Вавилон
Боронғо ҡала
Бабил
ак. Bābili(m)[1]; шум. KÁ.DINGIR.RAKI[1] бор.-йәһ. בָּבֶל (Babel)[1]; бор. грек. Βαβυλών (Babylōn) ғәр. بابل (Babil)
| ||||||||||||||||||||||||
|
Бабил йәки Вавилон (клиноп. 𒆍𒀭𒊏𒆠, ак. Bābili йәки Babilim "аллалар ҡапҡаһы»», бор. грек. Βαβυλών) — Аккад тарихи өлкәһендә урынлашҡан Боронғо Месопатамия ҡалаһы. Боронғо донъяның мөһим сәйәси һәм иҡтисади үҙәге, кешелек тарихындағы «беренсе мегаполис», христиан эсхатологияһы һәм хәҙерге заман мәҙәниәте символы булараҡ та билдәле. Бабил емеректәре хәҙерге Ираҡтағы Әл-Хиллә ҡалаһы ситтәрендә ята.
Б. э. т. VI быуатта аҙағында Көнбайыш Азия халыҡтары менән бер рәттән Иран халҡы ла Ассирия хакимлығынан ҡотола. Шул ваҡытта өс ғәйрәтле держава — Иран батшалығы Мидия, Бабил батшалығы, Крез батша хакимлығындағы Лидия ил барлыҡҡа килә.
Б. э. т. III мең йыллыҡҡа ҡәҙәр төҙөлгән; боронғо шумер сығанаҡтарында Кадингирра исеме менән билдәле. Б. э. т. XXIV—XXI быуаттарҙа Аккад батшалығының һәм Ура династияһының провинция үҙәге. Б. э. т. II—I быуаттарҙа боронғо донъяның бөйөк державаларының береһе — Бабил батшалығының баш ҡалаһы. Новуходоносор II (б. э. т. VI быуат) хакимлыҡ иткән осорҙа Бабилда иң юғары иҡтисади һәм мәҙәни күтәрелеш осоро була[4]. Был төбәктең шаҡтай өлөшөн Бабил батшаһы Новуходоносор II үҙенә буйһондорған. Барса халыҡ яһаҡ түләгән.
Б. э. т. 587 йылда Бабил батшаһы Ҡотдосто ике йыл ҡамауҙан тотҡандан һуң баҫып ала. Ҡала нигеҙенә тиклем емерелә. Иҫән ҡалған йәһүдтәр Ике йылға араһына (Междуречьеға) әсирлеккә алына. Бына шул ваҡытта төрлө телле әсир Бабилды төҙөй, биҙәй. Аврат йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан ҡала ике ҡатлы стена менән уратып алына. Новуходоносор II ҡатыны Семирамида өсөн бик үҙенсәлекле һарай төҙөтә. Уның стеналары, тау киртләстәрен хәтерләтеп, баҫҡыс-баҫҡыс булып, өҫкә күтәрелгән. Һәр киртләс һайын «шишмә» аҡҡан, баҡса сәскә атҡан. «Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары» Бабил өҫтөндә бейек булып ҡалҡып торған.
Б. э. т. 539 йылда Бабилды Кир II ғәскәрҙәре баҫып ала һәм Әһәмәниҙәр державаһы составында була; б. э. т. IV быуаттың икенсе яртыһында Селевкин дәүләте составындағы Искәндәр Зөлҡәрнәйн державаһының баш ҡалаһы була; б. э. т. III быуаттан әкренләп ҡала ҡаҡшай.
Тарихи Бабил Месопотам уйһыулығының үҙәк өлөшөндә, дөрөҫөрәге Түбәнге Месопотамияның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан булған. Боронғо заманда Евфрат һәм Тигр йылғалары параллель аҡҡан (өлкәнәң Ике йылға араһы исеме шунан килеп сыҡҡан) һәм Фарсы ҡултығына айырым ҡойғандар.
Йылғалар һөҙәк ярлы булғанға, йыш ҡына һыу баҫыуҙар булып торған. Һыу баҫҡан ерҙәргә уңдырышлы тупраҡ та килгән. Кешелек тарихындағы Ике йылға араһында барлыҡҡа килгән Шумер цивилизацияһының иҡтисади базаһы ошо система нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Бабил шумер эпохаһы осоронда барлыҡҡа килгән.
Хәҙерге ваҡытҡа тиклем һаҡланған Бабил емеректәре айырым убаларҙан тора. Бабил ҡолаған осорҙа Евфрат йылғаһы ҡаланы ике өлөшкә — Көнсығыш һәм Көнбайыш ҡалаға бүлеп торған. Һуңынан йылға юлын үҙгәрткән, хәҙер йылға көнбайыш ҡала емеректәре аша аға. Емеректәрҙең ғәрәпсә исемдәре бар.
Хәҙерге заманда Бабил мөхафәзәһенең Әл-Хиллә ҡалаһы янындағы боронғо Бабил ҡалаһы урынында археологик ҡаҙыныу эштәре бара. Археологик ҡаҙыныуҙар емеректәр урынлашҡан урынды ныҡ үҙгәртте. Өҫкө ҡатламда урынлашҡан йорттар, ғибәҙәтханалар, һаҡланыу ҡорамалдары табылды.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 The Cambridge Ancient History: Prologomena & Prehistory: Vol. 1, Part 1. Accessed 15 Dec 2010.]
- ↑ Русский орфографический словарь Российской академии наук. Отв. ред. В. В. Лопатин. М., Азбуковник, 2001–2007.
- ↑ Моррис, Ян. Социальное развитие = Social development. — Стэнфордский университет, 2010. — С. 109.
- ↑ Saggs, H.W.F. Babylonians (б. э. т. VI быуат)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- В. А. Белявский. Вавилон легендарный и Вавилон исторический
- Геродот. История в девяти книгах / Пер. и прим. Г. А. Стратановского. Под общ. ред. С. Л. Утченко. Ред. перевода Н. А. Мещерский. Ответственный редактор С. Л. Утченко. — Л.,: Наука, 1972. — 600 с. — (Памятники исторической мысли). — 50 000 экз.
- История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. Ч. 1. Месопотамия / Под ред. И. М. Дьяконова. — М.,: Наука, 1983. — 534 с. — 25 050 экз.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |