Күфә яҙмаһы
Күфә яҙмаһы (ғәр. الخط كوفي әл-хат күфи — күфи яҙыуы; рус. Күфическое письмо) — VIII быуат аҙағында Ираҡта ике ҡала — Бәсра менән Әл-Күфәгә нигеҙ һалынғандан һуң барлыҡҡа килгән ғәрәп яҙмаһының иң боронғо төрҙәренең береһе. Күфә яҙыуы бөтә ғәрәп каллиграфияһын артабан үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.
Күфә яҙмаһы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Әл-Күфә |
---|---|
Күфә яҙмаһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЯҡынса XI быуатҡа тиклем күфә стиле Ҡөрьәнде күсереп яҙыу өсөн ҡулланылған төп стиль була[1]. Быға асыҡ миҫал булып Зәңгәр Ҡөрьән тора. X быуаттан күфә яҙыуын яйлап еңелерәк һәм тиҙерәк нәсх тиҙъяҙмаһы ҡыҫырыҡлап сығара. Күфә яҙыуҙарын архитектура биҙәлештәрендә күрергә мөмкин. Әкренләп декоратив яҙыуҙар мәғлүмәти мәғәнәһен юғалта, һәм XIX быуаттан уларҙы эпиграфик орнамент тип атай башлайҙар[2].
Стиле
үҙгәртергәКүфи яҙыу стиле бик аныҡ, үҙенсәлекле геометрик пропорцияларҙан тора. Күфи яҙыуы горизонталь өҫлөктәрҙә яҙыуҙар өсөн ҡулланыла. Ул металл, ебәк, быяла, керамика, ағас һ. б. материалдарҙы биҙәү өсөн универсаль ысул булып тора[3]
Модификациялары
үҙгәртергәКүфи яҙыуының үҫеше уның күп модификацияларының барлыҡҡа килеүенә килтерә, шуларҙың иң сағыуҙары түбәндәгеләр:
- Күфия әл-мүхәммәл;
- Күфия әл-мозафар ;
- Күфия әл-һәндәси[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Куфеск — европа сәнғәтендә күфи яҙыуын имитациялау
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Arabic scripts . British Museum. Дата обращения: 13 март 2013. Архивировано 17 май 2013 года.
- ↑ Власов В.Г. Куфи // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства: В 10 т. — СПб.: Азбука-классика, 2006. — Т. IV. — 751 с: ил. + вкл с.
- ↑ 3,0 3,1 Куфическое письмо . islamnaneve.com. Дата обращения: 30 апрель 2013. Архивировано из оригинала 26 июнь 2015 года. 2015 йыл 26 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Власов В.Г. Күфи // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства: В 10 т. — СПб.: Азбука-классика, 2006-2009.