Лесото
Лесото Короллеге (ингл. Lesotho) — Көньяҡ Африкала урынлашҡан дәүләт. Диңгеҙ кимәленән 1400 м ҡалҡыулыҡта урынлашҡан берҙән-бер ил. Майҙаны буйынса Африкала иң бәләкәй ил. Баш ҡалаһы — Масеру[5].
| |||||
Девиз: «Khotso, Pula, Nala» | |||||
Гимн: «Lesotho Fatse La Bontata Rona» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 4 октябрь 1966 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | инглизсә һәм сесото[d] | ||||
Баш ҡала | Масеру | ||||
Идара итеү төрө | абсолют монархия[1] | ||||
Король | Летсие III | ||||
Территория • Бөтәһе |
137 30 355 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2008) • Халыҡ тығыҙлығы |
2 031 000 чел. (144) 66,5 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
7.078 млрд[2] долл. 3479[2] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
2.713 млрд[2] долл. долл. | ||||
КПҮИ | ▼ 0,514 (▲ 0,527[3]) (156 урын) | ||||
Валюта | лоти | ||||
Интернет-домен | .ls | ||||
Код ISO | LS | ||||
МОК коды | LES | ||||
Телефон коды | +266 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 2 |
Этимологияһы
үҙгәртергәКолониаль осорҙа ил Бөйөк Британияның Басутоленд — «Басуто иле» тип аталған протектораты була, «Басуто» этнонимынан һәм инглизсә ер һүҙенән — «ил». «Басуто» этнонимы, үҙ сиратында, нигеҙ -суто (-сото) һәм -ба префиксынан барлыҡҡа килә. 1966 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң, дәүләт шул уҡ этноним -суто (-сото) нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Лесото» атамаһын ҡабул итә[6].
Физик-географик ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәГеографик урыны
үҙгәртергәЛесото Көньяҡ Африкала 28 һәм 31° көньяҡ киңлектә һәм 27 һәм 30° көнсығыш оҙонлоҡта урынлашҡан[7]. Уның территорияһы тулыһынса КАР территорияһы менән уратып алынған (шулай итеп, Лесото Ватикан һәм Сан-Марино менән бер рәттән бер генә ил территорияһы менән уратып алынған донъялағы өс бойондороҡһоҙ дәүләттең береһе булып тора)[8]. Көнсығышта Лесото Квазулу-Натал провинцияһы, көньяҡта — Көнсығыш Капс провинцияһы, көнбайышта һәм төньяҡта Фри-Стейт провинцияһы менән сиктәш. Дәүләт сигенең дөйөм оҙонлоғо 909 саҡрым тәшкил итә[9].
Илдең төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан йүнәлештә оҙонлоғо — 248 км, көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан 181 км[10]. Илдең территорияһы 30 355 км² тәшкил итә, шуның тик бәләкәй генә бер өлөшө һыу өҫтөнә тура килә[9]. Илдең диңгеҙгә сығыу юлы юҡ, яҡындағы порт Дурбанда (Көньяҡ Африка Республикаһы) урынлашҡан[11].
Климаты
үҙгәртергәИлдең климаты уның бейеклегенә бәйле, шуға күрә Атлантик һәм Һинд океандары уға әллә ни йоғонто яһамай. Лесото юғары баҫымдың субтропик зонаһы йоғонтоһо аҫтында тора, шуға күрә әйләнештә антициклондар өҫтөнлөк итә[7]. Лесото климаты сағыштырмаса һыуыҡ — йәй көнө ғинуар — февраль айҙарында Масерула һәм үҙәндәрҙә температура 30 °C-ҡа етһә лә, ҡыш һыуыҡ, ә температура тигеҙлектәрҙә −7 °C-тан алып тауҙарҙа −18 °C-ҡа тиклем үҙгәреп тора[12][13]. Май һәм сентябрь араһында таулы райондар ҡар менән ҡаплана. Уртаса алғанда, 16 февралдән 19 ноябргә тиклем — бейек тауҙарҙа, 18 майҙан 6 сентябргә тиклем уйһыу урындарҙа ҡырауҙар башланыуы һәм тамамланыуы күҙәтелә. Уртаса ҡырау төшөү осоро тигеҙлектәрҙә 111 тәүлек, бейек тауҙарҙа 276 тәүлек тәшкил итә[7].
