгән.
2008 йылдың 1 ғинуарынанмальта лираһына урынына әйләнешкә евро индерелә[15].
Транспорты
үҙгәртергәТөп транспорт төрө — автомобиль. Хәрәкәт һул яҡлы.
Автобус бәйләнеше барлыҡ тораҡ пункттарын үҙ-ара бәйләй, әммә туранан-тура түгел, ә боронғо Валлетта ҡапҡалары янында урынлашҡан үҙәк автовокзал аша. 2011 йылдың йәйендә яңы автобустар һатып алынғандан һуң юл хаҡы ҡиммәтләнгән.
Автобустар кондиционерҙар менән йыһазландырылған һәм расписание буйынса йөрөйҙәр, расписание бөтә туҡтау урындарында эленгән: эре туҡтау урындарында электрон таблолар бар. Башлыса автобустар сәғәтенә 3 тапҡыр йөрөйҙәр.
Мальта. Гоцо һәм Комино утрауҙары араһында паромлы кисеүҙәр бар. Сицилия утрауына тиклем диңгеҙҙә тиҙ йөрөшлө Jean de La Valette катамаранында етеп була. Юл ваҡыты — 1,5 сәғәт.
«Air Malta» — Мальта авиакомпанияһы. Лука муниципалитетында, Мальта халыҡ-ара аэропортында, урынлашҡан. 36 йүнәлеш буйынса Европаға һәм Төньяҡ Африкаға рейстар башҡарыла.
«Air Malta» авиакомпанияһы 1973 йылда Мальта парламенты ҡарарына ярашлы булдырыла һәм 1974 йылдың апреленән алып рейстар башҡара. Авиакомпания Мальта аэропортында техник хеҙмәтләндереүҙе башҡарған Lufthansa авикомпанияһы менән партнерлыҡ бәйләнештәр булдырған һәм берлектәге рейстар ойоштора «Air Malta» башлыса Ливия сиктәрендә рейстар башҡарған «Medavia» авиакомпанияһы акциялар пакетына эйә була.
Шулай уҡ Ливия (Триполи) һәм Италия (Поццалло) менән паромлы бәйләнеш булдырылған.
Мәғарифы
үҙгәртергәМәктәпкә балалар 5 йәштән уҡый башлайҙар. Мәктәп мәғарифы ун бер йыл дауам итә һәм башланғыс һәм урта мәктәпкә бүленә. Артабан уҡыусылар ике йыллыҡ профессиональ белем алалар, уны Мальта сәнғәт, фән һәм технологиялар колледжы (Malta College of Arts, Science and Technology (MCAST)) тәҡдим итә. Һөнәр алғандан һуң мальта граждандары хеҙмәт баҙарына бара ала йәки юғары белем алыу өсөн Мальта университетына уҡырға инәләр[16][17].
Мәҙәниәте
үҙгәртергәКүренекле итальян рәссамы Маттиа Прети Мальта ордены рыцарҙарына ҡабул ителә һәм һуңғы йылдарын Мальтала үткәрә. ХХ быуаттың беренсе яртыһында халыҡ-ара танылыу тапҡан берҙән-бер мальта скульпторы — Антонио Шортино.
«The Limestone Heritage Park&Gardens» музейы Мальталағы биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың төҙөлөшө тарихына арналған, төҙөлөштә традицион мальта материалы — эзбизташ ҡулланылған[18].
Мальта милли үҫемлеге — палеоцентаурея. Был үҫемлек тик мальта территорияһында үҫә һәм боҙлоҡ осоро реликттарына ҡарай. Халыҡ атамаһы — «диңгеҙ ҡолаҡтары»: палеоцентаурея диңгеҙгә яҡын урынлашҡан ҡалҡыулыҡтарҙа үҫә. Хәҙерге ваҡытта Мальтаның сәскә символын тәбиғи шарттарға ҡарағанда. ҡала түтәлдәрендә осратып була.