Яуым-төшөм дәүмәле майҙандың бейеклегенә ҡарап үҙгәрә һәм 500 мм-ҙан алып 1200 мм-ға тиклем тәшкил итә. Яуым-төшөмдөң төп күләме йылдың октябренән апреленә тиклем йылы осорға тура килә, иң күбе — декабрҙән февралгә тиклем, айлыҡ яуым-төшөм 100 мм тәшкил итә. Иң аҙ яуым-төшөм күләме ҡыш көнө июндә күҙәтелә һәм 15 миллиметрҙан кәмерәк тәшкил итә[7]. Парға әйләнеү яуым-төшөм күләменән күберәк[7].
Октябрҙә елдең уртаса айлыҡ тиҙлеге — 1,4 м/с, августа — 8 м/с, ел йүнәлеше башлыса 200° -тан 300°-ҡа тиклем үҙгәрә[7].
Рельефы
үҙгәртергәЛесотоның иң түбән нөктәһе Оранжевая һәм Макхаленг йылғалары ҡушылған районда урынлашҡан (1400 м), иң юғары нөктә — Тхабана-Нтленьяна тауы (3482 м)[9]. Оло бейеклек арҡаһында илде йыш ҡына «күктәрҙәге батшалыҡ» тип атайҙар[14]. Ил бейеклегенә ҡарап өс зонаға бүленергә мөмкин: илдең көнбайышында тар һыҙат формаһында яйла яҡынса 1500 м бейеклектә (5200 км² йәки ил территорияһының 17 % тәшкил итә), 2000—2300 м бейеклектәге тау алды (ил территорияһының 15 %) һәм илдең көнсығышында бейек тауҙар[7]. Аждаһа тауҙары (Драконовы горы) — илдең көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш сиге[15].
Файҙалы ҡаҙылмалары
үҙгәртергәЛесотоның ике алмаслы торбаһы — Летсенг-ла-терае һәм Kao — донъяла иң ҙур унау иҫәбенә инә, уларҙың беренсеһендә юғары сифатлы ҙур ювелир алмастары табыла[16]. Илдә барлығы 17 кимберлит торба, 21 дайкоға оҡшаш есем һәм 200-ҙән ашыу кимберлит композицияһы табыла[16].
Летсенг-ла-тереяның Кимберлит торбаһы төп һәм сателлиттан тора һәм диңгеҙ кимәленән 3100 м бейеклектә урынлашҡан. Төп көпшә 1957 йылда өҫкө йөҙҙө картаға төшөргәндә табыла, ул 15,9 гектар майҙанды биләгән эллипс формаһындағы есемдән тора (үлсәме 540х350 метр)[16].
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәЛесотола ағастар һирәк осрай, үлән кеүек үҫемлектәр нығыраҡ таралған[17]. Ҡалҡыулыҡтарҙа һирәк үҫемлектәр субальп болондары менән алмашына[17]. Лесотоның эндемик һәм милли сәскәһе — спираль алоэ (лат. Aloe Polyphylla, сесото Kharetsana)[18].
Илдең бәләкәйлеге, ер өҫтөнөң бейеклеге, йәшәү мөхитенең сикләнгән булыуы арҡаһында фауна ярлы[17]. Аждаһа тауҙарында юғалыу хәүефе янаған ҡоштарҙың төрҙәре — балдаҡлы ибис һәм Африка бөркөтө[17] һәм ҡая һары, ҡара бөркөт, ер тумыртҡаһы һәм башҡалар табылған[19]. Илдә һөтимәрҙәрҙең 33 төрө бар[20], шул иҫәптән бабуин, канна антилопаһы, сурикат, мангуст, эндемик ҡомаҡтар[21]. Шулай уҡ илдә һөйрәлеүселәрҙең 41 төрө, 6 ер-һыу хайуандары һәм 2 балыҡ төрө[20] (шул иҫәптән эндемик ташбаш[21]) теркәлгән.
Биотөрлөлөктө һаҡлау өсөн 1969 йылда Малоти тауҙарының көнсығыш өлөшөндә Сехлабатебе милли паркы ойошторола[22].
Тарихы
үҙгәртергәБорон Лесотоның халҡы койсан телендә һөйләшкән һунарсылар була. XVIII быуатта төньяҡтан килгән банту ҡәбиләләре ерле халыҡты Калахари| сүллегенә ҡыҫырыҡлап сығара.
1820—1830 йылдарҙа Лесотола Мошвешве I хакимлығы нығына. 1830 йылдар аҙағында суто менән бур күскенселәре араһында бәрелештәр башлана. 1842 йылда Мошешве I Британия властарына яҡлау һорап мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә 1843 йылдың октябрендә Кап колонияһы губернаторы килешеүгә ҡул ҡуя, уның буйынса Мошешве инглиздәрҙең «дуҫы һәм союздашы» тип таныла.
1848 йылда Лесото Британияның Басутоленд протектораты булып китә. 1852 йылда Мошешве I армияһы көтмәгәндә Британия хәрби постарын ҡыуып сығара, ә 1848 йылдағы протекторат килешеүе инглиздәр тарафынан юҡҡа сығарыла.
1865 йылда бурҙар сотоларға ҡаршы һуғыш башлай һәм уларҙың бөтә ерҙәрен яулап ала. Кап колонияһы властары Лесотоға хәрби ярҙам күрһәтергә ризалыҡ бирә, һәм 1868 йылда Басутоленд яңынан протекторатҡа әйләнә.
1871 йылдың 11 авгусынан 1884 йылдың 18 мартына тиклем Лесото Британияның Кап колонияһына ҡушыла. 1884 йылдың 18 мартында Басутоленд ҡабаттан протекторат статусын ала.
1965 йылдың 30 апрелендә Басутоленд автономия, ә 1966 йылдың 4 октябрендә — Лесото короллеге исеме аҫтында бойондороҡһоҙлоҡ ала.
1970 йылдың ғинуарында Басотоның идара итеүсе милли партияһы һайлауҙарҙа еңелә.
1978 йылда партизандар һуғышы тоҡанып китә. 1980 йылда Басото конгресы партияһы лидеры Нцу Мокхехле Көньяҡ Африка режимы яғына сыға. 1980 йылда хөкүмәт Басото конгресы партияһы яҡлыларға ҡаршы күмәк репрессиялар үткәрә.
Партия 1986 йылдың ғинуарына тиклем хакимлыҡ итә. Хәрби министр власты элек тик церемониаль роль генә башҡарған король Мошвешве II-гә тапшыра. 1987 йылда армия менән конфликт һөҙөмтәһендә король илдән ҡаса, ә уның улы Летсие III яңы король тип иғлан ителә.
Сираттағы хәрби түңкәрелеш 1991 йылда була, хәрби хунта башлығы Джастин Мецинг-Лекханья вазифаһынан бушатыла һәм власҡа 1993 йылда демократик һайлауҙарға тиклем власты үҙ ҡулында тотҡан генерал Элиас Писвана-Рамаэма килә. Король Летси III хөкүмәтте атаһы Мошвешве II-не дәүләт башлығы итеп тәғәйенләргә күндерергә тырыша, әммә ул дәғүәләре кире ҡағыла.
1994 йылдың авгусында король Летси III хәрбиҙәр ярҙамы менән түңкәрелеш ойоштора һәм Басото конгресс партияһы хөкүмәтен властан ситләтә. Яңы хөкүмәт халыҡ-ара танылыу ала алмай. Көньяҡ Африка илдәре Берләшмәһе ағзалары илдәр һөйләшеүҙәр үткәрә һәм король Мошвешве II илде етәкләргә тейеш тигән шарт менән Басото конгресы партияһы хөкүмәтен кире ҡайтарыуға өлгәшә. 1997 йылда партия тарҡала.
2002 йылдың майында илдә камиллаштырылған система буйынса яңы һайлауҙар үткәрелә. Әлеге ваҡытта хөкүмәт, сит ил тәжрибәһенә таянып, илдең хәлен һәм сәйәси структураһын тотороҡландырырға тырыша. Премьер-министр Пакалита Мосисили СПИД-ҡа ҡаршы көрәш программаһын ҡабул итә.