Күсер ҡоштарға һунар
үҙгәртергәМальтала күп кенә күсер ҡоштарға спорт һунары ойошторолғанға күрә, уларҙың популяцияһы ҡырҡа кәмей. Утрауҙарҙа 12 мең һунарсы теркәлгән. Мальталылар ниндәй булһа ла ҡоштарға һунар итәләр, шул иҫәптән йәшелғош, һөҙһөт, иволга, буревестник, ҡауҙы, селәр һымаҡ ҡоштар. Был ҡоштар Көнбайыш Европала юғалыу ҡурҡынысы аҫтында торалар, мәҫәлән, кесе подорлик, ялан көйгәнәге. Мәргән атыуҙа ярышыу өсөн ҡарлуғастарға һунар итәлә. Һунар юл буйҙарынан, ауылдағы биналар ҡыйыҡтарынан, йәнле ҡала урамдарында ойошторола. Һирәк осрай торған ҡоштарҙан ҡарасҡылар эшләйҙәр, ә ҡалғандарын йәшерәләр, сөнки Европа берлегендә 2009 йлда ҡабул ителгән ҡоштарҙы һаҡлау директиваһы бар, уға ярашлы һунарға күп һанлы сикләүҙәр индерелгән[19][20].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Мальта монархтары
- Мальта Ҡораллы көстәре
- Тарихҡаса Мальта
- Хал-Сафлиени
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 0,832 Human Development Report 2011 (ингл.). United Nations Development Program (2011). Дата обращения: 30 июль 2012. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ The Maltese Cross: A Strategic History of Malta — Dennis Angelo Castillo — Google Книги
- ↑ Владимир Александрович Захаров. Мальтийский орден: история и современность. — Огни, 2003. — Т. 1. — С. 81.
- ↑ The Corps Disease: Brucellosis and Its Historical Association with the Royal Army Medical Corps
- ↑ Pickles, Tim. Malta 1565: Last Battle of the Crusades. — Osprey Publishing, 1998. — ISBN 978-1-85532-603-3.
- ↑ Renaming Malta the Republic of Phoenicia . Malta: Allied Newspapers Ltd.
- ↑ Smith, William (инг.)баш. A Dictionary of Greek and Roman Geography / John Murray (инг.)баш.. — 1872. — Т. II. — С. 320.
- ↑ Т. А. Галкина, Н. А. Красновская. Мальта // Страны и народы. Научно-популярное географо-этнографическое издание в 20 томах / Редкол.: В. П. Максаковский, С. А. Токарев. — М.: Мысль, 1983. — С. 235—236. — 285 с. — (Зарубежная Европа/Южная Европа). — 180 000 экз.
- ↑ Dingli Cliffs, Malta (ингл.). peakbagger.com. Дата обращения: 11 апрель 2015.
- ↑ Malta tops International Living’s 2011 Quality of Life Best Climate Index
- ↑ Список стран ЕС, сортировка по численности населения
- ↑ Europeans and their Languages: Eurobarometer. 2011 йыл 16 октябрь архивланған.
- ↑ Статистика гражданских браков на Мальте и Гозо, 2001—2006 гг. 2012 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ https://www.un.org/en/development/desa/population/migration/data/estimates2/data/UN_MigrantStockTotal_2019.xlsx
- ↑ Мальта | Информационный каталог евро
- ↑ Системы образования . Дата обращения: 12 декабрь 2014. Архивировано 24 апрель 2010 года. 2010 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ Система образования на Мальте . Дата обращения: 12 декабрь 2014. Архивировано 13 декабрь 2014 года. 2014 йыл 13 декабрь архивланған.
- ↑ ::The Limestone Heritage::
- ↑ информация на сайте «Комитета против убийства птиц» (CABS) 2011 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ Д. Фразен. Охота на птиц // Geo. — 2011. — № 11. — С. 83-84.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Baldacchino, A. E.; Lanfranco, E.; Schembri, P. J. Discovering nature in the Maltese Islands. — Blata l-Bajda: Merlin Library Ltd., 1990. — 104 с.
- Грицак Е. Н. Мальта. — М.: Вече, 2005. — 224 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мальтийское управление по туризму 2020 йыл 7 апрель архивланған. — официальный сайт
- Вторая мальтийская — русскоязычное описание мальтийской жизни от первого лица
- Университет Мальты — информация о мальтийском университете
- Мальтийские евро монеты Мальты — евро
- Malta Travel Guide (ингл.). Архивировано 9 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 9 сентябрь архивланған. patronized by Malta Tourism Authority
- История жизни Мальты . Архивировано 7 февраль 2011 года. 35 мин. аудио-визуальная документальная драма в формате HD, про историю, культуру и стиль жизни Мальты и мальтийцев
- «Прощание с Мальтой» 2020 йыл 4 июль архивланған. — стихотворение Джорджа Байрона