Сәйәси ҡоролошо
үҙгәртергәДәүләт төҙөлөшө
үҙгәртергә1993 йылғы Конституцияға ярашлы, Лесото парламентар монархия булып тора, монарх һәм дәүләт башлығы — король[23]. Батша бәлиғ булмаһа, илдән территорияһынан ситтә булһа йәки ауырыу сәбәпле ил менән идара итә алмаһа, ил менән регент идара итә[24]. Батша, нигеҙҙә, церемониаль функциялар үтәй[25], башҡарма йәки закондар сығарыу функциялары булмаған «милли берҙәмлектең тере символы» булып тора, йола буйынса, юлбашсылар коллегияһы кемдең вариҫ буласағын, кәрәк булған осраҡта кемдең регент буласағын билдәләй, шулай уҡ монархты алмаштыра ала[26].
Башҡарма власть
үҙгәртергәКонституцияға ярашлы, король Милли Ассамблея ағзаһын премьер-министр итеп тәғәйенләй. Премьер-министр Милли йыйылыш ағзалары күпселекте тәшкил иткән сәйәси партия йәки коалиция лидеры булып тора[26].
Закондар сығарыу власы
үҙгәртергәЛесотоның ике палаталы парламенты юғары палатанан — Сенаттан һәм түбәнгеһе — Милли йыйылыштан тора[27]. Сенат 33 ағзанан тора, уларҙың 22-һе — ҡәбилә башлыҡтарынан йәки улар тәғәйенләгән кешеләрҙән, ә 11-е король тарафынан Дәүләт Советы тәҡдиме буйынса тәғәйенләнә[28].
Сәйәси партиялары
үҙгәртергә«Лесотола демократия өсөн конгресы» (LCD) партияһы Милли йыйылышта күпселек урынға (120 партияның 61-е) эйә, бынан тыш, Конгреста тағы ла туғыҙ партия бар.
Ҡораллы көстәре
үҙгәртергәЛесото билдәләгән сәйәсәт — суверенитетты һәм эске хәүефһеҙлекте һаҡлау. Тышҡы именлек ғәмәлдә Көньяҡ Африка Республикаһы тарафынан тәьмин ителә[9].
Ҡораллы көстәрҙең һаны яҡынса 2000 кеше тәшкил итә.
Тышҡы сәйәсәте
үҙгәртергәЛесото 1966 йылдың 17 октябренән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булып тора[29]. Ул МАГАТЭ һәм Халыҡ-ара диңгеҙ ойошмаһынан тыш Африка һәм бөтә төбәк-ара махсуслаштырылған агентлыҡтар өсөн Иҡтисади комиссияла ҡатнаша[30]. Лесото шулай уҡ Милләттәр Берләшмәһе, Африка үҫеш банкы, G-77, Африка берләшмәһе[30], шулай уҡ 1995 йылдың 31 майынан Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы булып тора[31]. Диңгеҙгә сығыуға ҡарамаҫтан, ил БМО-ның Диңгеҙ хоҡуғы конвенцияһына ҡул ҡуя[30].
Административ бүленеше
үҙгәртергәЛесото 10 округҡа бүленгән[32], уларҙың һәр береһенең үҙ баш ҡалаһы йәки кэмптауны бар. Уның округтары:
№ картала | Район | Адм. үҙәк | Майҙаны, км² |
Халҡы[33][34], кеше (2006) |
Тығыҙлығы, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|
1 | Берья (район) | Теятеяненг | 2222 | 250 006 | 112,51 |
2 | Бута-Буте (район) | Бута-Буте | 1767 | 110 320 | 62,43 |
3 | Лерибе (район) | Хлоце | 2828 | 293 369 | 103,74 |
4 | Мафетенг (район) | Мафетенг | 2119 | 192 621 | 90,90 |
5 | Масеру (район) | Масеру | 4279 | 431 998 | 100,96 |
6 | Мохалес-Хук (район) | Мохалес-Хук | 3530 | 176 928 | 50,12 |
7 | Мокотлонг (район) | Мокотлонг | 4075 | 97 713 | 23,98 |
8 | Цгачас-Нек (район) | Цгачас-Нек | 2349 | 69 749 | 29,69 |
9 | Цгутинг (район) | Цгутинг | 2916 | 124 048 | 42,54 |
10 | Таба-Цека (район) | Таба-Цека | 4270 | 129 881 | 30,42 |
Бөтәһе | 30 355 | 1 876 633 | 61,82 |
2004 йылдың 11 апреленә тиклем райондар вардаларға бүленә (сесото телендә ward)[32].
Халҡы
үҙгәртергәДемографик күрһәткестәр
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе — 2,0 миллион (2016 йылғы халыҡ иҫәбен алыу)[35]).
Йыллыҡ үҫеш — 0,28 процент (иң ҙур үлем — сабыйҙар үлеме һәм СПИД-тан, илдән эмиграция).
Тыуым — 1000 балаға 27,2 (бер ҡатынға 3,2 бала).
Үлем — 1000 кешегә 15,7.
Эмиграция — 1000 кешегә 8,7.
Иммун дефициты вирусы (ВИЧ) менән зарарланыу — 23,2 %.
Көтөлгән ғүмер оҙонлоғо — 56 йыл.
Ҡалала йәшәй — халыҡтың 31,7 проценты.
Этник составы: сото — 99,7 %, европалылар һәм азиаттар — 0,3 %.
Телдәр — сесото һәм инглиз телдәре (рәсми).
Белемлелек — халыҡтың 86,2 % (2016 йыл).
Дин — христиандар 80 %, абориген культтар 20 %.
Лесото — континенттағы хеҙмәт эмиграцияһы үҙәктәренең береһе (башлыса күрше Көньяҡ Африка Республикаһына).
Дин
үҙгәртергәИл халҡының 70 проценттан ашыуы христиан динен күрә. Христиандарҙың күпселеге — католиктар, протестанттар — реформаттар, англикандар, адвентистар, методистар.
Адвентисты седьмого дня
үҙгәртергәТөп мәҡәлә: Адвентисты седьмого дня в Лесото
Телдәр
үҙгәртергәЛесотоның рәсми телдәре — сесото һәм инглиз телдәре[36]. Шулай уҡ урындағы халыҡ зулу (248 мең, башлыса Бута-Буте өлкәһендә), Пхути (43 мең), коса (Себапала үҙәнендә 18 мең) телдәрен ҡуллана[37].
ВИЧ
үҙгәртергәҺуңғы иҫәпләүҙәр буйынса, Лесотола ВИЧ-инфекция кимәле 29 процентҡа етә, БМО күҙаллауҙары буйынса ул 15 йылдан 36 процентҡа тиклем артасаҡ, был ғүмер оҙонлоғон ҡырҡа кәметеүгә килтерәсәк. 2001 йылда ғүмер оҙонлоғо ирҙәр өсөн — 48, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 56 йәш тәшкил итә. Һуңғы статистика мәғлүмәттәре буйынса, ғүмер оҙонлоғо 37 йылға тиклем кәмегән.
Хөкүмәт хәүефте аңлаһа ла һәм 1999 йылда сара күрә башлаһа ла, уңышҡа өлгәшә алмай.
2006 йылдың июненән алып барлыҡ халыҡты тест буйынса һынау программаһы башлана, уны Билл Клинтон һәм Билл Гейтс хуплай.
Иҡтисады
үҙгәртергәЛесото Көньяҡ Африка Республикаһына һыу һәм электр экспортлай, мануфактура, ауыл хужалығы үҫешкән. Халыҡтың күбеһе Көньяҡ Африка Республикаһында эшләй.
Лесотола Levi’s фирмаһының джинсы етештереү бүлексәһе бар. Лесото иҡтисады Көньяҡ Африка Республикаһы иҡтисады менән берләштерелгән. Көньяҡ Африка Республикаһы шахталарында йылына 3 — 9 ай миҙгелле эш киң таралған. Халыҡтың яртыһынан күберәге ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.
Лесотоға, атап әйткәндә, АҠШ, Бөтә донъя банкы, Ирландия, Бөйөк Британия, Европа берлеге, Германия ярҙам итә.
Лесотоны Көньяҡ Африка Республикаһы менән тимер юлының ҡыҫҡа участкаһы тоташтыра.
2019 йылда[38] тышҡы сауҙа күләме экспорт буйынса 1,1 миллиард доллар (башлыса алмаз (41,9 процент) һәм текстиль продукция (48 процент) тәшкил итә; Импорт буйынса 1,53 миллиард доллар (яғыулыҡ, химикаттар, сеймал һәм еңел сәнәғәт өсөн ярымфабрикаттар, аҙыҡ-түлек, машиналар һәм ҡорамалдар). Төп тышҡы сауҙа партнеры — Көньяҡ Африка Республикаһы (уға импорттың 85 процентҡа тиклеме һәм экспорттың яҡынса 25 проценты тура килә)
Лесотола транспорт
үҙгәртергәСпорт
үҙгәртергәЛесото 1972 йылдан йәйге Олимпия уйындарында башлыса еңел атлетика ярыштарында ҡатнаша (команда 1976 йылғы Уйындарҙа ҡатнашмай), улар ҡатнашҡан ваҡытта Лесото спортсылары бер олимпия миҙалын да яулай алмай.
Лесото футбол ассоциацияһына 1932 йылда нигеҙ һалына һәм 1964 йылдан ФИФА ағзаһы булып тора[39]. Үҙ тарихында футбол буйынса Лесото йыйылма командаһы бер тапҡыр ҙа донъя чемпионатына ла, Африка Милләттәр Кубогына ла үтә алмай.
Көньяҡ Африка Республикаһы йоғонтоһонда илдә регби ҙа үҫешә, ләкин аҙ финанслау арҡаһында үҫеш бик яй бара.
Социаль өлкә
үҙгәртергәМәғариф
үҙгәртергәҺуңғы иҫәпләүҙәр буйынса, Лесотола 15 йәштән өлкәнерәк халыҡтың 65 проценты грамоталы. Шулай итеп, Лесото Африкала грамоталылыҡ буйынса иң юғары күрһәткестәрҙең береһенә эйә, өлөшләтә Лесото үҙенең эске тулайым продуктының 12 проценттан ашыуын мәғарифҡа һала. Күпселек илдәрҙән айырмалы рәүештә, илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың грамоталылығы ирҙәргә ҡарағанда юғарыраҡ (64,5 %).
Баш ҡаланан 34 км алыҫлыҡтағы Рома ауылында Лесото милли университеты урынлашҡан.
Һаулыҡ һаҡлау
үҙгәртергәБалалар үлеме — 16,3 процент самаһы. Табиптар менән тәьмин ителеш: 100 000 кешегә 5 табип. 2014 йылда уртаса ғүмер оҙонлоғо 49,7 йәш тәшкил иткән.
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергәLBC (Lesotho Broadcasting Corporation) дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы составына Лесото телевидениеһы, Лесото радиоһы һәм Ultimate Radio инә. Шулай уҡ M-net Lesoto телеканалы ла популяр.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Иосиф Жерар (1831—1914) — католик руханиһы, миссионер.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — Москва: АСТ, 2017. — С. 74. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 World Economic Outlook Database, October 2019 – Report for Selected Countries and Subjects (ингл.). International Monetary Fund (IMF) (11 октябрь 2019). Дата обращения: 13 март 2020. Архивировано 28 май 2020 года.
- ↑ Human Development Indices and Indicators (ингл.). Программа развития ООН. — Доклад о человеческом развитии на сайте Программы развития ООН. Дата обращения: 15 декабрь 2020. Архивировано 15 декабрь 2020 года.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
- ↑ Alan Taylor. A Trip to Lesotho, the 'Kingdom of the Sky' - The Atlantic (ингл.). www.theatlantic.com. Дата обращения: 6 февраль 2020. Архивировано 6 февраль 2020 года.
- ↑ Поспелов, 2002, с. 241
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 Lesotho Meteorological Services. Climate of Lesotho (ингл.). Дата обращения: 7 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 24 июнь 2007 года.
- ↑ Kishor Uprety. Transit Regime for Landlocked States : International Law and Development Perspectives. — 2005. — P. 5. — ISBN 0821362992.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 CIA. The World Factbook - Lesotho (ингл.). Дата обращения: 7 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 12 июнь 2007 года. 2007 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Encyclopedia of Nations. Lesotho - Location, size, and extent (ингл.). Дата обращения: 7 октябрь 2009. Архивировано 17 июнь 2009 года.
- ↑ Kishor Uprety. Transit Regime for Landlocked States : International Law and Development Perspectives. — 2005. — P. 9. — ISBN 0821362992.
- ↑ Britannica. Lesotho (ингл.). Дата обращения: 7 октябрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Encyclopedia of Nations. Lesotho - Climate (ингл.). Дата обращения: 7 октябрь 2009. Архивировано 6 февраль 2010 года.
- ↑ Democracy Alive and Well in Lesotho (ингл.). Lesothocanada.gov.ls. Дата обращения: 20 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Encyclopedia of Nations. Lesotho - Topography (ингл.). Дата обращения: 20 июнь 2010. Архивировано 5 март 2010 года.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;almazy
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 Encyclopedia of Nations. Lesotho - Flora and fauna (ингл.). Дата обращения: 20 июнь 2010. Архивировано 5 март 2010 года.
- ↑ Flora of Lesotho (ингл.). Дата обращения: 20 июнь 2010. Архивировано из оригинала 19 май 2007 года. 2007 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Fauna of Lesotho (ингл.). Дата обращения: 20 июнь 2010. Архивировано из оригинала 19 май 2007 года. 2007 йыл 19 май архивланған.
- ↑ 20,0 20,1 Biodivercity and protected Areas - Lesotho (ингл.) (недоступная ссылка — история). Earth Trends. Дата обращения: 20 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 5 ғинуар архивланған.
- ↑ 21,0 21,1 Country Overviews (ингл.) (недоступная ссылка — история). Thecommonwealth.org. Дата обращения: 20 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года. 2010 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ Ramutsindela M. Transfrontier Conservation in Africa: At the Confluence of Capital, Politics, and Nature. — 2007. — P. 68. — ISBN 1845932218.
- ↑ Конституция Королевства Лесото . Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года. 2016 йыл 3 март архивланған., ст 44 (1).
- ↑ Конституция Королевства Лесото . Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года. 2016 йыл 3 март архивланған., ст 46.
- ↑ Lesotho (ингл.) (недоступная ссылка — история). State.gov. Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ 26,0 26,1 Kingdom of Lesotho. Public Administration Country Profile (ингл.). Дата обращения: 21 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ Конституция Королевства Лесото . Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года. 2016 йыл 3 март архивланған., ст 54.
- ↑ Конституция Королевства Лесото . Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года. 2016 йыл 3 март архивланған., ст 55.
- ↑ Государства — члены ООН . Официальный сайт ООН. Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ 30,0 30,1 30,2 Encyclopedia of Nations. Lesotho - International cooperation (ингл.). Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано 5 март 2010 года.
- ↑ Lesotho and the WTO (ингл.). WTO. Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ 32,0 32,1 Districts of Lesotho (ингл.). Statoids. Дата обращения: 21 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Geohive . Дата обращения: 17 апрель 2016. Архивировано из оригинала 22 март 2016 года.
- ↑ Statoids.com . Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано 17 сентябрь 2011 года.
- ↑ Bureau of Statistics . www.bos.gov.ls. Дата обращения: 5 май 2021. Архивировано 13 ноябрь 2014 года.
- ↑ Конституция Королевства Лесото . Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года. 2016 йыл 3 март архивланған., ст. 3 (1).
- ↑ Languages of Lesotho (ингл.). Etnologue. Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Лесото на справочнике oec.world . Дата обращения: 9 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Lesotho Profile (ингл.). FIFA. Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 13 август архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- The Lesotho Government Portal . Архивировано из оригинала 28 август 2008 года. 2008 йыл 23 октябрь архивланған.
- The Parliament of Lesotho . Архивировано из оригинала 22 июнь 2009 года.
- Central Bank of Lesotho
- Lesotho Bureau of Statistics
- Lesotho Meteorological Services 2015 йыл 17 июль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |